Самсонова Зинаида Александровна

Зинаида Александровна Самсонова (14 октябрь 1924(19241014)27 ғинуар 1944).Советтар Союзы Геройы (1944). Медицина хеҙмәтенең өлкән сержанты.

Самсонова Зинаида Александровна
рус. Зинаида Самсонова
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  СССР
Хеҙмәт итеүе СССР
Тыуған көнө 14 октябрь 1924({{padleft:1924|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:14|2|0}})
Тыуған урыны Бобково[d], Городской округ Егорьевск[d], Мәскәү өлкәһе
Вафат булған көнө 27 ғинуар 1944({{padleft:1944|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:27|2|0}}) (19 йәш)
Вафат булған урыны Гомель өлкәһе, Белорус Совет Социалистик Республикаһы, СССР
Үлем төрө һомицид[d]
Үлем сәбәбе снайпер[d]
Ерләнгән урыны Озаричи[d]
Һөнәр төрө офицер
Биләгән вазифаһы өлкән сержант
Хәрби звание өлкән сержант
Һуғыш/алыш Икенсе бөтә донъя һуғышы
Ғәскәр төрө военная медицина[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ленин ордены Советтар Союзы Геройы
Юғалтыуҙың хәрби классификацияһы яуҙа һәләк була[d]
 Самсонова Зинаида Александровна Викимилектә

Биографияһы

үҙгәртергә

Зинаида Александровна Самсонова 1924 йылдың 14 октябрендә Мәскәү губернаһы Егорьев өйәҙенең Бобково ауылында (хәҙер Мәскәү өлкәһе Егорьевский районы) тимерсе ғаиләһендә тыуған. Урыҫ. 30-сы йылдар башында ғаилә күрше Колычево ауылына күсеп килә. Ошонда Зинаида Самсонова 1939 йылда ете йыллыҡ мәктәпте тамамлай. Инвалидтар йортонда санитарка булып эшләй. 1941 йылдың йәйендә Мәскәү янындағы оборона нығытмалары төҙөлөшөнә мобилизациялана. Бабушкино һәм Наро-Фоминск объекттарында эшләй. 1942 йылдың февралендә Егорьевск медицина училищеһына уҡырға инә, уны 1942 йылдың авгусында тамамлай.

Ҡыҙыл Армияға З.А. Самсонова Егорьевск районы хәрби комиссариаты тарафынан 1942 йылдың октябрь айында саҡырыла. Сталинград һәм Воронеж фронттарында һуғыша, Сталинград һәм Курск алыштарында ҡатнаша. Айырыуса Днепр өсөн алышта Букрин плацдармында батырлыҡ күрһәтә. 1943 йылдың сентябрендә Воронеж фронты 47-се армияһының алғы частары Украина ССР-ы Черкассы өлкәһенең Канев ҡалаһы районында Днепрға сыға. 1943 йылдың 24 сентябрендә беренсе десант отряды менән 218-се уҡсылар дивизияһында булдырылған 667-се уҡсылар полкының санинструкторы З.А.Самсонова Пекари ауылынан (Канев районы)көньяҡтараҡ һуғышып йылға аша сыға. Плацдармды яулап алыу һуғышында ул өс немец һалдатын юҡ итә. 1943 йылдың 26-27 сентябрендә дошмандың күп һанлы һөжүмдәре ваҡытында, оборонаның беренсе һыҙығында булып, санинструктор дошман уты аҫтында яландан 30 яралыны алып сыға һәм уларҙы һул ярға эвакуациялай. 1943 йылдың 27 сентябрендә автомат һәм трофей гранаталары менән оҫта эш итеп, Пекари ауылы өсөн дошман контратакаһын кире ҡағыу һуғышында ҡатнаша.

Артабан өлкән сержант З.А.Самсонова Киев һөжүм, Киев оборона һуғыштарында һәм Житомир-Бердичев операцияларында, Житомир ҡалаһын азат итеүҙә ҡатнаша. 1943 йылдың ноябре аҙағында санинструктор Самсонова хеҙмәт иткән дивизия Белорус фронтына күсерелә. Калинковичский-Мозырь һөжүм операцияһы барышында 1944 йылдың 27 ғинуарында Белоруссия (Гомель өлкәһе) ауылы Холма өсөн алышта өлкән сержант Зинаида Самсонова яралы һалдатты нейтраль һыҙыҡҡа алып сығарырға маташыуы ваҡытында немец снайперы пуляһынан һәләк була. Беларусь Республикаһының Гомель өлкәһе Калинковичский районының Озаричи ҡасабаһында туғандар ҡәберлегендә ерләнә.

СССР Юғары Советы Президиумының 1944 йылдың 3 июнендәге Указы менән өлкән сержант Зинаида Александровна Самсоноваға Советтар Союзы Геройы исеме бирелә.

Советтар Союзы Геройы З. А. Самсоноваға уның полкташы шағирә Юлия Друнина «Зинка» тигән шиғырын арнай.

Наградалары

үҙгәртергә
  • Советтар Союзы Геройы З.А.Самсонованың бюсы Егорьевск ҡалаһында  3-сө Мәскәү өлкә медицина колледжының Егорьевск филиалында ҡуйылған
  • Егорьевск ҡалаһында ГБПОУ МО «МОМК № 3» Егорьевск филиалы фасадында мемориаль таҡтаташы ҡуйылған.
  • Советтар Союзы Геройы З.А. Самсонова исемен ГБПОУ МО «3-сө Мәскәү өлкә медицина колледжы» йөрөтә.
  • Советтар Союзы Геройы З. А. Самсонова исемен Мәскәү өлкәһе Егорьевский районының Колычево ауылындағы музей йөрөтә.
  • Советтар Союзы Геройы З. А. Самсонова исеме менән Беларусь Республикаһының Озаричи ҡасабаһында һәм Колычево ауылында урамдар атаған
  • 1974 йылдан Егорьевск ҡалаһында З.А.Самсонова иҫтәлегенә еңел атлетика йүгереүе үтә.

Документтар

үҙгәртергә
Представление к званию Героя Советского Союза и указ ПВС СССР о присвоении звания. Дата обращения: 24 май 2012. Архивировано 25 июнь 2012 года.
ЦАМО, ф. 58, оп. 18002, д. 159 ОБД «Мемориал» документтар электрон базаһында
ЦАМО, ф. 58, оп. 977525, д. 334 ОБД «Мемориал» документтар электрон базаһында
ВК Московской области, Егорьевский район, д 18 ОБД «Мемориал» документтар электрон базаһында
Учётная карточка захоронения З375-325. Калинковичский район, пгт Озаричи, ул. Самсоновой.
Схема захоронения З375-325.
Информация из списка захороненных в братской могиле по улице Самсоновой.

Һылтанмалар

үҙгәртергә
  • Самсонова Зинаида Александровна. «Герои страны» сайты.
  • ГОУ СПО МО «Егорьевское медицинское училище имени Героя Советского Союза З. Самсоновой» (неопр.) (недоступная ссылка). Дата обращения 24 мая 2012. Архивировано 25 июня 2012 года.
  • Биография Самсоновой Зинаиды Александровны в собрании биографий (неопр.) (недоступная ссылка). Дата обращения 24 мая 2012. Архивировано 22 марта 2012 года.
  • Самсонова Зинаида Александровна на www.az-libr.ru (неопр.). Дата обращения 24 мая 2012. Архивировано 25 июня 2012 года.