Тукумс (лат.Tukums, нем.Tuckum) — Латвияла ҡала, Тукумс крайының административ үҙәге.

Тукумс
ФлагГерб
Flag of Tukums.svgCoat of Arms of Tukums.svg
Рәсем
Нигеҙләү датаһы 1795
Рәсми атамаһы Tukums
Дәүләт Flag of Latvia.svg Латвия
Административ үҙәге Тукумсский край[d], Туккумский уезд[d][1], Туккумское обер-гауптманство[d] һәм Тукумсский край[d]
Административ-территориаль берәмек Тукумсский край[d]
Һыу ятҡылығы буйында урынлашҡан Слоцене[d]
Иң юғары нөктә Q112578099?
Халыҡ һаны 16 691 кеше (1 ғинуар 2021)[2]
Диңгеҙ кимәленән бейеклек 61 метр
Сәғәт бүлкәте Көнсығыш Европа ваҡыты[d] һәм Көнсығыш Европа йәйге ваҡыты[d]
Туғандаш ҡала Плунге[d], Шессель[d], Красногорск ҡалаһы, Хони[d], Тидахольм[d], Изюм[d], Кореличи[d], Андрыхув[d] һәм Chennevières-sur-Marne[d]
Сиктәш Смардская волость[d] һәм Tume Parish[d]
Майҙаны 13,44 км² (1 ғинуар 2021)[3],
13,29 км² (1 ғинуар 2021)[3]
Почта индексы LV-3101, LV-3102, LV-3104
Рәсми сайт tukums.lv​ (латыш.)
Урынлашыу картаһы
Категория для видов элемента Category:Views of Tukums[d]
Commons-logo.svg Тукумс Викимилектә

Риганан көнбайышҡа табан 65 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Рига, Елгава, Вентспилсҡа ҡарай тимер юлдар линияһы үҙәге.

ТарихыҮҙгәртергә

XIбыуаттарҙа ҡала урынында ливалар ауылы барлыҡҡа килә. 1299 йылда бында немец рыцарҙары нығытылған замок төҙөй, һуңынан ул Ливон ордены геррмейстерҙарының резиденцияһы булып хеҙмәт итә. 1445 йылда ауылға ҡала статусы менән Туккум (нем. Tuckum) исеме бирелә.

1561 йылда орден ҡолатылғандан һуң замок Речь Посполитаяға лен рәүешендә курлянд герцогына тапшырыла. Шул ваҡытта уҡ һарай янында ҙур ауыл булған.

Ҡаланың төп иҫтәлекле урыны— XIII быуаттың Ливон ордены һарайынан ҡалған «Пилс» башняһы («Һарай»)[4]. Башня үҙ заманында ат һарайы, склад һәм төрмә булып хеҙмәт иткән, ә 1995 йылда унда ҡаланың тарих музейы асыла.

XIX быуат аҙағында ҡалала, ул саҡта Курлянд губернаһының өйәҙ үҙәге булараҡ, 7542 кеше йәшәй, шуларҙың байтаҡ өлөшөн йәһүдтәр тәшкил итә. Ҡалала православие сиркәүе, лютеран кирхаһы (XVI быуат), рим-католик костёлы һәм синагога, 11 уҡыу йорто булған. Сауҙа Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге мөхәррирҙәре баһаһы менән ҙур булмаған. 46 мең һумлыҡ етештереү менән 8 завод һәм фабрика (татлы тамыр заводы) булған. 1898 йылда килем 13 554 һум, сығым — 11 653 һум тәшкил иткән. Ҡаланан ике саҡрым алыҫлыҡта тимер һәм углекислоталы ике минераль сығанаҡ бар.

Ҡалала сәнғәт музейы, бер нисә сиркәү менән мәҙәниәт йорто бар. Тукумс Земгале тарихи-мәҙәни төбәктә урынлашҡан.

1990 йылдың 15 авгусында Тукумс янында Слока — Талси трассаһының юл-транспорт ваҡиғаһында билдәле совет рок-музыканты Виктор Цой һәләк була.

ХалҡыҮҙгәртергә

Үҙәк статистика идаралығы мәғлүмәттәре буйынса, 2015 йылдың 1 ғинуарына ҡарата ҡалала халыҡ һаны 17 563 кеше тәшкил итә.[5]

1989 йылда халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәренә ярашлы һәм 2015 йылдың баһаһы буйынса милли составы[6][7]
милләте кеше
(1989)
% кеше (2015) %
барыһы 21439 100,00 % 17563 100,00 %
латыштар 14097 65,75 % 14503 82,58 %
урыҫтар 4849 22,62 % 1824 10,39 %
белорустар 680 3,17 % 354 2,02 %
украиндар 839 3,91 % 232 1,32 %
сиғандар 359 1,67 % 176 1,00 %
поляктар 201 0,94 % 152 0,87 %
литвалар 144 0,67 % 145 0,83 %
башҡалар 270 1,26 % 177 1,01 %

ТранспортыҮҙгәртергә

Тукумсҡа Елгава (Тушки) — Тукумс төбәк P98 автомобиль юлы алып бара. Тукумста P104 Тукумс — Ауце — литва сиге (Витини), P121 Тукумс — Кулдига һәм P131 Тукумс — Кестерциемс — Мерсрагс — Колка төбәк трассалары башлана.

Тимер юл бәйләнешеҮҙгәртергә

Тукумс I станцияһы Торнякалнс — II Тукумс электрлаштырылған линияла һәм үҙәк тимер станцияһы Тукумс II, уға шулай уҡ Вентспилс — II Тукумс һәм II Тукумс — Елгава линиялары килә.

Иҫтәлекле урындарыҮҙгәртергә

  • Изге Троица лютеран сиркәүе

Башҡа факттарҮҙгәртергә

Тукумс аэропортында Baltic Bees пилотаж төркөмө урынлашҡан, ул 2008 йылда барлыҡҡа килгән, төрлө аэрошоу һәм авиасалондарҙа ҡатнашып, юғары пилотаж фигураларын күрһәтә.

ГалереяһыҮҙгәртергә

ИҫкәрмәләрҮҙгәртергә

СығанҡтарҮҙгәртергә