Йәмәғәт (ғәр. جماعة‎ — «йәмғиәт, коллектив, община»; рус. Джамаат) — мосолмандар төркөмөнөң исламды бергәләп өйрәнеү, дини йолалар башҡарыу, үҙ-ара ярҙам итеү, даими аралашыу маҡсатында берләшеүе

Йәмәғәт
Иман шарттары

Тәүхид
Фәрештәләр
Китаптар
Пәйғәмбәрҙәр
Яуап көнө
Тәҡдир

Исламдың биш нигеҙе

Шәһәҙәт
Намаҙ
Ураҙа
Зәкәт
Хаж

Шәхестәр

Мөхәммәт
Ислам пәйғәмбәрҙәре
Сәхәбәләр
Хәлифәләр

Тасуирламаһы

үҙгәртергә

Йәмәғәт бер үк мәсеткә йөрөүсе диндарҙарҙы, иҫәбенә ҡарамай, берләштерә ала. Берекмә территориаль принцип буйынса ла, шулай уҡ исламдың төрлө йүнәлештәре вәкилдәренең дини ҡанундарға аңлатма биреү үҙенсәлектәренә нигеҙләнеп тә ойошторола ала.

Йәмәғәткә имам етәкселек итә (ислам йолаларын белгән кеше). Йәмәғәттә диндарҙар һанына бәйле рәүештә имамдарҙың бер йәки бер нисә ярҙамсыһы була ала. Мәсет булмаһа, ағзалары мосолман йолаларын үтәү өсөн теләгән бер таҙа бинала йыйыла ала.

Йәмәғәт термины менән имамдар, ғалим мөжтәһидтәр аталырға мөмкин. Был хаҡта ислам дине белгестәре, атап әйткәндә, имам Тирмизи ошолай әйтеп ҡалдырған: «Ғалимдарҙа йәмәғәт һүҙенең аңлатмаһы — ул фаҡиһтар, ғалимдар, мөхәддистәр».

БДБ-лағы йәмәғәттәр

үҙгәртергә

1990-сы — 2000-се йылдарҙа башта Чечняла, ә артабан бөтә Төньяҡ Кавказ һәм Волга буйы территорияларында — йәшерен ҡораллы терроризм эшмәкәрлеге алып барыу өсөн булдырылған исламсы территориаль-этник берекмәләрҙе (төркөмдәрҙе, отрядтарҙы) йәмәғәт тип атай башлайҙар. Төньяҡ Кавказ йәмәғәттәре Кавказ әмирлеге (Имарат Кавказ) террористик ойошмаһына инә[1].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә