Друнина Юлия Владимировна

совет шағиры, яҙыусы

Друнина Юлия Владимировна (10 май 1924 йыл — 21 ноябрь 1991 йыл) — совет шағиры. СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. СССР Яҙыусылар союзы һәм РСФСР Яҙыусылар союзы секретары. СССР халыҡ депутаты. Шағир Николай Старшиновтың (1945—1960 йылдарҙа), киносценарист Алексей Каплерҙың (1960—1979 йылдар) ҡатыны.

Друнина Юлия Владимировна
Рәсем
Ҡултамға
Зат ҡатын-ҡыҙ[1]
Гражданлыҡ  СССР
Тыуған көнө 10 май 1924({{padleft:1924|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:10|2|0}})[2][3][4]
Тыуған урыны Мәскәү, СССР[2]
Вафат булған көнө 20 ноябрь 1991({{padleft:1991|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:20|2|0}})[5][6] (67 йәш)
Вафат булған урыны Советский Писатель[d], Рәсәй[6]
Үлем төрө Үҙ-үҙеңә ҡул һалыу
Үлем сәбәбе асфиксия[d]
Хәләл ефете Каплер, Алексей Яковлевич[d]
Яҙма әҫәрҙәр теле урыҫ теле
Һөнәр төрө шағир, яҙыусы
Эшмәкәрлек төрө шиғриәт[7]
Уҡыу йорто А. М. Горький исемендәге әҙәбиәт институты
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Сәнғәт йүнәлеше социалистик реализм[d]
Ойошма ағзаһы СССР Яҙыусылар союзы
Жанр шиғриәт һәм лирик шиғриәт[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Рәсми сайт lib.ru/POEZIQ/DRUNINA/
 Друнина Юлия Владимировна Викимилектә

Биографияһы

үҙгәртергә

Юлия Друнина 1924 йылдың 10 майында Мәскәүҙә тыуа. Атаһы — педагог һәм тарихсы Друнин Владимир Павлович (1879—1942), 1-се Мәскәү хәрби-һауа көстәре махсус мәктәбендә тарих уҡытыусыһы булып эшләй; әсә — Друнина Матильда Борисовна (1900—1983), китапхана эшләй һәм музыка дәрестәре бирә[8].

Коммуналкала ярлы ғына йәшәйҙәр. 1931 йылдан Юлия атаһы уҡытҡан 131-се мәктәптә белем ала. Бала саҡтан уҡырға ярата һәм әҙәбиәтсе булырына шикләнмәй. 11 йәшендә шиғыр яҙа башлай. Йәш тамашасы театры бинаһы урынлашҡан Үҙәк Балаларға художество тәрбиәһе биреү йортондағы Әҙәби студияла шөғөлләнә. 1930 йылдар һуңында шиғырҙар конкурсында ҡатнаша. Һөҙөмтәлә шиғыры «Мәктәп партаһы артында бергә ултырҙыҡ…» шиғыры "Учительская газета"ла баҫылып сыға һәм радио аша тапшырыла.

Бөйөк Ватан һуғышы башланғандан һуң, йәшенә бер йыл өҫтәп (һуңынан уның бөтә документтарында 1924 йылдың 10 майында тыуаған, тип яҙыла), 16 йәшлек Юлия Друнина үҙ ирке менән Рәсәйҙең Ҡыҙыл Тәре йәмғиәтенә ирекле санитар дружинаһына яҙыла, госпиталдә санитарка булып эшләй. Шәфҡәт туташтары курстарын тамамлай. Немецтар мәскәүгә яҡынлашҡас, 1941 йылдың йәй аҙағында Можайскка оборона ҡоролмалары төҙөлөшөнә ебәрелә. Шунда ул бер һөжүм ваҡытында аҙаша, үҙ отрядынан тороп ҡала һәм пехота төркөмөнә осрай. Уларға санитарка кәрәк була. Улар менән бергә Друнина ҡамауға эләгә һәм дошман тылынан 13 тәүлек үҙебеҙҙекеләр яғына сыға. Тап ошо пехота батальонында. дөрөҫөрәге батальондан ҡалған төркөмдә Юля тәүге, иң юғары һәм хисле мөхәббәтен осрата. Шиғырҙарында һәм иҫтәлектәрендә ул уны ҙур хәрефтән Комбат тип атай, әммә уның тураһында Бөйөк Ватан һуғышы дауамында күңелендә йөрөтөп, ғүмер буйы хәтерендә һаҡлаһа ла, бер ваҡытта ла исеме менән атамай. Ауыл юлдың иң аҙағында, фронт һыҙығын үткәндә, төркөмдә 9 яугир ҡала, батальон командиры пехотаға ҡаршы минала шартлай. Уның менән бергә тағы ике яугир һәләк була, ә Друнина контузия ала.

