Айырым башҡорт кавалерия бригадаһы

Айырым башҡорт кавалерия бригадаһы (1919—1921) — Рәсәйҙәге Граждандар һуғышы осоронда башҡорт частарының хәрби формированиеһы.

Айырым башҡорт кавалерия бригадаһы
Ғәмәлдә булған йылдары

19191921

Ил

Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Бойһонған

Революцион хәрби совет

Составында

РККА

Тип

ҡоро ер ғәскәрҙәре

Берләштерә

1-се Башҡорт кавалерия полкы; 2-се Башҡорт кавалерия полкы һ. б.

Ҡатнашҡан хәрби бәрелештәр

Рәсәйҙә Граждандар һуғышы, Совет-поляк һуғышы

Командирҙары
Билдәле командирҙары

М. Л. Мортазин, А. В. Горбатов

-

Ойошторолоуы һәм тарихы

үҙгәртергә

Айырым башҡорт кавалерия бригадаһын 1919 йылдың июнь айында Муса Мортазин Башҡорт корпусының Әмир Ҡарамышев исемендәге 1-се Башҡорт кавалерия полкы базаһында ойоштора.

Бригада составына ошо 1-се Башҡорт кавалерия полкы[1], 2-се Башҡорт кавалерия полкы[2], пехота дивизионы инә[3]. 1920 йылдың май айында бригада составына таратылған Башҡорт айырым кавалерия дивизияһының 1-се Башҡорт кавалерия полкы ла индерелә.

Башҡорт айырым кавалерия бригадаһы аҡ гвардиясыларҙың Көньяҡ армияһы составына инә[4].

 
Башҡорт айырым кавалерия дивизияһы яугирҙары. Урал. 1919 йыл.

1919 йылдың 8 авгусынан Башҡорт айырым кавалерия бригадаһы, аҡгвардиясылар командованиеһының фармандарына иғтибар итмәй, үҙ аллы эш итә башлай. 1919 йылдың 18 авгусында көтөлмәгән һөжүм менән 4-се Ырымбур армия корпусын ҡыйрата. Башревком вәкиле Т. Ғ. Имаҡовтың ярҙамы менән 1919 йылдың 23 авгусында бригада РККА яғына күсә һәм 1-се армия составына индерелә.

1919 йылдың сентябрендә бригадала 1 800 ҡылыс, ике орудиелы һәм һигеҙ пулеметлы йәйәүле батальон иҫәптә була. 1919 йылдың 7 октябренән Башҡорт айырым кавалерия бригадаһы Төркөстан фронтының Илецк ғәскәрҙәре төркөмө составында һуғыша[5]. Урал армияһына ҡаршы алыштарҙа ҡатнаша, шул иҫәптән Урал-Гурьевск операцияһында. Урал казактарына ҡаршы ауыр һуғыштарҙа бригада үҙенең шәхси составынан 60 % юғалта[6].

1919 йылдың декабрь айында М. В. Фрунзе фарманына ярашлы 2-се кавалерия бригадаһы 1-се армияның 5-се кавалерия дивизия составына индерелә. Әммә бер аҙҙан Башҡорт АССР-ның Халыҡ комиссариаты, РСФСР-ҙың Реввоенсоветы юллауы буйынса бригадаға элекке статусы ҡайтарыла.

1920 йылдың май айында 12-се армия составына инә. Бригада составына Петроградтан килгән башҡорт кавалерия полкы ҡушыла, ә 1920 йылдың август — сентябрь айҙарында Башҡортостандан килгән ирекле отрядтар өҫтәлә[7].

Советтар һәм Польша араһындағы һуғыш ваҡытында Башҡорт айырым кавалерия бригадаһы Киев һәм Ровно — Дубнинск һөжүм операцияларында, шулай уҡ Ковель, Замостье, Грубешов, Дубно, Изяславль һәм башҡа ҡалаларҙы азат итеүҙә ҡатнаша. Бригада С. В. Петлюра етәкселегендәге ҡораллы формированиеларҙы юҡҡа сығарыуҙа ҡатнаша.

1920 йылдың 10 декабрендә һалдаттарҙың һаны кәмеү сәбәпле, 12-се армия командующийы бойороғона ярашлы бригада ике полкка ҡалдырыла — 1-се һәм 2-се Башҡорт кавалерия полктары. 1921 йылдың башынан Киев хәрби округы командующийы ҡарамағында була.

