Польша

Үҙәк Европалағы дәүләт
(Ләхстан битенән йүнәлтелде)
Польша Республикаһы
Rzeczpospolita Polska
Ҡалып:Польша Республикаһының байрағы гербы Польша Республикаһының
Польша Республикаһының байрағы Польша Республикаһының гербы
Гимн: Польша Республикаһының гимны
Бойондороҡһоҙлоҡ яулауы 11 ноябрь 1918
Рәсми телдәр Поляк теле
Баш ҡала Варшава
Иң ҙур ҡалалары Варшава, Лодзь, Краков, Гданьск
Идара итеү формаһы Парламент республикаһы
Президент
Премьер-министр
Анджей Дуда[1]
Дональд Туск
Территория
  • Барыһы
  • % һыу.
69 урын
312 679 км²
3,07
Халыҡ
  • Барыһы
  • Тығыҙлыҡ
34 урын
38 483 957 (2014) кеше
123 кеше/км²
ЭТП
  • Бөтәһе (2008)
  • Кеше башына
18 урын
450,578 млрд $
14 893 $
Валюта Поль Злоты
Телефон коды +48
Сәғәт бүлкәте UTC +1

По́льша (пол. Polska), рәсми исеме По́льша Республика́һы (пол. Rzeczpospolita Polska) — Үҙәк Европалағы дәүләт. Майҙаны — 312 000 км2, илдә 38 000 000 кеше йәшәй. Иң ҙур ҡала — Варшава (пол. Warszawa), 1,7 миллион кеше йәшәй.

Польша сиктәрен төньяҡтан Балтик диңгеҙе йыуа, көнбайыштан Германия, көньяҡ-көнбайыштан Чехия, көньяҡтан Словакия, көньяҡ-көнсығыштан Украина, көнбайыштан Белоруссия, төньяҡ-көнсығыштан Литва һәм Рәсәй (Калининград өлкәһе) менән сиктәш.

Ил 16 воеводалыҡҡа бүленгән, воеводалыҡтар повят (округ) һәм гминаларға бүленгән.

Теүәл рәсми исеменең тәржемәһе — Поляк Республикаһы, сөнки Polska — поляк тигәнде аңлата (лат. Respublica PolonaPolonia (Польша) түгел)[2]. Рәсми исемендә хәҙерге поляк һүҙе «republika» (республика) ҡулланылмай, ә иҫкергән «Rzeczpospolita» (Жечпоспо́лита) һүҙе ҡулланыла.

Польша һуҙе боронғо славян һүҙе полъ (асыҡ, ирекле, буш) һүҙенән килеп сыҡҡан, илдең рельефында тигеҙлек өҫтөнлөк иткәнен күрһәтә.

Географияһы

үҙгәртергә
 
Польша территорияһы. Йыһандан күренеш
 
Балтик диңгеҙе
 
Подгальеның тау ландшафты

Дөйөм майҙаны — 312 658 (312 683) км² (майҙан буйынса донъяла 69-сы урынды, һәм Европала 9-сы урынды биләй). Ҡоро ере — 304 459 км², һыуҙа — 8220 км². Илдең төньяғында һәм үҙәгендә территорияның өстән ике өлөшөн Поляк уйһыулығы биләй. Төньяҡта — Балтик теҙмәһе, көньяҡта һәм көньяҡ-көнсығышта — Кесе Польша һәм Люблин ҡалҡыулыҡтары, көньяҡ сик буйлап — Карпат (иң бейек нөктәһе 2499 м, Татра һыртындағы Рысы тауы) һәм Судет тауҙары. Ҙур йылғалар — Висла, Одра; йылғаларҙың ҡуйы селтәре. Күлдәр башлыса илдең төньяҡ өлөшөндә урынлашҡан. Урман территорияның 28%-н ҡаплай.

Тәүтарих

үҙгәртергә

Беҙҙең эра башында Польша территорияһында скир һәм лугий герман ҡәбиләләре йәшәгәне билдәле. Артабан уларҙы Вельбар мәҙәниәте готтары алыштырған. Беренсе мең йыллыҡ уртаһында Польшаның көньяғын аландар һәм төрки ҡәбиләләр контролдә тотҡан. Беренсе мең йыллыҡ аҙағында Польша территорияһында көнбайыш поляндар (уларҙан ил атамаһы), лендзяндар, куявяндар, поморяндар, мазовшандар, висляндар, слензяндар (Силезияла) һәм башҡалар билдәле. Әкренләп эре ҡәбиләләр кенәзлектәре дәүләткә тиклемге берләшмәләр барлыҡҡа килгән; был кенәзлектәрҙән хәҙерге Кесе Польшалағы висляндарҙың кенәзлеге (Краков тирәһе) һәм Бөйөк Польшала поляндарҙың кенәзлеге (Познань районы) төп дәүләт берәмектәре булған.

Гнезно Польшаһы (877—1320)

үҙгәртергә
 
Польша 992—1025 йылдарҙа

877 йылда Бөйөк Моравия тарафынан Кесе Польша яуланғас, Бөйөк Польша поляк дәүләте формалашыуының үҙәге булып ҡалған, уның баш ҡалаһы Гнезно булған. Пясттар нәҫеле вәкиле Бөйөк Польша кенәзе Мешко I (960—992) Польшаның тәүге билдәле хакимы була; 966 йылда ул көнбайыш йолаһы буйынса Христиан динен ҡабул итә. Уның улы Батыр Болеслав I-нең хакимлығы осоронда Польша кенәзлеге сәскә ата.

 
Батыр Болеслав I — Польшаның тәүге короле

999 йылда Болеслав Чехиянан Краков менән бергә Кесе Польшаны тартып ала; 1003—1004 йылдарҙа ул чех кенәзе була, Изге Рим империяһы менән оҙайлы һуғыштан һуң Лужица һәм Мильсконы ҡуша. Болеслав Киев кенәзе Святополк Окаянный менән туғанлашҡан һәм уға ағаһы Ярослав I Мудрыйға ҡаршы көрәштә булышлыҡ күрһәткән, 1018 йылда Болеслав Киевты биләй; 1025 йылда ул король титулын ҡабул итә. Уның улы Мешко II бер үк ваҡытта Германия, Чехия һәм Русь менән һуғышырға мәжбүр була һәм атаһының барлыҡ тиерлек яуланған биләмәләрен юғалта. 1033 йылда ул король титулынан баш тарта. Мешко II вафат булғандан һуң, хаос һәм анархия дәүере башлана, Польшанан боласылар тарафынан ҡыуылған уның улы Тергеҙеүсе Казимир I ҙур ауырлыҡ һәм юғалтыуҙар менән үҙ власын тергеҙә. Казимирҙың улы Ҡыйыу Болеслав II (1058—1079) Польшаның элекке ҡеүәтен тулыһынса тергеҙә һәм 1076 йылда король титулын ҡабул итә; 1068 йылда ул үҙенең туғаны Изяслав Ярославичҡа ярҙам итеп Киевты яулап ала. Ул фетнә һөҙөмтәһендә тәхеттән ҡолатыла; әммә Болеслав III Кривоустый хакимлығы осоронда (1102—1138) боронғо поляк дәүләте үҙенең һуңғы сәскә атыуын кисергән. 1109 йылда Болеслав немец императорының ябырылыуын кире ҡаға, 1122 йылда Польшаға барлыҡ тиерлек Померанияны ҡуша. Әммә ул үлгәндән һуң, Польшала феодаль тарҡаулыҡ башлана. 1138 йылғы «Болеслав Кривоусттың статутына» ярашлы Польша дүрт улы араһында бүленә, шул уҡ ваҡытта өлкән улына бөйөк кенәз титулы менән бергә бөйөк кенәзлек уделы (Гнезно менән Бөйөк Польшаның өлөшө һәм Краков менән Кесе Польша) эләккән. Бер нисә кенәзлектәр барлыҡҡа килә: Куявия, Мазовия, Силезия, Поморье, Сандомир һәм башҡалар.

Шул уҡ ваҡытта немецтар көнсығышта ҡыҫымға ала башлай. 1181 йылда Көнбайыш Поморье (Померания) кенәзе үҙен герман императорының вассалы итеп таныған; 1226 йылда Мазовия кенәзе Конрад Прустар менән көрәшер өсөн, Тевтон орденын саҡырған. 1241 йылда Польшаға татар-монголдар үтеп инә һәм Легниц янындағы алышта поляктарҙы һәм немецтарҙы ҡыйраталар, әммә артабан Венгрияға йүнәләләр. XIII быуат аҙағында йәнә үҙәкләштереү тенденциялары башланған. Бөйөк Польша кенәзе Пржемысл II (1290—1296) 1295 йылда король титулын ҡабул итә. Әммә тиҙҙән ул Бранденбург курфюрсы һәм Бөйөк Польша магнаттарының кешеләре тарафынан үлтерелә.

Краков Польшаһы (1320—1569)

үҙгәртергә
 
Польша короллеге 1333—1370 йылдарҙа

1320 йылда Куявия кенәзе Владислав Локетек (1305—1333), үҙенең биләмәләренә Бөйөк Польшаны ҡушып Краковта Польша короле тажы кейә. Бынан алып Краков Польшаның яңы баш ҡалаһы булып киткән. Уның вариҫы Бөйөк Казимир III хакимлығы осоронда (1333—1370) Польша сәскә атҡан. 1349 йылда Польшаға Галиция ҡушылған. 1370 йылда Казимирҙың вариҫы — Венгрия короле Бөйөк Людовик (Лайош) I Польшаның короле(1370—1382) булып китә. Илдә тотороҡло нигеҙгә эйә булмағанлыҡтан, ул 1374 йылдау Кошицкий привилейҙы нәшер иткән, уға ярашлы магнаттар һәм шляхта барлыҡ йөкләмәләрҙән (хәрби хеҙмәттән һәм бер лан ерҙән 2 грош ҡына һалам) азат ителгәнсо.

 
Орши янындағы алыштан ҡалған поляк хәрби кейеме, 1514

1384 йылда Ядвига Польшаның королеваһы (Польша законы буйынса — короле) булып киткән. Магнаттар Ядвигаға ир эҙләй башлайҙар һәм Бөйөк Литва кенәзе Ягайлоны (Ягелло) һайлайҙар. 1385 йылда Кревола Польша-Литва унияһы төҙөлгән, уға ярашлы Ягайло католик йолаһы буйынса суҡындырылған, Литвала католик динен дәүләт дине булараҡ индергән, Краковта Ядвига менән никахлашҡан һәм Владислав II исеме аҫтында Польша тәхетенә ултырған. Шулай итеп Көнсығыш Европала Польша-Литва дәүләте барлыҡҡа килгән.

1410 йылда Грюнвальд янындағы алышта Тевтон ордены тар-мар ителә.

Ягайлоның улы Владислав III (1434—1444 йылдарҙа хакимлыҡ иткән) бер үк ваҡытта Венгрияның һәм Польшаның короле булып киткән, әммә ғосмандар менән Варна янындағы алышта һәләк булған. Бынан һуң Польша-Венгрия унияһы туҡтаған, әммә Владиславтың ҡустыһы Бөйөк Литва кенәзе Казимир Ягеллончиктың (Казимир IV, 1447—1492) король итеп һайланылыуы арҡаһында Польша-Литва унияһы тергеҙелгән.

Польша Батшалығы Рәсәй империяһы составында

үҙгәртергә

1812 йылдан Вена конгресы ҡарарҙар буйынса Польша һәм Варшава территорияһы Рәсәй империяһы составына индерелде. Польшанын исеме — Царство Польское.

Герцоглыҡтың автономия хоҡуғында Польша Батшалығы исеме менән Рәсәй империяһына инеүе — 1815 йыл

Рәсәй Императоры Польшаға беренсе Конституцияһын бирҙе.

1830 йылда Варшавала милли ихтилал башланды. Варшава Иван Фёдорович Паскевич, рус генерал-фельдмаршал менән баҫыла.

Ихтилал дөйөмө: Польша Рәсәй составында ҡалдырыла, Польша өсөн Конституция туҡтатыла (кире алына).

 
Польшаның воеводалыҡтары

Бойондороҡһоҙ республика

үҙгәртергә
 
Польша халҡы тығыҙлығының картограммаһы

2008 йылда Польша халҡының һаны 38 116 000 кеше тәшкил итә[3].

2002 йылғы йән иҫәбен алыу мәғлүмәттәренә ярашлы, Польша халҡының 96,74 % үҙҙәрен этник поляктар тип яҙҙырған. Шул уҡ ваҡытта 97,8 % үҙ йорттарында поляк телендә аралашыуын белдергән. Башҡа милләттәр 1,23 % тәшкил итә, улар араһынан иң ҙур этник төркөмдәр — силезиялылар (0,45 %), немецтар (0,4 %), беларустар (0,1 %), украиндар (0,1 %), сиғандар, йәһүдтәр, польша-литва татарҙары. Халыҡтың 2%-ынан ашыуы милләт тураһында һорауға яуап биреүҙән баш тартҡан.

 
Живец ҡалаһынан гуралдар
2011 йылғы йән иҫәбен алыу мәғлүмәттәренә ярашлы, Польша халҡының этник составы,
йән иҫәбе шарты буйынса милләт тураһында бер йәки ике яуап бирергә мөмкинлек булған
[4]
Милләт Барлыҡ яуаптарҙың
иҫәбе
(мең кеше)
шул иҫәптән беренсе
милләтте күрһәтеүселәр
(мең кеше)
шул иҫәптән берҙән-бер
милләтте күрһәтеүселәр
(мең кеше)
Барлыҡ яуаптарҙың
өлөшө %
Беренсе милләтте
күрһәтеүселәрҙең
өлөшө %
Берҙән-бер милләтте
күрһәтеүселәрҙең
өлөшө %
2002 йыл менән айырма
(мең кеше)
поляктар 36 085 36 007 35 251 93,72 % 93,52 % 91,56 % 899
силезиялылар 809 418 362 2,10 % 1,09 % 0,94 % 636
кашубтар 228 17 16 0,59 % 0,04 % 0,04 % 223
немецтар 109 49 26 0,28 % 0,13 % 0,07 % 44
украиндар 48 36 26 0,12 % 0,09 % 0,07 % 17
беларустар 47 37 31 0,12 % 0,10 % 0,08 % 2
сиғандар 16 12 9 0,04 % 0,03 % 0,02 % 3
урыҫтар 13 8 5 0,03 % 0,02 % 0,01 % 7
америкалылар 11 1 1 0,03 % 0,003 % 0,003 % 9
лемкалар 10 7 5 0,03 % 0,02 % 0,02 % 4
инглиздәр 10 2 1 0,03 % 0,01 % 0,003 % 9
башҡалар 87 45 34 0,23 % 0,12 % 0,09 %
билдәләнмәгән 1 862 1 862  — 4,84 % 4,84 %  — 1 087
бөтәһе 38 501 38 501 38 501 100,00 % 100,00 % 100,00 % 271

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә