Сана спорты
Сана спорты (нем. Rennrodeln, ингл. LugeLuge) — спортсыларҙың махсус трасса буйлап санала етеҙ төшөүҙә ярышыуҙарын кәүҙәләндереүсе ҡышҡы олимпия спорыт төрө.
Сана спорты | |
Етәксе орган | Международная федерация санного спорта[d] |
---|---|
Производная работа | alpine slide[d] |
Сана спорты Викимилектә |
Тарихы
үҙгәртергәСпортсыларҙың ойошҡан рәүештә үткән тәүге йыйылышы 1883 йылда Швейцарияла була. 1913 йылда Дрезденда (Германия) Халыҡ-ара сана спорты федерацияһы ойошторола (Internationale Schlittensportverband).
Был ойошма спорт менән 1935 йылға тиклем идара итә, аҙаҡ ул Халыҡ-ара бобслей һәм тобогган федерацияһы (FIBT) составына индерелә.
Ҡышҡы олимпия уйындары программаһында скелетонды сана спорты менән алмаштырыу тураһында ҡарар ҡабул ителгәндән һуң, 1955 йылда Осло ҡалаһында (Норвегия) беренсе донъя чемпионаты үткәрелә.
1957 йылда Халыҡ-ара сана спорты федерацияһына (Internationale de Luge de Course Fédération, FIL) нигеҙ һалына.
Сана спорты Ҡышҡы олимпия уйындары программаһына 1964 йылда индерелә.
Ҡағиҙәләр
үҙгәртергәСана спорты ҡағиҙәләр сағыштырмаса ябай — трассаны иң ҡыҫҡа ваҡытта үткән спортсы еңеү яулай. Спортсы трасса бушағандан һуң, билдәле бер ваҡыт үткәс, стартҡа сығырға тейеш.
Спортсы финишҡа санаһы менән бергә килеп етергә бурыслы, киреһенсә була ҡалһа, ул дисквалифициялана. Әммә трассала туҡтап алырға, санаға кире ултырырға һәм һарҡыуға төшөүҙе дауам итергә рөхсәт бирелә.
Сананың ауырлығы һәм уның төҙөлөшө билдәле бер регламентҡа тап килергә тейеш. Сана табандарының температураһы талап ителгән диапозонда булыуы шарт, ул һауа температураһына бәйле була. Шулай уҡ спортсыларҙың кәүҙә ауырлығына һәм кейемдәренә лә сикләүҙәр бар, экипировкаға комбинезондар, аяҡ кейеме, шлем, бирсәткә инә.
Тиҙлеккә ярышыу менән бәйле башҡа спорт төрҙәрендәге кеүек, алдан үткәрелгән ярыштар старт тәртибен билдәләй, ул трассаның торошо насарайған осраҡта бик мөһим роль уйнай. Спортсының дөйөм ваҡыты ике йәки унан да күберәк йөрөштөң һөҙөмтәһенән булдырыла.
Сана спорында ярыштар яңғыҙаҡтар һәм парҙар араһында үткәрелә. Формаль алғанда, ҡатын-ҡыҙҙар парҙарҙа ярыша ала, әммә ысынбарлыҡта иһә бөтә парлылар ярыштары ла тик ир-егеттәр араһында ғына уҙғарыла. Ҙур турнирҙарҙа эстафеталар үткәрелә, уларҙа команда яңғыҙ ҡатын ҡыҙҙан, бер ир-егеттән һәм парҙан тора.
2016 йылдағы донъя чемпионатынан башлап, ҡышҡы сана ярыштары программаһына спринт индерелә. Спринт ярышында дистанция сағыштырмаса ҡыҫҡартылған була, санасының ваҡытын билдәләү старттан түгел, ә уның башланғыс өлөштө үтеүенән иҫәпләнелә (100 метрҙан алып 150 метрға тиклем), ә еңеүсе берҙән-бер ынтылыш һөҙөмтәһе буйынса билдәләнә.
Трассалар
үҙгәртергәСана спорты буйынса ярыштар ике төрлө трассала үткәрелә: саналар өсөн һәм натурбана (сана спортының бер төрө). Ҡайһы бер трассаларҙа боҙҙо яһалма рәүештә бер аҙ һыуытып торалар. Сана трассаларының күпселеге, шул иҫәптән, натурбана трассаларының бөтәһе лә тип әйтерлек, альп илдрендә урынлашҡан:
- Альтенберг (Саксония)
- Кенигсзе (Бавария)
- Инсбрук
- Эстерсунд (Тюрингия)
- Санкт-Мориц — донъялағы иң оҙон һәм етеҙ тәбиғи трасса.
- Турин — 2006 йылғы Ҡышҡы олимпия уйындары өсөн махсус төҙөлгән
- Винтерберг (Төньяҡ Рейн-Вестфалия)
- Парамоново
Мөһим яһалма трассалар иҫәбендә. (күпселеге Ҡышҡы олимпия уйындары өсөн төҙөлгән):
Халыҡ-ара федерация
үҙгәртергәСана спорты Халыҡ-ара Сана спорты Федерацияһы тарафынан идара ителә (FIL, Federation de de Luge International Course) (рәсми сайт). Федерация Германияла урынлашҡан, уның күпселек вәкилдәре — немец милләтенән.
Федерация президенттары:
Ҡорамалдар
үҙгәртергәСпорт ҡорамалдары. Махсус костюмдар, улар ел ҡаршылығын кәметергә мөмкинлек бирә. Сана спорты өсөн тәғәйенләнешле һәм бармаҡтарында сәнскеләре булған махсус бирсәткәләр спортсыларға стартта уҡ шәп тиҙлек йыйырға яҙам итә.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергә- Олимпия уйындарында сана спорты
- Сана спорты буйынса донъя чемпионаты
- Сана спорты буйынса Донъя кубогы
- Бобслей
- Скелетон
- Натурбан
- Тобогган