Викидатала элемент юҡ

Зөбәй — башҡорт ир-ат исеме. Башҡа төрки халыҡтарҙа ла осрай.

Этимологияһы

үҙгәртергә

Зөбәй башҡорт теленә ғәрәп теленән килеп ингән исем. Иң һәйбәт тигәнде аңлата[1]

Билдәле кешеләр

үҙгәртергә

Үтәғолов Зөбәй Төхвәт улы (15 сентябрь 1913 йыл — 15 ғинуар 1943 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында батырҙарса һәләк булған яугир, уҡсы, гвардия ҡыҙылармеецы. Һуғышҡа тиклем — уҡытыусы. Советтар Союзы Геройы (1943, үлгәндән һуң).

Хәмит Зөбәйер Ҡушай 1910 йылға тиклем — Ғәбделхәмит Зөбәйер, 1910—1935 йылдарҙа — Хәмит Зөбәйер, Төркиәлә фамилиялар тураһында закон ҡабул ителгәндән һуң — Хәмит Зөбәйер Ҡушай. (төр. Hamit Zübeyir Koşay; 18971984) — шәрҡиәт белгесе, төркиәтсе, этнограф, археолог, тарихсы, яҙыусы, философия докторы (1923). Анкаралағы Этнография музейының тәүге директоры.

Фамилияла

үҙгәртергә

Зөбәйеров Әмин (Абдулла) Фәхретдин улы (18 март 1891 йыл — 23 май 1963 йыл) — башҡорт театр актёры. РСФСР-ҙың (1949) һәм Башҡорт АССР-ының (1935) халыҡ артисы. Ленин (1949) һәм ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордендары (1944, 1955) кавалеры.

Зөбәйҙуллин Айҙар Хизбулла улы (9 февраль 1963 йыл) — бейеүсе, балетмейстер, мәҙәниәт эшмәкәре, юғары мәктәп уҡытыусыһы. 2015 йылдан Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы директоры. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (1997).

Зөбәйҙуллин Хисбулла Ғүмәр улы (28 октябрь 1929 йыл — 31 декабрь 2001 йыл) — башҡорт бейеүсеһе, балетмейстер, педагог. Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы (1969).

Зөбәйҙуллин Әҡсән Ғимран улы 1915 йыл, Башҡортостан Республикаһы Миәкә районы Кесе Кәркәле ауылы — 23 февраль 1943 йыл, Украина ССР-ы Ворошиловград өлкәһе) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, гвардия рядовойы, гвардия ҡыҙыларармеецы.

Зөбәйер — Рәсәй Федерацияһы Татарстан Республикаһының Аҡтаныш районындағы ауыл. Түке ауыл биләмәһе составына керә.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Сығанаҡтар

үҙгәртергә


Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