Мортазин Владислав Львович
Мортазин Владислав Львович (1963 йылда тыуған) — органсы, Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы.
Владислав Львович Мортазин | |
Тыуған | |
---|---|
Тыуған урыны |
Өфө, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР |
Ил | |
Һөнәрҙәре |
органсы |
Инструменттар |
орган |
Коллективтар |
Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы |
Наградалар | |
Биографияһы
үҙгәртергәМортазин Владислав Львович 1963 йылда Өфөлә тыуған. Махсус урта музыка мәктәбен һәм Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтын фортепиано класы буйынса (уҡытыусыһы В. Монастырский) тамамлай.
Институттан һуң 1986—1988 йылдарҙа Мәскәү дәүләт консерваторияһында фортепиано класы буйынса (профессор Татьяна Николаева, орган класы профессор Наталия Гуреева[1]) стажировка үтә.
1988—1992 йылдарҙа Өфө ҡалаһында Башҡорт дәүләт филармонияһы солисы, Өфө дәүләт сәнғәт институты уҡытыусыһы булып эшләй.
1992—2001 йылдарҙа Европала уҡый һәм эшләй: 1992—1999 — Швейцария: Лозанна ҡалаһы Консерваторияһы, виртуоз-класс (профессор К. Който, 1993 йылда I премия), Женева консерваторияһы, виртуоз-класс (профессор Ф. Делор, 1997 йылда I премия).
1998 йылдан 2001 йылға тиклем — Францияла уҡый: Тулуза, консерватория, юғары башҡарыу оҫталығы класы (профессор Т. Дюссо).
Сит илдә уҡыу һәм эшләү осоронда Мортазин Л. Кремер, З. Сатмари, Ж. Гийу, А. Сакетти, Радулеску, М. Дэшоссе кеүек билдәле Европа оҫталарында стажировка үтә.
В. Мортазин — «Институт Рибопьер» юғары музыка мәктәбе профессоры; протестант сиркәүендә титуляр органсы, Тулуза ҡалаһы консерваторияһы уҡытыусыһы.
Гастролдәр: Мәскәү, Вильнюс, Таллин, Красноярск, Швейцария, Франция, Италия, Япония һәм башҡалар.
В. Л. Мортазин — Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы, Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2009 йыл), Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһы доценты.
Мортазин Владислав Львович — Башҡортостан тарихында тәүге органсы, ул Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында эшләй. Артистың сығыштары программаһында көнбайыш Европа композиторҙары И. С. Бах, О. Линдберг, К. М. Вебер, И. Брамс, С. Франк, Л Боэльманн, Д. Каччини, Ж. Массне әҫәрҙәре[2].
В. Мортазиндың ғаиләһе: әсәһе Мортазина Миләүшә Ғәли ҡыҙы, 1926 йылғы, йырсы (сопрано) һәм педагог. Өфө дәүләт сәнғәт институты профессоры, «БАССР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре». Ике ҡыҙы үҫә.
Наградалары
үҙгәртергәБөтә Рәсәй пианистар конкурсы (1985), органсылар конкурсы (1989 йыл) лауреаты.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергәҺылтанмалар
үҙгәртергә- http://sterlegrad.ru/newsrb/poster/18686-bashgosfilarmoniya-26-dekabrya-2011-g-vladislav-murtazin-organ-ufa.html 2012 йыл 25 май архивланған.
- http://krskplus.ru/afisha/concerts/7776(недоступная ссылка)
- http://gorsovet-ufa.ru/pochet/murtazina.php
- http://www.vatandash.ru/index.php?article=358 2017 йыл 25 апрель архивланған.