Кольский ярымутрауы

Мурманск өлкәһендә, Рәсәйҙең Европаға ҡараған өлөшөнең төньяҡ-көнбайышында урынлашҡан ярымутрау.

Кольский ярымутрауы (иҫкесә. Мурман, Ҡола, Терь) —Мурманск өлкәһендә, Рәсәйҙең Европаға ҡараған өлөшөнең төньяҡ-көнбайышында урынлашҡан ярымутрау. Ярҙары Баренц һәм Аҡ диңгеҙ һыуҙары менән йыуыла.

Кольский ярымутрауы
Характеристикалары
Майҙаны100 000 км²
Иң бейек нөктәһе1200 м
Урынлашыуы
68° с. ш. 36° в. д.HGЯO
Йыуыусы акваторияАҡ диңгеҙ, Баренц диңгеҙе
РФ субъектыМурманск өлкәһе
Рәсәй
Точка
Кольский ярымутрауы
Мурманск өлкәһе
Точка
Кольский ярымутрауы
 Кольский ярымутрауы Викимилектә

Майҙаны — яҡынса 100 мең км2[1].

Көнбайыш өлөшөн Хибин тау массивтары (бейеклеге 1200 м тиклем) һәм Ловозера тунддраһы (бейеклеге 1120 м тиклем) биләй. Төньяҡта - тундра үҫемлектәре, көньяҡтараҡ урман тундраһы һәм тайга.

Кольский ярымутрауының майҙаны Мурманск өлкәһенең 70 проценттан саҡ ҡына кәмерәк өлөшөн алып тора. Кольский ярымутрауының Көнбайыш сиге Кол йылғаһы, Имандра күле, Нива йылғаһы буйлап үткән меридиональ уйпат буйынса билдәләнгән.

 
«Tabula Russiae» картаһынан фрагмент , 1614 йылда

XX быуат башына тиклем Мурмане тип ярымутрауҙың төньяҡ яр буйын ғына атағандар ( Изге Ностан норвегия сигенә тиклем ара). Артабан был атама бөтә Кольский ярымутрауына тарала. Ярымутрауҙың көньяҡ яр буйын Терский һәм Кандалакша ярына айырып йөрөтәләр.

Әлеге ваҡытта ярымутрауҙың күпселек халҡын урыҫтар (80,75%) тәшкил итә.

Урындағы автохтон (саама) халыҡ 0,2% ҡына тәшкил итә.

Физик-географик ҡылыҡһырлама

үҙгәртергә

Географик урыны

үҙгәртергә

Кольский ярымутрауы Рәсәйҙең иң төньяғында урынлашҡан. Бөтә биләмә тиерлек көньяҡ тундра, урман тундары һәм төньяҡ тайга сиктәрендә, Төньяҡ поляр түңәрәк аръяғында урынлашҡан.

Кольский ярымутрауының төньяҡ-көнсығышында мәңгелек туң тоҡомдары үҫешкән.

Ярымутрау төньяҡта - Баренц диңгеҙе, көньяҡта һәм көнсығышта Аҡ диңгеҙе һыуҙары менән йыуыла.

Кольск ярымутрауының көнбайыш сигендә Кол йылғаһы, Имандра күле һәм Нива йылғаһы буйлап үтеүсе меридиональ уйпат ҡабул ителгән.

Майҙаны яҡынса 100 мең км. Скандинавия ярымутрауының тура дауамы булып тора.

 
Имандра кңле

Ярымутрауҙың климаты төрлөлөгө менән айырылып тора. Төньяҡ-көнбайышҡа Төньяҡ-Атлантик ағым йылыһы арҡаһында субарктик диңгеҙ климаты хас. Үҙәккә, көнсығышҡа һәм көньяҡ-көнбайышҡа ҡарай континентлылыҡ арта - бында уртаса һалҡын климат.

Йәй ҡыҫҡа һәм һалҡынса, ҡыш оҙон һәм һыуыҡ. Ғинуар-февраль айҙарында уртаса температура: төньяҡ-көнбайышта −8 °C градус һалҡын ( Июлдә +8 °C ) , үҙәк райондарҙа −14 °C -ҡа ( июлдә +14 °C ) тиклем етә.

Ҡар япмаһы октябрь баш-уртаһынан алып уртаһынан алып май уртаһына тиклем ята. Таулы райондарҙа сентябрь аҙағы - октябрь башынан июнь урталарына тиклем ятыуы күҙәтелә.

Йәйге осорҙа ҡырау төшөүе һәм ҡар яуыуы ихтимал. Яр буйында һәм тау яйлаһында көслө ел (45-60 метрға тиклем), ҡышын - оҙайлы бурандар күҙәтелә.

Һауаның юғары дымлылығы һәм көслө ел булыуы арҡаһында хатта әҙ генә һыуыҡтар ҙа ауыр кисерелә.

Йыллыҡ яуым-төшөм һаны 375 мм тирәһе тәшкил итә.

Гидрологияһы

үҙгәртергә

Кольск ярымутрауында йылғалар күп: Поной (ярымутрауҙа иң оҙон йылға), Варзуг, Кола, Йоканг, Териберка, Воронья, Умба һәм башҡалар.

Шулай уҡ, күл ҙә күп. Иң ҙурҙары - Имандра, Умбозеро, Ловозеро бар.

 
Умбозеро

Геологик төҙөлөшө

үҙгәртергә

Геология һәм ландшафт күҙлегенән Кольский ярымутрауы Фенноскандияға ҡарай

Рельефы ныҡ ҡына телегеләнгән көнбайыш өлөшө Кольск ярымутрауының иң бейек яғы булып тора. . Унда депрессиялар менән бүлгеләнгән яҫы түбәле айырым тау массивтары: Хибин тау массивтары һәм Ловозер тундралары урынлашҡан. Уларҙың бейеклектәре 900-1000 метрға етә.

Хибиндың (Часначорр тауы - 1191м), Ловозер тундраларының айырым түбәләре генә 1000 метрҙан ашып китә.

Күльск ярымутрауының көнсығыш яртыһына сағыштырмаса тыныс, тулҡынлы рельеф хас. Күберәк 150-250 метр бейеклеккә эйә тау түбәләре өҫтөнлөк итә. Бер аҙ тулҡынлы тигеҙлек өҫтөнөн Кейва тауҙары (397 м) теҙмәһе күтәрелеп тора. Теҙмә ярымутрауҙың үҙәк өлөшөндә төньяҡ-көнбайышынан көньяҡ-көнсығышына ҡарай сылбыр булып һуҙылған.

Кольский ярымутрауы Балтика кристаллик ҡалҡанының көнсығыш өлөшөн биләй. Уның геологик төҙөлөшөндә архей һәм протерозойҙың ҡеүәтле ҡатламдары ҡатнаша. Архей бик көслө метаморфозға һәм көслө дислокацияға дусар ителгән, урыны менән пегматит есемдәр менән ҡырҡылған гнейс һәм граниттан тора. Протерозой ултырмалары составы буйынса ныҡ күп төрлө: йәшел ташлы тоҡомдар менән аралашып килгән кварциттарҙа, кристаллик һәүерташтарҙан, ҡомташтарҙан, мәрмәрҙән, өлөшләтә гнейстан тора.

 
Хибин тауҙарынан Имандра күленә күренеш

Файҙалы ҡаҙылма байлыҡтары

үҙгәртергә

Кольский ярымутрауының минераль төрҙәре буйынса донъяла аналогтары юҡ. Уның биләмәһендә 1000-гә яҡын минерал табылған. Ғәмәлдә ерҙә билдәле булған минералдарҙың 1/4 өлөшө тура килә. Яҡынса 150 минерал башҡа бер ерҙә лә осрамай. Апатит-нефелин рудаларының (Хибины), слюданың (мусковит, флогопит һәм вермикулит - ҙур донъя запастары), тимер, никель, цирконий, алюминий, ерҙә һирәк элементтар, платина төркөмөнә ингән металдар, литий, титан, бериллий, төҙөлөш һәм ювелир таштар (амазонит, аметист, хризолит, гранат, яшма, иолит һәм башҡалар ), керамик пегматит ятҡылыҡтары менән дан тота.

