Уборевич Иероним Петрович

Уборевич Иероним Петрович (14 ғинуар 1896 йыл — 12 июнь 1937 йыл) — совет сәйәси һәм хәрби эшмәкәре, 1-се ранг командармы (1935). Тухачевскийҙың эше буйынса атып үлтерелә (1937). Үлгәндән һуң 1957 йылда аҡлана.

Уборевич Иероним Петрович
рус. Иероним Уборевич
Рәсем
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
 РСФСР
 Алыҫ Көнсығыш Республикаһы[d]
 СССР
Хеҙмәт итеүе СССР
Тыуған көнө 14 ғинуар 1896({{padleft:1896|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:14|2|0}})
Тыуған урыны Antandraja[d], Daugailiai[d], Утена районы[d], Литва
Вафат булған көнө 12 июнь 1937({{padleft:1937|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:12|2|0}}) (41 йәш)
Вафат булған урыны Мәскәү, СССР
Үлем төрө атып үлтереү[d] һәм Үлем язаһы
Һөнәр төрө хәрби хеҙмәткәр
Уҡыу йорто Константинов артиллерия училищеһы[d]
Сәйәси фирҡә ағзаһы Рәсәй социал-демократик эшселәр (большевиктар) партияһы һәм Советтар Союзы Коммунистар партияһы
Ҡатнашыусы ВКП(б)-ның XVII съезы[d]
Хәрби звание 1-се ранг командармы[d]
Командалыҡ иткән Белорус хәрби округы[d]
Һуғыш/алыш Беренсе донъя һуғышы, Рәсәйҙә Граждандар һуғышы һәм Совет-поляк һуғышы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
 Уборевич Иероним Петрович Викимилектә

Биографияһы үҙгәртергә

Иероним Петрович Уборевич Ковно губернаһы Антандрия ауылында (хәҙерге Утена районы, Литва) литва крәҫтиәне Петр Уборевичтың (Пятрас Уборевичюс) күп балалы ғаиләһендә тыуған[1]. Бала сағында бик күп нужа кисерә, батрак булып яллана, көтөүсе була[2]. Күрше Дусяты ҡалаһындағы ауыл мәктәбенең 3 класын тамамлай. 1909—1914 йылдарҙа Двинск (хәҙер Даугавпилс, Латвия) ҡалаһында реаль училищеһында белем ала[3], училищены ул алтын миҙалға тамамлай. Шәхси дәрестәр бирә, артабан ауылға ҡайта һәм атаһының хужалығында эшләй.

Петроград политехник институтының механик факультеты студенты (1915 йылдың сентябренән алып). Үҙ теләге буйынса 1915 йылдың ноябрендә Урыҫ император армияға тәғәйенләнә. 1916 йылдың яҙында 1-се дәрәжә буйынса Констанинов артиллерия училищеһын тамамлай, прапорщик званиеһында 15-се ауыр артиллерия дивизионына кесе офицер сифатында фронтҡа ебәрелә, Беренсе донъя һуғышы алыштарында ҡатнаша. 1917 йылда дивизион Румын фронтында һуғыша.

1917 йылдың мартынан — РСДРП(б) ағзаһы. 1918 йылдың ғинуар-февраль айҙарында — Бессарабияла Ҡыҙыл Гвардия отрядында румын һәм австро-герман ғәскәрҙәренә ҡаршы һуғыша. 1918 йылдың февралендә герман армияһы частары менән алышта яралана һәм әсирлеккә эләгә, июль айында ҡаса[4].

Граждандар һуғышы үҙгәртергә

1918 йылдың авгусында — Төньяҡ фронтыда. Артиллерия инструкторы, бригада командиры булып хеҙмәт итә, 1918 йылдың декабренән — 18-се уҡсылар дивизияһы начальнигы. 1918 йылдың октябрендәге алыштар өсөн Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән бүләкләнә (1919). 1919 йылдың март-май айҙарында 1-се уҡсылар дивизияһы менән етәкселек итеп, Архангел йүнәлешендә инглиз гәскәрҙәренә һәм аҡ гвардияға ҡаршы һөжүмдә ҡатнаша.

Ирекле армияһы менән көрәш үҙгәртергә

1919 йылдың 11 октябренән алып 23 йәшлек Уборевич Ирекле армияның Мәскәүгә һөжүме барышында Көньяҡ фронытының 14-се армияһы командиры була, әммә Ҡыҙыл армия ғәскәрҙәре менән ысынында элекке Урыҫ император офицерҙары етәкселек итә[Прим. 1]. Октябрь уртаһынан ноябрь аҙағына тиклем генераль алыш йәйелә. Ҡыҙылдар көстәренә (Удар төркөм, 13-се һәм 14-се армия) ҡаршы Ирекле армияның 1-се армия корпусы тора[Прим. 2]. 39 — көнлөк алыш барышында һан буйынса бер нисә тапҡыр өҫтөнлөклө кыҙылдар төркөмө ирекмәндәрҙе туҡтата һәм көньяҡҡа табан сигенергә мәжбүр итә. Шул уҡ ваҡытта ҡыҙылдар, шул иҫәптән Примаковтың кавалерия дивизияһы, маневрҙарҙы бик әүҙем ҡуллана. 14-се армия оператив паузаһыҙ Харьков һөжүме операцияһын башлай, уның барышында шулай уҡ флангтарҙан әүҙем урауҙар һәм кавалерия менән маневрҙар ҡулланыла. 1919 йылдың 11 декабрҙә 14-се армия Полтава ҡалаһын яулай, ә 12 декабрҙә — Харьковты. 18 декабрҙән алып үткәрелгән Донбасс операцияһы барышында 14-се армия ғәскәрҙәре Ирекле армияның һул флангы төркөмөн төп көстәрҙән айырып, еңеү яулайҙар. 14-се армия Екатеринослав, Мариуполь һәм Бердянск ҡалаларын яулай, һөҙөмтәлә Ирекле армия ике өлөшкә бүленә, уның береһе Ҡырымға сигенә, ә икенсеһе — Төньяҡ Кавказға. Уборевич 14-се армия менән етәкселек итеүен дауам итә һәм дошмандың өҫтөнлөгөнә ҡарамаҫтан, уның алдына Одесса операцияһында ҡуйылған бурыстарҙы үтәүгә өлгәшә һәм 1920 йылдың 18 ғинуарынан 8 февраленән армия Кривой Рог, Херсон, Николаев, Одесса ҡалаларын яулап ала.

1920 йылдың 29 февралендә Уборевич Кавказ фронты (командующийы М. Н. Тухачевский) 9-се армия командующийы итеп тәғәйенләнә һәм Кубандә Деникиндың Ирекле армияһын тулыһынса тар-мар итеүҙә ҡатнаша. 17 мартта 9-сы армия Екатеринодарҙы штурмлап ала. 24-йәшлек командарм Уборевич ғәскәрҙәр менән оҫта етәкселеге, шәхсән батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн Почетлы революцион ҡорал менән бүләкләнә. 27 мартта 9-сы армия дивизиялары Новороссийск ҡалаһын яулайҙар һәм аҡ көстәрҙең Ҡырымға эвакуацияһын туҡтаталар.

Орел — Кром операцияһы барышында Г. К. Орджоникидзе 14-се армия РХС-ы ағзаһы була. Командарм менән Орджоникидзены күп йыллыҡ ныҡлы дуҫлыҡ ептәре бәйләй. Орджоникидзе Уборевичкә даими рәүештә ярҙам күрһәтә[2].

Поляк кампанияһы үҙгәртергә

1920 йылғы поляк кампанияһы осоронда Уборевич Көньяҡ-көнбайыш фронтында 14-се армия менән етәкселек итә. 14-се армия Киев операцияһында ҡатнаша,, поляктарҙан Винница, Жмеринка, Могилёв-Подольский ҡалаларын азат итә.

Врангелгә ҡаршы көрәш үҙгәртергә

Көньяҡ-Көнбайыш фронтының 13-сө армияһы 1920 йылдың июлендә генерал Врангелдең ғәскәрҙәренән еңелгәндән һуң, армияға армия командующийы итеп Уборевич тәғәйенләнә. Июлдә армияДроздовский һәм Марков дивизияларының Александровскиға һөжүмен кире ҡаға, август айында Каховка плацдармын Перекоптан 60 км алыҫлыҡта биләй. Сентябрь һөжүме ваҡытында Урыҫ армияһы Уборевичтың 13-сө армияһын ҡыйрата һәм Екатеринославҡа хәүеф тыуҙыра. Тулыһынса тар-мар итеүҙән армияны Урыҫ армияһының Днепрҙың көнбайыш ярында башланған операцияһы ҡотҡара, сөнки унда бөтә резервтар йүнәлтелә[5]. Еңелеүгә ҡарамаҫтан, Уборевич 13-сө армия ғәскәрҙәре менән етәкселек иткән өсөн икенсе Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән бүләкләнә.

Ҡыҙыл террор үҙгәртергә

1920 йылдың нябрь-декабрендә — 14-се армия командующийы (Көньяҡ-Көнбайыш фронты), 1921 йылдың ғинуар-апрелендә — Украина һәм Ҡырым Ҡораллы көстәре командующийы М. В. Фрунзе урынбаҫары (ярҙамсыһы). 1921 йылдың апрель-майында Уборевич — Тамбов районы командующийы Тухачевскийҙың урынбаҫары. бБнда Крәҫтиән ихтилалы баҫтырыла, һуңынан Белоруссияла крәҫтиән ихтилалдарын баҫтырыуҙа Минск губернаһы ғәскәрҙәре командующийы булараҡ ҡатнаша. Уборевич ҡушыуы буйынса крәҫтиәндәр атып үлтерелә, аманатҡа алына, концлагерҙар төҙөлә.

Себер һәм Алыҫ Көнсығыш үҙгәртергә

1921 йылдың авгусы — 1922 йылдың авгусы — Көнсығыш-Себер хәрби округы ғәскәрҙәре һәм 5-се Айырым армия командующийы. 1922 йылдың 17 августынан — Хәрби Советы рәйесе, Алыҫ Көнсығыш Республикаһының хәрби министры һәм Халыҡ-революцион армияһы һәм Алыҫ Көнсығыш Республикаһы флоты баш командующийы[6]. Уның командованиеһы аҫтында 9 октябрҙә Халыҡ-революцион армияһы штурм менән Спасск нығытылған районды яулай һәм 25 октябрҙә Владивостокка инә. 1922 йылдың 22 ноябрендә Алыҫ Көнсығыш Республикаһы бөтөрөлә һәм Халыҡ-революцион армияһы 5-се ҡыҙыл Байраҡ армияһы тип үҙгәртелә, ә Уборевич уның командармы итеп тәғәйенләнә (1924 йылдың июненә тиклем).

 
СССР Революцион хәрби советы ағзалары. Беренсе рәттә (һулдан уңға): Э. И. Якир, А. И. Егоров, С. Каменев, К. Е. Ворошилов, С. М. Буденный, К. М. Левандовский; икенсе рәттә (торалар): К. А. Авксентьевский, Б. М. Шапошников, П. И. Белов, И. П. Уборевич. 1927 йыл, декабрь

Һуғыштан һуңғы осор үҙгәртергә

Карьераһы үҙгәртергә

РВС бойороғона ярашлы (1539-се һанлы, 1922 йыл), юғары хәрби белеме булмауға ҡарамаҫтан А. И. Егоров, М. Н. Тухачевский һәм М. В. Фрунзе менән бер рәттән Генераль штабына беркетелә. Ошо дүрт кеше араһында ул иң йәше була[2].

1924 йылдың июненән алып 1925 йылдың ғинуарына тиклем — Украин хәрби округы ғәскәрҙәре командующийы урынбаҫары һәм штабы начальнигы. 1925 йылдың февраленән 1927 йылдың ноябенә тиклем — Төньяҡ-Кавказ хәрби округы ғәскәрҙәре командующийы. 1926 йылдың октябренән СССР РВС-ы ҡарамағындағы даими хәрби кәңәшмә ағзаһы булып тора, 1930 йылдың 2 июненән — СССР Революцион-хәрби советы рәйесе урынбаҫары, 1931 йылдың 11 июненән алып — СССР РВС-ы ағзаһы (1934 йылдың 20 июнендә уны бөтөргәнгә тиклем)[2].

Германиялағы стажировка үҙгәртергә

1927—1928 йылдарҙа өс ай дауамында Германияла командировкала була, уның барышында хәрби академияның өсөнсө курсында белем ала, ә шулай уҡ рейхсверҙың ялан сәфәрҙәрендә һәм маневрҙарында ҡатнаша[7], башҡа комкорҙар менән сағыштырмаса, Уборевич стажировканы оҙағыраҡ үтә. 1927 йылдың 4 ноябрендә Германияға китер алдын Сталин Уборевичты башҡаларҙан айырмалы рәүештә бер үҙен ҡабул итә. Был йәш командармға ҡарата айырым иғтибар билдәһе һәм РККА башлығы булыу перспективаһы, тип ҡабул ителә[2]. 1927 йылдың декабрендәге хатында Ворошилов Уборевичты хаталы аҙымдар хаҡында иҫкәртә: «ваҡытты максималь рәүештә уҡыу маҡсаттарында файҙаланыу», «немецтарға эшлекле, баҫалҡы, талымһыҙ, буржуаз ғәҙәттәрҙән, төрлө банкеттарҙан азат командир-коммунист ҡиәфәтен күрһәтергә», ә немецтар менән һөйләшеүҙәр алып барыуҙан «мөмкин тиклем баш тартырға»[8].

Германиялағы совет вәкиле Н. Н. Крестинский әйтеүенсә, «иптәштәргә, бигерәк тә Уборевичкә, рейхсверҙа, бөтөнләй йәшерен нәмәләрҙән тыш, бөтә ишектәр тиерлек асыҡ ине». Командармға «немецтар айырыуса яҡшы мөғәләмәлә булдылап, улар уға, башҡаларға ҡарағанда, күберәк күрһәттеләр»[9].

Германияла тыныс ваҡыттағы армияның төп әҙерлек мәсьәләләрен өйрәнеп, Уборевич хәрби әҙерлектә немец техник ҡаҙаныштарын ҡулланыу менән күпкә камил алымдарға күсергә кәрәклегенә инана.

Юғары вазифаларҙа үҙгәртергә

1928 йылдың ноябренән 1929 йылдың ноябренә тиклем — Мәскәү хәрби округы ғәскәҙәре командующийы.

1929 йылдың ноябренән 1931 йылдың июненә тиклем — РККА ҡоралдары начальнигы, бер үк ваҡытта СССР хәрби һәм диңгеҙ эштәре халыҡ комиссары — СССР Революцион хәрби советы рәйесе урынбаҫары. Ворошилов булмаған ваҡытта хатта нарком вазифаһын башҡара. Ил еткәселеге ышанысы менән файҙалана һәм И. В. Сталиндың шәхси тәҡдиме буйынса 1930 йылда ВКП(б)-ның XVI съезында Үҙәк комитетына ағзалыҡҡа кандидат итеп һайлана.

1930 йылда хәрби заводтар менән танышыу маҡсатында Германияға бара. Германия менән яҡынлашыу һәм Польшаны яңынан бүлгесләү яҡлы була[2].

Ҡоралдар начальнигы булараҡ РККА-ны немец өлгөһө буйынса үҙгәртеп ҡорорға маташа һәм Орджоникидзеға; «мин ғүмерҙә лә булмағансы, эшләнем, ялһыҙ, иҫ киткес ташландыҡтарҙы һәм емереклектәрҙе таҙартам. Бик күп хаталар эшләнгәнен…беләм. Мине бер нәмә генә аҡлай — 1930 һәм 1931 йылдарҙа мин, беҙҙең әҙерһеҙлекте күреп, бик ныҡ һуғыштан ҡурҡтым. Мин ҡабаландым. Ҡабаланһаң, ғәҙәттә хаталар йыш эшләйһең»[10]. Асылда, Уборевич был эште күтәрә алмай: танк ғәскәрҙәре 1929—1930 йылдарҙағы план буйынса 340 танк урынына ғәскәрҙәргә 170 индерелә, самолеттар буйынса 1231 самолет урынына 899 индерелә (башлыса разведкалау самолеттары, өлөшләтә истребителдәр һәм бик аҙ һанда бомбардировщиктар). Боеприпастар эшләү буйынса, айырыуса артиллерия боеприпастары буйынса, заданиелар үтәлмәй ҡала[11].

1931 йылдың июненә алып 1937 йылдың 20 майына тиклем — Белорус хәрби округы ғәскәрҙәре командующийы. 1932 йылдың ғинуарынан башлап Белоруссия Үҙәк комитеты Бюроһы ағзаһы.

1935 йылдың 20 ноябрендә РККА-ла хәрби званиелар индерелгәндән һуң Уборевич 1-се ранг командарм дәрәжәһенә лайыҡ була (хәҙерге замандағы армия генералы дәрәжәһенә тап килә), әммә Уборевич үҙе был звание менән ҡәнәғәт булмай, үҙен Буденный һәм Блюхер кеүек маршал дәрәжәһенә лайыҡ, тип һанай[2].

1936 йылда Уборевич етәкселегендә Белоруссияла РККА ҡеүәтен көнбайыш илдәре вәкилдәренә күрһәтеү маҡсатында бик ҙур хәрби маневрҙар үткәрелә. Тарихсы А. Смирнов әлеге күнекмәләрҙе «ысын һуғышҡа пародия» тип атай, сөнки бөтә частар командирҙары алдан «һуғыш» районы һәм «операция планы» менән танышалар. бөтә ҡарарҙарҙы улар шулай уҡ алдан ҡабул итәләр. Шулай итеп, был күрекмәләр РККА штабтарына һәм командирҙарына реаль хәрби хәлдә эш итергә мөмкинлек бирмәй, әммә бик ҙур ресурстар тотонола, 85 мең кеше ҡатнаша[2].

47-я авиадесант бригадаһы үҙен насар яҡтан күрһәтә. Бер йыл элек Киев хәрби округында күрһәтелгән етешһеҙлектәр Белоруссиялағы күнекмәләрҙә лә үҙгәрешһеҙ ҡала: самолеттан ырғытылған десантсылар бер ниндәй әҙерлекһеҙ бер туҡтауһыҙ дошман пулеметтарына ут яуҙырып, күҙәтеүсе белгестәрҙе аптырашта ҡалдыралар. 1936 йылдың 15 октябрендәге һәм 19 октябрендәге Хәрби Советта К. Е. Ворошилов үҙе был хатаны таный: «беҙҙә әлегә эш бер нәмәгә ҡайтып ҡала: һикерегеҙ, егеттәр, һуңынан күҙ күрер»[12].

Ҡулға алыу һәм язалау үҙгәртергә

Уборевич юғары совет хәрби начальнигы булараҡ оборона наркомы Ворошиловтың эшмәкәрлеген кире яҡтан баһалай. Төркөмгә Тухачевский, Якир һәм Гамарник инәләр. Улар фекеренсә, ҙур һуғышҡа әҙерләнеү шарттарында Ворошиловтың компетентлы булмауы Ҡыҙыл Армияның техник һәм модернизациялау процесына кире йоғонто яһай. Партияла, хәүефһеҙлек органдарында һәм армияла ҙур таҙартыуҙы башлағанда Сталин үҙенә лояль булған Ворошилов яҡлы була.

1936 йылдың авгусында «оппозицияға» ҡаршы беренсе Мәскәү процесы үтә, шунда уҡ комкор М. В. Примаков һәм К. Путна ҡулға алыналар. ВКП(б) Үҙәк Комитетының 1937 йылғы февраль-март пленумы бөтә йәмғиәттә репрессияларҙы йәйелдереүҙе хуплай, апрелдә НКВД допростарында Тухачевский, Уборевич, Корк, Шапошниковтарҙан Ягода менән бәйләнеше тураһында күрһәтмәләр алына.

1937 йылдың 20 майында Уборевич Урта Азия хәрби округы ғәскәрҙәре командующийы итеп тәғәйенләнә. 29 майҙа Мәскәүгә китеп барғанда уны ҡулға алалар. 1937 йылдың 30 майы- 1 июнендәге һораулама аша Уборевичты ВКП(б)Үҙәк Комитеты ағзалығына кандидаттар составынан сығаралар.

30 майҙа Уборевич контрреволюцион ойошмаларҙа ҡатнашыуын танымай. СССР НКВД Махсус бүлегенең элекке хеҙмәткәре Авсеевич күрһәтмәләренән: : «1937 йылдың май айында бер кәңәшмәлә бүлек начальнигы ярҙамсыһы Ушаков Леплевскийға, Уборевич күрһәтмәләр бирергә теләмәй, тип хәбәр итте, Леплевский кәңәшмәлә Ушаковҡа Уборевичҡа ҡарата физик баҫым сараларын ҡулланырға ҡушты».[13].

Бер аҙҙан Уборевич, үҙенең ғәйебен танып, протоколға ҡул ҡуя.

5 июндә ҡулға алынған хәрби начальниктарҙан торған ҙур төркөмдән һигеҙ кешене айырып, бер төркөм эше асалар. 7 июндә «хәрби-фашистик заговор» эше буйынса ғәйепләү тексы раҫлана. Суд алдынан ҡулға алынғандар Леплевскийға саҡыртыла, Леплевский уларға, үҙ яҙмышығыҙ үҙ ҡулығыҙҙа, тип иҫкәртә. 10 июндә эште ҡарау өсөн СССР Юғары судының Махсус суд присутствиеһы ойошторола. Уның рәйесе, бөтә ғәйепләнеүселәр юғары язаға хөкөм итеү тураһында Сталиндың күрһәтмәләре бар, тип еткерә[14]. 11 июндә эш ябыҡ суд ултырышында ҡарала, судта яҡлаусылар булмай, ғәйепләнеүселәр хөкөм ҡарарына ялыу биреү хоҡуғынан мәхрүм ителәләр. Протоколда ғәйептәрҙе дәлилләгән бер ниндәй факттар килтерелмәй. Тухачевский, Уборевич һәм Якирҙың тәнҡит сығыштары ҡоротҡослоҡ тип баһалана. Тухачевский үҙенең отчетында 1937 йылдың ғинуарындағы хәрби уйындарҙа Уборевичтың хаталарын күрһәтһә лә, шул уҡ ваҡытта уның РККА-ның моторлаштырған берләшмәләре көсһөҙлөгө айҡанлы тәнҡитен ыңғай баһалай[15].

Шул уҡ көндө, 23 сәғәт 35 минутта, Советтар Союзы Маршалы М. Н. Тухачевский, 1-се ранг командармдары И. П. Уборевич, Э. И. Якир, 2-се ранг командармы А. И. Корк үлем язаһына тарттырыла. Хөкөм кисекмәҫтән башҡарыла. Атып үлтереү актына Вышинский, Ульрих һәм башҡалар ҡул ҡуя. Кәүҙәләре Дон монастыры крематорийында яндырыла.

1957 йылдың 31 ғинуарында Юғары судының Хәрби коллегияһы тарафынан бөтәһе лә реабилитациялана.

Ҡатыны Нина Владимировна (халыҡ дошманы ғаиләһе ағзаһы булараҡ ҡулға алына, 1941 йылдың октябрендә атып үлтерелә, 1957 йылда реабилитациялана), ҡыҙы Владимира (14 февраль 1924 — 21 февраль 2020) 1937—1941 йылдарҙа балалар йортонда тәрбиәләнә, 1944 йылда биш йылға лагерҙарға хөкөм ителә, амнистия буйынса 1947 йылда иреккә сығарыла, 1955 йылда реабилитациялана).

Хәрби чиндары һәм званиелары үҙгәртергә

Наградалары үҙгәртергә

Баһалар һәм фекерҙәр үҙгәртергә

Советтар Союзы Маршалы Г. К. Жуков:

Ул, бөтә камиллыҡта оператив-тактик сәнғәтен үҙләштергән, ысын совет хәрби начальнигы ине. Ул тулы мәғәнәлә хәрби кешеһе ине. тышҡы ҡиәфәте, үҙен тота белеүе, үҙ фекерҙәре ҡыҫҡа итеп әйтә белеүе, бөтәһе лә Уборевичың ғәҙәттән тыш һәләтле хәрби етәксе булыуын дәлилләй ине. Ғәскәрҙәрҙә ул уны бөтөнләй көтмәгәндә барлыҡҡа килә ине. Һәр килеүе уның частарҙы хәрби тревога буйынса күтәреүҙән башлана һәм тактик күнекмәләр йәки командирҙар уҡыуы менән тамамлана ине.
Округтың иң яҡшы командующийы 1-се ранг командармы И. П. Уборевич ине. Командующийҙар араһынан, И. П. Уборевич һәм уның етәкселегендәге округ штабы кеүек, бер кем командирҙарға һәм берләшмә штабтарына оператив-тактик әҙерлектә шул тиклем күп бирмәне.
Округ ғәскәрҙәре командующийҙары И. П. Уборевич һәм И. П. Белов ҡулға алынғандан һуң округтағы юғары командирҙар составының уҡыу әҙерлеге ҡырҡа кәмене.
Уборевич күберәк оператив сәнғәт һәм тактика менән шөғөлләнде. Ул теге яҡтан да, был яҡтан да ҙур белгес һәм ғәскәрҙәрҙең тиңе булмаған тәрбиәсеһе булды.
Уборевич кешеләрҙе иғтибар менән күҙәткән һәм уларҙы белгән, талапсан, һиңә һинең хаталарыңды бик матур итеп аңлата белгән, иҫ киткес тәрбиәсе булды. Уларҙың [хаталарҙың] шикһеҙлеге уның өс-дүрт фразаһынан һуң инде асыҡ була. Ул ҡырт та, тупаҫ та булмауына ҡарамаҫтан, уның талапсанлығынан ҡурҡалар ине. Әммә ул шундай тиҙ һәм шундай теүәл итеп һиңә һәм башҡаларға теге йәки был мәсьәләлә һинең хаталарыңды, һинең хаталаныуыңды күрһәтә белә, һәм был кешеләрҙе көсөргәнештә тота.

Советтар Союзы Маршалы И. С. Конев[17]:

И. С. Конев Уборевичты һәләк булғандар араһынан иң эре хәрби эшмәкәр тип һанай, уны ифрат юғары баһалай. Граждандар һуғышы осорондағы уның тәжрибәһен юғары баһалай. Уны округ командующийы булараҡ, ғәскәрҙәрҙе бик һәйбәт белгән, ентекле һәм оҫта хәрби әҙерлек менән шөғөлләнгән, алға ҡарарға һәм кадрҙарҙы тәрбиәләргә белгән кеше булараҡ бик юғары баһалай. Әйтелгәнгә өҫтәп, И. С. Конев фекеренсә, Уборевич ғәҙәттән тыш хәрби һәләтле кеше була, уның йөҙөндә беҙҙең армия иң ауыр юғалтыу кисерҙе, сөнки был кеше фронт менән дә уңышлы етәкселек итер ине, һәм ғөмүмән һуғыш ваҡытында армияла иң алдынғы ролдәрҙә була алыр ине.

Советтар Союзы Маршалы К. А. Мерецков:

Мин уның менән биш йыл тирәһе бергә эшләнем, һәм ошо йылдар — минең хеҙмәтемдә тулыһынса яңы осор. Мин генә уның йоғонтоһо аҫтында булдым, тип әйтмәҫ инем. Уборевичтың бөтә эшләгәне: ул үҫтергән һәм өйрәткән төрлө ранглы тәрбиәле командирҙар; уның эш ысулдары; беҙҙең армияға ул биргәндең бөтәһе лә — дөйөм алғанда, үҙенсәлекле ҡыҙыл хәрби мәктәп, емешле һәм ғибрәтле мәктәп тип кенә ҡылыҡһырлана ала. Иероним Петрович кеүек… миңә бер хәрби начальник шул тиклем күп бирмәне.

[18]

Ғәскәрҙәрҙең хәрби әҙерлеген ойоштороусылар араһында иң һәләтлеһе. Күп йылдар дауамында Уборевичтың хәрби-теоретик хеҙмәттәре бөтә Ҡыҙыл Армияһының команда һәм етәкселек составы өсөн ҡиммәтле дәреслектәр булып торҙо. Уның мауыҡтырғыс һәм бай ижади мираҫы иң ентекле иғтибарға лайыҡ.
Уборевич ҙур оҫталыҡ менән команда-штаб уйындарын үткәрә, ялан сәфәрҙәре һәм башҡа занятиелар менән етәкселек итә ине. Ул даими рәүештә уйын барышында динамиклыҡҡа ынтыла, уйынды хәрби ваҡыты шарттарына яҡынайтып, ваҡиғалар торошонда ҡатмарлы һәм ҡыҙыҡлы моменттар булдыра ине. Занятиелар һәр саҡ ғибрәтле, тормош, хәрби хәл өсөн хас булған килешмәүсәнлек һәм ауырлыҡ менән үтәләр ине. Шуға күрә уларҙа ғибрәтле миҫалдар осратып була ине.
Уборевич үҙ-үҙенә һәм уның аҫтындағыларға иҫ киткес талапсан булды, фекер йөрөтөүҙә — принципиаль, эштә — теүәл. Үҙенең ғәмәлдәрен һәм ҡылыҡтарын минутына тиклем һанап сығара ине. Шундай уҡ теүәллекте ул ҡул аҫтындағыларҙан талап итте.
Иероним Петрович юғары белемле кеше ине. Ул нәфис әҙәбиәтте һәм сәнғәтте бик яҡшы белә, дөйөм техник мәсьәләләргә бик яҡшы төшөнә ине, хәрби фекер үҫеше өҫтөндә эҙмә-эҙлекле эшләй ине. Шулай, Граждандар һуғышы йылдарында ул үҙаллы хәрби сәнғәт тарихы, тактика, стратегия менән таныша, ә һуңғараҡ тыныс ваҡытта ғәскәрҙәрҙе әҙерләү буйынса М. И. Драгомиров хеҙмәттәрен бик тәрән өйрәнә.

Мерецков һөйләүенсә, Уборевич ҡулға алынғандан һуң да Сталин Мерецковҡа: «Уборевич ваҡытында нисек ғәскәрҙәрҙе әҙерләнегеҙ, шулай әҙерләгеҙ», тип өйрәткән; Мерецков уның ҡулға алыныу сәбәптәрен белергә тырышҡан: «йәнәһе, Уборевич, башҡа хәрби эшмәкәрҙәр кеүек, ышанысһыҙ» булған булып сыға[19].

Генерал-полковник А. П. Покровский:

Жуков, Конев, Малиновский, Мерецков, Курасов, Маландин, Захаров. Бына былар Уборевич мәктәбе. Ул бик ҙур һәләттәргә эйә иҫ китмәле кеше булды. Ошо бик ҙур кешеләр уның янында ул ваҡытта бәләкәй генә булып күренәләр ине. Хәҙер Жуков һәм Конев тарихҡа инделәр, бик күп эшләнеләр, ә ул ваҡытта улар ошо кеше янында бәләкәй булып күренәләр ине. Ул уларҙы өйрәтте, улар унан өйрәнде. Ул бик ҙур масштаблы кеше булды. Хәрби мөхиттә, шулай уҡ башҡа мөхиттәрҙә лә, һәр тиҫтә йыл һайын бындай эре, талантлы шәхестәр тыумай, тип уйлайым. Ошондай кешенең һуғыш алдынан армия өсөн юғалтылыуы башҡа фажиғәләр араһында айырыуса ҙур фажиғә ине. Уға тиңдәш кеше юҡ. Әгәр һин күп эшләһәң, әгәр һин бөтә хәрби яңылыҡтар, бөтә теоретик яңылыҡтар тураһында хәбәрҙар булһаң, әгәр һин бөтә нәмәне уҡыған, бөтә нәмәне күҙәткән, бөтә хәрби журналдарҙы, бөтә китаптарҙы булһаң, уның менән эшләүе бик еңел ине. Һәм әгәр һин бөтә көсөңдө һалып, һиңә йөкмәтелгән эш участкала шөғөлләнһәң. Әммә әгәр һин нимәнелер күрмәнең, артта ҡалған, йыбанған, уҡымған, танышмаған, хәрби фекерләү кимәленә, уның яңы аҙымдары кимәленә күтәрелмәгән булғанһың икән, әгәр һин һиңә йөкмәтелгән йомошто кәрәккәнсә яҡшы йәки тулыһынса үтәмәһәң, — ул саҡта түҙ. Ул саҡта уборевич менән эшләүе ауыр. Ул бик талапсан булды һәм быны ғәфү итмәне. Ҡыҫҡаһы, был ысын мәктәп ине.
  • «Иероним Петрович Уборевич… комсостав араһында абруй ҡаҙанған, бик яҡшы оператив фекерләй, эшләй, камиллаша» (Тухачевский Ворошиловҡа хатында, 1925 йыл)[20].

Хеҙмәттәре үҙгәртергә

  1. Уборевич И. Подготовка комсостава РККА (старшего и высшего). Полевые поездки, ускоренные военные игры и выходы в поле. — М.; Л.: Госиздат, 1928. — 180 с.
  2. Уборевич И. Оперативно-тактическая и авиационная военные игры. — М.; Л.: Госиздат, 1929. — 108 с.

Хәтер үҙгәртергә

 
Уборевич һәм уның ҡатыны йәшәгән аҙаҡҡы йорт

Рәсәй үҙгәртергә

Полководец хөрмәтенә Рәсәйҙә 15 урам исемләнгән[21], шул иҫәптән:

Украина үҙгәртергә

Белоруссия үҙгәртергә

  • Уборевич урамы Минскиҙа[22], Чижовка микрорайонында
  • Уборевич урамы Барановичта

