Жемчужина Полина Семёновна

Жемчужина Полина Семеновна (тыуған ваҡыттағы исеме Карповская Перл Соломоновна; 28 февраль (12 март) 1987 — 1 апрель 1970) — совет партия һәм дәүләт эшмәкәре, Халыҡ Комиссарҙары Советының 3-сө рәйесе һәм СССР сит ил эштәре министры Молотов Вячеслав Михайловичтың ҡатыны[1].

Жемчужина Полина Семёновна
Заты ҡатын-ҡыҙ
Гражданлығы Flag of Russia.svg Рәсәй империяһы
Flag of Russia.svg Рәсәй республикаһы
Flag of the Russian Soviet Federative Socialist Republic (1918–1937).svg Совет Рәсәйе
Flag of the Soviet Union.svg СССР
Тыуған көнө 28 февраль (12 март) 1897
Тыуған урыны Рәсәй империяһы, Екатеринославская губерния[d], Александровский уезд[d], Воскресенская волость[d], Пологи[d]
Вафат булған көнө 1 апрель 1970({{padleft:1970|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:1|2|0}}) (73 йәш)
Вафат булған урыны СССР, Мәскәү ҡалаһы
Ерләнгән урыны Новодевичье зыяраты[d]
Изображение могилы
Хәләл ефете Молотов Вячеслав Михайлович
Һөнәр төрө сәйәсмән
Ойошма йәки клуб ағзаһы КПСС Үҙәк комитеты[d]
Уҡыу йорто Г. В. Плеханов исемендәге Рәсәй иҡтисад университеты[d]
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы
Ҡатнашыусы ВКП(б)-ның XVIII съезы[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены Ҡыҙыл Йондоҙ ордены Ленин ордены «Почёт Билдәһе» ордены «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында фиҙакәр хеҙмәт өсөн» миҙалы медаль «В память 800-летия Москвы»

1949 йылда дәүләткә хыянат итеүҙә ғәйепләнеп ҡулға алына һәм һөргөнгә оҙатыла, шунда Сталин 1953 йылда вафат булғанға тиклем ҡала.

БиографияһыҮҙгәртергә

Полина Семёновна Жемчужина 1987 йылдың 28 февралендә (12 март) Екатеринослав губернаһы Александровский өйәҙенең Пологи ҡасабаһында (хәҙер Запорожье өлкәһе , Украина) йәһүд ғаиләһендә тыуған. Атаһы — Соломон Карповский, һөнәре буйынса тегенсе. 1910 йылдан Екатеринослав ҡалаһында тәмәке фабрикаһында эшләй. 1917 йылда аптекала кассир була.

1918 йылда апаһы һәм ағаһы Перл Карповский мандатлы Фәләстингә күсеп китә. Һуңыраҡ ағаһы АҠШ-ҡа китә һәм унда Сэм Карп булараҡ билдәле, Совет хөкүмәтенә хеҙмәттәр күрһәтә, хәрби суднолар һатып алыу буйынса һөйләшеүҙәр алып бара. Шулай уҡ ул «Car Export and Import Corporation» президенты була, уның аша СССР Америка етештереүселәренән хәрби тәғәйенләнештәге материалдар һатып ала[2]. Апаһы менән 1939 йылға тиклем Жемчужина менән хатлаша.

1918 йылда Перл Карповская РКП(б) һәм Ҡыҙыл Армияға инә, унда 12-се армия частарында политработник була, клуб мөдире булып эшләй. 1919 йылда Киевҡа йәшерен эшкә ебәрелә. Һуңыраҡ Харьковта Украинала йәшерен эштәр алып барыу өсөн Полина Семёновна Жемчужина исеменә тәүге тапҡыр документ ала. Н. Меклер былай тип яҙа[3]:

Полина Семёновна Жемчужина, йәш, күңелле ҡатын-ҡыҙ, хәрби госпиталдә шәфҡәт туташтарының береһе. Ул <...> большевиктарҙы «күрәлмай» һәм Брунзель ханым менән Рәсәйҙе һәләк иткән «латыштар, йәһүдтәр, ҡытайҙар һәм чрезвычайкаларҙың» стратегик тар-мар итеү планын эшләй[4]

1919—1920 йылдарҙа Украина Коммунистар партияһы үҙәк комитетының ҡатын-ҡыҙҙар араһында эштәр буйынса инструктор. 19201921 йылда Запорожье ҡалаһы комитетының ҡатын — ҡыҙҙар бүлеге мөдире. 1921—1922 йылдарҙа — Мәскәүҙә РКП(б) Рогожский-Симоновский район комитеты инструкторы.

1921 йылда Вячеслав Молотовҡа кейәүгә сыға. Иосиф Сталиндың ҡатыны Надежда Аллилуеваның яҡын дуҫы була.

2-се МДУ (1923) һәм беренсе МГК (1925) эшселәр факультетында белем ала, Г.В.Плеханов исемендәге Мәскәү халыҡ хужалығы институтынның (1925—1926) иҡтисад факультетында уҡый.

19271929 йыл — партячейка секретары. 1929—1930 йылдарҙа РКП(б) Замоскворецкий район комитеты инструкторы булып эшләй. 1930—1932 йылдарҙа — «Новая заря» парфюмерия фабрикаһы директоры. 1932—1936 йылдарҙа — юғары парфюмерия тресы идарасыһы (ЖирКость тресы). Артабан СССР-ҙың аҙыҡ-түлек сәнәғәте комиссариатында етәксе вазифаларын биләй: 1936 йылдың июленән —парфюмерия-косметика, һабын эшләү һәм синтетик сәнәғәте баш идаралығы начальнигы, 1937 йылдың ноябренән — халыҡ комиссары урынбаҫары. 1939 йылдың 19 ғинуарында халыҡ комиссариатынан үҙаллы СССР балыҡ сәнәғәте халыҡ комиссариаты айырылып сыға, уның башында Полина Жемчужинаны ҡуялар.

Сталин Полина Семёновнаны халыҡ комиссары итеп тәғәйенләне — мин ҡаршы булдым! Ул берҙән-бер халыҡ комиссары — хужалыҡ эштәре менән шөғөлләнгән ҡатын-ҡыҙ була.


1939 йылдың мартынан — ЦК ВКП(б) ағзалығына кандидат. 1939 йылдың ноябрендә РСФСР-ҙың еңел сәнәғәте Балыҡ сәнәғәте идаралығының начальнигы итеп күсерелә (1946 йылдан алып — Министрлыҡ). 1941 йылдың февралендә XVIII партконференцияла ВКП(б) ағзалығы кандидаты составынан сығарыла.

Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында һәм унан һуң 1942 йылдан Йәһүд антифашист комитетында әүҙем эшләй. 1948 йылдың майында Жемчужина РСФСР еңел сәнәғәт министрлығы резервына сығарыла.

Ҡулға алыныуы һәм төрмәгә ябылыуыҮҙгәртергә

Бөйөк Ватан һуғышынан һуң эҙәрлекләүҙәргә дусар була.

1948 йылда Октябрь революцияһының 31-йыллығы осрағы менән Молотов тарафынан Мәскәүҙә тәғәйенләнгән сит ил дипломаттары өсөн ҡабул итеүҙә Жемчужина демонстратив рәүештә Израиль илсеһе Голда Меир менән берләшә һәм уға идиш (Жемчужина уны яҡшы белә): «Мин — еврей ҡыҙы» тип белдерә. Һуңынан ул Меирҙың Мәскәү хорал синагогаһына барыуы тураһында маҡтап телгә ала, унда илсегә тантаналы осрашыу ойошторола, ә хушлашҡанда Израиль халҡына именлек теләп, уға яҡшы булһа— был донъяла ҡалған йәһүдтәргә лә яҡшы булыр тип, һыҙыҡ өҫтөнә ала[5].

 
Новодевичье зыяратында Жемчужина ҡәбере

1948 йылдың 29 декабрендә Полина Жемчужина партиянан сығарыла, ә 1949 йылдың 29 ғинуарында ҡулға алына һәм «бер нисә йыл еврей милләтселәренең енәйәте менән бәйле» булыуында ғәйепләнә. Ике айҙан һуң уның ире Вячеслав Молотов сит ил эштәре министры вазифаһынан бушатыла һәм үҙенең йоғонтоһон юғалта. Шулай уҡ уның бер туғандары — ағаһы Карповский А.С. һәм апаһы Ллешнявский Р.С, туғандары — СССР Авиация сәнәғәте министрлығының 339-сы завод директоры Штейнберг И.И., һәм СССР Балыҡ сәнәғәте министрлығының урман сәнәғәте идаралығы начальнигының кадрҙар буйынса ярҙамсыһы Голованевский С.М. ҡулға алына, Ҡулға алынған Лешнявская һәм Карповский «үҙҙәренә ҡулланылған режимды күтәрә алмай»[6], төрмәлә вафат була.

1949 йылдың 29 декабрендә СССР МГБ эргәһендә махсус кәңәшмәһе буйынса Ҡостанай өлкәһенә 5 йылға һөргөнгә хөкөм ителә.

1953 йылдың ғинуарында яңы асыҡ процесҡа әҙерлек ваҡытында ҡулға алына һәм Мәскәүгә күсерелә. Уның эшендә һүҙҙәре һаҡланған: «Хөкүмәт нисек ҡарар итә, шулай буласаҡ»[7].

Сталин үлеп, икенсе көндө уны ерләгәндәренән һуң, 10 мартта[8] 1953 йылда Лаврентий Берияның бойороғо буйынса башҡалар кеүек үк ул да азат ителә һәм аҡлана. Партияла тергеҙелә.Тоғро сталинсы булып ҡала. 1960-йылдар уртаһында Молотовтарҙың ғаиләһенә килгәндә Светлана Аллилуева һуңыраҡ былай тип хәтерләй[9]:

Полина миңә әйтә: «Һинең атайың гений. Ул беҙҙең илдә бишенсе колонияны юҡҡа сығара, һәм һуғыш башланғас, партия һәм халыҡ берҙәм була. Хәҙер революцион рух та юҡ, бөтә ерҙә оппортунизм».

1970 йылдың 1 майында Мәскәүҙә вафат була. Новодевичье зыяратында ерләнә, ире 1986 йылда уның менән йәнәшә ерләнә.

КинолаҮҙгәртергә

  • Фрида Инескорт — «Миссия в Москву» (1943)

ИҫкәрмәләрҮҙгәртергә

  1. Жемчужина Полина Семёновна (Карповская Перл Семёновна). Тәүге сығанаҡтан архивланған 28 апрель 2012. 24 июль 2010 тикшерелгән.
  2. Sutton--Western-Technology-1930-1945.
  3. Каталог РНБ
  4. Феликс Чуев. 140 бесед с Молотовым. Второй после Сталина. — Москва : Родина, 2019. — С. 650. — 656 с. — ISBN 978-5-907149-23-6.
  5. Костырченко Г. Сталин против «космополитов». Власть и еврейская интеллигенция в СССР. М., РОССПЭН, 2009. С. 179—180.
  6. «Официально ничего сделать нельзя» // Коммерсантъ
  7. Радзинский Э."Последний Триллер — Сталин"
  8. Этингер Я. Я. Это невозможно забыть: Воспоминания. М., 2001.
  9. Светлана Аллилуева Двадцать писем к другу — " Copex Establishment ", 1967.

ҺылтанмаларҮҙгәртергә