Мортаза (исем)
Викидатала элемент юҡ |
Мортаза — башҡорт һәм башҡа төрки халыҡтарҙа ҡулланылған ир-ат исеме.
Этимологияһы
үҙгәртергәМортаза башҡорт теленә ғәрәп теленән ингән. һайлап алынған, яҡшы мәғәнәһен аңлата[1].
Билдәле кешеләр
үҙгәртергәРәхимов Мортаза Ғөбәйҙулла улы (7 февраль 1934 йыл) — Советтар Союзының һәм Рәсәйҙең хужалыҡ, дәүләт һәм сәйәси эшмәкәре, Башҡортостан Республикаһының беренсе Президенты (12 декабрь 1993 — 15 июль 2010)
Фамилияла
үҙгәртергәШулай уҡ Мортазин фамилияһы мәҡәләһен ҡарағыҙ.
Мортазин Муса Лот улы (20 февраль 1891 йыл — 27 сентябрь 1937 йыл) — башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәте эшмәкәре, дәүләт һәм хәрби эшмәкәр. Башҡортостан Үҙәк башҡарма комитеты рәйесе (1921—1922), Айырым башҡорт кавалерия бригадаһы командиры (1919—1920). Комбриг (1935). Сәйәси золом ҡорбаны.
Мортазин Дауыт Лот улы (1893 йыл — 1926 йыл) — башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәте эшмәкәре. Башҡорт айырым кавалерия бригадаһының эскадрон командиры (1920). Күбәләк-Тиләү улусы башҡарма комитеты рәйесе.
Мортазин Владислав Львович (1963 йыл) — органсы, Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2009).
Мортазин Ибраһим Ғаззали улы (? — 1920 йыл) — (? — 1920) — башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәте эшмәкәре, Айырым Башҡорт кавалерия бригадаһының 28-се полкы командиры (1920).
Мортазин Ҡамса Дәүләтбай улы (1966 йыл) — башҡорт ғалимы, Башҡортостандың һәм Силәбе өлкәһенең йәмәғәт эшмәкәре, журналист, яҙыусы һәм шағир, филология фәндәре кандидаты (2005), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2007).
Мортазин Рәүеф Әхмәт улы (1910 йыл — 1994 йыл) — башҡорт музыка сәнғәтендә беренсе симфония яҙған күренекле композитор, БАССР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт эшмәкәре (1957), Салауат Юлаев премияһы лауреаты (1989).
Мортазин Хәйрулла Хәбибулла улы (1941 йыл —2016 йыл) — математик, физика‑математика фәндәре докторы (1994), профессор (1995).
Мортазин Һарун Фәүәрис улы (1893 йыл — ?) — башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәте эшмәкәре.
Мортазин Әхмәҙей Фәүәрис улы (1883 йыл — 1937 йыл) — башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәте эшмәкәре.
Мортазин Әхәт Мотаһар улы (1959 йыл — 2018 йыл) — журналист. Башҡортостан Республикаһының халыҡ һәм атҡаҙанған артисы.
Мортазин-Иманский Вәлиулла Ғәйназар улы (1885 йыл — 1937 йыл) — Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең халыҡ артисы.
Мортазина Миләүшә Ғәли ҡыҙы (1926 йыл) — БАССР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1967), РСФСР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт эшмәкәре (1973), РСФСР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1983).
Ауылдар
үҙгәртергәИҫке Мортаза (рус. Старая Муртаза) — Башҡортостандың Кушнаренко районындағы ауыл.
Яңы Мортаза (рус. Новая Муртаза) — Башҡортостан Республикаһының Саҡмағош районындағы ауыл.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. 2021 йыл 5 октябрь архивланған. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
Сығанаҡтар
үҙгәртергә- Башҡорт исемдәре / Таңһылыу Күсимова, Cветлана Бикҡолова. — Өфө: Китап, 2005. – 224 бит.
- Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
- Сулейманова Р. А. Башкирско-русский словарь-справочник личных имен и фамилий. — Уфа, 2013. — 364 с. ISBN 978-5-91608-111-4.
- Тупеев С. Х. Башкирский именник. Справочник личных имен с написанием вариантов на русском и башкирском языках. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Султанова Р. И. Русско-башкирский словарь — справочник личных имен, отчеств, фамилий. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Төпәев С. Х. Төрки сығанаҡлы һәм төрки элементлы башҡорт исемдәре. — Өфө, 2006.
- Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ
Аҙаштар тураһында мәҡәләләр исемлеге. Әгәр ҙә һеҙ бында Википедияның башҡа мәҡәләһенән яңылыш килеп сыҡһағыҙ, ул һылтанманы дөрөҫләргә кәрәк. Шулай уҡ булған мәҡәләләрҙең тулы исемлеген ҡарағыҙ. |