Дурова Наталья Юрьевна
Дурова Наталья Юрьевна (1934 — 2007) — СССР һәм Рәсәй цирк артисы, дрессировщица, яҙыусы, йәмәғәт эшмәкәре. Ленин комсомолы премияһы (1982) һәм СССР Дәүләт премияһы лауреаты (1987). СССР-ҙың халыҡ артисы (1989).
Дурова Наталья Юрьевна | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 13 апрель 1934 |
Тыуған урыны | Мәскәү, СССР |
Вафат булған көнө | 27 ноябрь 2007 (73 йәш) |
Вафат булған урыны | Мәскәү, Рәсәй |
Ерләнгән урыны | Новодевичье зыяраты[d] |
Атаһы | Юрий Владимирович Дуров[d] |
Хәләл ефете | Михаил Пантелеймонович Болдуман[d] |
Туған тел | урыҫ теле |
Һөнәр төрө | цирк артисы, яҙыусы |
Уҡыу йорто | А. М. Горький исемендәге әҙәбиәт институты |
Сәйәси фирҡә ағзаһы | Берҙәм Рәсәй |
Ойошма ағзаһы | СССР Яҙыусылар союзы |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Дурова Наталья Юрьевна Викимилектә |
Биографияһы
үҙгәртергәНаталья Дурова Мәскәүҙә 1934 йылдың 13 апрелендә билдәле цирк артистары Дуровтар ғаиләһендә тыуған.
1951—1956 йылдарҙа А. М. Горький исемендәге Әҙәбиәт институтында уҡый. Дүрт йыл К.А.Тимирязев исемендәге Мсәк ауыл хужалығы академияһында ситтән тороп уҡый, ветеринар-диагност белемен ала
Үҙ ғүмерен Дуровтар ғаиләһенең тоҡомдан килгән шөғөлөнә — хайуандарҙы өйрәтеү һәм улар менән тамашасылар алдында сығыш яһауға арнай.
Циркта бала сағынан, тәүге тапҡыр аренаға 1939 йылда сыға, атаһының аттракционында гепард, филдәр, һеләүһен менән даими 1942 йылдан сығыш яһай. 9 йәшендә уны хеҙмәт кенәгәһенә атаһының стажеры кеүек теркәйҙәр һәм ошо ваҡыттан алып уның хеҙмәт юлы башлана. Хайуандарҙы өйрәтеүсе булараҡ 1952—1954 йылдарҙа цирктарҙың Баш идаралығында, 1956 йылдан В. Дуров исемендәге Мөйөштә эшләй. 1961—1973 йылдарҙа — Союзгосциркта, диңгеҙ арыҫландары, морждар, маймылдар менән сығыш яһай. 1978 йылдан алып ғүмеренең аҙағына тиклем — Дуров Мөйөшөнөң директоры һәм художество етәксеһе (1982 йылдан — В.Л. Дуров исемендәге йәнлек театры, 1992 йылдан — Мәскәү комплекслы театр үҙәге «Дуров олатайҙың мөғжизәләр иле», хәҙер — Дуров олатай Мөйөшө).
Хәсән күле янындағы һуғыш ваҡытында атаһы Ю. Дуров СССР-ҙа артистарҙың беренсе фронт бригадаһын ойоштора, унда Наталья ла сығыш яһай. Һуғыш башында атаһы менән алғы һыҙыҡта, госпиталдәрҙә сығыш яһай.
Аренала төрлө хайуандар һәм ҡоштар: тутыйғош, пеликан, диңгеҙ арыҫландары, морж, маймыл, жираф, фил, бегемот кеүек, хатта, уға тиклем бер кем дә эшләмәгән — һеләүһен, кинкажу, носуха, селәр- менән эшләй
Донъяла «Диңгеҙ арыҫландары һәм морж» аттракцион булдырғаны өсөн ГДР Мәҙәниәт министрлығы 1971 йылда уға дрессура оҫталығы өсөн В.Л.Дуров исемендәге миҙал тапшыра.
Хайуандар һәм үҙенең улар менән эше тураһында 30-ҙан ашыу китап авторы. Балалар хикәйәләре өсөн уға «Аркадий Гайдар билдәһе» тапшырыла. В. Л. Дуров исемендәге йәнлектәр театры өсөн сценарийҙар, 15 документаль фильм, 9 диафильм, «Посторонним вход разрешён» нәфис фильмы авторы (1987).
СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы[1].
Наталья Дурова 2007 йылдың 27 ноябрендә Мәскәүҙә вафат була. В. Г. Дуров менән йәнәш Новодевичье зыяратында ерләнә (участка № 2).
