Үҙәк тимер юл магистрале (Польша)

Үҙәк тимер юл магистрале (пол. Centralna Magistrala Kolejowa, CMK), шулай уҡ 4-се Тимер юл булараҡ билдәле (пол. Linia kolejowa numer 4) — 224 километр оҙонлоғондағы тимер юл һыҙаты. Польшаның көньяғындағы Заверце ҡалаһын Варшава биҫтәһендәге Гродзиск-Мазовецки ҡалаһы менән тоташтыра.

Үҙәк тимер юл магистрале
Рәсем
Дәүләт  Польша
Административ-территориаль берәмек Мазовия воеводлығы[d], Лодзинское воеводство[d], Свентокшиское воеводство[d] һәм Силезское воеводство[d]
Хужаһы PKP POLSKIE LINIE KOLEJOWE S.A.[d]
Ограничение скорости 200 километр в час
Hex-код цвета 27404E
Хеҙмәтләндереүсе PKP POLSKIE LINIE KOLEJOWE S.A.[d]
Рәсми асылыу датаһы 26 сентябрь 1974[1]
Ширина колеи европейская колея[d]
Конечная Гродзиск-Мазовецкий[d] һәм Заверце[d]
Оҙонлоҡ 222,993 km
Ошо юлдың картаһы
Яуаплы PKP POLSKIE LINIE KOLEJOWE S.A.[d]
Система электрификации 3 кВ пост.[d]
Номер линии 4
 Үҙәк тимер юл магистрале (Польша) Викимилектә

Ойошторолоуы

үҙгәртергә

Үҙәк тимер юл магистрале 1971 йылдан 1977 йылға тиклем төҙөлә һәм башта Үрге Силезиянан, Домбров күмер бассейнынан Труймясто порттарына күмер ташыу өсөн тәғәйенләнә. Тәүге план буйынса ул Заверцта башланып, Тчевта йәки Гданьскиҙа тамамланырға була, әммә 1970-се йылдар уртаһындағы Польшалағы иҡтисади көрсөк был пландарҙы үҙгәртә. Аҡса етмәү сәбәпле, юлды Гродзиск Мазовецкиға тиклем һалырға ҡарар ителә, унда сафта булған Варшава — Вена тимер юлы менән тоташа[2]. 1979—1980 йылдарҙа магистралдең ике юлы ла электрлаштырыла[3].

Үрге Силезия менән Варшава араһында тура тимер юл бәйләнешен булдырыу идеяһы тәүге тапҡыр профессор Александр Васютинский тарафынан 1920-се йылдарҙа тәҡдим ителә[4]. Уның билдәләүенсә, Заверце, Мышкув, Ченстохова, Радомск, Пётркув-Трыбунальски, Колюшки һәм Скерневица аша Варшаваға барған Варшава — Вена тимер юлы яңы барлыҡҡа килгән илдең ике сәнәғәт үҙәге араһында пассажирҙар һәм йөк ташыуҙы башҡарып сыға алмай. Әммә был идея, Күмер магистрале төҙөлгәндән һуң, хөкүмәт тарафынан кире ҡағыла.

1950-се йылдар аҙағында Польша властары Васютинскийҙың концепцияһына ҡайтанан иғтибар итә, әммә Варшава — Вена тимер юлын электрлаштырыу арта барған траффиктың ихтыяждарын ҡәнәғәтләндереү өсөн етергә тейеш тигән һығымтаға килә. 1957 йылда тамамланған был юлды электрлаштырыу хәрәкәт күләмен яҡынса 25 процентҡа арттырырға мөмкинлек бирә[5], әммә был ғына етмәй. 1970 йылда булған юлдарға яңыларын өҫтәү мөмкинлеге ҡарала, әммә унан тиҙ генә баш тарталар, һәм өр-яңы линия төҙөү идеяһы тергеҙелә. Линияны ике һыҙатлы юғары тиҙлекле итеп төҙөү планлаштырыла. Ул тиҙ йөрөшлө пассажир һәм ауыр йөк поездарын да йөрөтөү өсөн тәғәйенләнә. Юлдар менән киҫешмәһен өсөн бер нисә юл үткәргес төҙөү планлаштырыла. Пассажир поездары өсөн максималь тиҙлек сәғәтенә 250 саҡрым тәшкил итергә тейеш була, ә йөк поездары өсөн максималь ауырлыҡ — 5000 тоннаға тиклем[6].

Файҙаланыу

үҙгәртергә

Тәүге бер нисә йыл дауамында магистралде, нигеҙҙә, йөк ташыу өсөн ҡулланалар. Мәҫәлән, 1980 йылда линия буйынса көн һайын 73 йөк поезы һәм 4 пассажир поезы ғына үтеүе теркәлә[7]. Хәл 1980-се йылдар уртаһында Варшава хөкүмәте пассажирҙар составы һанын арттырырға ҡарарынан һуң үҙгәрә. 1984 йылдың 1 июнендә юғары тиҙлекле поездар (Варшаванан Гливицеға һәм Варшаванан Краковҡа) сәғәтенә 140 саҡрымға тиклем тиҙлек менән йөрөй башлай; ике йылдан һуң максималь тиҙлекте 160 км/сәғ тиклем күтәрәрәләр. Әммә юлдың проект тиҙлегенә (сәғәтенә 250 километр) тик 1994 йылдың 11 майында ғына ирешелә. Был тиҙлек менән итальян поезы «Pendolino» юлдарҙы бер нисә мәртәбә ремонтлау һәм алмаштырыуҙан һуң үтә ала. Был 2013 йылдың ноябренә тиклем Үҙәк Көнсығыш Европа өсөн тиҙлек рекорды булып тора. Был ҡаҙанышҡа ҡарамаҫтан, бындай тиҙлек менән даими поездар йөрөтөлмәй, сөнки 2009 йылға тиклем Польша дәүләт тимер юлдарында был тиҙлеккә еткерерлек хәрәкәт составы булмай. Шулай уҡ быны техник йыһазландырыуҙың етешмәүе һәм инфраструктураның туҙыуы ҡамасаулай.

2008 йылдың июнендә «Польша дәүләт тимер юлдары» тиҙлекте сәғәтенә 200 километрға еткерә алырлыҡ ун «Siemens EuroSprinter» электровозына заказ бирә. Уларҙың береһе 2009 йылдың 28 майында үҙәк тимер юл магистралендә һынауҙар барышында тиҙлекте 235 км/сәғ еткерә. Һынауҙар ваҡытындағы юғары күрһәткестәргә ҡарамаҫтан, тәүге составтар сәғәтенә 160 км тиҙлек менән йөрөй.

2009 йылдың 29 авгусында «Польша дәүләт тимер юлдары» Үҙәк тимер юлында Поездар менән идара итеүҙең Европа системаһын (ETCS) урынлаштырыу буйынса «Thales Rail Signaling» компанияһы менән килешеү төҙөй. Ул бөтә Европа берлеге илдәрендә, бигерәк тә юғары тиҙлекле тимер юл линияларында ҡулланыла. 4-се тимер юлында ETCS сигнализация системаһы 2013 йылдың 21 ноябрендә сертификациялана (Польшала беренсе тапҡыр), ул поездарға сәғәтенә 200 км тиҙлек менән йөрөргә мөмкинлек бирә[8].

2011 йылдың 30 майында егерме"Alstom Pendolino ETR 610" поезы алыу тураһында килешеүгә ҡул ҡуйыла. Ул тиҙлекте сәғәтенә 250 километрға тиклем арттырырға һәләтле[9]. Бындай беренсе состав 2013 йылдың 12 авгусында тапшырыла[10].

Үҙәк тимер юл магистрале 4 участканан тора:

  • «A» участкаһы — Гродзиск — Мазовецкий — Идзиковице,
  • «B» участкаһы — Идзиковице — Кнаповка,
  • «C» участкаһы — Кнаповка Псары,
  • «D» участкаһы — Псары — Заверце

һәм үҙ эсенә 14 айырым пунктты ала: 11 тимер юлы станцияһы һәм 3 тимер юл посы[11]:

 
Заверцы станцияһы
 
Идзиковице станцияһы
 
Гродзиск — Мазовецкий станцияһы
  • Гродзиск-Мазовецкий станцияһы
  • Корытов станцияһы
  • Шелиги станцияһы
  • Бело-Равск юл посы
  • Стшалки станцияһы
  • Идзиковице станцияһы
  • Опочно-Көньяҡ станцияһы
  • Пиличовице сәйәхәт посы
  • Ольшамовице станцияһы
  • Влощава — Төньяҡ станцияһы
  • Кнаповка сәйәхәт посы
  • Псара станцияһы
  • Гура-Водовский станцияһы
  • Заверце станцияһы
 
Мазовец воеводалығы Корытов ауылы эргәһендә Үҙәк тимер магистрале

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. https://www.atlaskolejowy.net/
  2. Bartłomiej Kozłowski. Zakończenie budowy Centralnej Magistrali Kolejowej (пол.). Polska.pl. Архивировано 8 октябрь 2011 года. 2011 йыл 8 октябрь архивланған.
  3. Robert Wyszyński. CMK i Pendolino – modernizacja jako przykład symbiozy (cz. I) : [польск.] // Rynek Kolejowy. — 2014. — № 8—9. — S. 50—53.
  4. A. Wasiutyński - notka biograficzna (пол.). SKM. Архивировано 4 ғинуар 2017 года.
  5. Elektryfikacja linii Warszawa - Śląsk, tzw. "Wiedenki" (Drogi Żelaznej Warszawsko-Wiedeńskiej) (пол.). Gazeta Częstochowska (9 март 2016). Архивировано 9 март 2016 года.
  6. Bartłomiej Kozłowski. Zakończenie budowy Centralnej Magistrali Kolejowej (пол.). Polska.pl. Архивировано 8 октябрь 2011 года. 2011 йыл 8 октябрь архивланған.
  7. Bartłomiej Kozłowski. Zakończenie budowy Centralnej Magistrali Kolejowej (пол.). Polska.pl. Архивировано 8 октябрь 2011 года. 2011 йыл 8 октябрь архивланған.
  8. First ETCS certified in Poland (ингл.). Railway Gazette (23 декабрь 2013). Дата обращения: 29 май 2022.
  9. PKP Intercity signs Pendolino contract (ингл.). Railway Gazette (31 май 2011). Дата обращения: 29 май 2022.
  10. The first Pendolino (EIC Premium) is already in Poland (ингл.). Alstom (19 август 2013).
  11. Wykaz linii Id-12 (D-29) (пол.). plk-sa.pl (30 декабрь 2016).