Желтоводский Макарьево монастыры

Изге Троица-Макарьево-Желтоводский монастыры[1] — ҡатын-ҡыҙҙар православие монастыры. Волга йылғаһының һул ярында урынлашҡан, Түбәнге Новгород өлкәһенең Макарьево ҡасабаһында тора.

Желтоводский Макарьево монастыры
Нигеҙләү датаһы 1434
Рәсем
Нигеҙләүсе Макарий Желтоводский[d]
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Макарьево[d]
Епархия Лысковская епархия[d]
Входит в состав списка памятников культурного наследия Культурное наследие России/Нижегородская область/Лысковский район[d]
Мираҫ статусы объект культурного наследия России федерального значения[d]
Рәсми сайт wix.com/makariev/monastir
Указания, как добраться Набережная улица, 1
Карта
 Желтоводский Макарьево монастыры Викимилектә

Тарих үҙгәртергә

XV быуаттың беренсе яртыһында Преподобный Макарий Желтоводский һәм Унженский монастырға нигеҙ һалған. Исеме монастырь янындағы Желтое күленән алынған. Волга, үҙенең йүнәлешен үҙгәртеп, ваҡыт үтеү менән күлде йота, һәм монастырь Волга ярында тороп ҡала.

Соборҙың үҙәк тәхете Изге Троица хөрмәтенә изгеләндерелә, шуға күрә ул Троицкий монастыры тип атала.

1439 йылда собор Оло-Мөхәммәд хан тарафынан яндырыла, үҙ белдеге менән буш участоктарға килгән монахтар үлтерелә, ә Изге Макарий әсирлеккә алып кителә. Ҡазан ханы Оло-Мәхмәт игумендың күркәм ҡиәфәтенә айырым иғтибар йүнәлтә. Әсирҙәрҙе килтерелгән кеше һөйләүенсә: «Был бик тыныс холҡло ир; һүҙҙә лә, эштә лә үҙҙәренекенә генә түгел, хатта беҙҙең ҡәбиләләштәребеҙгә лә бер ниндәй ҙә яуызлыҡ эшләмәй, зыян килтермәй, беҙ ултырған ерҙәрҙе биләмәй, уны тартып алмай». Шунда хан хәрби етәкселәренә асыу менән: «ни өсөн һеҙ беҙҙең менән бәхәсләшмәгән шундай изге ирҙе мыҫҡыл иттегеҙ, уның торлағын таланығыҙ? Бының өсөн һеҙгә Аллаһ асыуланырын белмәйһегеҙме ни?» Быларҙы әйткән Оло-Мәхмәт ғәйепһеҙ ирҙе азат итергә ҡуша. Азатлыҡ алған Преподобный Макарий башҡа тотҡондарҙы ла азат итеүҙе һорай. 400[2] ир-ат һәм бер нисә ҡатын-ҡыҙ менән балалар бығауҙан азат ителә.

Тыуған иленә әйләнеп ҡайтҡанда юлсылар, Свияга йылғаһы тамағының уң яҡ ярында туҡтала. Макарий был урында ял итер өсөн генә түгел, ә унда монастырь ҡороу өсөн урын һайларға туҡтала, сөнки был урын ҡалҡыулыҡта урынлашҡан, уны өс яҡтан тауҙар елдәрҙән һаҡлап тора. Мул һыу сығанаҡтары ерҙе һуғара. Шунан һуң был ер преподобный доғалары менән изгеләндерелә.

 
Волганан ҡарағанда Макарьев монастыры күренеше. 1980 йылдар аҙағында.

Ҡазан ханы уларға үҙ территорияһында ҡалырға рөхсәт итмәй, һәм юлсылар үҙҙәренә икенсе урын эҙләп китә. Ниһайәт, улар, Галич ерҙәренә барып сыға һәм Унжа ҡалаһында туҡтап ҡала. Преподобный Макарийҙы урындағы халыҡ шатлыҡ менән ҡабул итә, уны хөрмәтләй һәм хәстәрлек менән уратып ала. Әммә тәү сиратта Хоҙай Батшалығын эҙләүсе Макарий ҡаланан ситкә сығып китә. (Мф. 6, 33). Ҡаланан 15 саҡрым алыҫлыҡта, ҡалҡыулыҡтағы буш урында, Унжа йылғаһының уң ярында, изге Макарий хөжрә ойоштора. Шулай итеп Желтоводский Макарьево-Унженский монастыры барлыҡҡа килә. Кешеләрҙе яратыусы, мәрхәмәтле Макарий янына монахтар ағылып килә башлай. Тиҙҙән был урында монастырь төҙөлә, әммә изге ҡарттың аҡыллы һүҙҙәрен тыңлау монахтарға оҙаҡҡа һуҙылмай. 95-се йәше менән барған ҡарт 1444 йылдың 25 июлендә баҡыйлыҡҡа күсә. Вафат булған саҡта ул монахтарға «үҙенең ҡоллоҡтан ҡотолоу иҫтәлегенә» Свияга йылға тамағы ярында, үһе һайлап алып, изгеләндергән урында, монастырь төҙөргә ҡуша. Әммә монахтар ул ваҡытта изге Макарийҙың был васыяттын тормошҡа ашыра алмай…

 
Преподобный Макарийҙың ғәҙел башын Печера монастырынан Макарьев монастырына күсереү (Кстово ҡалаһында туҡталыу)

Һигеҙ йыл буйына Никон монастырҙа православиеға уҡый, ул 1624 йылға тиклем монахлыҡҡа әҙерләнә.

