Зөбәйер
Зөбәйер — Рәсәй Федерацияһы Татарстан Республикаһының Аҡтаныш районындағы ауыл. Түке ауыл биләмәһе составына керә.
Ауыл | |
Зөбәйер татар. Зөбәер | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Ауыл биләмәһе | |
Координаталар | |
Халҡы |
288 человек (2002) |
Милли состав |
татарҙар[1] |
Сәғәт бүлкәте | |
Почта индексы |
423732 |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
- |
Код ОКАТО | |
Код ОКТМО | |
Номер в ГКГН | |
География
үҙгәртергәАуыл Бәжәнә йылғаһы буйында, Аҡтаныш ауылынан көньяҡ-көнбайышҡа табан 41 км алыҫлыҡта урынлашҡан[1].
Тарих
үҙгәртергәЗөбәйер — бүләр ырыуы башҡорттарының ауылы[2]. XVIII быуатта нигеҙләнгән[1]. 11-се башҡорт кантоны, Ырымбур губернаһы Минзәлә өйәҙе Бүләр улусы Мышыға түбәһенә ҡарай, 1865 йылда был өйәҙ Өфө губернаһына инә. 1866 йылда ырыу улустары бөтөрөлгәс, ауыл Поисево улусы составына керә.
1813 йылдан ауылда мәсет булыуы билдәле[1]. 1905 йылда 2 мәсет, мәктәп, ел тирмәне, 2 тимерлек, икмәк магазины, бакалея кибете теркәлгән[2].
1920 йылдан Татар АССР-ының Минзәлә кантоны, 1930 йылдан — Аҡтаныш районы, 1931 йылдан — Калинин районы, 1959 йылдан — Аҡтаныш районы, 1963 йылдан — Минзәлә районы, 1965 йылдан — йәнә Аҡтаныш районы составына керә[1].
Халҡы
үҙгәртергә1795 йылда ир енесле 214 башҡорт; 1816 йылда — 241 башҡорт; 1834 йылда — 378 башҡорт; 1859 йылда — 651 башҡорт; 1903 йылда — 605 аҫаба башҡорт йәшәй[2].
1859 | 1870 | 1884 | 1897 | 1913 | 1920 | 1926 | 1938 | 1949 | 1958 | 1970 | 1979 | 1989 | 2002 |
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
651 | 687 | 1009 | 1077 | 1370 | 1260 | 855 | 733 | 548 | 540 | 708 | 522 | 317 | 288 |
Инфраструктура
үҙгәртергәИгенселек, малсылыҡ үҫешкән. Ауылда мәктәп, мәҙәниәт йорто, китапхана бар[1].
Билдәле шәхестәре
үҙгәртергә- Зөбәйеров Шәңгәрәй Аҡай улы — 3-сө башҡорт полкы составында 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашыусы. «1812 йыл» хәтер миҙалы кавалеры.
- Зөбәйеров Хөсәйен Апас улы — поход старшинаһы һәм зауряд-йөҙбаш, 1805—1807 йылдарҙа Пруссия кампанияһында һәм 3-сө башҡорт полкы составында 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашыусы. «1812 йыл» хәтер миҙалы кавалеры.