Новиков Александр Александрович (маршал)

Новиков Александр Александрович (19 ноябрь 1900 йыл — 3 декабрь 1976 йыл, Мәскәү) — совет хәрби етәксеһе, РККА-ның Хәрби-һауа көстәре командующийы (1942—1946). Авиацияның баш маршалы (21 февраль 1944[3]). Ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы (1945, 1945). СССР Юғары Советының 2-се саҡырылыш депутаты.

Новиков Александр Александрович (маршал)
Рәсем
Зат ир-ат[1]
Гражданлыҡ  СССР
Хеҙмәт итеүе СССР
Тыуған көнө 19 ноябрь 1900({{padleft:1900|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:19|2|0}})[2]
Тыуған урыны Блазновская волость[d], Нерехтский уезд[d], Костромская губерния[d], Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 3 декабрь 1976({{padleft:1976|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:3|2|0}})[2] (76 йәш)
Вафат булған урыны Мәскәү, СССР
Ерләнгән урыны Новодевичье зыяраты[d]
Һөнәр төрө сәйәсмән, офицер
Биләгән вазифаһы СССР Юғары Советы депутаты[d]
Уҡыу йорто Хреновская церковно-учительская семинария[d]
Выстрел[d]
М. В. Фрунзе исемендәге Хәрби академия
Ташкентское высшее танковое командное училище[d]
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы
Хәрби звание главный маршал рода войск[d], полковник[d], генерал-майор авиации[d], генерал-лейтенант авиации[d], генерал-полковник авиации[d] һәм маршал рода войск[d]
Командалыҡ иткән СССР хәрби-һауа көстәре[d]
Һуғыш/алыш Рәсәйҙә Граждандар һуғышы, Совет - Финляндия һуғышы (1939—1940) һәм Бөйөк Ватан һуғышы
Ғәскәр төрө военно-воздушные силы[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Советтар Союзы Геройы Советтар Союзы Геройы Ленин ордены Ленин ордены Ленин ордены Ленин ордены Ҡыҙыл Байраҡ ордены Ҡыҙыл Байраҡ ордены Ҡыҙыл Байраҡ ордены орден Суворова I степени орден Суворова I степени орден Суворова I степени орден Кутузова I степени Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены Ҡыҙыл Йондоҙ ордены Ҡыҙыл Йондоҙ ордены В. И. Лениндың тыуыуына 100 тулыу айҡанлы юбилей миҙалы «Ленинградты обороналаған өсөн» миҙалы «Мәскәүҙе обороналаған өсөн» миҙалы «Сталинградты обороналаған өсөн» миҙалы «Кавказды обороналаған өсөн» миҙалы «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә егерме йыл» юбилей миҙалы «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә утыҙ йыл» юбилей миҙалы «Японияны еңгән өсөн» миҙалы "Кёнисбергты алған өсөн" миҙалы «Берлинды алған өсөн» миҙалы "Варшаваны азат иткән өсөн" миҙалы "СССР-ҙың Ҡораллы Көстәре ветераны" миҙалы «Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһының егерме йыллығы» юбилей миҙалы "Совет Армияһының һәм Флоттың утыҙ йыллығы" юбилей миҙалы юбилейная медаль «40 лет Вооружённых Сил СССР» юбилейная медаль «50 лет Вооружённых Сил СССР» «Мәскәүҙең 800 йыллығы иҫтәлегенә» миҙалы Юбилейная медаль «В память 250-летия Ленинграда» орден «Легион почёта» степени главнокомандующего великий офицер ордена Почётного легиона Военный крест 1939—1945 годов Ҡыҙыл Байраҡ ордены орден Полярной Звезды медаль «50 лет Монгольской Народной Революции» медаль «50 лет Монгольской Народной Армии»
 Новиков Александр Александрович (маршал) Викимилектә

Хеҙмәт башы

үҙгәртергә

Алекса́ндр Алекса́ндрович Но́виков 1900 йылдың 19 ноябрендә Кострома губернаһы Нерехетск өйәҙенең Крюково ауылында тыуа (хәҙер Кострома өлкәһенең Нерехтск районы). 1915—1918 йылдарҙа Хренов уҡытыусылар семинарияһында уҡый, уны тамамлағас тыуған ауылы эргәһендәге Пешево ауылында уҡыта.

1919 йылдан Ҡыҙыл Армияла. Граждандар һуғышында ҡатнаша.

1922 йылда «Выстрел» курстарын тамамлай, 1930 йылда — М. В. Фрунзе исемендәге Хәрби академияны. 1933 йылдан Хәрби-Һауа көстәрендә хеҙмәт итә. Совет-фин һуғышында ҡатнаша, Төньяҡ-көнбайыш фронттың Хәрби-Һауа көстәре штабы начальнигы. 1940 йылдан Ленинград хәрби округының Хәрби-Һауа көстәре командующийы.

Бөйөк Ватан һуғышы

үҙгәртергә

Бөйөк Ватан һуғышында Төньяҡ һәм Ленинград фронттарында Хәрби-Һауа көстәре менән командалыҡ итә. 1941 йылдың июнендә РККА Хәрби-Һауа көстәренең Финляндияға ҡаршы операцияһының төп инициаторы һәм етәксеһе.

1942-1943 йылдарҙа СССР-ҙың авиация буйынса Халыҡ комиссары урынбаҫары.

1943 йылдың майынан 1946 йылға тиклем хәрби һауа көстәре командующийы. Баш командование ставкаһы вәкиле булараҡ, төрлө фронттарҙа Сталинград һәм Курск дуғаһында алыштарҙа, Кенигсбергты штурмлауҙа, Берлин операцияһында авиацияның хәрби хәрәкәттәрен координациялай. 1943 йылда А. А. Новиковҡа СССР-ҙа беренсе булып «Авиация маршалы» исеме бирелә, 1944 йыл, шулай уҡ илдә беренсе булып «Авиация баш маршалы» исемен ала, ә 1945 йылдың апрелендә Советтар Союзы Геройы исеменә лайыҡ була. 1945 йылдың сентябрендә «империалистик Японияға ҡаршы һуғышта операцияларҙы уңышлы башҡарған өсөн» уға икенсегә Советтар Союзы Геройы йондоҙо тапшырыла. 1945 йылдың 24 июнендә Еңеү Парады ваҡытында һауа парады менән командалыҡ итергә тейеш була, әммә ямғыр яуыу сәбәпле, һауа парады үткәрелмәй.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Deutsche Nationalbibliothek Record #128641428 // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
  2. 2,0 2,1 Aleksandr Aleksandrovich Novikov // TracesOfWar
  3. Указ Президиума Верховного Совета СССР «О присвоении маршалу авиации Новикову А. А. военного звания главного маршала авиации» от 21 февраля 1944 года // Ведомости Верховного Совета Союза Советских Социалистических Республик : газета. — 1944. — 29 февраля (№ 12 (272)). — С. 1
  • Герои Советского Союза: Краткий биографический словарь / Пред. ред. коллегии И. Н. Шкадов. — М.: Воениздат, 1988. — Т. 2 /Любов — Ящук/. — С. 171—172. — 863 с. — 100 000 экз. — ISBN 5-203-00536-2.
  • Следствие прибегло к извращённым приёмам // Источник / Публ. В. Лебедев. — 1993. — № 4. — С. 91—100.

Һылтанмалар

үҙгәртергә