Күк көртмәле
Күк көртмәле
Фәнни классификация
Батшалыҡ: Үҫемлектәр
Бүлексә: Ябыҡ орлоҡлолар
Класс: Ике өлөшлөләр
Тәртип: Арса сәскәлеләр
Ғаилә: Арсалар
Ырыу: Вакциниум
Төр: Күк көртмәле
Латинса исеме
Vaccinium uliginosum L.typus
ITIS 23574
NCBI 190548

Күк көртмәле[1][2] (лат. Vaccínium uliginósum) — йылтыр ваҡ япраҡлы, алһыу сәскәле, ҡыҫҡа һабаҡлы ҡыуаҡ үҫемлек.

Фәнни һәм фәнни-популяр әҙәбиәттә һаҙ күк көртмәлеһе, батҡыл күк көртмәлеһе, тәбәшәк күк көртмәле тигән варианттар осрай[3].

Урыҫ телендә уның атамалары күп төрлө: водопьянка, голубец, голубица, гонобоб, гонобо́бель, гонобой, гоноболь, дураха, дурника, дурниха, дурница, пьяная ягода, пьяника, пьяничка, пьяница, синий виноград, синика.

Таралыуы

үҙгәртергә

Был төр Төньяҡ ярымшарҙың уртаса һәм һалҡын климатлы, тундралы, урманлы зоналарында һәм тауҙарҙың өҫкө бүлкәтендә, йыш ҡына һаҙлыҡлы, торфлы бөтә төбәктәрендә осрай. Евразияла көнбайышта Исландиянан һәм Бөйөк Британиянан алып Рәсәйҙең Алыҫ Көнсығышына һәм Японияға тиклем таралған (көньяҡ ареалы — Испания, Италия, элекке Югославия илдәре , Төркиә, Монголия). Төньяҡ Америкала — Алясканан Ньюфаундлендҡа тиклем үҫә (көньяҡта — Калифорнияға)[4].

Йылға, шишмәләр буйында ваҡ майҙандар биләһә, Байкал аръяғында, мәҫәлән, тиҫтәләрсә кв. километр майҙандарҙа үҫә.

Агротехника

үҙгәртергә

Күк көртмәле — талымһыҙ үлҫемлек, ҡоротҡостар һәм ауырыуҙар менән зарарланмай тиерлек.

Күк көртмәле әсе тупраҡ ярата (pH 4—5)), шуға күрә әселек кимәлен даими күҙәтеп торорға кәрәк. Бигерәк тә дымға талапсан. Күк көртмәленең тамырҙары таралған тупраҡ ҡатламы 20 см тәрәнлеккә тиклем һәр ваҡыт дымлы булырға тейеш, ләкин ул артыҡ һыулы ерҙе яратмай.

Шулай уҡ ҡара

үҙгәртергә
  • Голубика Эши
  • Голубика высокорослая

Һылтанмалар

үҙгәртергә
 
Викикитапхана логотибы
Ошо темаға Викикитапханала текстар бар
Vaccinium uliginosum
 
Викиһүҙлек логотипы
Викиһүҙлектә « :ru:голубика» мәҡәләһе бар
  • ГОСТ Р 54696-2011. Черника и голубика свежие. Технические условия

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Русско-башкирский словарь (З. Г. Ураксин, Ю. З. Ураксин, 2004)
  2. Русско-башкирский словарь по ботанике (С. И. Янтурин, Г. А. Хисамов, 1981)
  3. Тюриков, Е. А. Брусничные: старт в новое столетие // Сад и огород : журнал. — М., 2000. — № 3 (44). — С. 30—31.
  4. По данным сайта GRIN (см. раздел Һылтанмалар)