Нефтекама епархияһы
Нефтекама епархияһы — Башҡортостан Республикаһының Асҡын, Баҡалы, Балтас, Бәләбәй, Балаҡатай, Бөрө, Благовар, Бүздәк, Борай, Дыуан, Дүртөйлө, Йәрмәкәй, Илеш, Ҡалтасы, Ҡариҙел, Ҡыйғы, Краснокама, Мәсетле, Мишкә, Нуриман, Салауат, Тәтешле, Туймазы, Саҡмағош, Шаран һәм Яңауыл райондары административ сиктәрендә ойошторолған Урыҫ православие сиркәүенең епархияһы. Башҡортостан митрополияһы составына инә[1].
Нефтекама епархияһы | |
Урыҫ православие сиркәүе | |
Общие сведения | |
---|---|
Ил | |
Митрополия | |
Епархия үҙәге | |
Нигеҙләнгән |
2011 йылдың 27 декабре |
Халҡы |
670000 |
Управление | |
Идара итеүсе архиерей |
Епископ Нефтекама һәм Октябрьск Амвросий (Мунтяну) (с 2012 йылдың 4 мартынан) |
Кафедра храмы |
Изге апостолдар Петр һәм Павел соборы (Нефтекама) |
Икенсе кафедра храмы |
Изге Троицк соборы, Бөрө ҡалаһы |
Статистика | |
Диндарҙар |
5 |
Мәхәлләләр |
121 |
Монастырҙар |
4 |
Дин әһелдәре |
80 |
Сайт | |
Карта | |
Епархия идарасыһы — епископ Амвросий (Мунтяну) (2012 йылдың 4 мартынан алып)
Тарихы
үҙгәртергәУрыҫ православие сиркәүе Изге Синодының 2011 йылдың 27 декабрҙәге ҡарарына ярашлы Өфө епархияһынан ҡайһы бер өлөштәре айырып алыу юлы менән ойошторолған[2]. Рәсми рәүештә Башҡортостан митрополияһы составына индерелгән.
Башта Нефтекама епархияһының епархиаль архиерейы «Нефтекама һәм Бәләбәй» титулына эйә була.
2012 йылдың 4 октябрендә Изге Синод ҡарарына ярашлы хакимлыҡ иткән архиерейҙың титулы «Нефтекама һәм Бөрө» титулына үҙгәртелде[3]. 2017 йылдың 29 июлендә Санкт-Петербургта Мәскәү һәм бөтә Русь Изгеләрҙән-изге Патриархы Кирилл рәйеслеге аҫтында Урыҫ Православие Сиркәүе Изге Синодының сираттағы ултырышы үтте. Ултырышта Нефтекама епархияһында Хакимлыҡ иткән архиерейға «Нефтекама һәм Бөрө» титул йөрөтөргә тигән ҡарар сығарылды.
Епископтар
үҙгәртергә- Никон (Васюков) (27 декабря 2011 — 4 марта 2012) временный управляющий
- Амвросий (Мунтяну) (4 марта 2012 — 30 мая 2019)
- Никон (Васюков) (с 30 мая 2019 года) временный управляющий
Монастырҙар
үҙгәртергә- Смоленск (Буғабаш) Божья матерь иконаһы хөрмәтенә монастырь (ҡатын-ҡыҙҙар; Баҡалы районы, Буғабаш ауылы
- Богородица-Тихвин Монастыры (ҡатын-ҡыҙҙар; Бәләбәй районы, Приютово ҡасабаһы)
- Пәйғәмбәр Илия скиты (Бәләбәй районы, Парафеевка ауылы)
- Пәйғәмбәр Илия монастырының Изге Георгий скиты (Дыуан районы, Йыланыш ауылы)
- Пәйғәмбәр Илия ирҙәр монастыры (Дыуан районы, Мәсәғут ауылы)
- Пәйғәмбәр Илия ирҙәр монастырының Иоанн-Богословск скиты (Дыуан районы, Мәсәғут ауылы)[4]
- Бөрө Изге Троицк монастыры (ҡатын-ҡыҙҙар)[5]
Благочинийҙар
үҙгәртергәИҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Журналы заседания Священного Синода от 27—28 декабря 2011 года
- ↑ Священный Синод завершил первый день работы в обновлённой резиденции Патриарха Московского и всея Руси в Даниловом монастыре
- ↑ Журнал № 100 . Журналы заседания Священного Синода от 4 октября 2012 года. Патриархия.Ru. Дата обращения: 5 октябрь 2012. Архивировано 27 октябрь 2012 года.
- ↑ Монастыри и скиты — Нефтекамская Епархия | Башкортостанская Митрополия Московский Патриархат 2018 йыл 9 декабрь архивланған.
- ↑ ЖУРНАЛЫ заседания Священного Синода от 25-26 декабря 2013 года / Официальные документы / Патриархия.ru