Менструация (Күрем)

(Күрем (айлыҡ) битенән йүнәлтелде)

Менструация (лат. mensis — ай, menstruus — ай һайын килеүсе), айлыҡ, хәйез (ғәр.) йәки регулдар — ҡатын-ҡыҙ һәм ҡайһы бер плацентар һөтимәрҙәр орғасылары организмының (приматтар, ярғанаттар һәм һикерәндәктәр ) күрем күреү циклының бер өлөшө[1][2][3][4][5]; Балаятҡылыҡтан ай һайын килгән ҡан һәм шул ҡандың килеү мәле[6]. Күрем барышында эндометрий (аналыҡтың Яр лайлалы слизистый тиресәһе) функциональ ҡатлауының, ҡанап, айырылып сығыуы. Тәүге күрем башланған көндән уның айлыҡ циклы һанала.

Күрем циклы

Күрем ҡаны ойошмай һәм ҡан тамырҙарында аҡҡан ҡанға ҡарағанда ҡара ҡыҙылыраҡ төҫкә эйә. Быны күрем ҡанында фермент йыйылмаһы булыуы менән аңлатып була[7].

Күрем (ғөмүмән, айлыҡ циклдар) ғәҙәттә йөклөлөк һәм имеҙеү осоронда туҡтап тора; көтөлгән көндә күрем килмәй торһа, был ғәҙәттә ауырға ҡалыу мөмкинлеген фаразларлыҡ билдә симптом булып тора.

Күрем циклдары

үҙгәртергә

Ғәҙәттә, ҡатын-ҡыҙ ай һайын күрем күрә, әммә күремдең ҡалыплашмаған, стандарт булмаған ваҡыты ла була. Енси өлгөрөү осорона саҡлы, кешенең йөклөлөк дәүере һәм бала тапҡандан һуң, күрем туҡтаған йәштә күрем күрелмәй. Бала тапҡандан һуң ағып сыҡҡан бүленделәр лохиялар тип атала һәм бер нисә аҙна дауам итә. Ҡайһы берҙә имсәк имеҙгән дәүерҙә күрем күпмелер ваҡыт булмай тороуы мөмкин, был балаға уҙыуҙан һаҡланыуҙың имеҙеү осорондағы йәки лактация аменореяһы тигән бер ысулы[8].

Тәүге күрем башланыуы (менархе)

үҙгәртергә

Ҡатын-ҡыҙҙарға уртаса 12-14 йәш тулғас, тәүге тапҡыр күрем (менархе) (9-11 йәштәгеләрҙән алып 19-21 йәштәгеләргә саҡлы булыуы мөмкин) башлана. Эҫе климатлы ерҙәрҙә күрем 11-ҙән алып 15 йәштәрҙәге ҡыҙҙарҙа күренә; уртаса климатта — 12 һәм 18 йәштәр араһында һәм һыуыҡ климатта — 13 һәм 21 йәшлек ҡыҙҙарҙа. Раса айырмалыҡтары менархе йәшен билдәләй: шулай, ҡайһы бер тикшеренеүҙәр күрһәтеүенсә, бер үк ижтимағи-иҡтисади шарттарҙа йәшәүсе европеоидтарға ҡарағанда негроидтарҙа менархе иртәрәк башлана[9][10][11].

Тәүге күрем килгәндән һуң артабанғыһы 2 йәки 3 айҙан һуң булыуы мөмкин. Ваҡыт үтеү менән 28 көнлөк күрем циклы барлыҡҡа килә һәм шулай дауам итә, ләкин цикл оҙонлоғо 21 көндән 35 көнгә саҡлы булыуы нормаға тап килә. Барлыҡ ҡатын-ҡыҙҙарҙың 13%-ның күрем циклы теүәл 28 көн тәшкил итә. Күрем яҡынса 2-8 көн дауам итә. Бөтөн бүлендектәр ҙә аналыҡ еңсәһенән тәбиғи юлдан ағып сыға.