Когда, забыв присягу, повернули
В бою два автоматчика назад,
Догнали их две маленькие пули —
Всегда стрелял без промаха комбат.
Упали парни, ткнувшись в землю грудью,
А он, шатаясь, побежал вперёд.
За этих двух его лишь тот осудит,
Кто никогда не шёл на пулемёт.
Потом в землянке полкового штаба,
Бумаги молча взяв у старшины,
Писал комбат двум бедным русским бабам,
Что… смертью храбрых пали их сыны.
И сотни раз письмо читала людям
В глухой деревне плачущая мать.
За эту ложь комбата кто осудит?
Никто его не смеет осуждать!


1941 йылдың көҙөндә ҡабаттан Мәскәүгә ҡайтып, Юлия Друнина атаһы директор булып эшләгән мәктәп менән бергә Себергә, Төмән өлкәһенә, Заводоуковскка эвакуациялана. Эвакуацияға риза булмай, бары тик һуғыш алдынан инсульт кисереп ҡаты ауырыған атаһы хаҡына ғына ризалаша. Атаһы 1942 йылдың башында икенсе инсульттан һуң ҡыҙының ҡулында вафат була. Атаһын ерләгәс, Юлия үҙен эвакуацияла бер нәмә лә тотмай тип ҡарар итә һәм Хабаровскиға китә, унда Кесе авиация белгестәре мәктәбе (ШМАС) курсанты булып китә[9].


Мәктәп йылдарында мин саф сәнғәткә табына инем. Бары тик мөхәббәт, Мәскәү янындағы дачанан ары сығып йөрөмәһәм дә тәбиғәт тураһында яҙҙым. Замоктар, рыцарҙар, һоҡланғыс ханымдар, ковбойҙар — Блока, Майна Рида һәм Есенина ҡатнашмаһы. Улар барыһы ла бер донъяла йәшәне. Беҙ фронтҡа бала саҡтан тура килеп индек. Минең шиғырҙарымдан сиған ҡатындары ла, ковбойҙар ҙа, һоҡланғыс ханымдар ҙа — барыһы ла ел менән осҡандай юҡҡа сыҡт.

Я ушла из детства в грязную теплушку,
В эшелон пехоты, в санитарный взвод.
Дальние разрывы слушал и не слушал
Ко всему привыкший сорок первый год.

Я пришла из школы в блиндажи сырые,
От Прекрасной Дамы в «мать» и «перемать»,
Потому что имя ближе, чем «Россия»,
Не могла сыскать.


Мәктәптә белем алыу Друнина өсөн сираттағы һынау була — уны социаль йәһәттән төрлө булған коллектив урап ала, техник фәндәр ауырлыҡ менән бирелә. Күпмелер ваҡыт үткәс ҡыҙҙарға — кесе авиабелгестәргә — уларҙы хәрби частарға ебәреү урынына ҡатын-ҡыҙҙарҙың запас полкына ебәрәсәктәрен иғлан итәләр. Фронттан алыҫта булыу Друнина өсөн ҡот осҡос перспектива була. Шулай ҙа медик ҡыҙҙарҙы, ташлама рәүешендә, хәрәкәттәге армияға ебәреүҙәрен белгәс, ул тиҙ генә үҙенең шәфҡәт туташтары курстарын тамамлауы тураһындағы таныҡлығын эҙләп таба һәм бер нисә көндән 2-се Белорус фронтының санитар идаралығына йәүнәлтмә ала.

Фронтҡа килгәс, Юлия Друнина 218-се уҡсылар дивизияһының 667-се уҡсылар полкына тәғәйенләнә. Ошо уҡ полкта санинструктор Зинаида Самсонова (1944 йылдың 27 ғинуарында һәләк була, үлгәндән һуң Советтар Союзы Геройы исеме бирелә) ла була. Друнина уға үҙенең йөрәктәргә үтеп ингән «Зинка» тигән шиғырын бағышлай.

