Марков Константин Константинович
Марков Константин Константинович (7 [20] май 1905 — 18 сентябрь 1980) — СССР географы, геоморфологы, география фәндәре докторы, Мәскәү дәүләт университеты профессоры, СССР фәндәр академияһы академигы (1970). СССР Дәүләт премияһы лауреаты (1971). РСФСР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (1966).
Марков Константин Константинович | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
Рәсәй империяһы СССР |
Тыуған көнө | 7 (20) май 1905 |
Тыуған урыны | Выборг, Великое княжество Финляндское[d], Рәсәй империяһы[1] |
Вафат булған көнө | 18 сентябрь 1980 (75 йәш) |
Вафат булған урыны | Мәскәү, СССР |
Ерләнгән урыны | Кунцево зыяраты[d] |
Һөнәр төрө | геолог, географ |
Эшмәкәрлек төрө | физик география[d] |
Эш урыны | М. В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университеты |
Уҡыу йорто | Санкт-Петербург дәүләт университеты |
Ғилми дәрәжә | география фәндәре докторы[d] |
Аспиранттар | Александровский, Александр Леонтьевич[d] һәм Андрей Алексеевич Величко[d] |
Сәйәси фирҡә ағзаһы | Советтар Союзы Коммунистар партияһы |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Польша (1955 йылдан) һәм Хорватия география йәмғиәттәренең почетлы ағзаһы, Лодзь университетының почетлы докторы.
Биография
үҙгәртергә1905 йылдың 7 (20) майында Выборг ҡалаһында инженер-төҙөүсе Константин Васильевич (1914 йылда айырылышҡандар[2]) һәм Мария Ивановна (1879—1921) Марковтар ғаиләһендә тыуған.
1917—1918 йылдарҙа Санкт-Петербургта, аҙаҡ Анапа ҡалаһына күскән В. П. Кузьминаның училищеһында уҡый.
1921—1926 йылдарҙа Петроградта География институтында (Ленинград университеты) уҡый, унда аспирантурала ҡала. Таджик-Памир экспедицияһында (1932—1935) ҡатнаша.
1935 йылдан СССР Фәндәр академияһының Геоморфология институты хеҙмәткәре булып эшләй, ул СССР Фәндәр академияһы менән бергә Ленинградтан Мәскәүгә күсә. Унда институт СССР Фәндәр академияһының География институты тип үҙгәртелә. 1938 йылдан геоморфология бүлеген етәкләй.
1939 йылда И. П. Герасимов менән берлектә беҙҙең ил территорияһында боҙлоҡ осоро тарихы буйынса СССР-ҙа беренсе мәғлүмәт төҙөй[3].
1940 йылдан — Мәскәү дәүләт университеты профессоры, 1945—1955 йылдарҙа — Мәскәү дәүләт университетының география факультеты деканы, бында бер нисә яңы кафедра ойоштора. 1946 йылдан — палеогеография кафедраһы мөдире (артабан — дөйөм физик география һәм палеогеография кафедраһы).
1942 йылда «Хәрби география» лекциялар курсын эшләй.
Ленинград өлкәһенең төньяҡ-көнбайышына һәм Карелияға, Памирға һәм Тянь-Шангә, СССР-ҙың Европа өлөшөнөң бик күп райондарына, Врангел утрауына, Кольский ярымутрауына, Кавказға, Көнбайыш һәм Көнсығыш Себергә экспедицияларҙа ҡатнаша. Европаның һәм Америка Ҡушма Штаттары-ның күп кенә илдәрендә була.
Антарктиданы өйрәнеү буйынса өс экспедицияла (1955—1960), шулай уҡ океанография экспедицияһында ҡатнаша.
«Антарктика атласы» авторҙарының береһе.
Төп хеҙмәттәре түбәндәге йүнәлештәргә арналған: СССР территорияһында дүртенсел осорҙо өйрәнеү буйынса, географик тикшеренеүҙәргә тарихи принциптарҙы индереү буйынса, физик география һәм геоморфологияның дөйөм теорияһы буйынса, арауыҡтар һәм ваҡытлы законлылыҡтар нисбәте (географик күренештәрҙең метахронлылығы); географик тикшеренеүҙәргә аналитик ысулдарҙы ғәмәлгә индереү буйынса фундаменталь тикшеренеүҙәр.