1921 йылдың 25 мартында Башҡорт айырым кавалерия бригадаһы тарҡатыла, уның частары 15-се, 16-сы, 17-се һәм 18-се Башҡорт айырым эскадрондарына бүленәләр һәм Петроград Советы исемендәге 12-се сик буйы дивизия составында Румыния һәм Польша сиктәренең бер участкаһын һаҡлауға ебәреләләр.

1921-се йылдың ноябрендә 15-се, 16-сы һәм 17-се Башҡорт айырым эскадрондары 12-се кавалерия дивизияһына берләшәләр[8], ә 18-се ҡыҙыл казактар эскадроны 2-се кавалерия дивизияһының 7-се кавалерия полкына үҙгәртелә.

 
Башҡорт айырым кавалерия бригадаһының бер төркөм командирҙары. 1919 йыл.

Командующийҙары

үҙгәртергә
 
 

Айырыу билдәләре

үҙгәртергә

Еңгә беркетелә торған билдә Башҡорт төркөмө ғәскәрҙәре шәхси составының айырмалы билдәһе була. Ул йәшел төҫтәге ромбтан ғибәрәт була. Ромбтың ситтәре алтын бау менән ҡаймаланған. Ромб уртаһында алтын еп менән сигелгән ярым ай һәм йондоҙ урын алған. Бынан тыш, еңгә беркетелгән билдәләрҙең башҡа төрҙәре лә булған: ромбһыҙ ҡыҙыл йондоҙ һәм ярым ай (гимнастеркала), ҡыҙыл ҡаймалы йәшел ромб.

Наградалары

үҙгәртергә

Бригаданың 80-дән ашыу яугиры һәм командиры Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән наградланған.

1950—1980 йылдарҙа Ровно ҡалаһында бригада яугирҙары хөрмәтенә һәйкәл була, ә урамдарының береһе бригада исемен йөрөтә.

  • Багаутдинов Р. О. Участие башкир в Белом движении (1917—1920). — Уфа, 2009.
  • Горбатов Александр Васильевич Годы и войны. М., 1965.
  • Камалова Г. Х. Отдельная Башкирская кавалерийская бригада на фронтах гражданской войны. Уфа, 1972.
  • Сираев З. И. Башкирские национальные части Красной Армии в гражданскую войну// Октябрьская революция и рождение Советской Башкирии. Уфа, 1959.
  • Таймасов Р. С. Участие башкир в Гражданской войне: книга первая. В лагере контрреволюции (1918 — февраль 1919 гг.). — Уфа, 2009. — 200 с. — ISBN 978-5-7477-2159-3.
  • Туракаев И. Башкирские части в гражданскую войну. — Уфа, 1929.
  • Ярмуллин А. Ш. Башҡорт ғәскәрҙәренең Петроградта нәшер ителгән «Бәхет көнө» журнал-альбомы. Ватандаш. 2007, № 1. C. 47—72. 2013 йыл 31 октябрь архивланған. (баш.)

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1919 йылдың октябренән 5-се Башҡорт кавалерия полкы итеп үҙгәртелә, ә 1920 йылдың майынан — 27-се Башҡорт кавалерия полкы
  2. 1919 йылдың октябренән 6-сы Башҡорт кавалерия полкы итеп үҙгәртелә, ә 1920 йылдың майынан — 28-се Башҡорт кавалерия полкы
  3. 1919 йылдың июлендә һаны 4 мең кеше тәшкил итә
  4. Южная армия генерал-майора Г. А. Белова сформирована 23 мая 1919 года на базе Оренбургской отдельной армии и Южной группы войск.
  5. 26 октябрь, 1919 йылдың төркөмө 4-се армияға буйһондорола
  6. Плотников И. (недоступная ссылка)
  7. История башкирского народа: в 7 т./ гл. ред. М. М. Кульшарипов; Ин-т истории, языка и литературы УНЦ РАН. — Уфа: Гилем, 2010. — Т. V. — С. 109. — 468 с. — ISBN 978-5-7501-1199-2.
  8. 1925 йылда итеп үҙгәртелде 10-сы кавалерийский полк Верхнеуральского черного казачества исемендәге Башцик һәм өлөшләтә пополнилась новобранцами бер Башҡорт АССР.

Һылтанмалар

үҙгәртергә