Мандарин (емеш)
Мандарин — мандарин ағасы емеше[1][2][3][4] (йәки ҡыуаҡ емеше)[5][6].
Мандарин | |
Төҫ | оранжевый[d] |
---|---|
Етештерелә | C. reticulata |
Мандарин Викимилектә |
Тышҡы күренеше һәм төҙөлөшө
үҙгәртергәМандарин емештәре ҙур түгел (4-8 см), 140-150 г ауырлыҡҡа тиклем. Төҫө һары йәки ҡыҙғылт һары. Формаһы шар рәүешле йәки еңелсә ялпаҡ[7][8][9].
Тышсаһы йоҡа, еңел әрселә[7][10]. Мандарин ҡабығының еңел әрселеүе башҡа цитрустарҙан өҫтөнлөгө булып тора, сөнки башҡа цитрустар ауыр әрселә[10][11][5].
Башҡа цитрустар кеүек үк емешенең йомшағы шәкәрә менән ҡапланған киҫәктәрҙән тора, улар үҙ сиратында күп һанлы оҙонса күҙәнәктәрҙән тора[12].
Емештәр орлоҡһоҙ йәки күп булмаған орлоҡтар менән[9].
Аҙыҡ-түлек әһәмиәте
үҙгәртергәЕмеше татлы. Ризыҡ булараҡ емеше һәм һуты ҡулланыла[13]. Бынан тыш, мандаринды ҡаҡлайҙар һәм киптерәләр[11].
Мандарин емешендә шәкәр (10,5 тиклем %) күп, C, B1, B2 витаминдары, A провитамины, ирекле органик кислоталар, фитонцидтар, сальвестролдар, шулай уҡ пектин матдәләр, минераль тоҙҙар[13] бар.
Емеш оҙаҡ һаҡланғанда ла С витаминын оҙаҡ һаҡлай. Мандарин ноябрь—декабрь айҙарында өлгөрә, шуға күрә ҡыш көнө төньяҡ ярымшарҙа йәшәүселәр өсөн витамин сығанағы булыуы мөмкин.[13].
Мандариндың химик составы
үҙгәртергәМандарин йомшағы 100 г аҙыҡтың туҡлыҡлыҡ ҡиммәте | ||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Энергетик ҡиммәте 53 ккал 223 кДж | ||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||
| ||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||
Сығанаҡ: USDA Nutrient Database |
Емеш йомшағында шәкәр, органик кислоталар (лимон кислотаһы һәм башҡа — 0,6–1,1 %), витаминдар (тиамин, рибофлавин, аскорбин кислотаһы, рутин) һәм фитонцидтар бар. Тышсаһында 1-2 % эфир (мандарин майы) майҙары, һары һәм ҡыҙғылт пигменттар, улар араһында каротин да бар.
Эфир майҙары составына α-лимонен, цитраль, каприл һәм башҡа альдегидтар, спирттар, антранил кислотаһының метил эфиры бар, ул мандарин майына, емешенә, япраҡтарына һәм йәш үренделәренә үҙенсәлекле еҫ һәм тәм бирә.
Мандарин ҡиммәтле диетик аҙыҡ, аппетитты күтәрә, матдәләр алмашыныу процесын яҡшырта һәм ҡышҡы ваҡытта организмды витаминдар менән тәьмин итә. Мандарин һәм мандарин һуты организмды нығыта, аш һеңдереүгә булышлыҡ итә, ә фитонцид үҙенсәлектәре арҡаһында микробҡа ҡаршы тороусанлыҡ һәләтенә эйә. Һутының фитонцид әүҙемлеге уның ҡайһы бер тире ауырыуҙарын тыуҙырыусы патоген бәшмәктәргә тәьҫир итеүендә күренә.
Хужалыҡтағы әһәмиәте һәм ҡулланылышы
үҙгәртергәМандарин емешен сей килеш һәм һут һәм компоттар әҙерләү өсөн ҡулланалар.Тәмләткестәр сифатында уны татлы ашамлыҡтар әҙерләгәндә, печенье, соус, балыҡ, ҡош һәм дөгө ашамлыҡтарына емеш-еләк салаттарына ҡушалар.
Мандарин тышсаһын төрлө дарыу препараттары, төнәтмәләр, сироптар, экстракттар, шулай уҡ аҙыҡ-түлек сәнәғәтендә померанц ҡабығын алмаштырыусы булараҡ ҡулланалар. Мандарин һутын микроспория һәм трихофития менән зарарланған тирегә күп тапҡыр һөрткәндә был сирҙән ҡотолорға мөмкин. Мандарин тышсаһының спирт төнәтмәһе аппетитты күтәрә, бронхыларҙа һәм тын юлдарындағы ялҡынһыныуҙы йомшарта, , ҡаҡырыҡты бүлеп сығарыуға булышлыҡ итә. Көнсығыш медицинаһында тышсаһының төнәтмәһен бронхит, ҡоҫҡо килгәндә, йүткереккә ҡаршы һәм аш һеңдереүҙе яҡшыртыу сараһы булараҡ ҡулланалар.
Мандариндың тәпәш буйлы сорттары, мәҫәлән, уншиу, шулай уҡ декоратив бүлмә үҫемлеге булараҡ үҫтерелә.
Һулдан уңға: Йорт шарттарында үҫтерелгән мандарин.
Сәскә. Өлгөрмөгөн емеше. Йыйылған мандариндар. Йомшағы |
Культивация
үҙгәртергәУңышы юғары була, уңайлы миҙгелдә һәр ағастан 5-6 меңгә тиклем емеше була[10].
Мандарин Ҡытайҙа, тропик Азияла, Һиндостанда, Японияла, Урта диңгеҙ буйында һәм АҠШ-та Флоридала иң күп үҫтерелгән культураларҙың береһе. Һалҡынға сыҙамлы япон төрө уншиу Ҡара диңгеҙ буйында Кавказда һәм Краснодар крайында үҫтерелә[10].
Етештереү күләме
үҙгәртергәТанжерин, мандарин, клементина. Етештереүсе илдәр 2011 һәм 2014 йылдарҙа (мең тонна)[14] | |
---|---|
ҠХР | 18500 (2014 йыл) |
Испания | 2117 (2011 йыл) |
Бразилия | 1005 (2011 йыл) |
Төркиә | 960 (2014 йыл) |
Марокко | 925 (2014 йыл) |
Япония | 890 (2014 йыл) |
Италия | 853 (2011 йыл) |
Мысыр | 848 (2011 йыл) |
Иран | 800 (2011 йыл) |
АҠШ | 711 (2014 йыл) |
Корея Республикаһы | 688 (2014 йыл) |
Пакистан | 515 (2011 йыл) |
Аргентина | 450 (2014 йыл) |
Мексика | 401 (2011 йыл) |
Таиланд | 300 (2014 йыл) |
Перу | 236 (2011 йыл) |
Алжир | 218 (2011 йыл) |
Ҡытай Республикаһы | 197 (2011 йыл) |
Непал | 179 (2011 йыл) |
Ҡалып:Mальдива флагы | 152 (2011 йыл) |
Ҡалғандар | 1582 (2011 йыл) |
Донъяла бөтәһе | 26030 (2011 йыл) |
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Alef. — Chamah, 1987.
- ↑ А. И. Чаховский; Беларуская энцыклапедыя (Фирм). Культура питания: энциклопедический справочник. — "Беларуская энцыклапедыя" имя Петруся Броŭки, 1993.
- ↑ Наука и жизнь. — Изд. "Правда", 1969.
- ↑ Борис Петрович Токин. Целебные яды растений: повесть о фитонцидах. — Изд-во Ленинградского унив., 1980.
- ↑ 5,0 5,1 Гл. редактор Горкин А.П. Биология: Современная иллюстрированная энциклопедия. — Росмэн, 2007. — С. 263—. — ISBN 978-5-353-02413-2.
- ↑ Популярный энциклопедический иллюстрированный словарь. Европедия. — Олма медиа групп, 2003. — С. 488—. — ISBN 978-5-224-03916-6.
- ↑ 7,0 7,1 Иван Александрович Бенедиктов. Сельскохозяйственная энциклопедия. — Гос. изд-во сельхоз. лит-ры, 1953.
- ↑ Венедикт Андреевич Колесников. Плодоводство. — Государственное издательство сельскохозяйственной литературы, 1959.
- ↑ 9,0 9,1 Геннадий Непокойчицкий. Лечение растениями. Энциклопедический справочник. — АНС, АСТ, Астрель, Харвест, 2017. — С. 588—. — ISBN 978-5-457-27618-5.
- ↑ 10,0 10,1 10,2 10,3 Мороз В. Расскажите детям о фруктах. — МОЗАИКА-СИНТЕЗ. — С. 14—. — ISBN 978-5-86775-471-6.
- ↑ 11,0 11,1 Сергей Цигаль. Полная чаша. — ЛитРес, 2017. — С. 175—. — ISBN 978-5-457-44211-5.
- ↑ Справочник товароведа продовольственных товаров. — Ėкономика, 1987.
- ↑ 13,0 13,1 13,2 Детское меню от 1 года до 7 лет с советами педиатра. — ЛитРес, 2017. — С. 275—. — ISBN 978-5-457-41939-1.
- ↑ Производство мандарин в странах в 2014 году .
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Сухуми (Георгиан С.С.Р.). Ботанический сад. Труды Сухумского ботанического сада. — Издательство "Метсниереба"., 1957.
- Настольный календарь колхозника. — Огиз, 1938.