Дар әс-сүлх
Дар әс-сүлх (солох) (ғәр. دار الصلح — солох биләмәһе), йәки дар әл-ғәһед (ғәр. دار العهد — килешеү биләмәһе) — мосолман дин белгестәре — фаҡиһтар ҡарашына ярашлы, яулап алынған биләмәлә мосолман хөкүмәте менән мосолмандарҙы һәм зиммиҙәрҙе яҡларға ризалашып килешеү төҙөлгән мосолман булмаған территория.
Дар әс-сүлх | |
Ҡапма-ҡаршыһы | Дар әл-хәрб |
---|
Иман шарттары |
Исламдың биш нигеҙе |
Шәхестәр |
Тасуирламаһы
үҙгәртергәЙыш ҡына солох тураһындағы килешеүҙә жизйә түләү һәм мосолман булмаған кешенең хоҡуҡи хәле (әһел әз-зимми) тураһындағы пункт индерелә[1]. Хәҙерге заман дин әһелдәренең ҡайһы берҙәре Дар әл-сүлхте һуғыш биләмәһенә индермәй, ә уны дуҫ илдәр биләмәһенә тиңләй[2].
Дар әс-сүлх (әһел әс-сүлх) халҡы ислам дин белгестәре тарафынан зимми тип ҡарала, әммә Дар әс-сүлх сауҙагәрҙәре Дар әл-исламдағы әһел әз-зиммиҙәрҙән ике тапҡырға күберәк сауҙа пошлинаһы түләй. Был положениелар бик яҡынса була, сөнки килешеүҙәр ғәмәлдә булған осорҙа ислам хоҡуҡ теорияһы бик үк эшләнмәгән, ә был положениелар аныҡланғас (VIII б. аҙағында), килешеүҙәр төҙөгән өлкәләрҙең күбеһе туранан-тура Ғәрәп хәлифәлеге составына инә.
Хәлифәлек тарҡалғандан һуң, мосолман династиялары идара иткән барлыҡ өлкәләр ҙә, халыҡ составына ҡарамайынса, Дар әл-ислам тип ҡарала, ә мосолман булмаған дәүләттәр менән төҙөлгән килешеүҙәр ғәҙәти дәүләт-ара килешеүҙәр рәүешендә була[3]
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергәИҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Dar al-Sulh . The Oxford Dictionary of Islam (инг.)баш.. Дата обращения: 13 декабрь 2013. Архивировано 3 ноябрь 2019 года.
- ↑ Dar al-Harb . The Oxford Dictionary of Islam (инг.)баш.. Дата обращения: 13 декабрь 2013. Архивировано 13 декабрь 2013 года.
- ↑ Большаков, 1991
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Большаков О. Г. Дар ас-сулх // Ислам: энциклопедический словарь / Отв. ред. С. М. Прозоров. — М. : Наука, ГРВЛ, 1991. — С. 56. — 315 с. — 50 000 экз. — ISBN 5-02-016941-2.