Рельефы һәм тәбиғәте

үҙгәртергә

Кольск ярымутрауының рельефында убалы ҡалҡыулыҡтар, яҫы таулыҡтар. яйлалар өҫтөнлөк итә. Шулай уҡ уйпат урындар һәм террасалар бар.

Ярымутрауҙың тау массивтары диңгеҙ кимәленән 800 метрҙан ашыу юғарылыҡҡа етәләр. Иң көнбайыш сиктә Ловозер Тундралары һәм Хибин тау массивтары ята.

Көньяҡ өлөшөндә уйһыулыҡтар, һаҙлыҡлы тигеҙлектәр һәм күп һанлы күлдәр таралған. Ярымутрауҙар Аҡ диңгеҙ һәм Баренц диңгеҙе менән йыуыла. Төньяҡ яр буйы (Мурманск яры) боҙҙан азат. Яр буйҙары бик телгеләнмәгән. Ярымутрауҙағы һыу ятҡылыҡтары һәм ярҙарын йыуыусы диңгеҙ төрлө балыҡтарға ныҡ бай.

Флора һәм фаунаһы

үҙгәртергә

Ярымутрауҙың төньяғында мүк, лишайниктар, арктика кәрлә ҡайыны үҫкән тундра . Үҙәгендә һәм көньяғында — ҡайын, ҡарағай һәм шыршынан торған тайга.

Һыу ятҡылыҡтары балыҡҡа бай: һөмбаш , палия, алабалыҡ, бағыр, бәрҙе, суртан һ. б.

Ярымутрауҙы йыуған диңгеҙ треска, камбала, палтус, мойва, сельдь балыҡтарына, диңгеҙ ҡыҫалаһына һәм диңгеҙ кәбеҫтәһенә бик бай.

Инфраструктураһы

үҙгәртергә

Ярымутрауҙа Мурманск, Апатиты, Североморск, Кировск, Оленегорск, Мончегорск, Островной, Кола һәм Кандалакша ҡалалары һәм Сафонов, Килдинстрой, Ревда һәм Умба ҡала тибындағы ҡасабалар урынлашҡан.

Хибин тауҙарында тупланған Кировск һәм Апатиты ҡалаларында урынлашҡан тау сеймалын табыу сәнәғәте иҡтисадтың төп тармағы булып тора.

Иң ҙур ҡала - Кольский ҡултығы көнсығыш ярындағы Мурманск порты.

Башҡа урындарҙа халыҡ күп түгел. Күпселек яр буйында тупланған. Төп шөғөлдәре булып балыҡ тотоу тора. Саама (лопари) боландар аҫырау менән шөғөлләнә. Иң көньяҡ сигендә ағас эшкәртеү сәнәғәте үҫешкән. Ярымутрау ша Октябрь тимер юлы участкаһы үтә.

Ярымутрауҙа Рәсәйҙең Төньяҡ флотының база урындары Североморск һәм Гремиха урынлашҡан. Североморск Төньяҡ флоттың штабы булып тора.

 
Мурманск янынан Кольский ярымутрауына панорама
  1. Кольский полуостров // Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
  • Кольский полуостров // Киреев — Конго.  — М. : Ҙур рәсәй энциклопедияһы, 2009.  — С 581.  — (Ҙур рәсәй энциклопедияһы : [35 т. / гл. ред. ю с Осипова ; 2004-2017, т 14).  — ISBN 978-5-85270-345-3.
  • Боч Г. Н. Төньяҡта Экскурсия: (Хибины һәм Мурман). — Л.: Гос. изд-во, 1926. — 115 с.:, к., табл.

Һылтанмалар

үҙгәртергә