1943 йылда Друнина ҡаты яралана — снаряд ярсығы муйынының һул яғына инә һәм йоҡо артерияһынан бер нисә миллиметрҙа ғына ҡаҙала. Яраһының етди булыуын уйлап тормайынса, ул муйынын бинт менән урата ла, башҡаларҙы ҡотҡарыуын дауам итә. Бөтөнләй хәле ауырлашҡанға тиклем йәшәреп йөрөй. Госпиталдә иҫенә килә һәм шунда ғына үлемдән ҡалыуын аңлай. 1943 йылда, госпиталдә һуғыш тураһында тәүге шиғырын яҙа. Ул барлыҡ һуғыш шиғриәте антологияларына ингән:

Я только раз видала рукопашный,
Раз наяву. И тысячу — во сне.
Кто говорит, что на войне не страшно,
Тот ничего не знает о войне.


Дауаланғандан һуң Друнина инвалид тип табыла һәм Мәскәүгә ҡайтарыла. Әҙәбиәт институтына уҡырға инергә тырыша, ләкин уның шиғырҙары өлгөрөп етмгән тип табыла. Институтҡа инә алмағас, Мәскәүҙә ҡалырға теләмәй һәм фронтҡа кире барырға ҡарар итә. Бәхетенә күрә, уны строевой хеҙмәткә яраҡлы тип таныйҙар.

Друнина 3-сө Балтика буйы фронтының 1038-се үҙйөрөшлө артиллерия полкына эләгә. Псков өлкәһендә, һуңынан Балтика буйында һуғыша. Бер алышта контузия ала һәм 1944 йылдың 21 ноябрендә хәрби хеҙмәткә яраҡһыҙ тип табыла. Һуғышты медицина хеҙмәте старшинаһы дәрәжәһендә тамалай. Хәрби отличие өсөн Ҡыҙыл Йондоҙ ордены һәм миҙалы менән бүләкләнә.

Һуғышта кисергәндәре уның шиғри ҡарашында үҫеш нөктәһе һәм ижадының йүнәлеше булып тора.

До сих пор не совсем понимаю,
Как же я, и худа, и мала,
Сквозь пожары к победному Маю
В кирзачах стопудовых дошла.

И откуда взялось столько силы
Даже в самых слабейших из нас?..
Что гадать! — Был и есть у России
Вечной прочности вечный запас.


1944 йылдың декабрендә Юлия Друнина ҡабаттан Мәскәүгә ҡайта. Уҡыу йылы уртаһы булыуға ҡарамаҫтан, тура Әҙәбиәт институтына килә һәм беренсе курс дәрестәренә йәрәй башлай. Һуғыш инвалидын бер кем дә ҡыумай. 1944 йылдың аҙағында Юлия Друнина Әҙәбиәт институтында курсташы, фронтовик, яралары буйынса ҡайтарылған башлап яҙыусы шағир һәм Николай Старшинов менән таныша. Тиҙҙән улар өйләнешә. 1946 йылда ҡыҙҙары Елена тыуа. Кейәүгә сығыу һәм ҡыҙы тыуыу сәбәпле, Юлия инстиутта уҡыуын бер нисә йыл ҡалдырып тора һәм уны 1952 йылда ғына тамамлай. Шул осорҙа шиғыр яҙмай. Йәш ғаилә бәләкәй генә бүлмәлә, дөйөм фатирҙа бик ярлы, аслы-туҡлы йәшәй. 1960 йылда Друнина менән Старшинов айырылыша.

1945 йыл башында «Знамя» журналында Юлия Друнинаның шиғырҙар шәлкеме баҫыла, 1948 йылда — «В солдатской шинели» шиғыры. 1947 йылдың мартында Друнина Йәш яҙыусыларҙың беренсе Бөтә союз кәңәшмәһендә ҡатнаша, уны Яҙыусылар союзына ҡабул итәләр. Был уға матди ярҙам була һәм ижади эшмәкәрлеген дауам итеү мөмкинлеген бирә. 1948 йылда Юлия Друнинаның «В солдатской шинели» тип аталған тәүге шиғырҙар китабы сыға.

Артабанғы йылдарҙа йыйынтыҡтары бер-бер артлы донъя күрә: 1955 йыл — «Разговор с сердцем» йыйынтығы, 1958 йыл — «Ветер с фронта», 1960 йыл — «Современники», 1963 йыл — «Тревога» һәм башҡа лар. 1967 йылда Друнина Германияла, Көнбайыш Берлинда була. Германия Федератив Республикаһына сәфәре ваҡытында унан: «Шундай ҡанһыҙ һуғышта ҡатнашып, нисек наҙлы һәм гүзәл булып ҡала алдығыҙ?» — тип һорайҙар. Ул: «Беҙҙең фашизм менән һуғыш мәғәнәһе тап ошо гүзәллекте, тыныс әсәлекте, балаларҙың именлеген, яңы кеше өсөн донъяны һаҡлау булды ла инде», — тип яуаплай.

1970 йылдарҙа «В двух измерениях», «Я родом не из детства», «Окопная звезда», «Не бывает любви несчастливой» һәм башҡа йыйынтыҡтары сыға. 1980 йылда — «Бабье лето», 1983 йылда — «Ҡояш — йәй». Друнинаның проза әҫәрҙәре араһында «Алиска» (1973) повестар, «С тех вершин…» автобиографик повесы (1979), публицистика бар.

1954 йылда Юлия Друнина Кинематографистар союзы эргәһендәге сценаристар курсына уҡырға инә. Бында ул билдәле киносценарист Алексей Яковлевич Каплер менән таныша. Шунда уҡ мөхәббәт уты тоҡана, әммә Юлия алты йыл хистәре менән көрәшә, иренә, ғаиләһенә тоғролоҡ һаҡларға тырыша. 1960 йылда Друнина Николай Старшинов менән айырылыша Каплерға китә. 19 йыл дауам иткән никах бик бәхетле була. Юлия иренә, уға булған мәхәббәтенә бағышлап бик күп шиғырҙар яҙа. 1979 йылда Каплерҙың үлемен Друнина бик ауыр кисерә.

Юлия Друнина 1980 йыл аҙағындағы үҙгәртеп ҡороуҙарҙы ҙур өмөттәр менән ҡаршылай . 1990 йылда СССР Юғары Советы депутаты булып, матбуғатта шиғырҙар менән генә түгел, публицистик мәҡәләләре менән дә бик күп сығыш яһай. Үҙгәртеп ҡороуҙарҙың бер төрлө генә бармауын, күптәрҙең уның өсөн өәҙерле булған әхлаҡи һәм гражданлыҡ ҡиммәттәрен осһоҙлауына әсенә. Ни өсөн депутатлыҡҡа килдегеҙ, тигәс, Друнина: «Армияны, Бөйөк Ватан һәм Афған һуғыштарында ҡатнашыусыларҙың хоҡуҡтарын яҡлау теләге менән», — ти. Был эшмәкәрлектең файҙаһыҙ булыуын һәм бер нәмәлә эшләй алмаҫын аңлап, депутаттар корпусынан сыға. 1991 йылдың авгусында (ГКЧП фетнәһе ваҡытында) Аҡ йортто һаҡлауҙа ҡатнаша. Депутаттарҙың береһе менән әңгәмәләшкәндә үҙенең килеүен Ельцинды яҡларға теләүе менән аңлата.

Юлия Друнина 1991 йылдың 21 ноябрендә үҙ-үҙенә ҡул һала. Төп сәбәп булып йәмғәиттәге идеалдарҙың емерелеүе, илдаң тарҡалыуы тора.

Тормоштан китер алдынан Дпунина үҙенең кисерештәрен шулай типя ҙып ҡалдыра: «…Почему ухожу? По-моему, оставаться в этом ужасном, передравшемся, созданном для дельцов с железными локтями мире, такому несовершенному существу, как я, можно, только имея крепкий личный тыл…»

Судный час

Покрывается сердце инеем —
Очень холодно в судный час…
А у вас глаза как у инока —
Я таких не встречала глаз.

Ухожу, нету сил. Лишь издали
(Всё ж, крещёная!) помолюсь
За таких вот, как вы, — за избранных
Удержать над обрывом Русь.

Но боюсь, что и вы бессильны.
Потому выбираю смерть.
Как летит под откос Россия,
Не могу, не хочу смотреть!



  • Беренсе ире (1945—1960) — шағир Николай Старшинов(1924—1998)
    • Ҡыҙы Елена (1946)
    • Ейәнсәре Александра (1971)
    • өс бүләһе
  • Икенсе ире (1960—1979) — киносценарист Алексей Каплер (1903—1979)

Наградалары һәм премиялары

үҙгәртергә
  • 1969 йылдың 8 октябрендә Ҡырым астрономдары Николай һәм Людмила Черных 3804 һанлы яңы бәләкәй планета асып, уны Юлия Друнина исеме менән атай.
  • Александра Пахмутова Юлия Друнина шиғырына «Походная кавалерийская» йырын яҙа.
  • Анатолий Юлия Друнинаның «Ты — рядом» шиғырына көй ижад итә, уны Анна Герман башҡара.
  • Петров Андрей Юлия Друнинаның «На кургане» шиғырына йыр яҙа. Уны Людмила Сенчина, Майя Кристалинская, Лидия Клемент һәм Гелена Великанова башҡара.
  • Евгений Жарковский «Сверстница» шиғырына көй яҙа. Йырҙы Инна Таланова башҡара.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Record #120787487 // VIAF (билдәһеҙ)[Dublin, Ohio]: OCLC, 2003.
  2. 2,0 2,1 Друнина Юлия Владимировна // Большая советская энциклопедия (урыҫ): [в 30 т.] / под ред. А. М. Прохорова — 3-е изд. — М.: Советская энциклопедия, 1969.
  3. Bibliothèque nationale de France Ûliâ Vladimirovna Drunina // идентификатор BNF (фр.): платформа открытых данных — 2011.
  4. ДРУНИНА Юлия Владимировна // Русская литература XX века. Прозаики, поэты, драматурги (урыҫ) / под ред. Н. Н. Скатов — 2005. — С. 661—663. — ISBN 5-94848-245-6
  5. Library of Congress Authorities (ингл.)Library of Congress.
  6. 6,0 6,1 ДРУНИНА // Большая российская энциклопедия (урыҫ)М.: Большая российская энциклопедия, 2004.
  7. Чешская национальная авторитетная база данных
  8. В. П. Друнин — автор книг «Польша, Россия и СССР: исторические очерки» (1928) и «А. И. Желябов» (1930), переводов исторической литературы с польского языка (в молодости долгое время служил в Варшаве).
  9. Фёдоров Р. Ю. В тот городок я топала по шпалам… Дата обращения: 28 июль 2009. Архивировано 3 август 2009 года. 2009 йыл 3 август архивланған.

Библиография

үҙгәртергә
  • В солдатской шинели. — М., 1948.
  • Мой друг. — М., 1965.
  • Избранная лирика. — М. : Молодая Гвардия, 1968. — (Библиотечка избранной лирики).
  • Алиска. — М. : Советская Россия, 1973.
  • Избранное. — М., 1977.
  • Избранное. — М., 1979.
  • Избранные произведения : в 2 т. — М. : Художественная литература, 1981.
  • Мы обетам верны. — М. : Правда, 1983. — (Библиотека «Огонька» ; № 34).
  • Избранное : в 2 т.. — М. : Художественная литература, 1989.
  • Мир до невозможности запутан : стихотворения и поэмы. — М. : Русская книга, 1997.
  • Не бывает любви несчастливой. — М. : Советская Россия, 1997.
  • Неповторимый звёздный час. — Эксмо-Пресс, 2000. — ISBN 5-04-004803-8.
  • Память сердца : Стихотворения. — Эксмо-Пресс, 2002. — ISBN 5-04-009206-7.
  • Есть время любить. — Эксмо, 2004. — ISBN 5-699-06272-6.
  • Не бывает любви несчастливой. — Эксмо, 2005. — ISBN 5-699-07657-3.
  • А люблю я, как любят поэты. — Эксмо, 2006. — ISBN 5-699-18127-X.

Юлия Друнина тураһында

  • Русские писатели и поэты. Краткий биографический словарь. — М., 2000.
  • Русский Дом.

Дискография

үҙгәртергә
  • 1973 — Стихотворения. Десятидюймовая виниловая пластинка (гранд) с авторским чтением стихов. 26 стихотворений (Мелодия 33Д33625-26)
  • 1978 — Юлия Друнина. Стихи разных лет // Кругозор. — 1978. — № 3.
  • 1981 — Глядят на нас фронтовики. Стихотворение «Качается рожь несжатая» (2 LP Мелодия — С 60-15615-16)
  • 1985 — Строки огненных лет : Поэты-фронтовики читают свои стихи // Кругозор. — 1985. — № 5.

Фильмография

үҙгәртергә
  • 1976 — Вечер поэзии. Юлия Друнина и другие поэты читают свои стихи во дворце спорта «Лужники»
  • 2005 — Последняя осень Юлии Друниной (документальный фильм)
  • 2014 — Больше, чем любовь. Алексей Каплер и Юлия Друнина (документальный фильм)

Һылтанмалар

үҙгәртергә