Дарвин ҡурсаулығы

Дарвин дәүләт тәбиғәт биосфералы ҡурсаулығы — Рәсәйҙә айырыуса һаҡланыусы тәбиғәт территорияһы. Вологда өлкәһенең Череповецкий районы һәм Ярославль өлкәһенең Брейтовский районы биләмәләрендә урынлашҡан

Дарвин ҡурсаулығы
Нигеҙләү датаһы 18 июль 1945
Рәсем
Категория защищённых зон МСОП категория МСОП Ia: строгий природный резерват[d]
Дәүләт  Рәсәй[1]
Административ-территориаль берәмек Вологда өлкәһе һәм Ярославль өлкәһе
Ойошма ағзаһы Кеше һәм биосфера[d]
Әһәмиәтле урын Череповец
Майҙан 112 630 гектар
Рәсми сайт дарвинский.рф
URL биосферного заповедника ЮНЕСКО unesco.org/mabdb/br/brdi…
Ойошма хеҙмәткәрҙәре категорияһы Категория:Сотрудники Дарвинского заповедника[d]
Карта
 Дарвин ҡурсаулығы Викимилектә

1945 йылдың 18 июлендә 1941 йылда Рыбинск һыуһаҡлағысы һәм Рыбинск ГЭС-ы төҙөлгәндән һуң ҡырағай тәбиғәттәге үҙгәрештәрҙе өйрәнеү өсөн 1945 йылдың 18 июлендә махсус төҙөлә. 2002 йылдан ҡурсаулыҡ Биосфера резерваттарының бөтә донъя селтәренә индерелә. Инглиз тәбиғәтте өйрәнеүсе, эволюция теорияһына нигеҙ һалыусы Чарльз Дарвин исемен ала[2][3].

Ҡурсаулыҡ ерҙәре ҙур ярымутрауҙа һәм Рыбинск һыуһаҡлағысының төньяҡ-көнбайыш ярында урынлашҡан. Ҡурсаулыҡ майҙаны 112 мең гектарҙан ашыу, уларҙан 67 мең га ҡоро ер өлөшөнә, ә ҡалғаны яр буйындағы һыуҙарға тура килә.

Административ үҙәге — Череповецкий районының Борок ауылы.

Ҡурсаулыҡтың флораһы һәм фаунаһы

үҙгәртергә
 
Рыбинск һыуһаҡлағысы ярындағы арт-объект

Һай урындарҙа дым яратыусы һәм һыу үҫемлектәре күрән, ҡуһа, екән, ҡондораҡ, күткүсе ҡумыҙы, терпебаш, гречишка, һыуйебәк, күльяпраҡ, мөгөҙьяпраҡ һәм башҡалар үҫә. Ҡурсаулыҡтың ҙур өлөшөн ҡарағай урмандары ҡаплаған. Был ерҙәр мүк еләге, мораҡ, күк көртмәле еләктәренә бай..

Ҡурмсаулыҡта Вологда өлкәһенә хас булған йәнлектәр һәм ҡоштар тереклек итә. Бында һыуһар, аҫ, ҡәҙимге тейен, ҡама, бүре, бурһыҡ, төлкө, мышы, ҡуян осрай. Ҡурсаулыҡта айыуҙар күп. Һуңғы йылдарҙа ҡабан үрсей. Урман шырлыҡтарында өкө, һуйыр, ҡор, ҡарағош, ҡара төйлөгән, ҡор ҡарсығаһы, бүҙәнә ҡарсығаһы һәм бер нисә ваҡ ыласын оялай. Бында Ҡыҙыл китапҡа индерелгән диңгеҙ бөркөтөнөң донъяла иң күп оялау тығыҙлығы билдәләнгән. Элекке СССР-ҙың бөтә Европа территорияларында был юғалыусы ҙур ҡанатлы ҡоштарҙың 500-600 пары иҫәпләнгән. Бөтә донъя орнитологтарына ҡурсаулыҡ кәлмәргән колонияһы менән таныш. Рәсәйҙең был мөйөшөндә был һирәк ҡоштарҙың иң күп оялау тығыҙлығы күҙәтелә.

Дарвин ҡурсаулығы биологы Вячеслав Васильевич Немцев донъяла беренсе һуйыр фермаһы булдыра. Был яҡтарҙа ярты быуат эше ваҡытында уға күбәләктәрҙең бай коллекцияһын йыйырға мөмкин була. Бөгөнгө көндә Дарвин ҡурсаулығы территорияһын артабан да өйрәнеү һәм һаҡлау маҡсатында унда экологик ағартыу бүлеге, Тәбиғәт музейы эшләй.

Диңгеҙ акваторияһында ҡурсаулыҡ акваторяиһының уникаль үҙенсәлеге булып торф утрауҙары тора. Һыу һаҡлағысын күмгәндән һуң күп торф һаҙлыҡтарын һыу баҫа. Йылдар дауамында торфтың ҙур ҡатламдары ҡалҡып сыға һәм тулҡындар буйлап дрейфҡа ебәрелә. Ваҡыт үтеү менән уларҙа үлән, хатта ағастар ҙа күренә.

Рәсәйҙең Ҡыҙыл китабына ингән төрҙәр

үҙгәртергә

Ҡурсаулыҡ биләмәһендә Рәсәйҙең Ҡыҙыл китабына индерелгән түбәндәге төрҙәр тереклек итә.

Бәшмәктәр

  • Мутинус Равенель / raveneli Mutinus

Лишайниктар

  • Лобария лёгочная / Lobaria pulmonaria

Ябыҡ орлоҡлолар

  • Венерин башмачок настоящий / Cypripedium calceolus
  • Надбородник безлистный / Epipogium aphyllum
  • Пальцекорник Траунштейнера / Dactylorhiza traunsteineri
  • Беспозвоночные
  • Мнемозина / Parnassius mnemosyne
  • Обыкновенный аполлон / Parnassius apollo

Ҡоштар

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  • Дарвинский заповедник / А. В. Кузнецов // Григорьев — Динамика. — М. : Большая российская энциклопедия, 2007. — С. 327. — (Большая российская энциклопедия : [в 35 т.]; vol. 2004—2017, вып. 8). — ISBN 978-5-85270-338-5.
  • Калецкая М.Л., Немцова С.Ф., Скокова Н.Н. Дарвинский заповедник // Заповедники СССР. Заповедники европейской части РСФСР. Часть 1 / В.Е. Соколов, Е.Е. Сыроечковский. — М.: «Мысль», 1988. — С. 152-184. — («Заповедники СССР»)). — ISBN 5-244-00148-5.

Һылтанмалар

үҙгәртергә