Литвяк Лидия Владимировна

Литвяк Лидия Владимировна (18 август 1921(19210818)[2] — 1 август 1943), СССР-ҙың хәрби осоусыһы, истребитель, авиация звеноһы командиры, гвардия кесе лейтенанты, Советтар Союзы Геройы (1990). ВЛКСМ ағзаһы. Үлгәндән һуң 1943 йылда лейтенант, 1990 йылда өлкән лейтенант дәрәжәһе бирелә[5].

Литвяк Лидия Владимировна
рус. Лидия Владимировна Литвяк
Рәсем
Зат ҡатын-ҡыҙ[1]
Гражданлыҡ  СССР
Хеҙмәт итеүе СССР
Ҡушамат Белая Лилия
Тыуған көнө 18 август 1921({{padleft:1921|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:18|2|0}})[2]
Тыуған урыны Мәскәү, Совет Рәсәйе
Вафат булған көнө 1 август 1943({{padleft:1943|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:1|2|0}}) (21 йәш)
Вафат булған урыны Кожевня[d], Украина Совет Социалистик Республикаһы, СССР
Үлем төрө яуҙа үлгән[d][3]
Үлем сәбәбе яуҙа һәләк була[d]
Ерләнгән урыны Дмитровка[d]
Ҡәбере һүрәте
Хәләл ефете Алексей Фролович Соломатин[d][3]
Туған тел урыҫ теле
Һөнәр төрө лётчик-истребитель, офицер, лётчик-ас, военный лётчик
Эшмәкәрлек төрө fighter unit[d][4]
Хәрби звание младший лейтенант[d]
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Ғәскәр төрө СССР хәрби-һауа көстәре[d]
Хәрби подразделение 586-й истребительный авиационный полк[d], 437-й истребительный авиационный полк[d], 9-й гвардейский истребительный авиационный полк[d], 296-й истребительный авиационный полк[d] һәм 73-й гвардейский истребительный авиационный полк[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Советтар Союзы Геройы Ленин ордены Ҡыҙыл Байраҡ ордены I дәрәжә Ватан һуғышы ордены II дәрәжә Ватан һуғышы ордены Ҡыҙыл Йондоҙ ордены «Сталинградты обороналаған өсөн» миҙалы
Юғалтыуҙың хәрби классификацияһы яуҙа һәләк була[d]
 Литвяк Лидия Владимировна Викимилектә

Биографияһы

үҙгәртергә

Лидия (Лилия) Владимировна Литвяк 1921 йылдың 18 авгусында Мәскәүҙә тыуған.

14 йәшенән аэроклубта шөғөлләнә. 15 йәшендә инде ул үҙ аллы тәүге осошон яһай. Херсон авиация осоусылар мәктәбенән һуң Калинин аэроклубында эшләй. 45 осоусы әҙерләй.

1941 йылдың октябрендә Мәскәү Коминтерно хәрби комиссариаты тарафынан армияға саҡырыла. 1942 йылда 586-сы истребителдәр авиацияһы полкына, «ҡатын-ҡыҙ авиаполкына» алына. ЯК-1 истребителен үҙләштерә. Беренсе хәрби осошон Һарытау күгендә яһай. 1942 йылдың авгусында төркөмдә немец Ю.-88 бомбардировщигын бәреп төшөрә. Сентябрҙә 437-се истребитель авиация полкына күсерелә (287-се истребителдәр авиацияһы дивизияһы, 8-се һауа армияһы, Көньяҡ-Көнсығыш фронт).

14 сентябрҙә икенсе хәрби осошонда Сталинград өҫтөндәге Ю-88 бомбардировщигын һәм Me-109 истребителен бәреп төшөрә. Me-109 осоусыһы немец бароны, һауала 30 еңеү яулаған, Рыцарь тәреһе кавалеры лейтенант Ганс Фусс булған. 27 сентябрҙә 30 метрлыҡ дистанциянан һауа һуғышында Ю-88 истребителен бәреп төшөрә. Һуңынан Раиса Викторовна Беляева менән парҙа Me-109 самолетын бәреп төшөрә.

