Рыялыҡ
Иман шарттары |
Исламдың биш нигеҙе |
Шәхестәр |
Рыя, рыялыҡ (ғәр. رياء) — Аллаһы Тәғәлә хаҡына түгел, ә башҡа кешеләр алдында яҡшы күренер өсөн, хәйлә менән эшләнгән ғәмәлдәрҙе һәм изгелек итеүҙе аңлатҡан ислам термины. Ғаҡидәлә ихласлыҡ концептына ҡаршы ҡуйыла.
Гонаһлылыҡ
үҙгәртергәРыялыҡ бәләкәй ширк булып тора һәм ниәттә ҙур ширк менән сиктәш. Рыялыҡ үҙе ҙур (ғибәҙәтте кешеләргә күрһәтеү ниәте) һәм бәләкәй (тәүҙә ғибәҙәтте Аллаһ хаҡына эшләй башлағас, кеше иғтибарын күреп, үҙе тураһындағы фекерен яҡшыртыу өсөн файҙаланырға тырыша) төрҙәргә бүленә.
Имам Әхмәт мүснәденән рыялыҡты күрһәткән хәҙис өлгөһө (сөнниҙәр сығанағы):
Мәхмүт ибн Ләбиттән риүәйәт ҡылынды: Рәсүлүллаһ (с.ғ.в.) әйтте: «Ысынлап та, мин һеҙҙең кескәй ширккә төшөүегеҙҙән ҡурҡам.» Улар унан кескәй ширк нимә булыуын һоранылар. Быға ул: «Рыялыҡ», — тип яуап бирҙе. Аллаһ, ғәззә үә жәл, әйтер (ҡиәмәт көнөндә), кешеләр ҡылған эштәренә лайыҡ булғандарын алғас: «Һеҙ иҫән ваҡытта быны эшләгән кешеләргә барығыҙ һәм ҡарағыҙ, уларҙа бүләк табырһығыҙмы?»
Оригинал текст (ғәр.)عَنْ مَحْمُودِ بْنِ لَبِيدٍ أَنَّ رَسُولَ اللَّهِ صَلَّى اللَّهُ عَلَيْهِ وَسَلَّمَ قَالَ إِنَّ أَخْوَفَ مَا أَخَافُ عَلَيْكُمْ الشِّرْكُ الْأَصْغَرُ قَالُوا وَمَا الشِّرْكُ الْأَصْغَرُ يَا رَسُولَ اللَّهِ قَالَ الرِّيَاءُ يَقُولُ اللَّهُ عَزَّ وَجَلَّ لَهُمْ يَوْمَ الْقِيَامَةِ إِذَا جُزِيَ النَّاسُ بِأَعْمَالِهِمْ اذْهَبُوا إِلَى الَّذِينَ كُنْتُمْ تُرَاءُونَ فِي الدُّنْيَا فَانْظُرُوا هَلْ تَجِدُونَ عِنْدَهُمْ جَزَاءً
Башҡорт телендә
үҙгәртергәБашҡорт теленә лә был һүҙ шул мәғәнәлә килеп ингән, йәғни, ике йөҙлөлөк, яһалма яҡшылыҡ, ихласһыҙлыҡ тигәнде аңлата[1]
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергәИҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Башҡорт теленең һүҙлеге. 2 томлыҡ. — Мәскәү, «Русский язык», 1993. — 2-се том, бит — ISBN 5-200-01108-6
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Riyāʾ / Deladrière, R. // Encyclopaedia of Islam. 2 ed. — Leiden : E. J. Brill, 1960—2005. (түләүле)
- İslam Ahlakı — Hakikat Kitabevi ISBN 975-92119-5-5
- Ateşin yakmadığı aşık Kıssaların diliyle iman — Semerkand Dergisi — Nisan 2007
Был ислам тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |