Мжаванадзе Василий Павлович
Васи́лий Па́влович Мжавана́дзе (груз. ვასილი მჟავანაძე) (7 (20) сентябрь 1902 йыл — 31 август 1988 йыл) — СССР партия (КПСС) эшмәкәре. 1953—1972 йылдарҙа Грузия Коммунистар партияһы Үҙәк Комитетының беренсе секретары, КПСС Үҙәк Комитеты Политбюроһы-Президиумы ағзалығына кандидат (1957—1972 йылдар). СССР-ҙың 4-8 саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1962 йыл).
Василий Павлович Мжаванадзе | |||||||||||||||||||
груз. ვასილი მჟავანაძე | |||||||||||||||||||
Василий Павлович Мжаванадзе | |||||||||||||||||||
| |||||||||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
8 апрель 1966 йыл — 18 декабрь 1972 йыл | |||||||||||||||||||
| |||||||||||||||||||
29 июнь 1957 йыл — 29 март 1966 йыл | |||||||||||||||||||
| |||||||||||||||||||
20 сентябрь 1953 йыл — 29 сентябрь 1972 йыл | |||||||||||||||||||
Алдан килеүсе: | Александр Иорданович Мирцхулава | ||||||||||||||||||
Дауамсы: | Эдуард Амвросиевич Шеварднадзе | ||||||||||||||||||
Дине: | (атеист) | ||||||||||||||||||
Тыуған: | 7 (20) сентябрь 1902 Рәсәй империяһы Кутаиси губернаһы Кутаиси ҡалаһы | ||||||||||||||||||
Үлгән: | 31 август 1988 (85 йәш) СССР, РСФСР, Мәскәү | ||||||||||||||||||
Ерләнгән: | Тбилиси | ||||||||||||||||||
Ҡатыны: | Мжаванадзе (Терешкевич) Виктория Фёдоровна (1921-1982) | ||||||||||||||||||
Балалары: | улы Александр, ҡыҙҙары Тамара, Виктория һәм Нина | ||||||||||||||||||
Партия: | Советтар Союзы Коммунистар партияһы (КПСС) (1927 йылдан) | ||||||||||||||||||
Белеме: | В. И. Ленин исемендәге Ленинград хәрби-сәйәси академияһы | ||||||||||||||||||
Хәрби хеҙмәт | |||||||||||||||||||
Хеҙмәт иткән йылдары: | 1924—1950 | ||||||||||||||||||
Принадлежность: | СССР | ||||||||||||||||||
Звание: | |||||||||||||||||||
Командир булған: | 42-се һәм 21-се Армияларҙың Хәрби совет ағзаһы | ||||||||||||||||||
Бәрелештәр: | Ленинградты обороналау, Ленинград-Новгород операцияһы | ||||||||||||||||||
Наградалары: |
|
Биографияһы
үҙгәртергәКутаиси ҡалаһында, ябай эшсе ғаиләһендә тыуған. 1915 йылда Хони ҡалаһы предприятиеларында эшләй. Һуңғы эш урыны — урындағы күн заводында ябай эшсе (1918 йылда).
1924 йылда Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһы сафында. Шунда уҡ 1927 йылда ВКП(б) ағзаһы була. 1937 йылда В. И. Ленин исемендәге Хәрби-сәйәси академияһын (Ленинград хәрби-политехник академияһы) тамамлай.
1937 йылдан хәрби-сәйәси эштә була. 1939—1940 йылдарҙа армияның сәйәси бүлек начальнигы һәм армия штабы комиссары дәрәжәһендә Совет-фин һуғышында ҡатнаша. Петразаводск йүнәлешендәге һуғышта ҡатнашҡаны өсөн Ҡыҙыл Байраҡ Ордены менән наградланған. 1940 йылдан Балтика буйы хәрби округының сәйәси идаралыҡ начальнигы, бригада комиссары.
Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, айырым ғәскәр берләшмәләре командиры сифатында армия сафы хәрби советтарының ағзаһы була. 1945—1953 йылдарҙа Харьков, Киев, Карпат буйы хәрби округтарының хәрби советтары ағзаһы булып иҫәпләнә.
Генерал-лейтенант (1944 йыл). 1953—1972 йылдарҙа Грузия Коммунистар партияһы Үҙәк Комитетының беренсе секретары. Хрущевҡа ҡаршы йәшерен һүҙ ҡуйышыу яҡлы була[1]. Партияның XX, XXII—XXIV съездарында КПСС Үҙәк Комитеты ағзаһы итеп һайлана (1956—1976 йылдарҙа). КПСС Үҙәк Комитеты Президиумы Политбюроһы ағзаһына кандидат була (29.06.57—18.12.72).
1972 йылдың сентябрь айынан хаҡлы ялда. Ғүмеренең һуңғы йылдарын Мәскәү янындағы Жуковка ҡасабаһында, Вячеслав Михайлович Молотовтың дачаһынан йыраҡ булмаған ерҙә йәшәй.
Ғәйепләүҙәр
үҙгәртергәВасилий Мжаванадзе, корупция һәм цеховиктарҙың эшмәкәрлеген йәшереүҙә ғәйепләнеп, вазифаһынан бушатыла, һәм уның урынын Эдуард Амвросиевич Шеварднадзе ала. Ғәйепләүҙәрҙең бер өлөшө дөрөҫ түгел тигән фаразлау ҙа бар[2]. И.В. Сталиндың йорт-музейын булдырыу яғында була [3].
Һылтанмалар
үҙгәртергәМжаванадзе Василий Павлович . «Герои страны» сайты.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Газета «Бульвар Гордона» | Сын многолетнего лидера СССР Сергей ХРУЩЕВ: «Микоян отца не предавал — он всегда был человеком, который, как в анекдоте, между капельками...» 2014 йыл 2 февраль архивланған.
- ↑ Мжаванадзе Василий Павлович . «Герои страны» сайты.
- ↑ Письмо секретаря ЦК КП Грузии В. Мжаванадзе секретарю ЦК КПСС Н. С. Хрущеву об открытии музея И. Сталина в г. Гори. 2009 йыл 28 февраль архивланған.