Аношин Иван Семёнович

(Иван Семёнович Аношин битенән йүнәлтелде)

Аношин Иван Семёнович (17 ноябрь 1904 йыл1 сентябрь 1991 йыл) — совет партия һәм хәрби эшмәкәре, 1926 йылдан ВКП(б) ағзаһы; генерал-лейтенант. 19391942 йылдарҙа ВКП(б)-ның Башҡортостан өлкә комитетының беренсе секретары.

Аношин Иван Семёнович
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
Хеҙмәт итеүе СССР
Тыуған көнө 17 ноябрь 1904({{padleft:1904|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:17|2|0}})
Тыуған урыны Шепелевка[d], Чернавин муниципаль берәмек[d], Турки районы[d], СССР
Вафат булған көнө 1 сентябрь 1991({{padleft:1991|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:1|2|0}}) (86 йәш)
Вафат булған урыны Мәскәү, СССР
Ерләнгән урыны Троекуров зыяраты[d]
Һөнәр төрө дәүләт эшмәкәре, сәйәсмән
Биләгән вазифаһы СССР Юғары Советы депутаты[d]
Уҡыу йорто Рәсәй Федерацияһы Ҡораллы Көстәре Генераль штабы Хәрби академияһы[d]
Ҡыҙыл профессура институты[d]
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы
Ҡатнашыусы ВКП(б)-ның XVIII съезы[d] һәм КПСС-тың XIX съезы[d]
Хәрби звание генерал-лейтенант[d]
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ҡыҙыл Байраҡ ордены Ленин ордены Ҡыҙыл Йондоҙ ордены орден Кутузова I степени орден Богдана Хмельницкого I степени I дәрәжә Ватан һуғышы ордены «Хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙалы «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы «Белградты азат иткән өсөн» миҙалы «Будапештты алған өсөн» миҙалы «Венаны алған өсөн» миҙалы Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены

Биографияһы

үҙгәртергә

Иван Семёнович Аношин 1904 йылдың 17 ноябрендә Һарытау губернаһының Балашов өйәҙе[1] Шепелевка ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. 10 йәшенән көтөүсе, хәлле крәҫтиәндәрҙә батрак була. Башланғыс мәктәпте тамамлай.

19191926 йылдарҙа — комсомол ячейкаһы секретары, улус комсомол комитетының яуаплы секретары. 1926 йылдан алып Ҡыҙыл армияла хеҙмәт итә, ОГПУ-ның сик буйы ғәскәрҙәрендә, аҙаҡтан Махачкалы ҡала партия комитеты эшләй (1930 йылға тиклем). 1930—1932 йылдарҙа ВКП(б)-ның Үҙәк комитеты Кадрҙар әҙерләү институтында уҡый. 1932 йылда — ВКП(б-ның) Чита ҡала комитетының мәҙәни-пропаганда бүлеге мөдире. 1937 йылда Ҡыҙыл профессураһы Иҡтисад институтын тамамлай һәм ВКП(б)-ның Үҙәк комитетында инструктор булып эшләй.

1938 йылдың 26 апреленән алып ВКП(б) Волга буйы немец АССР-ы өлкә комитетының беренсе секретары вазифаһын башҡара, был вазифаға 1938 йылдың 7 июлендә тәғәйенләнә. 1939 йылдың декабренән 1942 йылдың ноябренә тиклем — ВКП(б)-ның Башҡортостан өлкә комитетының беренсе секретары.

1942 йылдың декабрендә ВКП(б) Үҙәк Комитеты уны сәйәси эш башҡарыу өсөн ғәмәлдәге армияға ебәрә[2]: 43-сө армияның сәйәси бүлек начальнигы, 1943 йылдың ноябрь — 37-се армияһының (3-сө Украина фронты) Хәрби советы ағзаһы . 1944 йылдан — 3-сө Украина фронтының сәйәси идаралыҡ начальнигы 1944 йылдың 20 апрелендә «генерал-майор», 1945 йылдың 19 апрелендә — «генерал-лейтенант» хәрби дәрәжәһе бирелә.

