Мортазин Әхмәҙей Фәүәрис улы
Фараз буйынса, был мәҡәлә йәки уның бүлеге авторлыҡ хоҡуҡтарын боҙа. |
Мортазин Әхмәҙей Фәүәрис улы (1883—1937) — башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәте эшмәкәре. Күбәләк-Тиләү улысы башҡарма комитеты рәйесе.
Мортазин Әхмәҙей Фәүәрис улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Тыуған көнө | 1883 |
Тыуған урыны |
Ырымбур губернаһы, Рәсәй империяһы Башҡортостан Республикаhы, РСФСР Учалы районы Көсөк-Маяҡ, Амангилде ауыл Советы, Учалы районы |
Вафат булған көнө | 8 декабрь 1937 |
Биографияһы
үҙгәртергәМортазин Әхмәҙей Фәүәрис улы 1883 йылда Ырымбур губернаһы Верхнеурал өйәҙе Күбәләк-Тиләү улусы Көсөк ауылында (хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Учалы районы Көсөк-Маяҡ ауылы) тыуған. Муса Мортазиндың ике туған ағаһы.
Ауылда мәҙрәсәһен тамамлай. Батша армияһында хеҙмәт итеп ҡайта. Өлкән унтер-офицер дәрәжәһендә Беренсе донъя һуғышында ҡатнаша. 1917 йылда 42-се пехота дивизияһында хеҙмәт итә. Рәсәй социал-демократик эшселәр (большевиктар) партияһы сафына инә.
Хәрби хеҙмәттән һуң Әхмәҙей Мортазин Верхнеурал өйәҙе советы ағзаһы итеп һайлана. Күбәләк-Тиләү улысында совет власын урынлаштырыуҙа ҡатнаша. «1918 йылда мин Верхнеурал ҡала өйәҙ советында хеҙмәт иттем. Шул уҡ йылда өйәҙ советы мине Мәскәүгә съезға ебәрҙе һәм Мәскәүгә китеп барышлай Өфө тирәһендә мине аҡтар тотоп алдылар, улар мине Верхнеуралға оҙаттылар», — тип яҙа үҙе тураһында Ә. Мортазин[1].
Верхнеуралға ҡайтып барған саҡта Ҡаҙаҡҡол ауылында уны аҡтар яғында ойошторолоп ятҡан 1-се Башҡорт кавалерия полкына алып ҡалалар. Артабан ул ошо полк составында 1919 йылдың февралендә ҡыҙылдар яғына сыға. Март аҙағында Муса Мортазиндың полкы кире аҡтарға ҡушыла. Әхмәҙей Мортазин да уның составында йөрөй.
1919 йылдың авгусында Мортазиндың полкы Айырым Башҡорт кавалерия бригадаһы итеп үҙгәртелә. Ҡыҙылдар яғына ҡабаттан сыҡҡас, Әхмәҙей Мортазин бригаданың тәьминәт бүлеге начальнигы, артабан 5-се (һуңынан 27-се) полктың хужалыҡ бүлеге начальнигы була. Бригада менән Урал фронтында казактарға, 1920 йылда поляктарға ҡаршы һуғышта ҡатнаша[1].
Муса Мортазин үҙенең китабында яҙыуынса, Әхмәҙей Мортазин Польша фронтында күрһәткән батырлыҡтары өсөн Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән бүләкләнә. Әммә "РСФСР-ҙың Ҡыҙыл Байраҡ ордены һәм почетлы революцион ҡоралы менән наградланғандар исемлеге"ндә (Мәскәү, 1926) уның исем-фамилияһы күрһәтелмәгән.
Фронттан ҡайтҡас, Әхмәҙей Мортазин Күбәләк-Тиләү улысы башҡарма комитеты рәйесе итеп һайлана, һуңынан Арғаяш кантонында эшләй.
1921 йылда партия сафтарын таҙартыу эше башлана. 1921 йылдың ноябрендә РКП(б)-ның Тамьян-Ҡатай кантоны комитеты Әхмәҙей Мортазиндың аҡтар яғында һуғышыуын иҫкә төшөрә. Әхмәҙей Мортазин, беренсенән, партия стажын арттырып күрһәтеүҙә һәм, икенсенән, Колчак армияһында командирҙар составында булыуҙа һәм (Абаимовтың шәхси ғаризаһы буйынса) генерал Анненков етәкселегендә ҡыҙыл полктарҙы тар-мар итеүҙә ҡатнашыуҙа ғәйепләнә. Советтарға ҡаршы эшмәкәрлеге тураһында башҡа ғаризалар ҙә була. Әхмәҙей Мортазин партиянан сығарыла. Тартып алынған партибилеты уның «Личное дело»һында һаҡлана (ЦГАОО РБ. Ф.22. Оп.2. Д.492.)[1].
1930-сы йылдарҙың аҙағында Учалы алтын приискыларында эшләй. 1937 йылдың 24 авгусында Әхмәҙей Мортазин НКВД тарафынан ҡулға алына. Өс айҙан һуң, 1937 йылдың 8 декабрендә, атып үлтерелә.
1956 йылдың 16 июнендә реабилитациялана.