Заһир

(Заһир (исем) битенән йүнәлтелде)
Викидатала элемент юҡ

Заһир — башҡорт ир-ат исеме, башҡа төрки халыҡтарҙа ла ҡулланыла.

Этимологияһы

үҙгәртергә

Заһир башҡорт теленә ғәрәп теленән ингән, яҡты нур сәсеүсе, бик матур; ярҙамсы, булышсы[1]; күренекле, билдәле; яҡты, нурлы[2] тигәнде аңлата.

Билдәле кешеләр

үҙгәртергә

Исмәғилев Заһир Ғариф улы (8 ғинуар 1917 йыл — 30 май 2003 йыл) — башҡорт композиторы. БАССР-ҙың (1963), РСФСР-ҙың (1968) һәм СССР-ҙың (1982) халыҡ артисы. Башҡортостан Фәндәр Академияһы академигы.

Вәлитов Заһир Суфиян улы (1 ноябрь 1940 йыл17 февраль 2019 йыл[3]) — СССР һәм Рәсәйҙең театр актёры. 1966 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. Рәсәй Федерацияһының (2000) һәм Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы (1984), Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1981).

Фамилияла

үҙгәртергә

Заһиров Наил Ғамил улы (10 ғинуар 1958 йыл) — хужалыҡ эшмәкәре. «Енер хорлдинг» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең (компанияның) генераль директоры

Заһиров Наил Хәйбулла улы(20 ноябрь 1925 йыл27 сентябрь 2014 йыл) — ғалим-тау инженеры, юғары мәктәп эшмәкәре. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1958 йылдан Красноярск төҫлө металдар институты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1959 йылдан — уҡыу уҡытыу һәм фәнни эштәр буйынса проректор, 19621994 йылдарҙа мәғдән һәм һибелмә ятҡылыҡтарҙы үҙләштереү кафедраһы мөдире. 2006 йылданСебер федераль университеты уҡытыусыһы. Техник фәндәр докторы (1970), профессор (1971). РСФСР-ҙың атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (1982), СССР-ҙың төҫлө металлургия отличнигы (1970, 1978). I дәрәжә Ватан һуғышы (1985), Ҡыҙыл Байраҡ (1985), Ҡыҙыл Йондоҙ (1967) һәм «Почёт Билдәһе» (1961) ордендары кавалеры.[4]

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә

Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты — 1968 йылда асыла, 2003 йылда уға «академия» — Юғары һөнәри белем биреү федераль дәүләт учреждениеһы — статусы бирелә.

Заһир Исмәғилев һәйкәле - Өфө ҡалаһының Киров районында ҡуйылған һәйкәл.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Сығанаҡтар

үҙгәртергә


Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