Дауыт (Башҡортостан)

(Дауыт (Әбйәлил районы) битенән йүнәлтелде)

Дауыт (рус. Даутово) — Башҡортостан Республикаһының Әбйәлил районындағы ауыл. Асҡар ауыл Советына ҡарай. 2010 йылдың 14 октябренә халыҡ һаны 352 кеше булған[2]. ОКАТО коды — 80201810003.

Ауыл
Даутово
башҡ. Дауыт
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Әбйәлил

Ауыл биләмәһе

Асҡар ауыл Советы

Координаталар

53°21′51″ с. ш. 58°30′52″ в. д.HGЯO

Халҡы

352[1] кеше (2010)

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Почта индексы

453620

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 201 810 003

ОКТМО коды

80 601 410 106

Даутово (Рәсәй)
Даутово
Даутово
Дауыт (Башҡортостан) (Башҡортостан Республикаһы)
Даутово

Географик урыны

үҙгәртергә

Дауыт ауылы Оло Ҡыҙыл йылғаһы ҡушылдығы Иҙәш йылғаһы буйында, район үҙәге Асҡар ауылынан төньяҡҡа табан 3 километр һәм Магнитогорск тимер юл станцияһынан көнбайышҡа табан 50 километр алыҫлыҡта урынлашҡан[3].

Дауыт ауылына Нуғай даруғаһы Тамъян улусы башҡорттары XVIII быуаттың 2-се яртыһында үҙҙәренең аҫаба ерҙәрендә нигеҙ һалған.

Ауыл 1778 йылда Тамъян улусы старшинаһы вазифаһын башҡарған йөҙ башы Дауыт Сәфәровтың исемен йөрөтә. Уның улдары Ильяс, Исхаҡ, Мөхәмәтрәхим, Юлдыбай Дауытовтар, 1768—1793 йылдарҙа тыуған.

1795 йылда ауылдағы 22 йортта 142 кеше (типтәрҙәр ҙә иҫәпкә алынған), 1866 йылда 35 йортта — 210 кешк йәшәгән. Малсылыҡ, игенселек менән шөғөлләнгәндәр[4].

Бында 1814 йылдың 14 мартында Парижды алыуҙа ҡатнашыусы, көмөш миҙалдар кавалеры Ғәле Муталлапов йәшәгән.

Дауыт һәм Исхаҡ ауылдары араһында ғаилә бәйләнештәре бар. V ревизия мәғлүмәттәре буйынса Дауыт ауылында 22 ихата була, унда 138 кеше йәшәй, шул иҫәптән 4 типтәр була. 1859 йылда 35 ихатала 205 кеше йәшәгән. Беренсе совет халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса, унда 303 кеше йәшәгән. 56 йорт булған.

Халыҡ малсылыҡ менән шөғөлләнгән. 180 кеше йәшәгән 25 йортта 150 ат, 100 һарыҡ, 80 һыйыр, 70 кәзә иҫәпләнгән. Темәс, Урал Устанды, Тайлаҡ йылғалары буйлап күсеп йөрөгәндәр. Һөрөнтө ерҙәре 28 дисәтинә генә була. 200 бот яҙғы иген сәскәндәр[5].

Халыҡ һаны

үҙгәртергә
Халыҡ иҫәбе
2002[6]2009[6]2010[1]
306305352
Милли составы

2002 йылғы иҫәп алыуға ярашлы, халыҡтың күпселеге — башҡорттар (100 %)[7].

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар) 284
1920 йыл 26 август 303
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар 213
1959 йыл 15 ғинуар 212
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар 224
2002 йыл 9 октябрь 306
2010 йыл 14 октябрь 352 179 173 50,9 49,1

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Билдәле шәхестәре

үҙгәртергә
  • Хәсәнов Юлай Иҙрис улы (23.02.1931—21.01.2010), мәғариф эшмәкәре. 1949 йылдан Әбйәлил районы мәктәптәре уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1965 йылдан Йәнгел урта мәктәбенең директор урынбаҫары, 1967—1992 йылдарҙа — директоры. РСФСР (1976) һәм Башҡорт АССР-ы (1980) мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы, СССР-ҙың мәғариф (1980), РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы (1967) отличнигы. Ленин (1981) һәм Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордендары (1971) кавалеры[8].

Урамдары

үҙгәртергә
  • Еңеүҙең 60 йыллығы урамы (рус.  60 лет Победы (улица)
  • Әбйәлил урамы (рус.  Абзелиловская (улица)
  • Ғәйфулла Сарбаев урамы (рус.  Гайфуллы Сарбаева (улица)
  • Ҡыҙыл урамы (рус.  Кизильская (улица)
  • Георгий Васев урамы (рус.  Георгий Васев (улица)
  • Ҡырҡты-тау урамы (рус.  Кыркты-тау (улица)
  • Нурғәле Фәхретдинов урамы (рус.  Нургали Фахретдинова (улица)
  • Рәүеф Дәүләтов урамы (рус.  Рауфа Давлетова (улица)
  • Салауат Юлаев урамы (рус.  Салавата Юлаева (улица)
  • Сәлимйән Ғәйнуллин урамы (рус.  Салимьяна Гайнуллина (улица)
  • Сәләх Кулибай урамы (рус.  Саляха Кулибая (улица)
  • Шәкир Биҡҡолов урамы (рус.  Шакира Биккулова (улица)
  • Үҙәк урамы (рус.  Центральная (улица)
  • Мәктәп урамы (рус.  Школьная (улица)[9]

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан. Дата обращения: 20 август 2014. Архивировано 20 август 2014 года.
  2. Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник.  (рус.)
  3. Дауыт (Башҡортостан) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  4. Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 38. — ISBN 978-5-295-04683-4.
  5. Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 38. — ISBN 978-5-295-04683-4.
  6. 6,0 6,1 Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан ВПН-2002 и 2009
  7. Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан — приложение в формате Excel 2016 йыл 4 март архивланған..
  8. Башҡорт энциклопедияһы — Хәсәнов Юлай Иҙрис улы (рус.) (Тикшерелеү көнө: 14 март 2021)
  9. Улицы
  • Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7(рус.)  (Тикшерелеү көнө: 24 февраль 2021)
  • Асфандияров А. З. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. Уфа: Китап, 2009. — 744 с. ISBN 978-5-295-04683-4 (рус.)  (Тикшерелеү көнө: 24 февраль 2021)

Һылтанмалар

үҙгәртергә