1960 йылдан СССР Фәндәр академияһының ағза-корреспонденты.
1970 йылда СССР Фәндәр академияһының академигы итеп һайлана.
1980 йылдың 18 сентябрендә Мәскәү ҡалаһында вафат була, Мәскәүҙә Кунцево зыяратында ерләнгән.
Ғаиләһе
үҙгәртергә- Һеңлеһе — Маркова, Надежда Константиновна (1904—1941) — географ, репрессияланған (1928), Ленинград блокадаһында һәләк була.
- өлкән ағаһы — Марков, Георгий Константинович (1902—1941), Ленинград блокадаһында һәләк була.
Билдәле урыҫ мәғрифәтселәре Второвтар ғаиләһенән булған әсәһе (ҡыҙ фамилияһы Досс)[4] яғынан ата-бабалары: ҡарт олатайҙың атайы — А. И. Второв (1772—1844) — мәғрифәтсе; ҡарт олатаһы — Н. И. Второв (1818—1865) — тарихсы.
- олатаһы — Досс, Иван Федорович — Волга-Кама банкының идара рәйесе
- инәйе — Синакевич, Ольга Викторовна (1876—1959) — әсәһенең ике туған апайы, ул үлгәндән һуң уның балаларын тәрбиәләй.
Ҡатыны (1932 йылдың 15 апреленән) — Жузе, Анастасия Пантелеймоновна (1905—1981), микропалеонтолог[5].
Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре
үҙгәртергә- 1980, 21 ғинуар — Октябрь Революцияһы ордены[7]
- 1955, 1961 — ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены[8]
- 1971 — СССР Дәүләт премияһы, «Антарктида атласы»н төҙөүҙә ҡатнашҡаны өсөн.
- 1966 — В. Ломоносов исемендәге премия лауреаты «Дүртенсел осор: СССР территорияһы» хеҙмәте өсөн
- 1954 — СССР география йәмғиәтенең П. П. Семенов-Тян-Шанский исемендәге миҙал
- 1958 — Польша Фәндәр академияһының почет дипломы.
Ойошмаларҙа ағзалығы
үҙгәртергә- 1948 — КПСС
- Дүртенсел осорҙо өйрәнеү буйынса комиссия.
Библиография
үҙгәртергә300-ҙән ашыу фәнни эштәр авторы[9], улар араһында:
- Развитие рельефа Северо-западной части Ленинградской области. Вып. 1, М. — Л., 1931.
- Ледниковый период на территории СССР. М. — Л., 1939 (совместно с И. П. Герасимовым).
- Герасимов И. П., Марков К. К. Четвертичная геология: (Палеогеография четвертичного периода): Учебное пособие для университетов и пед. институтов / проф. И. П. Герасимов и проф. К. К. Марков. — М.: Учпедгиз, 1939. — 364 с.
- Основные проблемы геоморфологии / К. К. Марков; Отв. ред Я. С. Эдельштейн. — М.: Географгиз, 1948. — 344 с. — 10 000 экз. (в пер.)
- Марков К. К. Очерки по географии четвертичного периода / Ред. карт Г. Н. Мальчевский. — М.: Географгиз, 1955. — 348 с. — 4000 экз.
- Путешествие в Антарктиду / К. К. Марков. — М.: Изд-во Моск. ун-та, 1957. — 224 с. — 10 000 экз. (в пер., суперобл.)
- Палеогеография / К. К. Марков. — М.: Изд-во Моск. ун-та, 1960. — 268 с. — 6000 экз. (в пер.)
- Четвертичный период: (Ледниковый период — антропогенный период). Т. 1—3. М., 1965—1967 (с соавт.).
- Путешествие в Антарктиду и вокруг света. М., 1960.
- География Антарктиды. М., 1968 (с соавт.).
