Никон (Мәскәү патриархы)

Патриарх Никон (донъяуи исеме Никита Минин; Минов; 17 май 1605 йыл, Вельдеманово ауылы, хәҙерге Түбәнге Новгород өлкәһе — 27 август 1681 йыл, Ярославль, Тропининская слобода) — 1652 йылдың 4 авгусынан 1666 йылдың 4 авгусына тиклем «Бөйөк батша» титулына эйә булған Мәскәү патриархы.

Никон
рус. Никон
Рәсем
Ҡултамға
Зат ир-ат
Гражданлыҡ Урыҫ дәүләте
Исем Νίκων һәм Nikon
Тыуған көнө 7 (17) май 1605
Тыуған урыны Вельдеманово[d], Нижегородский уезд[d], Русское государство[d]
Вафат булған көнө 17 (27) август 1681[1] (76 йәш)
Вафат булған урыны Ярославль, Урыҫ дәүләте[2][3]
Ерләнгән урыны Яңы Иерусалим мрнастыры[d]
Һөнәр төрө православный священник, православный епископ
Биләгән вазифаһы Новгород епископы[d] һәм Патриарх Московский и всея Руси[d]
Префикс титула патриарх[d]
 Никон Викимилектә

Патриарх Никон 1650 йылдарҙа башлаған сиркәү реформаларында Урыҫ Сиркәүе йола традицияларын ул замандағы грек сиркәүе йолалары менән тап килтереү/унификациялау маҡсатында үҙгәртеүгә йүнәлтә. Әлеге реформалар Урыҫ сиркәүенең тарҡалыуына һәм старообрядлыҡтың барлыҡҡа килеүенә булышлыҡ итә. Никон реформалары дауам итеүенә ҡарамаҫтан, 1666 йылда ул патриарх вазифаһынан бушатыла һәм ябай монах дәрәжәһенә төшөрөлә.

Үҫмер йылдары

үҙгәртергә

Никондың вафатынан һуң иподьякон Иван Шушерин яҙған житие Никондың бала, үҫмер сағы биографияһы тураһында төп сығанаҡ. Шушерин йәш саҡта Никонға ялсы булып хеҙмәт итә һәм уның эргәһендә буй етә[4].

Буласаҡ патриарх 1605 йылдың май айында Түбәнге Новгород тирәһендәге Вельдеманово ауылында тыуған (хәҙер Түбәнге Новгород өлкәһе Перевоз районы). XVII быуат уртаһы синодиктары Никитаның өс бер туған аға-ҡустыларының исемдәрен яҙып ҡалдырғандар (Симеон, Григорий һәм Никифор), шулай уҡ атаһы яғынан ҡартатаһының исеме — Василий, ә әсәһе яғынан ҡартатаһы Гавриила булған. Никитаның әсәһе бала тапҡандан һуң вафат була, һәм бала тураһында хәстәрлекте үҙ өҫтөнә Ксения исемле ҡатын алған. Тиҙҙән атаһы икенсе тапҡыр өйләнә. Шушерин һүҙҙәренән, гәй әсәһе улдары менән Никитаны күрәалмай, аслыҡтан уны интектерә, туҡмай һәм хатта үлтерергә маташа[5][6].

Атаһы баланы грамотаға һәм Изге Китапҡа өйрәтеү өсөн уҡырға бирә. Әммә өйгә ҡайтҡас грамотаһын онота башлағанға күрә, ул, уҡыуын дауам итер өсөн, берәй ниндәй монастырға йәшәү өсөн урынлашырға була. Шушерин хәбәр итеүенсә, Никита Желтоводский Макарьево монастырына китә, унда ул көндә Изге Китапты өйрәнә һәм сиркәү йырына ҙур ҡыҙыҡһыныу күрһәтә, йыш ҡына, иртәнге намаҙҙы ҡалдырмаҫ өсөн, сиркәүҙәге ҡыңғырау аҫтында йоҡларға ҡала[7][8]. Никитаның Макарьев монастырына эләгеүенең бер нисә версияһы билдәле, шулай уҡ уның башҡа монастырҙарҙа йәшәүе тураһында мәғлүмәттәр бар[комм. 1]. Ауылға ҡайтырға уны атаһы мәжбүр итә, ул улына кеше аша үҙе һәм өләсәһе ауырый йәки үлгән тигән алдаҡ хәбәр еткерә (төрлө сығанаҡтарҙа төрлөсә мәғлүмәт). Тиҙҙән атаһы һәм өләсәһе вафат була[9][9][10].

