Кәлмәргән
Кәлмәргән
Фәнни классификация
Батшалыҡ: Хайуандар
Тип: Хордалылар
Класс: Ҡоштар
Отряд: Ыласын һымаҡтар
Ғаилә: Кәлмәргән һымаҡтар
Ырыу: Кәлмәргәндәр
Төр: Кәлмәргән
Латинса исеме
Pandion haliaetus
(Linnaeus, 1758)
Ярам төрҙәре
  • P. h. haliaetus
  • P. h. carolinensis
  • P. h. ridgwayi
  • P. h. cristatus
Ареал
рәсем
ITIS 175590
NCBI 56262

Кәлмәргән (рус. Скопа́, лат. Pandion haliaetus) — ҡаҙҙан бәләкәйерәк ҡырағай ҡош. Оҙонлоғо — 55—58 см, ҡанат йәйеме — 145—170 см. Оҙон һәм тар ҡанаттары беләҙек һөйәктәрендә бөгөлгән була. Тышҡы ҡиәфәте менән башҡа йыртҡыс ҡоштарҙан айырылып тора. Ике төҫлө булыуы аныҡ ҡына алыҫтан уҡ күренә: түше, ҡойроғо ҡара-көрән; тамағы, ҡорһағы аҡ, ҡанат төбөндәге ҡаурыйҙары һарғылт сыбар. Суҡышынан күҙе аша муйынына үткән һоро һыҙыҡ бар. Башҡа ҡара ҡоштарҙан аҡ ҡорһағы менән айырыла. Күҙе һары төҫтә, ҡара суҡышының осо кәкере, аяҡтары көслө, тырнаҡтары ҡара һәм текә кәкере. Ата ҡоштар инәләренән бер аҙ бәләкәй булыуҙары менән генә айырылалар.

Халыҡ-ара Ҡыҙыл китап
en:Least Concern
Ҙур хәүеф янамай
IUCN 3.1 Least Concern : / 106003324
Pandion haliaetus

Башҡортса тимер тырнаҡ, балыҡ һары, балыҡ ҡарсығаһы, ҡәлмәргән, халмарйын тигән исемдәре лә осрай.

Таралыуы

үҙгәртергә

Антарктиданан башҡа бөтә ҡитғаларҙа ла остай. Күсмә ҡош. Мысырҙа һәм Ҡыҙыл диңгеҙҙең ҡайһы бер утрауҙарында ҡышлай. Көньяҡ Урал биләмәләрендә P.h.haliaetes  осрай. Кәлмәргәндең таралыуы бөтә ерҙә лә һыуға бәйләнгән: йылғаларға, күлдәргә, һыу һаҡлағыстарға, сөнки уның төп аҙығы булып балыҡ тора. Үткән быуаттың төрлө йылдарында кәлмәргәнде Ағиҙел, Һаҡмар, Ҙур Ыҡ йылғалары үҙәндәрендә, Нөгөш йылғаһы һәм Нөгөш һыуһаҡлағысы, Ҙур Талпаҡ күлендә күҙәткәндәр. «Шүлгәнташ» ҡурсаулығы биләмәһендә, Һалдыбаш һәм Сөм йылғалары үҙәндәрендә оялары табылған. Хәйбулла районында ла уның оя ҡороуы тураһында мәғлүмәт бар. 1970 йылдарҙа Дыуан районында Йүрүҙән йылғаһында балыҡ аулауын күргәндәр[1].

Йәшәү рәүеше

үҙгәртергә

Кәлмәргән – ихтиофаг. Башҡа ҡоштарҙан айырмалы рәүештә, кәлмәргән рационы 99 %-ҡа балыҡтан тора. Һирәкләп тәлмәрйен, башҡа ҡоштар менән туҡлана. Ғәҙәттә һыу өҫтөндә һунар итә. Һыу өҫтөндә ҡорбанын күреп ҡалһа, тәпәйҙәрен алға сығарып, ҡанатын артҡа ташлап аҫҡа ташлана. Балыҡты ул аҡсарлаҡ кеүек суҡышы менән түгел, ә тырнаҡтары менән эләктереп ала. Балыҡ әҙ йәки һыу болғансыҡ булҡан осраҡта тәлмәрйен, ваҡ ҡош-ҡорт, кимереүселәр менән дә туҡлана.

Ояһын балыҡ күп булған һыу буйҙарындағы бейек ағас баштарында ҡора. Ергә ултырмай, ял иткәндә лә ағаста ултыра. Яҡынлашып килгән кешене күрһә йәки хәүефле хәл килеп сыҡһа, шунда уҡ күтәрелеп, осоп китә. Шуға күрә, ул янында ағастары булмаған һыу ятҡылыҡтарынан ситләшә. Ояһын күп тапҡырҙар (18 йылға ҡәҙәр) ҡуллана. Уны ҡышлау урынынан ҡайтҡас, яҙғыһын ата һәм инә ҡоштар бергәләшеп яңыртып, рәтләп алалар. Ояны ағаста ҡуйы булмаған, ғәҙәттә һулый башлаған йәки һулыған олонда 8-25 метр бейеклектә ҡоралар. Инә ҡош ҡыҙғылт көрән таптар менән сыбарланған 2-3 бөртөк аҡһыл зәңгәр йомортҡа һала. Йомортҡаны баҫыу 35 тәүлек дауам итә. Ҡошсоҡтарын атаһы ла, инәһе лә ашата. Уларға көнөнә 200-400 грамм ауырлыҡтағы 4-5 балыҡ килтерәләр[2]. Йәш ҡоштар июнь аҙағында июль башында оянан ососп сығалар.Тәүҙә уларҙы инә ҡош ҡурсалап тора. Ҡышлау урынына осоп китеү сентябрь аҙағына йәки октябрь уртаһына саҡлы бара.

Төрлө әҙәби сығанаҡтарға ҡарағанда, кәлмәргәндәрҙең һаны XIX быуат аҙағында кәмей башлай. Башҡортостан биләмәләрендә XX быуаттың 30-сы йылдарында уҡ ул һирәк осрай башлай. Рәсәй Федерацияһының Ҡыҙыл китабына һирәк осрай торған төр булараҡ индерелгән (3-сө категория). Башҡортостан Республикаһының Ҡыҙыл китабына юғалып барған төр булараҡ индерелгән (1-се категория). Кәлмәргәндәрҙе һаҡлап ҡалыу өсөн оя ҡорған һыу ятҡылыҡтары эргәһендәге һулып барыусы ағастарҙы һаҡларға, ояларын туҙҙырмаҫҡа кәрәк. Яһалма оялар эшләп ҡуйыу ҙа уларҙы һаҡларға булышлыҡ итәсәк.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Баянов М.Г., Маматов А.Ф. Птицы Южного Урала. – Уфа: Китап, 2009. – 376 с.
  2. Рябицев В.К. Птицы Урала, Приуралья и Западной Сибири. Екатеринбург: Изд-во Уральского университета. 2002. 608 с.