Монастырҙың суднолар йөрөй торған уңайлы урында тороуы һәм игумендарҙың тырышлығы менән монастырь тирәһендә йәрминкәләр ойошторолған. Макарьев тип йөрөтөлгән йәрминкә Рәсәйҙә һәм хатта Европала иң ҙур йәрминкә булған. Ошо йәрминкәләр аҡсаһына монастырь төҙөлә, уның таш ҡаралтылары күтәртелә. 1653-56 йылдарҙағы сиркәүҙең икегә айырылыуы менән Керженец йылғаһы старообрядлыҡҡа күскән кешеләрҙең таянысы булып тора. Сәйәси сәбәптәр буйынса Макарьев йәрминкәһе 1817 йылда Түбәнге Новгородҡа күсерелә (әммә «Макарьев» исемен юғалтмай), монастырь килеме әҙәйә, монастырь штаттан сығарыла, унда ҙур янғын була һәм монастырь бөтөрөлә. Уның имен ҡалған иконалары Александр Невский соборына мираҫҡа бирелә[3]. 1883 йылда монастырь яңынан тергеҙелә, әммә инде ҡатын-ҡыҙҙар монастырына әйләнә. 1917 йылда монастырҙа 300-гә яҡын ҡатын-ҡыҙ иҫәпләнә[4]. Совет власы йылдарында монастырь бөтөрөлә. 1928-1929 йылдарҙа унда балалар йорто урынлаша. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында — эвакогоспиталь тора, 1943 йылда монастырь Лысково зооветеринария техникумына бирелә, ә монастырь ҡорамдарында мал һәм мал аҙығы тоталар.

Хәҙерге торошо үҙгәртергә

  • 1991 йылда монастырь биналары Түбәнге Новгород Епархияһына тапшырыла. Шул уҡ йылда Изге Синод Желтоводский Макарьево ҡатын-ҡыҙҙар монастыры астыра. Унда 25-кә яҡын монах ҡатын-ҡыҙ йәшәй.
  • 2005 йылда Успение соборы тәхетенә архиепископ Георгий тарафынан Бөйөк изгеләндереү чины менән великомученица Екатерина исеме бирелә[5].
  • 7 август, 2007 йыл. Преподобный Макарийҙың ғәҙел башы Печеро-Вознесенский монастырынан Макарьев монастырына күсерелә; архиепископ Георгий Троицкий соборын изгеләндерә[6].

Архитектура үҙгәртергә

 
Троицкий соборы

2007 йылда[7] монастырҙа булған ҡорамдар:

  • Собор во имя Святой Живоначальной Троицы. 1664 йылда Мәскәү Успение соборы өлгөһөндә төҙөлгән.
  • Храм в честь Успение Пресвятой Богородицы ҡорамы аш ашау бүлмәһе һәм саң манараһы менән бергә (1654).
  • Архистратиг Михаил хөрмәтенә ҡапҡа яны сиркәүе (1674).
  • Преподобный Антоний Великий хөрмәтенә хөжрәләр сиркәүе.
  • Преподобный Григорий Пельшемский хөрмәтенә ҡорам (1786).
  • Преподобный Макариә Желтоводский хөрмәтенә ҡорам (1809).

Монастырь ҡәлғә диуарҙары һәм манаралар менән уратылған.

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Действующие монастыри 2007 йыл 22 март архивланған., nne.ru
  2. Преподобный Макарий Желтоводский и Унженский чудотворец (память 7 августа). Святые покровители Нижегородской земли. Нижегородская епархия. Дата обращения: 16 ғинуар 2010. Архивировано 24 август 2011 года. 2011 йыл 13 октябрь архивланған.
  3. Нижний Новгород. Собор Александра Невского на сайте Народный каталог православной архитектуры
  4. Романов, Дмитрий 25 декабря исполнилось 18 лет с возобновления монашеской жизни в Макарьевском монастыре. Нижегородская епархия (25 декабрь 2009). Дата обращения: 8 ғинуар 2010. Архивировано 24 август 2011 года. 2011 йыл 24 август архивланған.
  5. Ежегодное заседание Нижегородского Епархиального собрания. Нижегородская епархия (2006). Дата обращения: 19 ғинуар 2010. Архивировано 24 август 2011 года. 2011 йыл 13 октябрь архивланған.
  6. «Макарьево готово к наплыву паломников»(недоступная ссылка) РБК Daily 6 августа 2007 года
  7. Святая Живоначальная Троица Макариево-Желтоводский монастыры 2016 йыл 1 июнь архивланған.. Сайт фонда «Русское Православие».

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  • А. С. Гациский «Макарьево-Желтоводский монастырь (1434—1882)» 2018 йыл 5 февраль архивланған.
  • Известия по Казанской епархии, издаваемые при КДА, на 1873 г. — Казань, 1873.
  • Обитель на Желтых водах. Макарьевский Желтоводский монастырь. Н-Новгород, 2010. / Авторский колл.: Архимандрит Тихон (Затёкин), Галай Ю. Г., А. И. Давыдов, А. А. Давыдова, Дёгтева О. В., Филатов Н. Ф., Шумилкин С. М.
  • Титов А. А. Троицкий Макарьевский Желтоводский монастырь. М., 1910.

Һылтанмалар үҙгәртергә