Шушерин үҙенең хикәйәһен патриархтың үҙе һәм уның яҡындарының һөйләгәненән сығып яҙа. Ҡайһы берҙә хәтирәләр легенда төҫөн ала. Мәҫәлән, бер татар йәки мордвин тураһында риүәйәт бар, йәнәһе, ул Никитаға патриарх булырын алдан әйткән. Митроплит Иларион житиеһында, Никитаға патриарх булыуы тураһында, мордвиндан тыш, Түбәнге Новгород священнигы Ананий (митрополит Суздальский Илариондың атаһы) нарыҡлаған [6].

Патриарх булғанға тиклем

үҙгәртергә
 
Елизар Анзерскийҙың Никон өҫтөндә йылан күреүе (старообрядсыларҙың патриарх Никондың «антижитие»һынан миниатюра, XIX быуат)

Ата-әсәһенең талабы буйынса өйләнә һәм дин әһеле дәрәжәһенә лайыҡ була. Яҡынса 1626 йылда, уның уҡымышлығы тураһында белеп ҡалған Мәскәү сауҙагәрҙәре үтенесе буйынса, Мәскәү сиркәүҙәренең береһенә дин әһеле итеп тәғәйенләнә.

1635 йылда балаларының вафаты Никитаны донъяуи мәшәҡәттәренән ваз кисергә мәжбүр итә. Ул ҡатынын Алексей монастырында монах булыу йолаһын (сәс ҡырҡтырыу) атҡарырға өндәй һәм уның өсөн аҡса биреп шул монастырҙа ҡалдыра[11], ә үҙе 30 йәшендә шулай уҡ Соловецк монастырының Изге Троица Анзер скитында сәс ҡырҡтырыу йолаһын үтеп, Никон исемен ала[12]. Бер аҙ ваҡыттан преподобный Елеазар Анзерский Никонға литургия үткәреү һәм скиттың хужалыҡ өлөшө менән идара итеү бурысын йөкмәй. 1639 йылда, Елеазар менән конфликтҡа инеп, Никон скиттан ҡасып китә[13] һәм Кожеозерск монастырына ҡабул ителә. 1643 йылда игумен итеп һайлана.

1646 йылда Мәскәүгә юллана, унда ул ваҡыттағы йола буйынса яңы игумен булараҡ йәш батша Алексей Михайловичҡа баш эйергә бара һәм батшаға бик яҡшы тәьҫир итә. Батша уға — Мәскәүҙә ҡалырға, ә Патриарх Иосифҡа Никонды Новоспасск монастыры архимандриты итеп тәғәйенләргә ҡуша.

Новоспасск монастырында етәкслеккә килгәс, Никон дини һәм донъяуи кешеләренең формаль булмаған түңәрәк составына инә, уларҙы профессор Н. Ф. Каптерев «тәҡүәлек сафлығын ҡайғыртыусылар» тип атай. Төркөмдөң төп идеологтары — Алексей Михайловичтың духовнигы Благовещен соборы протопобы Стефан Вонифатьев, баяр Ф. М. Ртищев протопоп һәм Ҡазан соборы прототопобы Иоанн Неронов — үҙҙәре һәм фекерҙәштәре алдында Мәскәү дәүләтендә дини-сиркәү тормошона йән өҫтәү, халыҡтың һәм руханиҙарҙың әхлаҡлығын яҡшыртыу, мәғрифәтселекте үҫтереү бурысын ҡуялар. Мәскәүҙә онотолған амвондан сиркәү вәғәзе практикаһы, ғибәҙәт ҡылыуҙа «берҙәмлек» индерелә, Изге китаптарҙы тәржемәләүҙә хаталарҙы төҙәтеүгә күп иғтибар бирелә.