Күрем башланыу синдромы

үҙгәртергә

Ҡайһы бер ҡатын-ҡыҙҙар күрем күреү менән бәйле хис-тойғолар тайпылышы кисерә. Тоҡаныусанлыҡ, ҡайһы берҙә ярһыусанлыҡ, арығанлыҡ тойғоһо, илаҡлыҡ, депрессия күҙәтелә. Шуға оҡшаған эмоциональ эффект диапазоны һәм кәйеф тайпылышы шулай уҡ йөклөлөккә бәйле һәм эндорфиндар етешмәүе менән аңлатыла.[12] Күрем алды синдромы осрау йышлығын баһалау 3 %[13] 30 %-ҡа тиклем[14] тирбәлә. Айырым һирәк осраҡтарҙа психотик боҙомдарға тартым кешеләрҙә күрем менструаль психозға (инг.) алып килә.

Күрем күреүҙең туҡтауы

үҙгәртергә

Күрем күреү туҡтауы йәше (күрем туҡтауы, ырыуҙан ҡалыу): норма — 40-57 йәш, ихтимал булған йәш — 50-52 йәш. Уртаса климатта күрем йыш ҡына 50 йәшкә саҡлы дауам итә, һәм бынан һуң күрем килмәй, менопауза башлана; башта бер нисә айға регулдар юғала, шунан тағы ла ҡабатлана һ. б. юҡҡа сыға. Хәйер, 70 йәшенә саҡлы күреме һаҡланған ҡатын-ҡыҙҙар ҙа бар. Медицина күҙлегенән ҡарағанда, күрем йыл дауамында бөтөнләй килмәһә, күрем туҡтау, менопауза башлана тип һанала.

Күрем килеү синхронлашыуы

үҙгәртергә

1971 йылдан башлап ҡайһы бер тикшеренеүҙәрҙә бергә йәшәгән ҡатын-ҡыҙҙарҙың күрем циклы яйлап синхронлаша тигән күрһәтмәләр табылған. Ҡайһы бер антропологтар был айырым эволюцион мәғәнәгә эйә тигән фараздар сығарған: боронғо һунарсылар һәм ризыҡ йыйыусылар берләшмәләрендәге ир-аттар һунар итергә киткәндә, ҡәбиләнең өлкән ҡатын-ҡыҙҙарының бер үк ваҡытта күреме килә башланған (күрем күргәндә ҡатын-ҡыҙ енси мөнәсәбәткә яраҡлы объект булараҡ фаразланмай)[15][16]. Әммә әлеге ваҡытта менструаль синхронлашыу эффекты (инг.)(инг.) бәхәсле булып ҡала.[17]

Күрем ҡаны

үҙгәртергә

Күрем ҡаны тип күрем ваҡытында аналыҡ еңсәһенән килгән шыйыҡ бүлендек атала. Дөрөҫөн әйткәндә, уның составына, ысын ҡандан башҡа, балаятҡы муйынтығы биҙҙәренең лайлалы секреты, еңсә биҙҙәре секреты һәм эндометрий туҡымаһы ингәнлектән, күрем шыйыҡсаһы тигән термин урынлы корректный була. Күрем шыйыҡсаһының бер күрем циклында бүленгән уртаса күләме, Ҙур медицина энциклопедияһын ярашлы, яҡынса 50-100 миллилитр. Әммә индивидуаль тарҡатҡанда, 10 миллилитрҙан 150-гә саҡлы һәм хатта 250 миллилитр сиктәрендә ята. Был диапазон нормаль тип һанала, артыҡ мул (йәки, киреһенсә, аҙ ғына) бүлендектәр ниндәйҙер сир билдәләре симптом булыуы мөмкин. Күрем шыйыҡсаһы ҡыҙғылт-көрән төҫтә, вена ҡанына ҡарағанда бер аҙ ғына ҡарараҡ.[18]:p.381

Күрем менән юғалған тимер күләме күпселек ҡатын-ҡыҙҙа сағыштырмаса ҙур булмай һәм үҙенән-үҙе анемия билдәләренә симптомына килтермәй.[19] Бер тикшеренеүҙәр барышында анемия билдәләре булған ҡатын-ҡыҙҙар төркөмөн эндоскоп ярҙамында ҡарағандар. Баҡһаң, уларҙың 86 % ысынбарлыҡта төрлө ашҡаҙан-эсәк ауырыуҙарынан (ашҡаҙан-эсәк трактының ҡанауына килтергән гастрит йәки бөйән-эсәк сей яраһы кеүек)яфаланған булған; әгәр ашҡаҙан-эсәк тракты тикшерелмәһә, күрем күргәндә ҡан юғалтыу сәбәбенән организмда тимер етешмәүе мөмкин тигән хаталы диагноз ҡуйылыр ине.[20] Әммә ҡайһы бер осраҡта даими регуляр күрем ҡаны түгелгәнлектән, был ҡайһы бер осраҡта аҙ ҡанлылыҡҡа анемияға килтереүе мөмкин.

Күрем ваҡытында кәрәкле тәртип ҡағиҙәләре һәм шәхси гигиена

үҙгәртергә

Күрем ваҡытында дөйөм гигиена ҡағиҙәләре

үҙгәртергә
 
Күрем бүлендеһен йыйғыс һауыт
 
Күп тапҡыр ҡулланыла торған гигиеник ҡатлау
 
Бер тапҡыр ҡулланыла торған гигиеник ҡатлау
 
Интравагиналь тампон

Үҫмер ҡыҙҙар һәм ҡатын-ҡыҙҙар, шәхси таҙалыҡ гигиена һаҡлау маҡсатында, эске кейемгә беркетелгән прокладкалар, һәм/йәки еңсәгә индерелеп ҡуйылған тампондар ҡулланалар. Ике осраҡта ла прокладка йәки тампон туҡымаһы күрем булендектәрен үҙенә һеңдерә. Европа илдәрендә, АҠШ-та һәм Канадала индивидуаль гигиена һаҡлау сараһы булараҡ күрем бүленделәрен йыйғыс һауыттар ҙур популярлыҡ яулай бара.

Күрем ваҡытында, ҡан ҡатыш күрем бүлендектәре бактериялар, бигерәк тә зарарлы]] бактериялар үҫешенә килтергәнлектән, таҙалыҡ гигиена ҡағиҙәләренә айырыуса иғтибар итергә кәрәк (көн һайын душ ҡойоноу, көнөнә 2—3 тапҡыр йыуынып алыу). Шулай уҡ физик эшкә тотонмау һәм психик тынлыҡ кәрәк.

Медицина тулыһынса һыуға инеүҙе һәм ванналарҙы хупламай (сөсө һыуҙа ла, тоҙло һыуҙа ла), душта ҡойонорға кәңәш итә. Ҡорһаҡ ҡыуышлығы органдарына ҡан күп йүгереү сәбәпле, аналыҡтың ҡанауына килтереү мөмкинлеге булғанлыҡтан, алкоголь һәм әсе ризыҡ ҡулланыу кәңәш ителмәй.

Күрем осорондағы енси акт

үҙгәртергә

Күрем ваҡытында ҡатын-ҡыҙ физик дискомфорт кисерә. Ҡайһы бер осраҡта күтәренке гормональ фон хис-тойғолар көсөргәнешенә һәм ярһыуға алып килә. Балаятҡы был саҡта төрлө инфекцияға бирешеүсән була.[21] Ҡайһы бер белгестәр күрем ваҡытында енси мөнәсәбәттәрҙе туҡтатып торорға кәңәш итә.[22]

Күрем күреүҙәге тайпылыштар

үҙгәртергә

Күрем күреү боҙолоуы йыш осрай һәм түбәндәгенән ғибәрәт:

  • күрем күреүҙең туҡтауы (аменорея),
  • тотолоп ҡалған йәки урынынан ҡуҙғалған ҡанау (menstruatio vicaria),
  • күрем көсәйеүе (меноррагия),
  • ауыртыныу менән оҙатылған күрем күреү (дисменорея, иҫкер. альгоменорея).

Күрем туҡтау төрлө шарттарға бәйләнгән. Буйға ҡалғанда ҡандың ғәҙәти ағып сығыуы туҡтай һәм физиологик сәбәп булып тора. Әгәр тәндең башҡа урынынан байтаҡ ҡан юғала икән, күрем туҡтауы мөмкин. Күрем туҡтағанда был етешһеҙлеккә килтергән сәбәпте белеү кәрәк. Һыуыҡ тейҙереп сирләгәндән һуң һәм ауыр күңел кисерештәренән һуң күрем оҙаҡ күренмәһә, табипҡа мөрәжәғәт итеү кәрәк. Механик тәьҫир арҡаһында күрем килмәүен айырым әйтеп китер кәрәктер; был осраҡта төп сәбәп булып еңсәгә инеү юлының, еңсәнең үҙенең һәм балаятҡы муйынтығының тарайыуы тора.

Ҡайһы берҙә ҡанау балаятҡынан йыраҡта ятҡан тән өлөшөндә барлыҡҡа килә, һәм аналыҡтан ҡан ағыу йә кәмеүе йә бөтөнләй туҡтап ҡалыуы мөмкин, бындай күренеш өҫтәлмә күрем күреү йә тотолоп ҡалған күрем күреү тип атала (викарлы менструация)[23]. Был осраҡта ғәҙәттә ҡанау тире булмаған урындарҙа күҙәтелә, мәҫәлән, яраларҙа, сей йәрәхәттә; шулай уҡ лайлалы тиресәләрҙә, мәҫәлән, ауыҙҙа, танауҙа. Ғөмүмән әйткәндә, тәндең өҫтәлмә күрем күрмәгән бер генә нөктәһе лә юҡ. Шул уҡ ваҡытта түллек биҙендә лә ғәҙәттәге күрем күреүгә оҡшаған күренеш күҙәтелә.

Меноррагия күренешендә ҡанау арта. Был балаятҡы сирҙәре йәки күрше органдар сирләгәндә: аналыҡ елһенгәндә, балаятҡы муйынтығы эрозияһы менән бәйле, киң бәйләүес тарамыштарының ҡан менән тулышҡанында һ. б. күҙәтелә; ҡайһы ваҡыт балаятҡының ниндәй ҙә булһа сире булмай, ә ҡан ағыу артыуы һаулыҡтың дөйөм насарайыуына бәйле.

Дисменорея тип күрем күреү барышындағы ауыртыныу атала. Был ваҡытта йыш ҡына ҡан төйөндәре ағып сыға. Дауалағанда күрем күреүҙәге боҙолоуҙың сәбәбенә иғтибар итәләр һәм уны бөтөрөү өҫтөндә эшләйҙәр.

Диндә һәм инаныстарҙа күрем

үҙгәртергә

Майя мифологияһы күрем күреүҙең килеп сығыуын никах союзының ижтимағи ҡағиҙәһен боҙған өсөн ҡатын-ҡыҙҙарға яза итеп бирелгән тип аңлата. Майяларҙың ышаныуҙары буйынса, күрем ҡаны ҡара тылсымда магия ҡулланылған йыландарға һәм бөжәктәргә әйләнә, һәм был ай алиһәһе яңынан тыуғанға саҡлы дауам итә[24].

Ибраһими диндәр күрем ҡанын ритуал яҡтан таҙа түгел ти, күрем күргән саҡта секс һәм дини йолалар атҡарыу тыйыла (Левит китабының 15-се бүлеге).

Непалдың традицион культында ун өсөнсө быуатҡа тиклемге ваҡыттарға барып тоташҡан алиһә Теледжуҙың кәүҙәләнеше тип һаналған һайлап алынған бәләкәй ҡыҙҙар хөрмәт итеү тәжрибәһе йәшәй. Легенда буйынса, алиһә, тегенеһе шәһүәтле аҙғын нәфселе ҡараштар ташлап уны хурлаған мәлгә саҡлы, Непал хакимы менән һөйәк уйыны уйнай. Кәмһетелгән Теледжу шул саҡтан алып илгә йәш ҡыҙ Кумари ҡиәфәтендә ҡайтырға ант итә. Был ваҡыттан башлап, тәүге күрем күргәнгә тиклем, Теледжуҙың тере кәүҙәләнеше тип һаналған Кумари ҡыҙҙарҙы хөрмәтләү культы йәшәп килә, йәнәһе, күрем килгәндән һуң, алиһә тәнен ташлап китә. Ауыр сир, яраланыу һөҙөмтәһендә етди ҡан юғалтыу һәм хатта көлөү ҙә алиһәнең китеүен аңлата һәм ҡыҙ өсөн ғәҙәти тормошҡа кире ҡайтыу өсөн сәбәп булып тора ҡан[25].

Көньяҡ-көнсығыш Азияла күрем ҡаны ҡатын-ҡыҙ башланғысы һаналған инь менән бәйле тип һанала һәм традицион медицина тәжрибәһендә ҡулланыла. 1592—1598 йылдарҙағы япон-корея һуғышы ваҡытында корея генералы Чеу Гвак (инг.) ғиффәтле ҡыҙҙарҙың күрем ҡанына буялған ҡыҙыл кейем кейеп йөрөгән[26]. Генерал, ҡара ҡатын-ҡыҙ энергияһы инь уның кейемен ҡалҡанға әйләндерә, ир-ат энергияһы кәүҙәләнеше булған ян — япондарҙың атыу ҡоралы ла уны ала алмай, тип ышанған.

Ҡөрьәнгә һәм сөннәткә ярашлы, хәйез (күрем) ваҡытында ире ҡатынын иркәләй ала, әммә енси яҡынлыҡ тыйыла, ул харам һанала. Хәйезе ваҡытында ҡатын-ҡыҙ намаҙ уҡый ҙа, тороп ҡалғандарын ҡаза ҡыла ла алмай.Уға шулай уҡ бындай көндәрендә ураҙа тоторға рөхсәт ителмәй. Тороп ҡалған көндәрен ул аҙаҡ, таҙарынғас, ҡаза ҡылып ҡуя. Шулай уҡ бындай осоронда ҡатын-ҡыҙ Ҡәғбәтулла тирәләй тауаф ҡыла алмай. Был ҡотолғоһоҙ осраҡтарҙа ғына мөмкин.

Әгәр айлыҡ енси яҡынлыҡтан һуң башланһа, тулы ғөсөл алып ҡуйырға кәрәк. Намаҙ уҡырға ярамаһа ла, был мәлендә намаҙ ваҡыты ингән саҡта зекер әйтеү һәм доғалар уҡыу ғөләмәләр тарафынан хуплана.

Ғәйшә (раҙыйаллаһу ғәнһә) хәҙисе:

  «Беҙ (Мәҙинәнән) хаж сәфәренә сыҡтыҡ. Сариф тигән ергә еткәс, хәйезем башланды. Хажды тулыһынса үтәй алмам тип уйлап, иланым. Яныма Рәсүлуллаһ (саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм) килде лә: - Ни булды? Хәйезең башландымы? - тип һораны. Мин «эйе», тигәс, ул: - Хәйез – Аллаһы тәғәләнең ҡушҡаны, Ул Әҙәм балаларына шулай ҡушҡан. (Шуға илау кәрәкмәй.) Һиңә бары Ҡәғбәтулла тирәләй тауаф үтергә генә ярамай, ә ҡалған ғибәҙәттәрҙе башҡа хаж ҡылыусылар кеүек тулыһынса үтә, тине.  

[1]

Хайуандарҙа күрем күреү

үҙгәртергә

Кешенән башҡа, күрем шулай уҡ ҡайһы бер плацентар һөтимәр орғасыларында ла күҙәтелә. Бында, беренсе сиратта, күп кенә приматтар ҡарай. Маймылға оҡшаған, бында кеше лә ҡарай, инфраотряд вәкилдәре булған күп төрҙәрҙә күрем күреү ғәҙәти күренеш, кеше һымаҡ маймылдарҙа, Иҫке Донъя маймылдары (йәки мартышкаға ҡараған төрҙәр) һәм Яңы Донъя маймылдары һәм (йәки яҫы танаулы маймылдар) күрем күреү ғәҙәти күренеш. Ярым маймыл примитив ярым отрядына ҡараған вәкилдәрҙә күрем күреү һирәк күҙәтелә: был күренеш еүеш танаулы маймылдар ярым отрядында (уларға лемурҙар һәм лори ҡарай) юҡ, ләкин оҙон үксәлеләрҙең лемур һәм маймылдар араһындағы ҡайһы бер төрҙәрендә күҙәтелә.

Приматтарҙан тыш, күрем күргән башҡа хайуандарға ҡулғанатлылар (ярғанат) һәм (һикерәндәктәр (фил һуҡыр сысҡаны булараҡ билдәле) ҡарай. Шуныһы ҡыҙыҡ, уларҙың ҡанында малярия плазмодийҙары табыла, һәм был уларҙың түбән приматтарға эволюцион яҡынлығын иҫбатлай (малярия менән тик приматтар, шул иҫәптән кеше, һәм кескәй маймылдар (тупайялар) ғына ауырый).

Плацентар һөтимәрҙәрҙең башҡа төрҙәре орғасыларында күрем урынына ҡарығыу циклы (эструс) күҙәтелә, уның барышында эндометрий бүленеп сыҡмай, ә организм тарафынан тулыһынса йотола. Әйтер кәрәк, кешеләрҙең дә күрем ҡаны менән эндометрия күләменең тик өстән бер өлөшө генә бүленеп сыға, ә ҡалған өстән ике өлөшөн организм тарафынан һеңдерелә.

Орангутанг орғасыларының, кешенеке кеүек, күрем циклы оҙонлоғо, уртаса 28 көн тәшкил итә, оҙайлығы ай айының дауамлығына яҡын, 29,53 тәүлек, ә, мәҫәлән, шимпанзе орғасыһының күрем циклы оҙонлоғо яҡынса 35 көн тәшкил итә.[27]

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә
  • Менархе
  • Предменструальный синдром
  • Менопауза
  • Аменорея
  • Опсоменорея
  • Альгоменорея
  • Маточное кровотечение
  • Гинекологические нарушения / Под ред. Дж. Пауэрстейна. — М., 1985.
  • Инфекции в акушерстве и гинекологии / Ред. кол.: Макаров О.В., Алешкина В.А., Савченко Т.Н.. — М.: МЕДпресс-информ, 2001. — 461 с. — ISBN 5-98332-263-5.
  • В. И. Кулаков, В. Н. Серов. Рациональная фармакотерапия в акушерстве и гинекологии. — М.: Литтерра, 2005. — ISBN 5-98216-025-3.
  • Курс лекций для беременных женщин / Ред. кол.: Л. Г. Степанов. — 3-е. — М.: Медгиз, 1959.
  • Руководство по эндокринной гинекологии / Под ред. E.M. Вихляевой. — 3-е изд.. — М., 2006.
  • В. Н. Серов, В. Н. Прилепская, Т. В. Овсянникова. Гинекологическая эндокринология. — 3-е изд.. — М.: МЕДпресс-информ, 2008. — ISBN 5-98322-449-2.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Strassmann BI (1996). «The evolution of endometrial cycles and menstruation». Q Rev Biol 71 (2): 181–220. DOI:10.1086/419369. PMID 8693059.
  2. Profet M (September 1993). «Menstruation as a defense against pathogens transported by sperm». Q Rev Biol 68 (3): 335–86. DOI:10.1086/418170. PMID 8210311.
  3. Martin RD (2007). «The evolution of human reproduction: a primatological perspective». Am. J. Phys. Anthropol. Suppl 45: 59–84. DOI:10.1002/ajpa.20734. PMID 18046752.
  4. Elsimar M. Coutinho and Sheldon J. Segal. Is menstruation obsolete?. — Oxford University Press, 1999.
  5. Paul Bischof and Marie Cohen. [1.pdf Course 4:Implantation]. European Society of Human Reproduction and Embryology. Архивировано 14 июнь 2013 года. 2013 йыл 13 июнь архивланған.
  6. Толковый словарь современного башкирского литературного языка. (под. ред З.Г.Ураксина, 2005)
  7. Гигиена менструального периода
  8. Метод лактационной аменореи (МЛА) 2009 йыл 8 ғинуар архивланған.
  9. Anderson SE, Dallal GE, Must A (April 2003). «Relative weight and race influence average age at menarche: results from two nationally representative surveys of US girls studied 25 years apart». Pediatrics 111 (4 Pt 1): 844–50. DOI:10.1542/peds.111.4.844. PMID 12671122.
  10. Al-Sahab B, Ardern CI, Hamadeh MJ, Tamim H (2010). «Age at menarche in Canada: results from the National Longitudinal Survey of Children & Youth». BMC Public Health (BMC Public Health) 10: 736. DOI:10.1186/1471-2458-10-736. PMID 21110899.
  11. Hamilton-Fairley, Diana. «Obstetrics and Gynaecology» (Blackwell Publishing). 2018 йыл 9 октябрь архивланған.
  12. Giannini AJ, Price WA, Loiselle RH (June 1984). «beta-Endorphin withdrawal: a possible cause of premenstrual tension syndrome». Int J Psychophysiol 1 (4): 341–3. DOI:10.1016/0167-8760(84)90028-X. PMID 6094401.
  13. Hormones Trigger PMS Symptoms 2008 йыл 1 октябрь архивланған.. — NIH Press Release. — 21 January 1998.
  14. Dean BB, Borenstein JE, Knight K, Yonkers K. (2006) «Evaluating the criteria used for identification of PMS». J Womens Health (Larchmt) 15 (5): 546-55. DOI:10.1089/jwh.2006.15.546. PMID 16796482
  15. Desmond Morris (1997). «The Human Sexes» (Cambridge University Press).
  16. Chris Knight. Blood relations: menstruation and the origins of culture. — New Haven, Conn: Yale University Press, 1991. — ISBN 0-300-06308-3.
  17. Adams, Cecil Does menstrual synchrony really exist? The Straight Dope. The Chicago Reader (20 декабрь 2002). Дата обращения: 14 июль 2013. Архивировано 14 июнь 2013 года. 2008 йыл 20 июль архивланған.
  18. Ziporyn Karen J. Carlson, Stephanie A. Eisenstat, Terra. The new Harvard guide to women's health. — Cambridge, Mass.: Harvard University Press, 2004. — ISBN 0-674-01343-3.
  19. Clancy, Kate. Iron-deficiency is not something you get just for being a lady. SciAm (27 июль 2011). Архивировано 14 июнь 2013 года.
  20. Kepczyk T, Cremins JE, Long BD, Bachinski MB, Smith LR, McNally PR (January 1999). «A prospective, multidisciplinary evaluation of premenopausal women with iron-deficiency anemia». Am. J. Gastroenterol. 94 (1): 109–15. DOI:10.1111/j.1572-0241.1999.00780.x. PMID 9934740.
  21. Макаров, 2001, с. 1515
  22. Степанов, 1959
  23. М.: Советская энциклопедия. — 1982—1984 гг.
  24. Braakhuis, H.E.M.(2005), Xbalanque’s Canoe. The Origin of Poison in Q’eqchi'-Mayan Hummingbird Myth, Anthropos 100: 175—185
  25. Kooij, K. R. Religion in Nepal. Brill Academic Publishers, 1978. ISBN 9004058273
  26. Hawley, Samuel. The Imjin War: Japan’s sixteenth-century invasion of Korea and attempt to conquer China. — Seoul: Royal Asiatic Society, Korea Branch, 2005. — р.271.
  27. Lacreuse A, Chennareddi L, Gould KG, et al. (September 2008). «Menstrual cycles continue into advanced old age in the common chimpanzee (Pan troglodytes)». Biology of Reproduction 79 (3): 407–12. DOI:10.1095/biolreprod.108.068494. PMID 18495682.

Һылтанмалар

үҙгәртергә