Бөрйәнйылға (рус. Бурзян-Елга) — Башҡортостандың Баймаҡ районындағы ауыл. 2009 йылдың 1 ғинуарына ҡарата халыҡ һаны 126 кеше[1]. Почта индексы — 453677, ОКАТО коды — 80206828002.

Ауыл
Бөрйәнйылға
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Баймаҡ районы

Координаталар

52°24′19″ с. ш. 57°33′30″ в. д.HGЯO

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 206 828 002

ОКТМО коды

80 606 428 106

Картаны күрһәтергә/йәшерергә
Бөрйәнйылға (Рәсәй)
Бөрйәнйылға
Бөрйәнйылға
Бөрйәнйылға (Башҡортостан Республикаһы)
Бөрйәнйылға

И. Н. Голубцов төҙөгән «Башҡортостан 1730—1750 йылдарҙа» карта һыҙмаһында билдәләнгән булған. Ауыл халҡы Вәли ауылынан күсенеп ултырған (Һаҡмар йылғаһы буйлап Ҡыуат ауылынан аҫтараҡ). Ауыл аша Ырымбур — Верхнеурал Ям юлы үтә. Тимәк, XVIII быуаттың башында ауыл ғәмәлдә булған. Малсылыҡ һәм һунар менән шөғөлләнгәндәр[2].

1930 йылда ауыл халҡы Салауат колхозына берләшә. 1947 йылдан алып Салауат исемендәге сәнәғәт артеленең урман участогы итеп үҙгәртелә. төп йүнәлеш — ағас һәм пиломатериалдар әҙерләү[3].

Халыҡ һаны

үҙгәртергә

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 119 64 55 53,8 46,2

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Географик урыны

үҙгәртергә

Бараҡал ҡушылдығы Бөрйәнйылға йылғаһы янында урынлашҡан[4].

  • Район үҙәгенә тиклем (Баймаҡ): 74 км
  • Ауыл советы үҙәгенә тиклем (Ишбирҙе): 18 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Сибай): 115 км

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Башҡортостан Республикаһының райондары буйынса белешмә китабы 2016 йыл 4 март архивланған.
  2. Баймакский край. Краеведческое и энциклопедическое издание. Уфа: «Китап», 2002. 332 с.
  3. Сельские советы
  4. Сельские советы

Сығанаҡтар

үҙгәртергә