Ҡушаев Хафиз Ҡушай улы

Ҡушаев Хафиз Ҡушай улы (15 октябрь 1888 йыл — 27 сентябрь 1937 йыл) — башҡорт милли хәрәкәте эшмәкәре, Башҡортостандың дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре. 1919 йылдан ВКП(б) ағзаһы. БАССР-ҙың Үҙәк башҡарма комитетының рәйесе (1922—1929). Сәйәси золом ҡорбаны.

Ҡушаев Хафиз Ҡушай улы
Ҡушаев Хафиз Ҡушай улы
Флаг
Флаг
БАССР-ҙың Үҙәк башҡарма комитеты (БашЦИК)
1922 — 1929
Алдан килеүсе: Хоҙайбирҙин Шәһит Әхмәт улы
Дауамсы: Шафиҡов Таймаҫ Шафиҡ улы
 
Тыуған: 15 октябрь 1888({{padleft:1888|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:15|2|0}})
Ырымбур губернаһы Силәбе өйәҙенең, хәҙерге Силәбе өлкәһенең Арғаяш районы Сәләй (Көҙәш) ауылы
Үлгән: 27 сентябрь 1937({{padleft:1937|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:27|2|0}}) (48 йәш)
Мәскәү
Партия: Советтар Союзы Коммунистар партияһы
Белеме: Ғәлиә мәҙрәсәһе

Биографияһы

үҙгәртергә

Хафиз Ҡушай улы Ҡушаев 1888 йылдың 15 октябрендә Ырымбур губернаһы Силәбе өйәҙенең[1] Сәләй (Көҙәш) ауылында тыуған.

Өфө ҡалаһында «Ғәлиә» мәҙрәсәһендә уҡый[2], революцион хәрәкәттә ҡатнашыуы сәбәпле уҡыуын ҡалдырырға мәжбүр була.

1909−1917 йылдарҙа армия сафтарында хәрби хеҙмәттә була.

1917 йылдың октябренән һуң Башҡортостан автономияһы өсөн йәйелгән милли хәрәкәттә ҡатнаша. 1918 йылда Арғаяш кантоны идаралығы рәйесе була.

1919—1921 йылдарҙа Башҡортостан АССР-ы Арғаяш кантонының хәрби комиссары, кантон идараһы рәйесе вазифаларын башҡара.

1922—1929 йылдарҙа Башҡортостан Үҙәк Башҡарма Комитеты Рәйесе булып эшләй. Латин графикаһы нигеҙендә яңы башҡорт алфавитын төҙөүҙә ҡатнаша.

1929—1937 йылдарҙа СССР Үҙәк Башҡарма Кмитеты аппаратында эшләй, «Совет власы» нәшриәтендә яуаплы вазифалар башҡара.

1937 йылда репрессияға дусар була, 1957 йылда аҡлана.

Һуңғы адресы: Мәскәү, Зубовски проезы, 1-се йорт, 7-се фатир.[3]

Ҡатыны — Ҡушаева Рабиға Йәнғол ҡыҙы (1901—1937).

Балалары:

Миңһылыу, 1923 йылда дифтериянан вафат була.
Таңһылыу (Динә), РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы, Пермь опера театры солисы.
Ирек, ата-әсәләре һәләк булғандан һуң, 5 йәшендә балалар йортона тапшырыла. Уның артабанғы яҙмышы билдәһеҙ.


Ҡустыһы — Ҡушаев Ҡәйүм Ҡушай улы.

  • «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы хәбәр итеүенсә, Башҡортостан юлдаш телевидениеһы 2017 йылдың 22 апрелендәге тапшырыуын Рәбиғә һәм Хафиз Ҡушаевтарға арнаны[4].
  • Силәбе өлкәһе Арғаяш районының Көҙәш урта мәктәбенә 1992 йылда Хафиз Ҡушаев исеме бирелә.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә