Джунковская Галина Ивановна

Джунковская Галина Ивановна (ире буйынса — Маркова; 6 октябрь 1922 йыл — 12 сентябрь 1985 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Бомбардировка авиацияһы полкының эскадрилья штурманы, гвардия өлкән лейтенанты. Советтар Союзы Геройы (1945). Еңеү Парадында ҡатнашыусы.

Джунковская Галина Ивановна
укр. Галина Іванівна Джунковська
Рәсем
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  СССР
Хеҙмәт итеүе СССР
Тыуған көнө 6 октябрь 1922({{padleft:1922|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:6|2|0}})[1]
Тыуған урыны Юрковка[d], Ставищенский район[d], Киев өлкәһе
Вафат булған көнө 12 сентябрь 1985({{padleft:1985|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:12|2|0}})[1] (62 йәш)
Вафат булған урыны Мәскәү, СССР
Ерләнгән урыны Кунцево зыяраты[d]
Һөнәр төрө офицер, уҡытыусы, яҙыусы
Уҡыу йорто Центральноукраинский государственный педагогический университет[d]
Мәскәү авиация институты
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы[2]
Хәрби звание Майор
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы, Сталинград һуғышы, Курск һуғышы[d], Белорусская операция[d] һәм Курляндский котёл[d]
Ғәскәр төрө СССР хәрби-һауа көстәре[d] һәм бомбардировочная авиация[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Советтар Союзы Геройы Ленин ордены Ҡыҙыл Байраҡ ордены I дәрәжә Ватан һуғышы ордены Ҡыҙыл Йондоҙ ордены В. И. Лениндың тыуыуына 100 тулыу айҡанлы юбилей миҙалы «Сталинградты обороналаған өсөн» миҙалы «Кавказды обороналаған өсөн» миҙалы «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә егерме йыл» юбилей миҙалы «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә утыҙ йыл» юбилей миҙалы «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә ҡырҡ йыл» юбилей миҙалы "Кёнисбергты алған өсөн" миҙалы «Хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙалы Ватан һуғышы ордены
 Джунковская Галина Ивановна Викимилектә

Биографияһы

үҙгәртергә

Галина Ивановна Джунковская 1922 йылдың 6 октябрендә Юрковка ауылында, хәҙер Украинангың Киев өлкәһе Ставище районында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған.

Бала сағы һәм үҫмер йылдарын Грозный ҡалаһында үткәрә. 1938 йылда Грозный медицина училищеһын, ә 1941 йылда Мәскәү авиация институтының 2-се курсын тамамлай.

Советтар Союзы Геройы, легендар осоусы Марина Раскова ВГК Ставкаһы (СССР оборона халыҡ комиссариаты 08.10.41 № 0099 бойороғо менән) һәм ВЛКСМ Үҙәк комитетының раҫлауы менән ҡатын-ҡыҙҙар авиация полкын ойоштора башлағас, 1941 йылдың октябрендә ирке менән Ҡыҙыл армияға инә. Унда аэроклубтар, Граждандар һауа флоты һәм Осоавиахим мәктәптәре әҙерләгән осоусы ҡыҙҙар йыйыла. Шулай итеп өс авиаполктан торған авиатөркөм булдырыла: 586-сы истребитель (Як-1), 587-се бомбардировка полкы, һуңынан 125-се гвардия бомбардировка авиаполкы (Пе-2) һәм 588-се төнгө бомбардировка авиация полкы (По-2).

Осоусылар 1942 йылда Энгельс хәрби авиация осоусылар мәктәбендә дүрт айлыҡ курстарҙы тамамлай. Галина Джунковская Мария Долина етәкселеге аҫтындағы экипажда штурман була, ул бөтә һуғышты үҙгәрешһеҙ составта үтә: Долина, Джунковская һәм уҡсы-радист Соленов Иван[3].

1943 йылдан ВКП(б)/КПСС ағзаһы

Бөйөк Ватан һуғышы фронттарында 1943 йылдың ғинуарынан.

1943 йылдың яҙында 121.4 өҫтөндәге бейеклектә Төньяҡ-Кавказ фронтында (һуңыраҡ «Батырҙар сусағы» тип атала) заданиены үтәгәндән һуң совет самолеттары төркөмө немецтарҙың «мессершмиттары» менән алышҡа инә. Истребителдәр ярҙамында бөтә алыш бейеклектә бара, ә Пе-2 төркөмөнөң алып барыусыһы гвардия майоры Евгения Тимофеева бомбаға тотоусы экипаждарға тығыҙ төркөм менән торорға бойороҡ бирә, ә үҙе һөжүм итеүселәргә ут аса. Уға Мария Долинаның экипажы ярҙам итә: Иван Соленов пулемет уты менән «мессерҙарҙың» береһен бәреп төшөрә. Әммә алышта Долина алып барған Тося Скобликованың самолеты һәм Долинаның Пе-2 двигателе зыян күрә. Ялҡынды һүндерергә маташып, Долина киҫкен штурвалды бирә һәм, алдау маневры менән осоусыны юҡ иттем тип уйлаған эҙәрлекләүҙән ҡасып, Долина экипажға сафтан сыҡҡан самолетты ҡалдырырға бойора, әммә Джунковская һәм Соленов быны эшләүҙән баш тарта. Джунковская Долинаға ялҡын ялмап алған самолетты яҡындағы аэродромға ултыртырға ярҙам итә[4]. Был батырлығы өсөн — «һуғышта иптәштәренә ярҙам итеүе һәм экипажды ҡотҡарыуы өсөн», шулай уҡ 15 хәрби осошо өсөн Галина Джунковская беренсе Ҡыҙыл Йондоҙ ордены менән бүләкләнә[3].

Звено һәм эскадрилья штурманы вазифаһында Дон, Төньяҡ-Кавказ, Көнбайыш, 3-сө Белоруссия, 1-се Балтик буйы фронттарында һуғыша. Ике тапҡыр һауала яна, контузия, II дәрәжәләге тән бешеүе ала, сафҡа ҡайта.

1944 йылдың ғинуарында эскадрилья штурманы була. 1944 йылда эскадрилья 205 уңышлы хәрби осош яһай, бөтә эштәр «яҡшы» һәм «бик яҡшы» башҡара, Юғары Баш командующий И. В. Сталиндан һәм армия һәм ер өҫтө ғәскәрҙәре командованиеһынан рәхмәт хаттары ала[4].

Долина, Джунковская һәм Соленов экипаждары совет Латвияһын немец-фашист илбаҫарҙары азат итә, Либава янында Курлянд ҡаҙанында уратып алынған гитлерсылар совет ғәскәрҙәренең ҡыҫымына аяуһыҙ ҡаршы тора.

Бөйөк Ватан һуғышы тамаланыуға гвардия өлкән лейтенанты Галина Джунковская 62 хәрби осош яһай, биш һауа һуғышында ҡатнаша, төркөм составында ике дошман самолетын бәреп төшөрә[4], бының өсөн «Советтар Союзы Геройы» исеменә тәҡдим ителә, ул СССР Юғары Советы Президиумының 1945 йылдың 18 авгусындағы Указы менән бирелә[4].

М. И. Долина менән бергә Галина Джунковская Мәскәүҙә Ҡыҙыл майҙанда Еңеү Парадында ҡатнашыуға лайыҡ була.

Тыныс тормошо

үҙгәртергә

Һуғыштан һуң Алыҫ Көнсығышта хеҙмәт итә. Частың штурман урынбаҫары булып эшләй. 1949 йылдан майор Г. И. Джунковская — запаста.

1951 йылда Кировоград өлкә педагогия институтын тамамлай, мәктәптә инглиз теле уҡытыусыһы булып эшләй. Йәмәғәт эштәре менән шөғөлләнә. «СССР—Нидерланд йәмғиәте» идаралығы, һуғыш ветерандары Совет комитетының халыҡ-ара комиссия ағзаһы булып тора. Мәскәүҙә йәшәй.

1985 йылда 12 сентябрендә Мәскәүҙә вафат була, Кунцево зыяратында ерләнә (9-2 участкаһы).

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә
  • Уның исемен тыуған Украинаның Киев өлкәһе, Ставище районының Юрковка ауылындағы урта мәктәп йөрөтә.
  • Галина Ивановна Джунковская «Юность в огне», «Расскажи, берёза», «Офицер разведки», «Взлёт» китаптарының авторы.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 Galina Ivanovna Dzhunkovskaya // TracesOfWar
  2. http://www.podvignaroda.ru/?#id=29872872&tab=navDetailDocument
  3. 3,0 3,1 Прибыльская Л.Б. Звёзды Марии Долиной // Советская Латвия : республиканская газета. — 1990. — С. 3.
  4. 4,0 4,1 4,2 4,3 Джунковская Галина Ивановна, Герой Советского Союза (Орден Ленина и медаль «Золотая звезда») :: Документ о награде :: Память народа. pamyat-naroda.ru. Дата обращения: 21 февраль 2019.
  • Джунковская (Маркова) Галина Ивановна // Герои Советского Союза: Краткий биографический словарь / Пред. ред. коллегии И. Н. Шкадов. — М.: Воениздат, 1987. — Т. 1 /Абаев — Любичев/. — С. 426. — 911 с. — 100 000 экз. — ISBN отс., Рег. № в РКП 87-95382.
  • Мариинский Е. В горящем самолёте // Героини: очерки о женщинах — Героях Советского Союза / ред.-сост. Л. Ф. Торопов; предисл. Е. Кононенко. — Вып. 1. — М.: Политиздат, 1969. — 447 с.

Һылтанмалар

үҙгәртергә