Ишбирҙе мәктәбе (Баймаҡ районы)

Ишбирҙе мәктәбе — Башҡортостан Республикаһы Баймаҡ районы муниципаль районының Ишбирҙе (Баймаҡ районы) ауылы урта дөйөм белем биреү мәктәбе

Ишбирҙе мәктәбе
Ҡыҫҡаса исеме

Баймаҡ районы Ишбирҙе (Баймаҡ районы) ауылы урта дөйөм белем биреү мәктәбе

Адресы

Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы,Башҡортостан Башҡортостан Баймаҡ районы, Ишбирҙе (Баймаҡ районы) ауылы, С. Юлаев урамы, 33

Мәктәп тарихы тамырҙары менән Октябрь революцияһына тиклемге осорға барып тоташа. Ишбирҙе ауылында 1915 йылда Орск өйәҙе земствоһы үҙ аҡсаһына земство башланғыс мәктәбе аса. Был мәктәпте күренекле ғалим-яҙыусы Ғәбитов Хәбибулла ойоштора.

Совет власы урынлашҡас, ул 18 уҡыусыға иҫәпләнгән ирҙәр хеҙмәт мәктәбенә үҙгәртелә. 1920 йылда унда 35 йәшлек Шамил Дәүләтбаев менән 24 йәшлек Дәүләтша Ғәбделхалиҡов уҡыта. Башланғыс мәктәптән һуң 1-се Этҡол ете йыллыҡ мәктәбенә, һуңынан Юлыҡ мәктәбенә уҡырға баралар. Артабан уҡыу мөмкинлеге булмай. Абдулла Тулыбаев һәм Имам Балғазин ғына Темәс башҡорт педагогия училищеһында уҡыған.

1920 йылда Ишбирҙе ирҙәр хеҙмәт мәктәбе асылған, унда 18 уҡыусы иҫәпләнә. 1959 йылда мәктәп ете йыллыҡ, 1963 йылда һигеҙ йыллыҡ тип үҙгәртелә. 1986 йылда заманса урта дөйөм белем биреү мәктәбе төҙөлә.

Уның беренсе директоры итеп Хәйретдинов Б. М. тәғәйенләнә. Был мәктәп 24 сығарылыш сығара. 2012/2013 уҡыу йылынан алып төрө һәм статусы үҙгәрә — төп дөйөм белем биреү мәктәбе өс филиал: Бөрйәнйылға, Йылым, Крепостной Йылайыр ауылы мәктәптәре өсөн база мәктәбе булып тора. 20 урынлыҡ мәктәп яны интернаты бар.

Етәкселәре

үҙгәртергә
  • Хәйретдинов Б. М.
  • Вәлиев С.Ғ.
  • Ишбирҙин С. С.
  • Ишембәтов Р. В.
  • Иҫәндәүләтов Г. Д.
  • Тимербулатов Р. М.
  • Атанова Р. С.
  • Сәлихов Р. Я.
  • Әхмәтова Г. Ш.
  • Тайбуғин Б. Ф.
  • Дәүләткилдина Ләйсән Сәфәрғәле ҡыҙы

Уҡытыусылары

үҙгәртергә
  • Хәйретдинова (Сөләймәнова) Асия Хәмзә ҡыҙы (1949—1996). 1949 йылдың ғинуарында 1-се Этҡол ауылында, уҡытыусылар Хәмзә Йомағужа улы һәм Таңһылыу Хажғәле ҡыҙы ғаиләһендә тыуа. 1-се Этҡол мәктәбен тамамлағас, уҡыуын Сибай педагогия училищеһында дауам итә. Хеҙмәт юлын 2-се Этҡол мәктәбендә башлай. Ул йылдарҙа Татлыбай, Иҫке Сибай, Ишбирҙе ауылдары урта мәктәптәрендә эшләй.
  • Мөхәмәтшина Фәүзиә Миҙхәт ҡыҙы — рус теле ҙәбиәте
  • Ғайсина Мөнирә Сафа ҡыҙы
  • Нәбиуллина Мәҡсүдә Шәйәхмәт ҡыҙы 1951 йылда Баймаҡ районының Беренсе Төрөкмән ауылында тыуып үҫкән. Башҡортостан Республикаһы халыҡ мәғарифының атҡаҙанған работнигы. «Хеҙмәт ветераны» миҙалы, РСФСР халыҡ мәғарифы министрлығының Маҡтау Грамотаһы менән наградланған.

Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтын тамамлағандан һуң, Түбә урта мәктәбендә, Баймаҡ ауыл профессиональ техник училищеһендә (СПТУ, хәҙер профлицей № 105) уҡыта. 1980—1986 йылдарҙа Ишбирҙе һигеҙ йыллыҡ мәктәбендә директорҙың уҡыу-тәрбиә эше буйынса урынбаҫары булып эшләй. Темәскә күскәс, «Шатлыҡ» балалар баҡсаһына мөдир итеп тәғәйенләнә, ә 1992—2008 йылдарҙа Баймаҡ РОНО-һында методист.

  • Атанова Рәйсә Самат ҡыҙы Бөрйән районы Исламбай ауылында тыуған. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы. «Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы» билдәһе менән наградланған. Башҡорт дәүләт педагогия институтын тамамлағандан һуң, Бөрйән районы Иҫке Собханғол ауылында беренсе һанлы балалар баҡсаһында тәрбиәсе, 1987 йылдан Ишбирҙе урта мәктәбендә уҡытыусы, 1992 йылдан башлап ошо уҡ мәктәптә уҡыу-уҡытыу бүлеге мөдире, ә 2004—2013 йылдарҙа Ишбирҙе мәктәбе директоры вазифаһын башҡара.
  • Рәхимғолова Камал Минһаж ҡыҙы
  • Юнысов Дамир Ҡаһарман улы
  • Юнысов Марат Ҡаһарман улы
  • Биктимеров Һөйөндөк Сәғит улы
  • Дәүләтшина Зәбирә Ишбулды ҡыҙы
  • Илбулова Зәкиә Райман ҡыҙы
  • Маликова Гөлнур Шәрип ҡыҙы
  • Дәүләтбаева Нәсихә Дәүләт ҡыҙы
  • Дәүләткилдина Гөлсөм Ишбулды ҡыҙы
  • Сөләймәнова Миңһылыу Йәғәфәр ҡыҙы
  • Иҫәндәүләтов Камил Дәүләт улы
  • Әхмәтова Гөлдәр Шәфҡәт ҡыҙы — тәрбиә эштәре буйынса директор кәңәшсеһе
  • Дәүләткилдина Ынйы Йәдкәр — ҡыҙы инглиз теле уҡытыусыһы
  • Хәсәнова Гөлназ Камил ҡыҙы — Бөрйәнйылға ауылы мәктәбенең башланғыс кластар уҡытыусыһы
  • Иҙелбаева Айгөл Азамат ҡыҙы — башҡорт теле уҡытыусыһы, директорҙың уҡыу-уҡытыу буйынса урынбаҫары
  • Кейекбирҙина Нажиә Әғзәм ҡыҙы — башланғыс кластар уҡытыусыһы
  • Моратова Зилә Әхәт ҡыҙы — рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы
  • Халиҡова Мөғлифә Шаһимәрәй ҡыҙы — башланғыс кластар уҡытыусыһы
  • Шәйәхмәтова Айгөл Әхмәҙулла ҡыҙы — химия, физика, биология һәм география уҡытыусыһы
  • Юнысов Юлай Ришат улы — математика һәм информатика уҡытыусыһы
  • Юнысова Динә Хәкимйән ҡыҙы — башҡорт теле, әҙәбиәт, музыка уҡытыусыһы

Мәктәпте тамамлаусы билдәле шәхестәр

үҙгәртергә

Шулай уҡ уҡығыҙ

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә