Заһиров Наил Ғамил улы

Заһиров Наил Ғамил улы (10 ғинуар 1958 йыл) — хужалыҡ эшмәкәре. «Енер хорлдинг» ЯСЙ-нең (компанияның) генераль директоры.

Заһиров Наил Ғамил улы
Тыуған урыны Баҡалы районы

Биографияһы үҙгәртергә

1958 йылдың 10 ғинуарында Башҡортостан Республикаһының Баҡалы районында тыуған.

Заһиров Наил Ғамил улы В. В. Куйбышев исемендәге Ҡыҙыл Байраҡ орденлы Мәскәү инженер-төҙөлөш институтында уҡый. «Енер хорлдинг» ЯСЙ-нең йәғни компанияһының генераль директоры.

Хеҙмәт юлы үҙгәртергә

1973—1977 йй. — Нальчик кооператив-төҙөлөш техникумында уҡый.

1977—1979 йй. — Совет Армияһында хеҙмәт итә.

1984 йылда В. В. Куйбышев исемендәге Ҡыҙыл Байраҡ орденлы Мәскәү инженер-төҙөлөш институтын тамамлағандан һуң,

1984—1990 йй. — Башҡорт АЭС-ы төҙөлөш Идаралығының «Спецмонтаж» участкаһында мастер, прораб, өлкән прораб булып эшләй.

1990—1999 йй. — «Башурал-энергострой» тресының «Башуралспецэнергомонтаж» СМУ-һында баш инженер

1999—2001 йй. — «Башкирэнерго» ААЙ-ының филиалы — «Энергостройремонт» подразделениеһы директоры урынбаҫары

2001—2008 йй. — «Энергостройсервис» ЯСЙ-ы директоры

2008 йылдың февраленән — ООО ХК «Башуралэнергострой» ЯСЙ Холдинг компанияһының генераль директоры.

«Берҙәм Рәсәй» Бөтә Рәсәй Сәйәси партияһы ағзаһы статусында Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты


Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре үҙгәртергә

  • Рәсәй Федерацияһының почётлы төҙөүсеһе
  • «Салауат Юлаев» ордены
  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған төҙөүсеһе

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Сығанаҡтар үҙгәртергә