Батша һарайына һәр йома көнө дини эштәр буйынса ғына түгел, дәүләт эштәре буйынса әңгәмәләшеү һәм кәңәшләшеү өсөн барырға ғәҙәтләнә.

11 (21) март 1649 йылдың 21 мартында Новгород һәм Великолуцк митрополиты дәрәжәһенә лайыҡ була, уға был дәрәжәне шул ваҡытта Мәскәүҙә булған Иерусалим патриархы Паисий бирә.

Патриархалыҡ

үҙгәртергә
 
Алексей Михайлович һәм Никон Филипп кәшәнәһе алдында. А. Д. Литовченко, 1886

1652 йылдың 25 апрелендә, Бөйөк кесаҙнала, патриарх Иосиф вафат була. «Ҡайғыртыусылар» патриарх дәрәжәһен Стефан Вонифатьевҡа тәҡдим итәләр, әммә ул баш тарта, күрәһең, батша кемде патриарх итеп күрергә теләгәнен аңлаған.

1652 йылдың июль башында Мәскәүгә Соловецк монастырынан Новгород митрополиты Никон башланғысы менән изге митрополит Филиптың һөйәктәрен алып киләләр. Батша Алексей Михайлович изгеләнеүсе кәшәнәһе алдында Никонға патриарх вазифаһын тәҡдим итә.

1652 йылдың 4 авгусында Никон тантаналы рәүештә Мәскәү һәм Бөтә рәсәй патриархы тәхетенә ултыртыла. Интронизация ваҡытында Никон батшаны сиркәү эштәренә ҡыҫылмау буйынса вәғәҙә алыуға өлгәшә. Батша һәм халыҡ уны тыңларға вәғәҙә бирәләр[14].

Реформаторлыҡ эшмәкәрлеге

үҙгәртергә
 
1654 йылда Сиркәү Соборы
(Патриарх Никон яңы ғибәҙәт яҙмаларҙы күрһәтә) А. Д. Кившенко, 1880 йыл.

Күп йылдар дауамында грек һәм византия яҙмаларын йыйған һәм «Тәҡүәлек сафлығын ҡайғыртыусылар түңәрәге» (унда протопоп Аввакум да инә) бәхәстәрендә етди рәүештә ҡатнашҡан Никон урыҫ православие йолаларын һәм китаптарын грек йолалары һәм китаптарына тап килтерергә кәрәк тип таба.

1653 йылғы Бөйөк пост алдынан Никон өс бармаҡ менән суҡынырға ҡуша, 1551 йылғы Поместный Стоглавый Собор акттарына ярашлы ике бармаҡ менән суҡыныу нығытылған. Артабан Никон соборҙарҙы йыя башлай һәм реформаларҙы дауам итә. 1654 йылғы Собор Көнбайышта XVI быуатта нәшер ителгән грек китаптары буйынса Мәскәү китаптарын унификациялау эшенә нигеҙ һала. Әлеге Соборҙың ҡарарҙары шул уҡ йылда Патриарх Паисий рәйеслегендәге Константинополь Соборында ҡараһа, 1656 йылғы Мәскәү Соборының ҡарары уға ҡапма-ҡаршы тора. Был Соборҙа ике бармаҡ менән суҡынғандар еретик-мөртәттәр тип иғлан ителә һәм уларға хурлыҡ тамғаһы ҡуйыла (предать анафеме) 2]. 1656 йылғы Соборҙың ашығыс анафемаһы XVII быуат Тарҡалышының (раскол) иң мөһим сәбәбе булып тора. һуңынан 1971 йылғы Поместный Собор тарафынан анафема юҡҡа сығарыла.

