Яңы Ҡарамалы (Ауырғазы районы)
Яңы Ҡарамалы (рус. Новые Карамалы) — Башҡортостан Республикаһының Ауырғазы районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә халыҡ һаны 392 кеше булған[2]. Почта индексы — 453490, ОКАТО коды — 80205831005.
Ауыл | |
Яңы Ҡарамалы рус. Новые Карамалы | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Ауыл советы | |
Координаталар | |
Халҡы | |
Милли состав | |
Сәғәт бүлкәте | |
Почта индексы |
453490 |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
02, 102 |
ОКАТО коды | |
ОКТМО коды | |
Географик урыны
үҙгәртергәАуырғазы йылғаһы буйында урынлашҡан.
- Район үҙәгенә тиклем (Талбазы): 5,7 км
- Ауыл Советы үҙәгенә тиклем (Яңы Кәлсер): 4 км
- Яҡындағы тимер юл станцияһы (Аҡкүл): 25 км[3]
Тарихы
үҙгәртергәАуылға 1742 йылда Нуғай даруғаһы Меркет‑Мең улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә шул уҡ даруғаның Ҡарамалы (хәҙер Иҫке Ҡарамалы ауылы) һәм Ҡарамалыбаш ауылдарының яһаҡлы татарҙары керҙәшлек килешеүе буйынса Ауырғазы‑Ҡарамалы исеме менән нигеҙ һала[4]. Яңы Ҡарамалы ауылы йылға исеме буйынса Ауырғазы тип тә йөрөтөлгән. 1783 йылда 155 типтәр иҫәпләнгән. X рәүиз ваҡытына улар 821 кеше була. XX быуат башына 240 йортта 1496 типтәр йәшәй. Яңы Ҡарамалыла улус идаралығы урынлаша. Ике ауыл да Меркет-Мең улусының аҫаба башҡорттары ерендә барлыҡҡа килә, унда керҙәш типтәрҙәр йәшәй[5]. Игенселек, малсылыҡ менән шөғөлләнгәндәр. 1906 йылда 2 мәсет, 2 мәҙрәсә, һыу тирмәне иҫәпкә алынған. 1930—32 йылдарҙа Яңы Ҡар(а)малы районының административ үҙәге булған[4].
Халыҡ һаны
үҙгәртергәБөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль ( 26 ғинуар) | |||||
1920 йыл 26 август | 1988 | ||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | 1291 | ||||
1959 йыл 15 ғинуар | 703 | ||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | 426 | ||||
2002 йыл 9 октябрь | 439 | ||||
2010 йыл 14 октябрь | 392 | 170 | 222 | 43,4 | 56,6 |
- Милли составы
2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәтенә ярашлы, күпселек милләт — татарҙар (93 %)[6].
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
- 1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
- 1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
- 1859 һәм 1865 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.I. Уфимская губерния, 1877. — Уфа:Китап, 2002. — 432 с. ISBN 5-295-03188-8 (ч. I). ISBN 5-295-03133-0.
- Өфө виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1859 һәм 1865 йылдарға ҡарата бар.
- 1866 йыл — Список населенных мест. Ч. II. Оренбургская губерния, 1866. — Уфа: Китап, 2006. — 260 с. ISBN 5-295-03815-7 (ч. II). ISBN 5-295-03133-0.
- Ырымбур виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1866 йылға ҡарата бар.
- 1897 йыл — Перепись населения. т.45 кн.01 Уфимская губерния. Н.А.Тройницкий (ред.)(С.-Петербург, 1901)
- Был китапта Өфө виләйәте ауылдары буйынса мәғлүмәт бар. 500 кешенән күберек булған ауылдар исемлеге.
- 1920 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.III. Башреспублика, 1926. — Уфа. Китап, 2002. — 400 с. ISBN 5-295-03091-1 (ч. III). ISBN 5-295-03133-0.
- Был китап 1926 йылға ҡарата төҙөлгән, әммә халыҡ иҫәбе 1920 йылға ҡарата бирелгән.
- 1939 йыл — БАССР. Административно-территориальное деление на 1 июня 1940 года – Уфа:Государственное издательство, 1941. – 387 с.
- Был китапта 1939 йылғы иҫәп алыу буйынса һәр ауыл буйынса мәғлүмәт бар.
- 1989 һәм 2002 йылдар — Башҡортостан Республикаһы ауылдарында 1989 һәм 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны.
- 2010 йыл — Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- Население Башкортостана: XIX-XXI века: статистический сборник / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республики Башкортостан. — Уфа:Китап, 2008. — 448 с.: ил. ISBN 978-5-295-04439-7
- 1897 йылғы халыҡ иҫәбенән башлап ҡалалар, ҡала төрөндәге ҡасабалар, райондар, район үҙәктәре буйынса халыҡ һаны бар.
Урамдары
үҙгәртергәБилдәле шәхестәре
үҙгәртергә- Ғимаҙиев Үзбәк Ибраһим улы (5 август 1920 йыл—13 август 1987 йыл) — әҙәбиәт белгесе. Филология фәндәре докторы (1985). Журналистар союзы ағзаһы[8].
- Мөлөков Ғәлинур Мөхәррәм улы (1 ноябрь 1949 йыл) — ғалим-иҡтисадсы, совет партия һәм хужалыҡ эшмәкәре. 1982 йылдан КПСС-тың Ауырғазы район комитеты секретары, 1985 йылдан — КПСС‑тың Стәрлебаш район комитетының 1‑се секретары, 1990 йылдан — КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитеты секретары; 1991—2007 йылдарҙа — «Башсельстрой» йәмғиәтенең генераль директоры. Башҡорт АССР-ының 12‑се саҡырылыш Юғары Советы һәм Башҡортостан Республикаһының 1‑се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Иҡтисад фәндәре докторы (2001), профессор (2005). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1992), Рәсәй Федерацияһының почётлы төҙөүсеһе (1999). «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1981)[9].
- Сөләймәнов Рим Солтан улы (3 ғинуар 1949 йыл) — ғалим-нефтсе, хужалыҡ эшмәкәре. 1986—2012 йылдарҙа «Газпром добыча Уренгой» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәттең генераль директоры. Рәсәйҙең Тау академияһы академигы. Техник фәндәр кандидаты (1993). Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған нефть һәм газ сәнәғәте хеҙмәткәре (1992), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған нефтсеһе (1998), СССР‑ҙың газ сәнәғәте (1984) һәм Рәсәйҙең яғыулыҡ‑энергетика комплексының почётлы хеҙмәткәре (1998). СССР-ҙың Дәүләт (1987), Ленин комсомолы премиялары (1981) лауреаты. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1979), 4‑се дәрәжә «Ватан алдында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн» (1999) һәм Рәсәйҙең Дуҫлыҡ ордены (1996) ордендары кавалеры.
- Сурағолова Зилә Солтан ҡыҙы (1 август 1939 йыл) — ғалим-агрохимик‑тупраҡ белгесе, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Биология фәндәре докторы (2004). Рәсәй Федерацияһының (2012) һәм Башҡортостан Республикаһының (1997) атҡаҙанған урмансыһы[10].
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан . Дата обращения: 20 август 2014. Архивировано 20 август 2014 года.
- ↑ Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- ↑ Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник / Сост. Р. Ф. Хабиров. — Уфа: Белая Река, 2007. — 416 с. — 10 000 экз. — ISBN 978-5-87691-038-7.
- ↑ 4,0 4,1 Яңы Ҡарамалы (Ауырғазы районы) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 56. — ISBN 978-5-295-04683-4.
- ↑ Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан — Excel форматында ҡушымта(недоступная ссылка) (рус.)
- ↑ Госсправка сайтында урамдар исеме
- ↑ Ғимаҙиев Үзбәк Ибраһим улы
- ↑ http://xn--80ab4e.xn----7sbacsfsccnbdnzsqis3h5a6ivbm.xn--p1ai/index.php/component/content/article/8-statya/10286-m-l-kov-linur-m-kh-rr-m-uly 2019 йыл 23 октябрь архивланған. Башҡорт энциклопедияһы — Мөлөков Ғәлинур Мөхәррәм улы] (Тикшерелеү көнө: 23 октябрь 2019)
- ↑ Башҡорт энциклопедияһы — Сурағолова Зилә Солтан ҡыҙы 2016 йыл 21 апрель архивланған. (Тикшерелеү көнө: 30 июль 2019)
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7. (рус.)
- Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий — Уфа: Китап, 2009. — 744 б. — ISBN 978-5-295-04683-4. (рус.)
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Яңы Ҡарамалы (Ауырғазы районы) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 30 декабрь 2018)
- Сулейманов Р.С., Мулюков Г.М., Сафин М.Х. На миркитминской земле (д. Новые Карамалы). - Уфа, 2007
Портал «Башҡортостан ауылдары» | |
Башҡортостан Республикаһы Законы (№ 22-з, 16 июль, 2008 йыл.) Викикитапханала | |
Проект «Башҡортостан ауылдары» |