Йәнәбә
Иман шарттары |
Исламдың биш нигеҙе |
Шәхестәр |
Йәнәбә (жәнәбә) (ғәр. جنابة — бысраныу) — Исламда тәһәрәт боҙолоу, бысраныу; тулы ғөсөл ҡойонорлоҡ итеп нәжес тейеү. Был халәттәге кеше йүнүп (жүнүб) тип атала[1].
Тәһәрәтһеҙлек нәжес тейерлек ғәмәлдәрҙән килеп сыға. Мәҙһәбенә ҡарап, нәжес тип һаналаған нәмәләр бер аҙ айырыла. Тәһәрәт боҙолоуға эякуляция һәм поллюция (ир-атта), менструация һәм баланан бушанғандан һуң килгән бүленделәр (нифас) (ҡатын-ҡыҙҙа), яҡынлыҡ ҡылыу килтерә[2].
Таҙарыныу өсөн тулыһынса йыуынырға — ғөсөл ҡойонорға кәрәк. Әгәр бысраныу аҙғынлыҡ, эскелек һәм башҡа харам нәмәләр арҡаһында килеп сыҡһа, мосолман тәүбә итергә һәм гонаһын йыуырлыҡ ғәмәлдәр ҡылырға тейеш[3].
Йәнәбә хәлендә мосолманға мәсеткә инергә, Ҡөрьәнгә тотонорға һәм уҡырға, хаж ҡылырға, тауаф үтергә һәм намаҙ уҡырға ярамай (айырым осраҡтарҙан тыш)[1].
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 Али-заде, А. А., 2007
- ↑ AskImam.ru
- ↑ Ньюби, 2007, с. 83
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- урыҫ телендә
- Али-заде, А. А. Йәнәбә (архив ) // Исламский энциклопедический словарь. — М.: Ансар, 2007.
- Ньюби Г. Краткая энциклопедия ислама = A Concise Encyclopedia of Islam / Пер. с англ.. — М.: Фаир-пресс, 2007. — 384 с. — 3000 экз. — ISBN 978-5-8183-1080-0.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Что означает "Джанаба"? AskImam.ru (9 июнь 2009). Дата обращения: 8 февраль 2014. 2013 йыл 19 декабрь архивланған.