Был ваҡытта Лидияның самолетының капотында уның һорауы буйынса аҡ ләлә сәскәһе төшөрөлә, һәм Литвяк «Сталинградтың аҡ ләләһе» ҡушаматы ала, һәм «Лилия» уның радио саҡырыуы була.

Тиҙҙән уны 9-сы гвардия истребителдәр авиация полкына күсерәләр. Полкта хеҙмәт итеү осоронда 1942 йылдың декабрь аҙағында Литвяк үҙенең аэродромынан алыҫ түгел Do-217 бомбардировщигын юҡ итә. 1942 йыл аҙағында ул 296-сы истребителдәр авиацияһы полкына күсерелә.

1943 йылдың 11 февралендә һауа һуғышында 2 дошман самолетын бәреп төшөрә — шәхсән Ю-88 самолетын һәм төркөмдә 190 FW. Тиҙҙән һуғыштарҙың береһендә Литвяк самолеты бәреп төшөрөлә, һәм ул дошман биләгән ергә ултырырға мәжбүр була. Немец һалдаттары уны әсирлеккә алырға маташып ҡарайҙар, әммә бер осоусы-штурмлаусы уға ярҙамға килә: пулемет уты аҫтында немецтарҙы ергә ятырға мәжбүр итә, ә үҙе ергә ултыра һәм Литвякты бортына ала.

1943 йылдың 23 февралендә Лидия Литвяк үҙенең беренсе хәрби наградаһын — Ҡыҙыл Йондоҙ ордены ала.

22 мартта Дондағы Ростов районында немец бомбардировкаһы төркөмөн эләктереү өсөн ҡатнаша. Һуғыш барышында ул бер самолетты бәреп төшөрә. Me-109 алтылыһын һиҙеп ҡалып, улар менән тигеҙ булмаған алышҡа инә, шуның менән иптәштәренә хәрби бурысты үтәргә мөмкинлек бирә. Һуғыш барышында ҡаты яралана, әммә зыян күргән самолетты аэродромға килтереп еткерә.

Дауаланып бөтөү өсөн йортона ҡайтарыла, әммә бер аҙнанан һуң полкта була.

1943 йылдың 5 майында бомбардировщиктар оҙатыуы аҫтында оса, алыш барышында дошман истребителен бәреп төшөрә, тағы берәүһен 2 көн үткәс юҡ итә.

Май аҙағында Лидия Литвяк, көслө зенит ышығында бәреп төшөрөргә мөмкин булмаған артиллерия утын корректировкалаусы—дошман аэростатын бәреп төшөрә. Ул дошман тылына үтеп инә һәм ҡояшҡа ҡаршы инеп, төпкөлдән аэростатты бәреп төшөрә. Был еңеүе өсөн Ҡыҙыл Байраҡ ордены ала.

1943 йылдың 21 майында һуғышта Лидия Литвяктың ире Советтар Союзы Геройы А. Ф. Соломатин һәләк була.

15 июндә Лидия Литвяк Ю-88 истребителен бәреп төшөрә, ә һуңынан, немец алтылы истребителдәренең һөжүмен кире ҡағып, береһен бәреп төшөрә. Ошо алышта еңелсә яралана һәм госпиталгә барыуҙан баш тарта.

18 июлдә немец истребителдәре менән алышта Литвяк һәм уның иң яҡын әхирәте Катя Буданова бәреп төшөрөлә[6]. Литвяк парашют менән ырғый, ә Буданова һәләк була.

1943 йылдың июль аҙағында — август башында Донбассҡа юлды ҡаплап торған Миус йылғаһы буйында немец оборонаһын өҙөү буйынса ҡаты һуғыштар бара. Ерҙәге һуғыш һауалағы өҫтөнлөк өсөн һуғыш менән көсөргәнешле алып барыла. 1943 йылдың 1 авгусында Лидия Литвяк 4 тапҡыр хәрби осош яһай, уның барышында шәхсән дошмандың ике самолетын һәм төркөмдә бер самолетын бәреп төшөрә. Дүртенсе осоштан ҡайтмай.

Дивизия командованиеһы Лидия Литвякты Советтар Союзы Геройы исеменә әҙерләй, әммә осоусы немецтаға әсирлеккә төшкән тигән имеш-мимештәр була, һәм тәҡдим итеү кисектерелә (икенсе версия буйынса, Советтар Союзы Геройы исеменә хәбәрһеҙ юғалғандарҙы тәҡдим итмәйҙәр).

Һуғыштан һуңғы йылдарҙа полкташтары юғалған осоусыны эҙләүҙәрен дауам итә. Осраҡлы ғына Донецк өлкәһе Шахтёр районының Дмитровка ауылында туғандаш ҡәберлегендә табыла. Уның кәүҙәһен Кожевня утары янында урындағы малайҙар таба һәм «Билдәһеҙ осоусы» кеүек уны Дмитровка ауылында 1969 йылдың 29 июлендә туғандаш ҡәберлектә ерләйҙәр.

1971 йылда Красный Луч ҡалаһының 1-се мәктәбе эҙәрмәндәре үткәргән эҙләнеүҙәр барышында 1988 йылдың июлендә ерләнгән урынында мәңгеләштерелгән исеме асыҡлана[7].

Шул уҡ йылдың 22 ноябрендә СССР оборонаһы министры урынбаҫарының бойороғо менән 1943 йылдың 16 сентябрендәге кадрҙар буйынса Литвяк яҙмышына ҡарата Баш идаралыҡ бойороғоноң 22-се пунктына үҙгәрештәр индерелә: «1943 йылдың 1 авгусында хәбәрһеҙ юғала тигәнде уҡырға кәрәк: 1943 йылдың 1 авгусында хәрби заданиены үтәгәндә һәләк була».

СССР Президенты 1990 йылдың 5 майында Литвяк Лидия Владимировнаға үлгәндән һуң Советтар Союзы Геройы исемен биреү тураһындағы указға ҡул ҡуя. «Алтын йондоҙ»миҙалы (№ 11616) һәләк булған героиняның туғандарына һаҡлау өсөн тапшырыла.

Хеҙмәт юлы

үҙгәртергә
Осор Часть Еңеүҙәре
1942 586-сы истребителдәр авиацияһы полкы (иап) (ҡатын-ҡыҙҙар ИАП) 3
1942 йылдың авгусы 586-се иап
1942 йылдың сентябре 437-иап дивизияның 201-се ИАД
1942 йылдың сентябре 287-се иад
1942 9-сы гвардия. иап 3
1942 — август, 1943 296-сы иап (артабан 73-сө гвардия дивизияһы. иап) 5
1943 йылдың 1 авгусы 73-сө гвардия. иап Яуҙа һәләк була

Бөтә осошо — 168, барлыҡ еңеүҙәре — 12 (төркөмдә 4).

Һауа һуғышында еңеүҙәре

үҙгәртергә
Дата Бәреп төшөрөлгән самолет тибы Еңеү урыны Ниндәй самолетта осҡан Кем алышта ҡатнаша.
1942 йылдың август Ю-88 (төркөмө) - Як-1
1942 йылдың 13 сентябрендә Ю-88 Сталинград Як-1 Раиса Беляева
1942 йылдың 13 сентябрендә Me-109 Сталинград Як-1 Раиса Беляева
1942 йылдың 27 сентябрендә Ю-88 Сталинград Як-1 Данилов ( 287-се иад командиры), Хвостиков (437-се иад командиры), Шутов (комэск 437-се иап), Дранищев, Беляева
1942 йылдың 27 сентябрендә Me-109 (төркөмдә) Сталинград Як-1 Данилов, Хвостиков, Шутов, Дранищев, Беляева
1942 декабрь Do-217 Сталинград Як-1
1943 йылдың 11 феврале Ju-87 - Як-1 Н. И. Баранов
1943 йылдың 11 феврале 190 FW (төркөмдә) - Як-1 Н. И. Баранов
1943 йылдың 22 марты Ю-88 Дондағы Ростов Як-1
1943 йылдың 22 марты Me-109 - Як-1
1943 йылдың 5 майы Me-109 - Як-1
1943 йылдың 7 майы Me-109 - Як-1
1943 йылдың 31 майы Аэростат - Як-1 заданиены яңғыҙ башҡара (уның өсөн Ҡыҙыл Байраҡ ордены)
1943 йылдың 16 июле Ю-88 - Як-1
1943 йылдың 16 июле Me-109 (төркөмдә) - Як-1
1943 йылдың 19 июле Me-109 - Як-1
1943 йылдың 21 июле Me-109 - Як-1
1943 йылдың 1 авгусы Me-109 (төркөмдә) - Як-1 Александр Евдокимов алып бара
1943 йылдың 1 авгусы Me-109 - Як-1 Александр Евдокимов алып бара

Наградалары

үҙгәртергә
 
Донецк өлкәһенең Шахтер районындағы Дмитровка ауылында ҡәберендә мемориаль плита
  • Красный Луч ҡалаһының үҙәк скверында Лидия Литвяк һәйкәле тора[8].
  • Авиация тарихында һауа һуғышында иң күп еңеү яулаған осоусы-ҡатын-ҡыҙ булараҡ Гинесстың рекордтар китабына индерелә.
  • Уның исемен RahXephon анимеһында ТЕРРА авианосец самолеты йөрөтә
  • «Штуромовые ведьмы» анимеһында Саня Литвяк героиняһы өсөн уның фамилияһы ҡулланыла
  • 2018 йылда легендар осоусы тураһында Мәскәүҙә Новослободский урамының 14/19 йортона мемориаль таҡтаташ ҡуйылған, ул һуғышҡа тиклем шунда йәшәгән.
  • 2019 йылдың 21 июлендә Волгоград өлкәһендә Көньяҡ хәрби округының авиация полкы территорияһында уның бюсы асыла[9].

Фильмдар

үҙгәртергә
  • Фильм «Дорогами памяти» 1979, ЦСДФ (РЦСДФ), Режиссёры Е. Андриканис
  • «Прекрасный полК»  документаль фильмдар серияһында4ы беренсе «Лиля» фильмы Лидии Литвякҡа арналған, 2014 йыл. Режиссёры А. Капков.
  • 2013 йылда «Истребители» сериалы сыға (реж. А. Мурадов). Фильмда героиня Лидия Литовиченко образы нигеҙендә Лидия Литвяк була (актриса Е. Вилкова)
  • 2008 йылда аниме «Strike Witches» сыға , унда Саня Литвяк прототибы булып Лидия тора.
  • 2019 йылдың 22 мартында режиссёр Андрей Шальопа Лидя Литвяк тураһында фильм анонслай[10] . Төшөрөүҙәр «28 панфиловсы» студияһының режиссёры Ким Дружинин менән берлектә планлаштырыла[11].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  • Литвяк Лидия Владимировна // Кавалеры ордена Славы трёх степеней: Краткий биографический словарь / Пред. ред. коллегии Д. С. Сухоруков. — М.: Воениздат, 2000. — 703 с. — 10 000 экз. — ISBN 5-203-01883-9.
  • Овчинникова Л. П. Женщины в солдатских шинелях. — Волгоград: Ниж.-Волж. кн. изд-во, 1987. — 47 с.
  • Золотая Звезда москвича. — М., 1963.
  • Советские асы. — М.: «Восточный фронт», 1996.
  • Milanetti, Gian Piero. "Soviet Airwomen of the Great Patriotic War - A pictorial history". — Istituto Bibliografico Napoleone, Rome, Italy, 2013. — ISBN 9788875651466.
  • Виноградова Л. Защищая Родину. Летчицы Великой Отечественной. — М.: Азбука-Аттикус, КоЛибри, 2015. — ISBN 978-5-389-09900-5.
  • Попович М. Л. Небесная Диана. // «Военно-исторический журнал». — 1995. — № 3. — С. 86—88.
Әҙәби әҫәрҙәр

Һылтанмалар

үҙгәртергә