Ғаиләһе
үҙгәртергә- Ҡарт олатаһы — Дуров Владимир Леонидович (1863—1934), цирк артисы, РСФСР -ҙың атҡаҙанған артисы (1927)
- Ҡарт оләсәһе— Дурова Анна Игнатьевна (1878—1950), цирк артисы, аттарҙы, ҡомаҡтарҙв өйрәтеүсе.
- Олатаһы — Дуров Владимир Владимирович (1888 —1912), цирк артисы, хайуандарҙы өйрәтеүсе
- Оләсәһе — Дурова Наталия Владимировна (1889—1918), эстрадала һәм театрҙа эшләй, кинола төшә.
- Атаһы — Дуров Юрий Владимирович (1910—1971), цирк артисы, СССР-ҙың халыҡ артисы (1971)
- Әсәһе — Дуров Зинаида Тимофеевна-Бородина (?-1953?), композитор А.П. Бородиндың бүләсәһе
- Ағаһы (атаһы яҡлап) — Дуров Юрий Юрьевич (1954), цирк артисы, филдәрҙе өйрәтеүсе, Рәсәйҙең халыҡ артисы (2007). Әлеге ваҡытта — Дуров исемендәге йәнлек театрының художество етәксеһе (Дуров мөйөшө)[2]
- Ағайы — Дуров Владимир Григорьевич (1909—1972), цирк артисы, СССР-ҙың халыҡ артисы (1967)
- Ире — Михаил Пантелеймонович Михаил Болдуман (1898—1983), театр һәм кино актеры, СССР-ҙың халыҡ артисы (1965)
- Улы — Михаил Михайлович Болдуман (1967—2010), шағир, рәссам, тел белгесе, 12 телдән тәржемәсе, «Парнас дыбом-2» (СПб.: Красный матрос, 2006), «Смерти героев» (СПб.: Красный матрос, 2006), «ЛитераДура» шиғырҙар-пародиялар китабы авторы. Туристик компанияла гид-тәжемәсе булып эшләгән, поезда тишек сей яранан вафат була.
Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре
үҙгәртергә- РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы (30 август 1972 йыл)[3]
- РСФСР-ҙың халыҡ артисы (22 июнь, 1982 йыл)
- СССР-ҙың халыҡ артисы (17 август 1989 йыл)
- Моноглоияның атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1992)
- В.Л.Дуров исемендәге йәнлектәр театрында спектаклдяре өсөн СССР дәүләт премияһы (1987) (Балалар өсөн әҙәбиәт һәм сәнғәт әҫәрҙәре премияһы)
- Ленин комсомолы премияһы (1982) — үҫеп килгән быуынды тәрбиәләү буйынса ҙур эштәре өсөн
- II дәрәжә «Ватан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» ордены (20 декабрь 2004 йыл) — күп йыллыҡ ижади эшмәкәрлеге һәм мәҙәниәт үҫешенә ҙур өлөш индергән өсөн[4]
- III дәрәжә «Ватан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» ордены (23 декабрь 1998 йыл) — үҫеп килеүсе быуынға эстетик тәрбиә һәм театр сәнғәтен үҫтереүгә ҙур өлөш индергәне өсөн[5]
- Халыҡтар Дуҫлығы ордены (25 май 1994 йыл) — цирк сәнғәте традицияларын һаҡлау һәм үҫтереүҙәге ҡаҙаныштары, үҫеп килеүсе быуынды эстетик тәрбиәләү буйынса әүҙем эше өсөн [6]
- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1983)«Мәскәүҙең 800-йыллығы иҫтәлегенә» миҙалы (1947)
- «Мәскәүҙең 850-йыллығы иҫтәлегенә» миҙалы (1997)
- «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең утыҙ йыллығы» миҙалы (1975)
- «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеү ҡырҡ йыллығы» миҙалы (1985)
- «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең илле йыллығы» миҙалы (1997)[7]
- «Японияны еңгән өсөн» миҙалы (1945)
- «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында маҡтаулы хеҙмәте өсөн» миҙалы (1946)
- «Хеҙмәт ветераны» миҙалы[8]
- Жуков <u>м</u>иҙалы (1997)
- «Гвардия» түш билдәһе (1945)
- «СССР ҡораллы көстәре өҫтөнән мәҙәни шефлыҡ отличнигы» билдәһе (1968)
- «Пионерҙар менән әүҙем эше өсөн» билдәһе (1982)
- «XII бөтә донъя йәштәр һәм студенттар фестивален әҙерләү һәм үткәреүҙә әүҙем ҡатнашҡаны өсөн» билдәһе (1982)
- «В.И.Ленин исемендәге Бөтә союз пионер ойошмаһына 60 йыл» билдәһе (1982)
- Батша улы Изге Димитрий ордены (РПЦ)
- Өсөн «ордены эштәр мәрхәмәт» (МП һәм РДФ) (1986)
- «Быуат меценаты» ордены (2004, «Быуат меценаттары» хәйриә фондынан)
- Тәбиғи фәндәрҙең Рәсәй академияһы ордены һәм «Фән һәм сәнғәт рыцаре» исеме (2002)
- Казак ғәскәрҙәренең баш атаманынан «Ватанға һөйөүе һәм тоғролоғо өсөн» ордены (1988)
- «Атаман дәрәжәһе» орден билдәһе (1988)
- Лев Толстой исемендәге маҡтаулы алтын миҙалы (халыҡ-ара балалар фондтары ассоциацияһы)
- Дуров исемендәге миҙал (ГДР сәнғәт академияһы, 1971) — дрессура оҫталығы өсөн
- Совет тыныслыҡ фондының почетлы миҙалы (1989)
- « А. П. Гайдар тамғаһы» — балалар хикәйәләре өсөн
- Изге Александр Невский көмөш миҙалы («Александр миҙалы») — «Ватанға хеҙмәте өсөн» (2002, Рус Император ордендары кавалерҙарының милли комитетынан, Милли «Хәрби парад» оборона фондынан)
Ижтимағи эшмәкәрлеге
үҙгәртергә- Рәсәй тәбиғи фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы (1995)
- Донъя халыҡтарының рухи берҙәмлеге халыҡ-ара академияһы академигы[9]
- Ярашыуҙың һәм татыулыҡтың Рәсәй хәйриә фонды попечителдәр советы ағзаһы
- И. М. Смоктуновский исемендәге Мәскәү хәйриә актерҙар фонды ағзаһы
- «Донъя балаларына тыныслыҡ» ассоциацияһы ағзаһы
- Әхлаҡи тәрбиә үҙәге — Бала саҡ ҡорамы — булдырыу идеяһы авторы[10].
Фильмографияһы
үҙгәртергә- Ролдәре
- 1987 — Посторонним вход разрешен — әсәй роле
- Фильмдарҙа ҡатнашыуы.
Әҙәби әҫәрҙәре
үҙгәртергә- «Гибель старого Ямбо» (1953)
- «Котька» (1959)
- «Про Никиту и белку» (1960)
- «Большой театр „Малышка“» (1962)
- «И заяц способен на подвиг» (1963)
- «Ваш номер!» (1964)
- «Арена» (1965, 1969)
- «Ежонок Тимка и мышонок Невидимка» (1967)
- «Новенькая» (1976)
- «Невкусная отметка» (1977)
- «Чрезвычайное происшествие, или Чичи-проказница» (1978)
- «Грустная перемена» (1982)
- «Чавка» (1986)
- «Зимний соловей» (1989)
- «Подружись со мной» (1991)
- «Мой дом на колесах» (1993)
- «Звери и птицы — жизнь моя» (1995)
- «Школьники-проказники» (хрестоматия для школьников, 2000)
- «Я с жизнью в прятки не играю» (в 2 томах, 2001)
- «Мой дом на колесах» (2003)
- «Из опыта жизни Якова Наталиевича» (фотокнига, 2004)[11]
- «Роман Мушкетёра» (2005)
- «Звери-путешественники»
Хәтер
үҙгәртергә- Наталья Дурова исеме менән Буға йондоҙлоғонда йондоҙ аталған.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Московские писатели 2013 йыл 19 июнь архивланған..
- ↑ Юрий Юрьевич Дуров. Театр Уголок Дедушки Дурова.
- ↑ Издательство «Модерат : Интервью» . Дата обращения: 7 март 2012. Архивировано 7 май 2013 года. 2013 йыл 7 май архивланған.
- ↑ Указ Президента РФ от 20 декабря 2004 г. № 1570
- ↑ Указ Президента РФ от 23 декабря 1998 г. № 1634
- ↑ Указ Президента РФ от 25 мая 1994 г. № 1025
- ↑ Сайт «МОСКОВСКИЕ ПИСАТЕЛИ» 2013 йыл 19 июнь архивланған.
- ↑ Наталья Юрьевна Дурова 2009 йыл 2 февраль архивланған.
- ↑ Истории о нас . Дата обращения: 6 март 2012. Архивировано 9 май 2013 года. 2013 йыл 9 май архивланған.
- ↑ Дурова Наталия Юрьевна (1934—2007)
- ↑ Сайт МОСКОВСКИЕ ПИСАТЕЛИ. Наталья Дурова. Страничка автора 2013 йыл 19 июнь архивланған.