Мөхәммәт Мәккәне алғандан һуң

Иман шарттары

Тәүхид
Фәрештәләр
Китаптар
Пәйғәмбәрҙәр
Яуап көнө
Тәҡдир

Исламдың биш нигеҙе

Шәһәҙәт
Намаҙ
Ураҙа
Зәкәт
Хаж

Шәхестәр

Мөхәммәт
Ислам пәйғәмбәрҙәре
Сәхәбәләр
Хәлифәләр

Мөхәммәт Пәйғәмбәр ислам календары буйынса һижри 8 йылдың Рамаҙан айында Мәккәне яулауға етәкселек итә (629 йылдың декабренә/ 630 йылдың ғинуарына тап килә). Мәккәлә ҡорайыштар Мөхәммәт Пәйғәмбәрҙең Ғәрәп ярымутрауындағы һуңғы ҙур ҡаршы көс була, һәм яулап алғандан һуң Мөхәммәт с.ғ.с. үҙ хәрби хәрәкәттәрен артабан төньяҡҡа йүнәлтә, Ғәссәниҙәргә һәм Византия империяһына ҡаршы кампания алып барып, үҙенең ислам батшалығын артабан киңәйтеүгә тырышлыҡ һала.

Хоҙайбиә солохо

үҙгәртергә

Хоҙайбиә солохо Мөхәммәт с.ғ.с. менән ҡорайыштар араһында 629 йылда, Мәҙинәнән Үмрә хажы ҡылыу өсөн килгәндән һуң, төҙөлгән килешеү була. Мәккәгә уларҙы индермәйҙәр, Мөхәммәт һәм уның арҡалаштары Хоҙайбиәлә урынлаша, һәм мосолмандар, ҡорайыштар һәм уларҙың союздаштары араһында 9 йыл, 9 ай һәм 9 көнлөк тыныслыҡ килешеүе ҡабул ителә.

Ике йылдан да кәмерәк ваҡыт үткәс, ҡорайыштар менән союздаш булған Бәнү Бәкер ҡәбиләһе, мосолмандар менән союздаш булған Бәнү Хүзәғә ырыуына һөжүм итеп, килешеүҙе боҙа. Мөхәммәт килешеүҙе боҙоусыларға үҙ позицияһын ҡайтанан ҡарау өсөн 4 ай ваҡыт бирә һәм язалау ғәҙеллеген талап итә. 4 ай үткәс, Мөхәммәт Пәйғәмбәр 10 меңлек ғәскәр менән Мәккәгә юллана.

Мөхәммәт с.ғ.с. һижри 8 йылдың Рамаҙан айында ғәскәрен Мәккәгә алып бара. Был 629 йылдың декабренә йәки 630 йылдың ғинуарына тап килергә мөмкин. Мәккәлә ҡорайыштар башлығы Әбү Суфыян ибн Хәрб мосолмандарға тиң ғәскәр әҙерләй алмауын аңлап, Мәҙинәгә килешеүҙе тергеҙергә теләп килә, ләкин Мөхәммәт Пәйғәмбәр уны ҡабул итеүҙән баш тарта, һәм Әбү Суфыян Мәккәгә кире ҡайта. Һуңыраҡ ул власты Мәкккәлә ҡанһыҙ тапшырыуы тураһында әйтә һәм ислам ҡабул итә[1].

Хүнәйнә һуғышы

үҙгәртергә

Хүнәйнә тирәһендәге һуғыш 630 йылда Мәккәнән әл-Таифҡа илткән юлдарҙың береһендә үҙәндә бәҙәүи һәүәзин ырыуына ҡаршы Мөхәммәт менән уның ғәскәре араһында була. Алыш ҙур трофейҙар яулаған мосолмандарҙың хәл иткес еңеүе менән тамамлана. Хөнәйнә янындағы һуғыш — Ҡөрьәндә телгә алынған ике һуғыштың береһе[2].

Һәүәзиндәр Мөхәммәт ғәскәре менән Мәккәгә һөжүм итеү өсөн Мәҙинәнән сыҡҡанлығын белгәс, көс Мәҙинәгә һөжүм итергә көс туплай башлай. Әммә Мөхәммәт с.ғ.с. уларҙың ниәттәрен аса һәм Мәккәне яулап алғандан һуң ике аҙна үткәс кенә 12 000 кешелек ғәскәр менән хәүәзиндәргә ҡаршы сыға. Хәҙерге тарихсылар был мәлдән алып һуғыш барышын тулыһынса реконструкциялай алмай, сөнки һуғышты тасуирлаған төрлө мосолман сығанаҡтары ҡапма-ҡаршы мәғлүмәттәр бирә.

Алыш ваҡытында Мөхәммәт Пәйғәмбәр ҡулына бер ус тупраҡ алып, дошмандар яғына һибә. Тупраҡ һәүәзиндәрҙең күҙҙәрен томалай һәм буталыш, ҡурҡыу башлана[3][4]. Бының менән файҙаланып, мосолмандар уларҙы ҡыҫырыҡлай башлай һәм һәүәзиндәр ғаиләләрен һәм малын ташлап, һуғыш яланын ташлап китергә мәжбүр була.

Һәүәзиндәр башлығы Мәлик ибн Әүеф ән-Насри үҙе менән мал көтөүҙәрен һәм ғаиләләрен алып килгәнгә күрә, мосолмандар 6000 ҡатын-ҡыҙ һәм баланы әсир итә, 24000 дөйәнән торған ҙур табышты яулап ала. Күпмелер кеше ҡасып китеп, ике төркөмгә бүленә. Бер төркөм кире килә, был Аутастағы һуғышҡа килтерә, шул уҡ ваҡытта ҙур төркөм әл-Таифта һыйыныу таба, уларҙы Мөхәммәт ҡамауға ала.

Таифты ҡамау

үҙгәртергә

Мөбәхилә аяты

үҙгәртергә

Әлү Ғимран сүрәһенең 61-се аяты

Тәбүҡ янындағы алыш

үҙгәртергә

Ғәссәниҙәр

үҙгәртергә

Эҙемтәләре

үҙгәртергә

Был осорҙан һуң Мөхәммәттең вариҫтары осоро башлана

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. K. Armstrong, Muhammad: A Biography of the Prophet (London: Phoenix, 2001 ed.), p. 642.
  2. Lammens, H. and Abd al-Hafez Kamal., "Hunayn", in P.J. Bearman, Th. Bianquis, C.E. Bosworth, E. van Donzel and W.P. Heinrichs, Encyclopaedia of Islam Online Edition, Brill Academic Publishers, ISSN 1573-3912 
  3. Battle of Hunayn, Witness-Pioneer.com. Дата обращения: 28 ғинуар 2013. Архивировано 17 август 2011 года.
  4. The sealed nectar, By S.R. Al-Mubarakpuri, Pg259. Дата обращения: 29 сентябрь 2017. Архивировано 26 декабрь 2018 года.

Сығанаҡтар

үҙгәртергә