- Марков К. К. Воспоминания и размышления географа / Рец.: Н. А. Солнцев, А. Г. Воронов. — М.: Изд-во МГУ, 1973. — 120 с. — 9660 экз.
- Избранные труды: Палеогеография и новейшие отложения / К. К. Марков. — М.: Наука, 1986. — 380 с.
- Избранные труды: Проблемы общей физической географии и геоморфологии / К. К. Марков. — М.: Наука, 1986. — 288 с.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Марков Константин Константинович // Большая советская энциклопедия (урыҫ): [в 30 т.] / под ред. А. М. Прохорова — 3-е изд. — М.: Советская энциклопедия, 1969.
- ↑ Марков К. К. Воспоминания: Отец // Константин Константинович Марков: воспоминания, очерки, научные статьи. Москва: Географический факультет МГУ, Смоленск: Маджента, 2005. С. 181—182.
- ↑ Герасимов И. П., Марков К. К.: Ледниковый период на территории СССР Физико-географические условия ледникового периода
- ↑ Марков К. К. Иван Алексеевич Второв // Природа. 2005. № 7. С. 67-72.
- ↑ К 100-летию со дня рождения К. К. Маркова и А. П. Жузе // Природа. 2005. № 7. С. 59-67.
- ↑ Мухина В. В., Казарина Г. Х., Маркова А. К. Воспоминания об Анастасии Пантелеймоновне Жузе // Константин Константинович Марков: воспоминания, очерки, научные статьи. Москва: Географический факультет МГУ, Смоленск: Маджента, 2005. С. 52-61.
- ↑ Указ Президиума Верховного Совета СССР от 23 января 1980 года. См.: «Награждение орденами и медалями СССР» // «Ведомости Верховного Совета Союза Советских Социалистических Республик». — № 5 (2027) от 30 января 1980 года. — Стр.99.
- ↑ Марков Константин Константинович на сайте Архивов РАН
- ↑ Библиография К. К. Маркова в Информационной системе «История геологии и горного дела» ГИН РАН.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Бондарев Л. Г. Школа академика К. К. Маркова // Московский Университет. 1985. № 39. С. 3. 23 мая.
- Молявко Г. И., Франчук В. П., Куличенко В. Г. Геологи. Географы: Биографический справочник / Отв. ред.: И. А. Федосеев, Е. Ф. Шнюков; Рецензенты: Р. А. Заездный, Е. К. Лазаренко. — Киев: Наукова думка, 1985. — С. 171—172. — 352 с. — 20 000 экз. (в пер.)
- Горецкий Г. И. Академик К. К. Марков — основоположник палеогеографии антропогена СССР // Лiтасфера. 2003. № 2. С. 147—149
- Краснопольский А. В. Отечественные географы (1917—1992): Биобиблиографический справочник (в 3-х томах) / Под ред. проф. С. Б. Лаврова; РАН, Русское географическое общество. — СПб.: Б.и., 1993. — Т. 2 (Л—Х). — С. 63—64. — 456 с. — 1000 экз. (в пер.)
- Марков Константин Константинович // Институт географии и его люди: К 90-летию со дня образования / Ред.-сост. Т. Д. Александрова; Отв. ред. В. М. Котляков; Рецензенты: В. А. Снытко, А. Л. Чепалыга. — Институт географии РАН. — М.: Наука, 2008. — С. 118—119. — 680 с. — 600 экз. — ISBN 978-5-02-036651-0. (в пер.)
- Серебряный Л. Р. Константин Константинович Марков, жизненный путь и научное творчество // К. К. Марков. Избранные труды, Проблемы общей физической географии и геоморфологии. М., 1986. С. 6—11.
- Чичагов В. П. Великие советские географы И. П. Герасимов и К. К. Марков к 110-летию со дня рождения // Астраханский вестник экологического образования. — 2015. — № 3. — С. 164—175.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Марков Константин Константинович // Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
- К. К. Марков — Архив РАН.
- Библиография в информационной системе «История геологии и горного дела» РАН.