Үсүл әд-дин

(Усуль әд-дин битенән йүнәлтелде)

Усуль әд-дин (рус. Усуль ад-дин, ғәр. أصول الدين‎ — дин тамырҙары‎) — ислам илаһиәтенең (теология) биш төп ҡағиҙәһе берлеге. Сөнни һәм шиғый тәғлимәттәргә IX быуаттың тәүге яртыһындағы мөғтәзилиҙәр тәғлимәте көслө йоғонто яһай. Хәҙерге ислам юғары уҡыу йорттарында (мәҫәлән, әл-Әзһәрҙә) махсус факультеттар (көллиәт усуль әд-дин) бар, уларҙа Ислам теологияһы (илаһиәте) һәм апологетика (ислам динен яҡлау) өйрәнелә[1].

Үсүл әд-дин
ғәр. أُصُول الدِّين
Һаны 5
Иман шарттары

Тәүхид
Фәрештәләр
Китаптар
Пәйғәмбәрҙәр
Яуап көнө
Тәҡдир

Исламдың биш нигеҙе

Шәһәҙәт
Намаҙ
Ураҙа
Зәкәт
Хаж

Шәхестәр

Мөхәммәт
Ислам пәйғәмбәрҙәре
Сәхәбәләр
Хәлифәләр

Биш тәғлимәт үҙгәртергә

Исламға беренсе булып биш «тамыр» тәғлимәте системаһын индереүселәр мөтәзилиҙәр була. Төғлимәттәре системаһына улар ошоларҙы индерә: ғәҙеллек (әл-ғәҙел), бер Аллалыҡ (әт-тәухид), вәғәҙә һәм янау (әл-вәғәд үәл вәғыд), аралыҡтағы торош (әл-мәнзилә бәйн әл-мәнзиләтәйн), бойороҡ һәм хуплау. Сөнни һәм шиғый ғөләмәләр биш төп тәғлимәтте төҙөй, был ислам дине тәғлимәтендә булған һирәк осраҡ:[1][2] أ# Бер Аллаһ тураһында тәғлимәт (тәүхид);

  1. илаһи ғәҙеллеккә инаныс, Аллаһы тәғәләнең ғәҙел хөкөм итеүсе булыуына ышаныу (ғәҙеллек);
  2. Мөхәммәт Пәйғәмбәр рисаләтен һәм уға тиклемге пәйғәмбәрҙәрҙе таныу;
  3. ҡиәмәт көнөнә (ҡиәмәт) һәм ахирәткә ышаныу;
  4. Имамат /хәлифәлек тураһында тәғлимәт.

Сөнниҙәр һәм шиғыйҙар юғары власть (имамат) тураһында уртаҡ фекергә килмәй — был уларҙың төп ҡапма-ҡаршылығы[1][2].

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  • Гогиберидзе Г. М. Исламский толковый словарь. — Ростов н/Д: Феникс, 2009. — 266 с. — (Словари). — 3000 экз. — ISBN 978-5-222-15934-7.
  • Прозоров С. М. Усуль ад-дин // Ислам: энциклопедический словарь / отв. ред. С. М. Прозоров. — М. : Наука, 1991. — С. 246.