Таһиров Тойғон Нуриәғзәм улы
Таһиров Тойғон Нуриәғзәм улы (11 декабрь 1924 йыл) — ғалим-геолог. Геология-минералогия фәндәре кандидаты. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Тажикстан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре. Башҡорт милли хəрəкəтендә әүҙем ҡатнашҡан, артабан йәмәғәт һәм дәүләт эшмәкәре булып танылған Нуриәғзәм Таһировтың улы.
Биографияһы
үҙгәртергәТойғон Нуриәғзәм (ҡайһы бер сығанаҡтарҙа Нереләғзәм, Нуриләғзәм) улы Таһиров 1924 йылда Өфөлә нарком Нуриәғзәм Таһиров ғаиләһендә тыуа. Башҡорт. Атаһы репрессияға эләккәс, ғаиләһе Урта Азияға, Тажик ССР-ының Сталинабад өлкәһенә күсә.
1943 йылдан Бөйөк Ватан һуғышында, Берлин өсөн алыштарҙа ҡатнаша. 3-сө дәрәжә Дан (12.11.1944), Ҡыҙыл Йондоҙ, ике 2-се дәрәжә Ватан һуғышы (18.05.1945, 06.04.1985) ордендары һәм ике «Батырлыҡ өсөн» миҙалы (10.10.1944, 16.05.1945) менән бүләкләнгән. 1945 йылдың майында контузия ала.
Душанбе геология техникумын тамамлай, Памир тауҙары буйлап геологик эскпедицияларҙа ҡатнаша - бер нисә мөһим ятҡылыҡтарҙы аса. Душанбе университетының геология һөнәрен тамамлай. Геологоразведкаға ҙур өлөш индергән өсөн ордендар һәм миҙалдар менән наградлана, атҡаҙанған геолог исеменә лайыҡ була.
СССР тарҡалып, күп тә үтмәй Тажикстанда граждандар һуғышы башланғас, Тойғон Нуриәғзәм улы ғаиләһе менән Өфөгә ҡайта.
Китаптары
үҙгәртергә- Суровая проза жизни: воспоминания. - Уфа : Китап, 2004. - 158 с.: ил., портр.; 21 см.; ISBN 5-295-03502-6[1].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
үҙгәртергә- Тажикстан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Российская государственная библиотека. Тагиров, Туйгун Нурелагзамович - Суровая проза жизни : воспоминания (рус.) (Тикшерелеү көнө: 21 июнь 2018)
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Башкирская энциклопедия. Учёные и горные инженеры. Тагиров Туйгун Нерелагзамович 2019 йыл 24 декабрь архивланған. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 21 июнь 2018)
- Сайт Победители.РУ. Тагиров Туйгун Нурелагзамович (рус.) (Тикшерелеү көнө: 21 июнь 2018)
- «Одноклассники» сайты. Туйгун Тагиров (рус.) (Тикшерелеү көнө: 21 июнь 2018)