Халыҡ араһында һәм дин әһелдәренең күпселек өлөшөндә борондан урыҫ «тәҡүәлек сафлығы» — грек тәҡүәлек сафлығынан, ә Мәскәү тәҡүәлек сафлығы Киев тәҡүәлек сафлығынан өҫтөнлөклөгө тураһында фекерҙең тамырланыуы Урыҫ сиркәүен Никон яҡлыларына («никониан») һәм иҫке тәртип православиеһын яҡлаусыларға / старообрядсыларға (уларҙың лидерҙарының береһе Аввакум) бүлә. Өҫтөнлөк тураһында фекерҙәр нығыныуы Константинополде ҡолатҡандан, Литваны поляклаштырғандан һәм Литва Киевты еңгәндән һуң гректар һәм католиктар араһында Флорентия унияһына ҡул ҡуйғас, Төньяҡ-Көнсығыш Рустә барлыҡҡа килә («Мәскәү — өсөнсө Рим» тезисын ҡарағыҙ), шулай реформаторҙарҙың ҡәтғилеге Урыҫ сиркәүенең тарҡалышына сәбәпсе була.

 
Никон нигеҙ һалған Валдай Ивер монастыры.

Патриарх Никондың эшмәкәрлек йүнәлештәренең береһе рәсәйҙә монастырҙар төҙөү булып тора. . 1653 йылда Валдай күлендә Ивер монастырының тәүге ағас ҡоролмалары барлыҡҡа килә. 1655 йылда таштан төҙөлгән Успенский соборға нигеҙ һалына.

1656 йылда Никон Кий утрауында монастырь төҙөүгә рөхсәт алыуға өлгөшө, хәҙерге ваҡытта был монастырь Онега Крестный монастырьбулараҡ билдәле. 1856 йылдан алып 159 йылға тиклем тәүге ҡоролмалар төҙөлөшө менән Нифонт Теребинский һәм Исаия, ә шулай уҡ стольник Василий Параммонович Поскочин — Никондың ышанысылы кешеләре — етәкселек итәләр. Шул уҡ 1656 йылда патриарх Никон 1Яңы Иерусалим монастырына нигеҙ һала, әлеге монастырь патриархтарҙың Мәскәү резиденцияһы булараҡ ҡулланырға тейеш була. Монастырь Воскресенск ауылы ерҙәрендә төҙөлә. Никон ниәте буйынса, ул киләсәктә православие донъяһы үҙәге булып күҙаллана.

Батша менән һүҙгә килешеү

үҙгәртергә
 
1656 йылда патриарх Никон нигеҙләгән Яңы Иерусалим монастыры

Йәш батша Алексей Михайлович патриарх Никонды хөрмәт итә, дәүләт эштәре буйынса уның кәңәштәренә ҡолаҡ һала, ә Речь Посполитая менән һуғыштар осоронда (1654—1667) һәм үҙе илдә оҙаҡ булмаған саҡта хөкүмәт башлығы итеп де-факто патриархты ҡалдыра. Батша үҙенең бойороғо менән патриархтың «Бөйөк Хакимн» титулына «Бөйөк Батша» титулын өҫтәй[15]. Бындай хәл баярҙарҙа, шулай уҡ күп кенә дин әһелдәрендә, атап әйткәндә, «тәҡүәлек сафлығын ҡайғыртыусыла» түңәрәге ағзаларында, ризаһыҙлыҡ һәм көнсөллөк тыуҙыра, сөнки улар үҙ мәнфәғәттәрен ҡайғыртып, батшаға йоғонтоларын юғалтырға теләмәй.

Патриарх Никон граждан хөкүмәтенең уның юрисдикцияһына һәм вәкәләттәренә дәғүә итеүгә ҡаршылыҡ күрһәтергә тырыша. 1649 йылғы Собор уложениеһын ҡабул итеү айырыуса ризаһыҙлыҡ тыуҙыра, сөнки ул динилектең статусын кәметә һәм Сиркәүҙе ысынында хөкүмәткә буйһондора[16]. Мәҫәлән, монастырь аҫабалыҡтарын эксплуатациялау килемдәре Уложение сиктәрендә булдырылған Монастырь приказына һәм артабан дәүләт ҡаҙнаһына күсәләр; мир судьялары сиркәү суды ҡарамағындағы эштәрҙе ҡарай башлай.

Ошоларҙың һөҙөмтәһендә, шулай уҡ баярҙарҙың һәм дин әһелдәренең бер өлөшөнөң интригалары арҡаһында, батша һәм патриарх араһындағы мөнәсәбәттәр һалҡыная. 1658 йылдың 20 июлендә Никон протест йөҙөнән Мәскәүҙе ташлап китә: Мәскәү кафедраһынан баш тартмайынса, Воскреснск Яңы Иерусалим монастырында йәшенә, был монастырҙы Крестный һәм Иверск монастырҙары менән бер рәттән үҙе 1856 йылда төҙөй һәм улар уның шәхси милегендә була[17].

Әммә Никондың фәлсәфәүи эшмәкәрлеге шулай уҡ Алексей Михайлович менән араларының боҙолоуына сәбәп була. Никон үҙ ваҡытында йәш батшаның ихтирамын яулай, батша хатта Никонды «Бойөк Батша» тип йөрөтә. Патриарх үҙе төҙөгән концепцияға ярашлы «динлелек батшалыҡтан өҫтөн тора» тигән тезисҡа тоғро ҡала, йәғни, бер ниндәй донъяуи ҡанун сиркәү һәм илаһи ҡанунынан юғары була алмай[18].

Йәберләү һәм дин әһелдәренән сығарыу

үҙгәртергә
 
Патриарх Никон өҫтөнән суд
(С. Д. Милорадович, 1885 йыл)

1660-сы йылда Мәскәүҙә уҙғарылған Соборҙа Никонды архиерейлыҡтан һәм дин әһеллектән мәхрүм итеү тураһында ҡарар ителә: әммә суд үткәрелмәй, сөнки эште, монах Епифаний Славинецкийҙың һәм Полоцк Богоявлениск монастыры архимандриты Игнатий иевлевичтың кәңәше буйынса, көнсығыш патриархтары судына тапшырырға ҡарар ителә. Ошондай уҡ тәҡдимде батшаға Иерусалим сиркәүенең элекке епископы Паисий Лигарид та кәңәш итә[комм. 3], Лигарид үҙе Соборҙа ҡатнашмай тиерлек, әммә патриархтар уны йәшерен кәңәшмәгә саҡыралар һәм ул көнсығыш патриахтары өсөн тәржемәсе ролендә сығыш яһай.

1662 йылда уҡ саҡырылған патриархтар бик оҙаҡ ваҡыт мәскәүгә килергә форсат тапмайҙар. Ниһайәт, 1666 йылдың ноябрендә Урыҫ сиркәүенең поместный соборы асыла — ике патриарх ҡатнашлығында (Паисий Александрийский һәм Макарий Антиохийский) Оло Мәскәү соборы. Ике патриарх та Константинополдәге Собор ҡарары менән кафедраларҙан мәхрүм ителгән була. Уларҙы оҙайлы ваҡыт үҙ патриархияларында булмаған өсөн вазифаларынан бушаталар. Бындай хәл Алексей Михайлович уларҙы Мәскәү соборына саҡырғанға күрә килеп тыуа. Был хәбәрҙе улар Никонды хөкөм иткәндән һуң алалар. Һуңынан, урыҫ батшаһының үтенесе буйынса, Константинополь патриархы үҙ бойороғон юҡҡа сығара.

1666—1667 йылдарҙағы Соборҙарҙың идеологик базаһы һәм документтары ғалим-монах Симеон Полоцкий, Паисий Лигарид һәм Афон Иверск монастыры архимандриты Дионисий (Мәскәүҙә 1655—1669 йылдарҙа йәшәй) тарафынан әҙерләнә. «Никониан» ғибәҙәт ҡылыу реформалары «иҫке» дин яҡлылар өсөн ҡабул итерлек түгел тип табыла.

1666 йылдың 22 декабрендә Никон эше буйынса Соборҙың өсөнсө (аҙаҡҡы) ултырышы уҙғарыла, ултырыш Чудов монастырының Благовещен сиркәүендә үтә. Оло Мәскәү соборының Урыҫ сиркәүе архиерейҙары, шулай уҡ грек сиркәүҙәренең иерархтары (патриархтар, митрополиттар, архиепископтар, епископтар)12 декабрҙә ҡул ҡуйған грамотала Никондың енәйәттәре күрһәтелгән:

1. Батша чиновнигы патриархтың ялсыһын һуҡҡан өсөн генә Никон, мәхәлләһен ҡалдыра һәм Воскресенск монастырына китә, шуның менән батшаны үпкәләтә.

2. Никон баш эймәй һәм үҙ ғәйебен танымай, ә хиротонияларҙы яңы ерҙә башҡара, яңы монастырҙар төҙөй, уларҙы килешһеҙ һүҙҙәр һәм ығы-зығылы исемдәр таға: Яңы Иерусалм, Голгофа, Вифлеем, Иордан, шуның менән ул илаһинан көлдө, үҙен Яңы иерусалим патриархы тип данлап, юлбаҫарса таланы, һәм әгәр көсө булһа, батшалыҡтың өстән бер өлөшөн тартып алыр ине.

3. Анафематствовал Уны хөкөм итергә килгән патриархтар Паисийҙы һәм Макарийҙы ғәйепләп, уларҙы — Анна һәм Каиафа, ә уны судҡа саҡырырға килгән батша илселәрен Пилат һәм Ирод тип исемләне.

4. Никон патриархтарға шәхси хатта яҙҙы, уларҙа батша Алексей тураһында «язалаусы һәм рәнйетеүсе, Иеровоам һәм Озия» һәм рәсәй латин тәғлимәтенә батты тип яҙҙы, айырыуса Паисий Лигаридты ғәйепләне.

5. Никон соборҙың рөхсәтенән тыш епископ Павел Коломенскийҙы дәрәжәһенән мәхрүм итте һәм, йәгне көйөп, Павелдан мантияһын систереп алды, шуға күрә Павел аҡылдан яҙҙы һәм бахыр һәләк булды: йә хайуандар уны ботарланы, йә йылғаға ҡолап төшөп үлде.

6. Үҙенең дини уҡытыусыһын (атаһын) Никон ике йыл буйы бик ҡаты туҡмаған һәм йәрәхәтләгән.

Ошо енәйәттәре өсөн Никон дин әһелдәре сафтарынан ҡыуыла; патриарх һәм епископ дәрәжәләренән мәхрүм ителеп, ябай монах булып ҡала.

Монах Никон Собор судынан һуң Ферапонтово Белозерский монастырына һөрөлә; Алексей Михайловичтың вафатынан һуң Кирилл-Белозерский монастырына тағы ла ҡатыраҡ күҙәтеү аҫтына күсерелә.

Үлеме һәм үлгәндән һуң яҙмышы

үҙгәртергә
 
Патриарх Никондың вафаты

(гравюра, 1870 йыл)

Алексей Михайловичтың вафатынан һуң тәхет уның улы Федор Алексеевичҡа күсә. Йәш батша Никонға теләктәшлек күрһәтә. Яңы батша Рәсәй дәүләте территорияһында Симеон Полоцкийҙың дүрт патриархия[19][20] һәм Никон өсөн тәғәйенләнгән папа тәхетен булдырыу тәҡдименә ыңғай ҡарашта була. 1681 йылда ауыр хәлдә булған Никонға Воскресенск Яңы Иерусалим монастырына ҡайтырға рөхсәт ителә, әммә юлда, Которосль йылғаһы тамағында, Ярославлгә ҡаршы урынлашҡан Никола-Тропинск монастырында, Никон 17 августа вафат була.

