Ферапонтово Белозерский монастыры

Белозерский Ферапонтово Богородица-Раштыуаһы монастыры — Урыҫ православие сиркәүе Вологда епархияһының ирҙәр монастыры. Ул Вологда өлкәһе Кирилловский районы Ферапонтово ауылында урынлашҡан; Рус Төньяғының XIV быуатта нигеҙләнгән иң боронғо монастырҙарының береһе. Дүрт йөҙ йыл дауамында был ерҙәрҙең мәҙәни үҙәге һәм дини мәғрифәтселек урыны булып тора. Монастырь төҙөлөшө беҙҙең заманға тиклем XIV—XVII быуаттарҙа нисек булһа, шулай килеп еткән. XX быуат башында Рәсәйҙә дәүләт ҡоролошо алмашыныу һөҙөмтәһендә монахтар традициялары унда туҡтатылып тора. Монастырҙа советтар ваҡытынан алып Дионисий фрескалары музейы урын ала — Кирилло-Белозерский музей-ҡурсаулығының филиалы. ЮНЕСКО сессияһы 2000 йылда монастырҙы Бөтә донъя мираҫы исемлегенә индерә.

Ферапонтово Белозерский монастыры
Нигеҙләү датаһы 1398
Рәсем
Изображение интерьера
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Ферапонтово[d]
Епархия Вологодская епархия[d]
Архитектура стиле русская архитектура[d]
Входит в состав списка памятников культурного наследия Культурное наследие России/Вологодская область/Кирилловский район[d]
Мираҫ статусы Бөтә донъя мираҫы һәм объект культурного наследия России федерального значения[d][1]
Рәсми сайт ferapontov-monastyr.ru
Бөтә донъя мәҙәни мираҫы исемлегенә индереү критерийы (i)[d][2] һәм (iv)[d][2]
Карта
 Ферапонтово Белозерский монастыры Викимилектә

Урынлашҡан ере

үҙгәртергә

Монастырь Кирилловонан 20 км төньяҡ-көнсығышта һәм Вологданан 120 км төньяҡ -көнбайышта ике күл— Паска йылғаһын бергә ҡушҡан Ферапонтовский һәм Спасский күлдәре араһында урынлашҡан. Ферапонтово ауылы, башлыса, йылғаның монастырь ҡаршыһындағы ярында тора. Монастырь бөтә ерҙән өҫтөнлөк итә, әммә үҙенең бөйөклөгө һәм нескә камералы стиле менән тирә-йүнде баҫып ҡапламай.

Архитектураһы, һынлы сәнғәте

үҙгәртергә
 
Ферапонтов монастыры ансамбле
 
Богородица Раштыуаһы соборы. Дионисий биҙәгән стена (1502). Изге Николай Чудотворец

Ферапонтов монастыры ансамбле үҙенсәлекле матурлығы һәм архитектура деталдәре менән айырылып тора. Ансамблдең төп идеяһы — Боговоплощениеның архитектурала асылған образы һәм темаһы.

Бында донъя мәҙәниәтенең айырым әһәмиәтен раҫлаусы Богородица раштыуаһы ғибәҙәтханаһы бар. Йылъяҙмалар тексына ярашлы сиркәүҙең төньяҡ ишеген Дионисий һәм уның улдары 6 августан алып 8 сентябргә тиклем 1502 йылда биҙәгән. Был Мәскәү мәктәбе иконалар яҙыу мәктәбенең берҙән-бер һаҡланып ҡалған биҙәүе (XV—xvi быуаттарҙа).

600 м² майҙанлы стена төньяҡ русь стилендә биҙәлгән. Ул Үҙәкләштерелгән Рус дәүләтенең һаҡланып ҡалған рус стилендәге архитектура ҡомартҡыһы.

Һылтанмалар

үҙгәртергә