Төҫлө металлургия

Төҫлө металлургия (рус. Цветная металлургия) — металлургия тармағы, ул төҫлө металл рудаларын сығарыу, эшкәртеү һәм төҫлө металдарҙы иретеү һәм уларҙың иретмәләрен үҙ эсенә ала. Уларҙың физик үҙенсәлектәре һәм тәғәйенләнештәре буйынса шартлы рәүештә ауыр (баҡыр, ҡурғаш, цинк, аҡ ҡурғаш, никель) һәм еңел (алюмин, титан, магний) бүлергә мөмкин. Ошо бүленеш нигеҙендә еңел металл металлургияһы менән ауыр металл металлургияһын айырып ҡарайҙар.

Төҫлө металлургия

Тармаҡ предприятиелары урынлаштырыу

үҙгәртергә

Төҫлө металлургия предприятиеларын урынлаштырыу күп иҡтисади һәм тәбиғәт шарттарына, бигерәк тә сеймал факторына бәйле. . Сеймалға өҫтәп, , яғыулыҡ-энергетика факторы факторы ҙур роль уйнай.

Рәсәй территорияһында төҫлө металлургия бер нисә төп базала ойошторола. Уларҙың специализациялағы айырмалары еңел металлдар (алюминий, титан-магний сәнәғәте) һәм ауыр металдар (баҡыр, ҡурғаш-цинк, аҡ ҡурғаш, никель-кобальт сәнәғәте) географияһының оҡшаш түгеллеге менән аңлатыла.

Ауыр металдар

үҙгәртергә
 
Баҡыр иретеү күренеше почта маркаһында. Үзбәкстан

Ауыр төҫлө металл етештереү, энергияға ихтыяж аҙ булыу сәбәпле, сеймал ҡаҙылған төбәктәр менән сикләнә.Баҡыр рудаһы запасы, руда сығарыу һәм байыты шулай уҡ баҡыр иретеү буйынса Рәсәйҙә Урал иҡтисади районы алдынғы урынды биләй, уға Красноуральск, Кировград, Урта Урал, Медногорск комбинаттары инә.

Еңел металдар

үҙгәртергә

Еңел металл алыу өсөн энергия күп талап ителә. Шуға күрә предприятиены металл иретеү еңел, арзан энергия сығанаҡтары булған урындарҙа урынлаштырыу мөһим принциптар булып тора.

Алюминий етештереү өсөн Төньяҡ-Көнбайыш райондары бокситтары (Бокситогорск), Урал (Североуральск), Кольск ярымутрауы (Кировск) һәм көньяҡ Себер (Горячегорск) нефелиндары сеймал булып тора. Металл алыу ҙур сығымдар талап итә, шуға күрә алюмин заводтарын эре электр станциялары, башлыса ГЭС (Братск, Красноярск һәм башҡалар) янында төҙөйҙәр.

Титан-магний сәнәғәте башлыса Уралда, сеймал сығарылған ерҙә лә (Березниковск титан-магний заводы), шулай уҡ арзан энергия (Усть-Каменогорск титан-магний заводы) урынлаша . Титан-магнийҙы эшкәртеү, металдар һәм уларҙың иретмәләрен сығарыу әҙер продукция йыш ҡулланылған төбәктәрҙә урынлаша.

Башҡортостанда

үҙгәртергә

ХХ быуат башында Өфө губернаһында 35 алтын сәнәғәте йәмғиәте һәм ширҡәте эшләй, 22 рудникта һәм 165 алтын приискыһында 20,8 мең эшсе иҫәпләнә.

30‑сы йылдарҙа бокситтар, хром мәғдәндәре һәм марганец мәғдәндәре сығарыла башлай. Башҡортостанда төҫлө металлургия киң ҡолас менән үҫә: 1942 йылда Бүребай тау-байыҡтырыу, 1948 йылда Башҡортостан баҡыр-көкөрт, 1954 йылда Учалы тау-байыҡтырыу комбинаттары ойошторола. Улар тураһында мәғлүмәт Ҙур совет энциклопедияһына ла индерелгән[1].

Төҫлө металлургия продукцияһын етештереү динамикаһы: 1965 йылда — 44, 1980—145, 2000 — 3649, 2004 — 5730 млн һумлыҡ продукция етештерелә.

2004 йылда тармаҡ 46 предприятие һәм етештереүсенән тора, бөтә Рәсәйҙә сығарылған цинктың 49 %‑ы, баҡырҙың яҡынса 10 %‑ы (мәғдәндә) Башҡортостан өлөшөнә тура килә.

Республика баҡыр һәм цинк концентраттары буйынса иң эре етештереүселәр иҫәбенә инә, алтын етештереү буйынса Урал иҡтисади төбәгендә 2‑се урынды биләй.[2]

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
  2. И. В. Лаврешина Төҫлө металлургия//Башҡорт энциклопедияһы(недоступная ссылка)

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә
  • Цветная металлургия// Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. 28-й т. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
  • Бурибай// Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. 4-й т. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
  • Учалы// Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. 27-й т. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
  • Башкортостан// Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. 3-й т. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.