 
Яңы иерусалим монастырында патриарх Никондың кәшәнәһе.
 
Яңы Иерусалим монастыры янындағы Никон скиты

Мәскәү патриархы Иоакимдың риза булмауына ҡарамаҫтан, батша Федор Алексеевич Никонға патриарх булараҡ йыназа уҡыуҙы талап итә. Иоаким Оло Мәскәү Соборының Урыҫ сиркәүе ҡарарын ғәҙел тип иҫәпләй.

1681 йылдың 26 авгусында Никон, васыятына ярашлы, Воскресенск Яңы Иерусалим монастырының Воскресенск соборында ерләнәл[21]; Федор Алексеевич үҙе күҙ йәштәре менән уның кәүҙәһе өҫтөндә Апостолды һәм 17-се кафиманы уҡый һәм бер нисә тапҡыр уның ҡулын үбә.

1682 йылда батша Федор Алексеевич көнсығыш патриархтарынан рөхсәт грамоталарын ала. Әлеге грамоталарҙа Никонды изге изгеләр араһына индереү һәм ошо сифатында уны асыҡтан-асыҡ иҫкә алыу йолаһын атҡарыу бойорола. Дин белгесе Вильям Шмидт, Никондың вафатынан һуң урыҫ православие кешеләр үҙенең Патриархын ҡаршы алыу, данлау һәм күҙ йәштәре менән иҫкә алыу өсөн сығалар, тип билдәләй. Формаль рәүештә Никон патриарх дәрәжәһендә тергеҙелмәгән саҡта уҡ, халыҡ уның аяҡтарына йығылған. Урыҫ халҡы уны яратҡан һәм хөрмәт иткән, уның ғәҙеллегенә ышанған булғаны асыҡлана. Католик сиркәүе ҙур кинәнес менән уны патриарх дәрәжәһендә тергеҙә һәм Иң изге Мәскәү патриархтары араһына индерә.Воскресенск монастырында XVII быуат башынан алып XXI быуат башына тиклем изгеләнгән патриарх Никондың кәшәнәһе янында мөғжизәле һауығыу осраҡтары була[22].

Синодаль осорҙа, цензура йоғонтоһо аҫтында Оло Мәскәү Соборы документтары (Никонды патриархлыҡтан төшөрөү һәм башҡалар) нәшер ителмәй[23].

2013 йылда патриарх Никондың кәшәнәһе археологтар тарафынан асыла, әммә тик буш саркофаг табыла — кәшәнә талауға дусар булған[24].

Никон һәйкәлдәре

үҙгәртергә
 
Патриарх Никон «Рәсәйҙең 1000 йыллығы» һәйкәлендә, Бөйөк Новгород

1862 йылда Никон скульптураһы Бөйөк Новгородтағы "Рәсәй Меңъйыллығы Һәйкәле"да Никон скульптураһы фигуралар иҫәбенә индерелә.

2005 йылда патриарх Никондың 400-йыллығы үткәрелә, Вольдеманово ауылындағы Никондың баласағы үткән урында һәйкәл-часовня ҡуйыла. шулай уҡ байрам сиктәрендә тау аҫтында шишмә йыһазландырыла һәм һыу төшөү урыны эшләнә. Һәйкәл эргәһендә мордва халҡынан Поклонный тәре ҡуйыла[25].

5 августа 2006 йылдың 5 авгусында, патриарх Никон вафатынан 325 йыллығы айҡанлы Саранскиҙа патриарх Алексий II тарафынан Никон һәйкәле асыла һәм изгелндерелә. Монумент авторы — мордва скульпторы Николай Филатов[26].