Һуғыш бөткәс, 1947 йылдың ғинуарына тиклем — Көньяҡ ғәскәрҙәре төркөмөнөң сәйәси идаралығы начальнигы, унан һуң — Мәскәү хәрби округының сәйәси идаралығы начальнигы, 1947 йылдың октябренән — Одесса хәрби округы командующийының сәйәси өлөш буйынса урынбаҫары, 19501953 йылдарҙа — Алыҫ Көнсығыш Хәрби округының Хәрби советы ағзаһы. 1955 йылда К. Е. Ворошилов исемендәге Юғары хәрби академияһын тамамлай. 19561957 йылдарҙа — Ҡытай халыҡ-азатлыҡ армияһының Баш хәрби советнигының сәйәси эштәр буйынса урынбаҫары һәм бер үк ваҡытта Ҡытай халыҡ-азатлыҡ армияһының баш сәйәси идаралығы начальнигының өлкән кәңәшсеһе. Һуңынан Генераль Штабтың Топографик идаралығы начальнигының сәйәси эштәр буйынса урынбаҫары, 1961 йылдан — Совет Армияһы һәм Хәрби-диңгеҙ флотының Төп сәйәси идаралығы өлкән инспекторы.

1968 йылдан алып хаҡлы ялда була.

КПСС-тың XVIII (1939) һәм XIX (1952, Хабаровск өлкә ойошмаһынан[3]) съездарына делегат итеп һайлана; 1939 йылдың 21 мартынан 1952 йылдың 5 октябренә тиклем ВКП(б)-ның Үҙәк Ревизия комиссияһы ағзаһы була (КПСС-тың XVIII съезында[4] XVIII конференцияһы һәм һайлана[5]). Украина ВКП(б)-ның XVI съезына делегат һайлана (1949), 1949 йылдың 28 ғинуарынан 1952 йылдың 23 сентябренә тиклем Украина КП(б)-ның Үҙәк комитеты ағзаһы була.

РСФСР-ҙың Юғары Советы депутаты итеп һайлана (1941 йылдың көҙөнә тиклем ғәмәлдә булған Волга буйы немецтары АССР-нан һайлана), СССР-ҙың 1-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты (1941—1946 йылдарҙа — Башҡорт АССР-нан Союз Советы ағзаһы[6]) һәм 2-се саҡырылыш (1946—1950, Махсус һайлау округынан Милләттәр Советы ағзаһы[7]).

Троекуровский зыяратында ерләнгән[8].

Наградалары

үҙгәртергә

30-ҙан ашыу хөкүмәт наградаларына лайыҡ була, шул иҫәптән:

  • Ленин ордены (13.9.1944)
  • Ҡыҙыл Байраҡ ордены (19.3.1944)
  • I дәрәжә Кутузов ордены (28.4.1945)
  • I дәрәжә Богдан Хмельницкий ордены (29.6.1945)[9]
  • I дәрәжә Ватан һуғышы ордены (06.04.1985)
  • ике Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (шул иҫәптән, 1956)
  • Энгельс ҡалаһының Почетлы гражданы (1989).

Әҫәрҙәре

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. хәҙер һарытау өлкәһенең Турки районы
  2. Аношин И. С., 1988
  3. Делегаты XIX-го съезда ВКП(б) 5—14.10.1952. Справочник по истории Коммунистической партии и Советского Союза 1898—1991. Проверено 16 января 2013. 22 января 2013 года.|| 
  4. Центральная Ревизионная Комиссия, избранная XVIII-м съездом ВКП(б) 21.3.1939. Справочник по истории Коммунистической партии и Советского Союза 1898—1991. Проверено 16 января 2013. 22 января 2013 года.|| 
  5.  
  6. Депутаты Верховного Совета СССР I-го созыва 1937—1946. Справочник по истории Коммунистической партии и Советского Союза 1898—1991. Дата обращения: 16 ғинуар 2013. Архивировано 22 ғинуар 2013 года.
  7. Депутаты Верховного Совета СССР II-го созыва 1946—1950. Справочник по истории Коммунистической партии и Советского Союза 1898—1991. Дата обращения: 16 ғинуар 2013. Архивировано 22 ғинуар 2013 года.
  8. Могила И. С. Аношина
  9. Кавалеры полководческих орденов СССР 1-й степени. Форум Фалеристика. Дата обращения: 16 ғинуар 2013. Архивировано 22 ғинуар 2013 года.

Һылтанмалар

үҙгәртергә