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Комментарийҙар
  1. Начальником оперативного отдела штаба армии в это время был выпускник Академии генерального штаба, генерал-майор русской Императорской армии В. И. Буймистров. Начальником штаба соседней 13-й армии РККА в то же время был бывший генерал от инфантерии А. М. Зайончковский.
  2. Силы красных Южный фронт (командующий А. И. Егоров) включали 10 дивизий, 2 отдельные бригады, 4 кавалерийские бригады и 2 отдельные группы (62 тыс. штыков и сабель, 1119 пулемётов и 278 орудий). Силы белых (1-й армейский корпус (ВСЮР), командующий — генерал-майор А. П. Кутепов) насчитывали 22,3 тысяч штыков и сабель, 375 пулемётов и 72 орудия в составе двух пехотных дивизий
Сығанаҡтар
  1. КОМАНДАРМ УБОРЕВИЧ. Воспоминания друзей и соратников. 2021 йыл 3 июнь архивланған.
  2. 2,0 2,1 2,2 2,3 2,4 2,5 2,6 2,7 Лазарев, Сергей Евгеньевич Взлет и падение командарма И. П. Уборевича // Известия Самарского научного центра Российской академии наук : научный сборник. — 2011. — В. 3—2. — Т. 13. — ISSN 1990-5378.
  3. Наша Газета — Две школы — одна история 2016 йыл 12 март архивланған.
  4. Автобиография И. П. Уборевича от 20 декабря 1924 года. // Военно-исторический журнал. — 1989. — № 2. — С.81-83.
  5. Кадровая политика ?1/2003
  6. Левкин Г. Г. Волочаевка без легенд. / Приамурское географическое общество. — Хабаровск, 1999. — С. 196.
  7. Елисеева Н. Е. «Немцы вели и будут вести двойную политику». Рейхсвер глазами командиров Красной Армии. // Военно-исторический журнал. — 1996. — № 2. — С.30-38.
  8. Рейхсвер и Красная Армия. Документы из военных архивов Германии и России. 1925—1931 гг. / Ред. коллегия Фридрих П. Каленберг, Рудольф Г. Пихоя, Людмила В. Двойных. Федеральный архив Германии, Государственная архивная служба России, РГВА. Кобленц, 1995. С. 94.
  9. Ахтамзян А А. Военное сотрудничество СССР и Германии в 1920-1933 гг. (по новым документам) // Новая и новейшая история : Научный журнал. — 1990. — № 5. — С. 17. — ISSN 0130-3864.
  10. Минаков, Сергей Тимофеевич. Советская военная элита 20-х годов. Орелиздат, 2000.- 559 с. — с.526.- ISBN 5-87025-052-8
  11. Минаков С. Т. За отворотом маршальской шинели. — Орёл: Орёлиздат, 1999. — С. 200. — 358 с. — ISBN 5-87025-034-X.
  12. Смирнов Андрей Анатольевич Воздушные десанты на Киевских маневрах 1935 г. И Белорусских маневрах 1936 г. : идея и воплощение // Пространство и Время. — 2015. — В. 1—2 (19-20).
  13. Справка о проверке обвинений, предъявленных в 1937 году судебными и партийными органами тт. Тухачевскому, Якиру, Уборевичу и другим военным деятелям, в измене Родине, терроре и военном звговоре. // Военные архивы России. — 1993. — № 1 выпуск. — С. 46.
  14. Справка о проверке обвинений, предъявленных в 1937 году судебными и партийными органами тт. Тухачевскому, Якиру, Уборевичу и другим военным деятелям, в измене Родине, терроре и военном заговоре. // Военные архивы России. — 1993. — № 1 выпуск. — С. 54—55.
  15. Из показаний маршала М.Н. Тухачевского «План поражения». 1 июня 1937 г. | Проект «Исторические Материалы». — Военный совет при народном комиссаре обороны СССР. 1—4 июня 1937 г.: Документы и материалы. — М.: Российская политическая энциклопедия (РОССПЭН), 2008, стр. 467-494. Дата обращения: 29 сентябрь 2020. 2020 йыл 28 октябрь архивланған.
  16. Постановление СНК СССР № 24/2521 от 20.11.1935 г.
  17. ЗАПИСКИ КОМАНДУЮЩЕГО ФРОНТОМ, с. 465(недоступная ссылка)
  18. Мерецков К. А. На службе народу. — М., 1969.
  19. Стенограмма заседания 1937 года приоткрыла мотивы Большого террора — Российская газета
  20. Грани. Ру // Общество / История / Два маршала: трагический роман в письмах
  21. Федеральная информационная адресная система 2015 йыл 21 апрель архивланған.
  22. Вулица.бай — Улица Уборевича

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  • Уборевич И. П. Автобиография // Военно-исторический журнал. — 1989. — № 2. — С. 81.
  • Советская историческая энциклопедия — М.: Советская Энциклопедия, 1973. — Т. 14. — С. 642.
  • Деникин А. И. Поход на Москву / Очерки русской смуты. — М.: Воениздат, 1989. — С. 143.
  • Гражданская война в СССР. — М.: Воениздат, 1986. — 447 с.
  • Гражданская война и военная интервенция в СССР: Энциклопедия. — Изд. второе — М.: Сов. Энциклопедия, 1987. — 720 с.
  • Лазарев С. Е. Тухачевский и Уборевич — яркие представители советской военной элиты // Вестник Российской академии наук. — М., 2011. — Т. 81, № 12. — С. 1123—1127.
  • Лазарев С. Е. Взлёт и падение командарма И. П. Уборевича // Известия Самарского научного центра Российской академии наук. — Самара, 2011. — Т. 13, № 3 (2). — С. 410—415.
  • Соколов Б. В. Михаил Тухачевский: жизнь и смерть «Красного маршала». — Смоленск: Русич, 1999. — 512 с.
  • Черушев Н. С. 1937 год: Элита Красной Армии на голгофе. — М.: Изд-во Вече, 2003. — 541 с.
  • Жуков Г. К. Воспоминания и размышления — М.: Новости, 1990. — Т. 1. — 384 с.
  • Симонов К. М. Глазами человека моего поколения — М.: Изд-во Агентства печати Новости, 1988. — 480 с.
  • Ҡалып:Книга:Трагедия полководцев
  • Соловьев Д. Ю. Высший командный состав РККА 1935—1940. Маршалы Советского Союза и Командармы 1-го и 2-го рангов. — М.: Литрес, 2018. — 97 с. ISBN 978-5-532-11314-5.

Һылтанмалар үҙгәртергә