Кинола сағылдырыу

үҙгәртергә
  • Александр Парра, «Гулящие люди» нәфис фильмы, СССР, 1988 йыл.
  • Валерий Гришко, «Раскол» тарихи сериал, Рәсәй, 2011 йыл.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
Комментарийҙар
Ҡулланылған сығанаҡтар
  1. П. Никон (урыҫ) // Музыкальный словарь: Перевод с 5-го немецкого издания / под ред. Ю. Д. Энгель, пер. Б. П. ЮргенсонМ.: Музыкальное издательство П. И. Юргенсона, 1901. — Т. 2. — С. 922.
  2. Никон (урыҫ) // Энциклопедический словарьСПб.: Брокгауз — Ефрон, 1897. — Т. XXI. — С. 138—142.
  3. Никон (1605-1681) // Большая советская энциклопедия (урыҫ): [в 30 т.] / под ред. А. М. Прохорова — 3-е изд. — М.: Советская энциклопедия, 1969.
  4. Лобачёв, 2003, с. 53—54
  5. Севастьянова, 2003
  6. 6,0 6,1 Лобачёв, 2003
  7. Севастьянова, 2003, с. 8
  8. Лобачёв, 2003, с. 54
  9. 9,0 9,1 Богданов, 2004
  10. Костомаров Н. И. Второй отдел: Господство дома Романовых до вступления на престол Екатерины II. Вып. четвертый: XVII столетие : Гл. 4. Патриарх Никон // Русская история в жизнеописаниях ее главнейших деятелей. Кн. вторая. — М. : Сварог, 1995.
  11. Патриарх Никон 2011 йыл 9 июль архивланған. // Костомаров Н. И. Русская история в жизнеописаниях её главнейших деятелей
  12. Знаменский П. В. История Русской церкви. Дата обращения: 3 март 2009. Архивировано 7 апрель 2010 года. 2010 йыл 7 апрель архивланған.
  13. См. Житие Преподобного Елеазара Анзерского
  14. Цит. по: Кореневский Н. И. Церковные вопросы в Московском государстве в половине XVII в. и деятельность Патриарха Никона / Русская история в очерках и статьях // под ред. проф. М. В. Довнар-Запольского. — Киев, 1912. — Т. III. — С. 46.
  15. До Никона этим титулом пользовался патриарх Филарет как отец царя Михаила Фёдоровича
  16. Ограничение привилегий церкви в Соборном Уложении 1649 года. Дата обращения: 20 ноябрь 2012. Архивировано 13 апрель 2014 года. 2014 йыл 13 апрель архивланған.
  17. Юхименко Е. М. Мемориальные вещи и автографы Патриарха Никона в музейных и архивных собраниях
  18. Н. Ф. Каптерев. Глава 4. Священство выше царства // Патриарх Никон и царь Алексей Михайлович. — 1912.
  19. Акинин К. В. Большая глава Воскресенского собора по описи 1685 г., опубликованной архимандритом Леонидом.
  20. Согласно этим сведениям, патриаршие престолы предполагались в Новгороде, Казани, Астрахани и Тобольске.
  21. Беляев Л. А., Капитонова М. А. Погребение патриарха Никона в Воскресенском Ново-Иерусалимском монастыре: исследования 2012 г. // Российская археология. — 2013. — № 4. — С. 116—125.
  22. Патриарх Никон. Труды / Науч. иссл., подг. док. к изд., сост. и общ. ред. В. В. Шмидта. — М.: Изд-во Моск. ун-та, 2004. — 1264 с.
  23. Деяния Великого Московского Собора 1666-67 года.
  24. Прах патриарха Никона исчез из саркофага в Новом Иерусалиме. Вести. Ру
  25. Памятник патриарху Никону в селе Вельдеманово 2015 йыл 5 июль архивланған.. nn-gid.ru.
  26. Святейший Патриарх Алексий принял участие в открытии памятника Патриарху Никону. Патриархия.ru.

Һылтанмалар

үҙгәртергә
Элек эшләүсе:
Патриарх Иосиф
Мәскәү патриархтары
16521666
Алмашҡа килеүсе:
Патриарх Иоасаф II

Ҡалып:Урыҫ сиркәүе предстоятелдәре