Мөбәрәкова Гөлли Арыҫлан ҡыҙы
башҡорт театр актёры, режиссёр һәм юғары мәктәп уҡытыусыһы
(Гөлли Арыҫлан ҡыҙы Мөбәрәкова битенән йүнәлтелде)
Мөбәрәкова Гөлли Арыҫлан ҡыҙы (9 сентябрь 1936 йыл — 20 февраль 2019 йыл[2]) — башҡорт театр актёры, режиссёр һәм юғары мәктәп уҡытыусыһы. 1961 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. Профессор (1993). СССР-ҙың (1990) һәм РСФСР-ҙың (1981) халыҡ, БАССР-ҙың атҡаҙанған (1969) артисы. Башҡортостандың Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы СССР-ҙың (1990) һәм РСФСР-ҙың (1981) халыҡ, БАССР-ҙың атҡаҙанған (1969) артисы. Башҡортостандың Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1976). Почёт (2012), Халыҡтар дуҫлығы (2016) һәм Салауат Юлаев (2007) ордендары кавалеры.
Мөбәрәкова Гөлли Арыҫлан ҡыҙы | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 9 сентябрь 1936[1] |
Тыуған урыны | Өфө, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР |
Вафат булған көнө | 20 февраль 2019[1] (82 йәш) |
Вафат булған урыны | Өфө, Рәсәй[1] |
Ерләнгән урыны | Өфө мосолман зыяраты |
Атаһы | Мөбәрәков Арыҫлан Ҡотләхмәт улы |
Әсәһе | Янбулатова |
Хәләл ефете | Сафин Рафаэль Сафа улы |
Һөнәр төрө | театр актёры, кино актёры, актёр, театр режиссёры, театральный педагог |
Эш урыны | Башҡорт дәүләт академия драма театры |
Уҡыу йорто | Рәсәй театр сәнғәте университеты |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Мөбәрәкова Гөлли Арыҫлан ҡыҙы Викимилектә |
Биографияһы
үҙгәртергә- Гөлли Арыҫлан ҡыҙы Мөбәрәкова 1936 йылдың 9 сентябрендә Өфөлә театр актёрҙары ғаиләһендә тыуған (атаһы — СССР-ҙың халыҡ артисы Арыҫлан Мөбәрәков (1908—1977), әсәһе — РСФСР-ҙың атҡаҙанған, БАССР-ҙың халыҡ артисы, шағир һәм драматург, СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы Рәғиҙә Янбулатова (1915—1977).
- Буласаҡ актрисаның бала сағы һәм үҫмер йылдары театрҙа үтә. Урта мәктәпте тамамлағас, ата-әсәһе бигүк риза булмаһа ла, Мәскәүҙәге А. В. Луначарский исемендәге театр сәнғәте институтына уҡырға инә. 1959 йылда институттың башҡорт студияһын (О. И. Пыжова һәм Б. В. Бибиков класы) уңышлы тамамлап ҡайтҡас, үҙенең ярты быуатҡа һуҙыласаҡ ижад юлын Башҡорт дәүләт академия драма театрында башлай. Театрҙың Әҙәби советы ағзаһы. 1991—1997 йылдарҙа баш режиссёр була. Өфө сәнғәт институтының (2003—2015 йылдарҙа Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһы) режиссура һәм актёр оҫталығы кафедраһы уҡытыусыһы, профессор. Бөгөнгө көндә театрҙа һәм уҡыу йортонда берҙән-бер СССР-ҙың халыҡ артисткаһы.
- Гөлли Мөбәрәкова атаһының тыуған ауылы Асы менән дә бәйләнештәрҙе өҙмәй, ауылға хәйриә ярҙамы күрһәткәне лә бар. Асыла атаһы Арыҫлан Мөбәрәковҡа арналған музей һәм бюст бар (авторы — Тамара Нечаева). Музейға бик күп экспонаттарҙы ул тапшырған.
Гөлли Арыҫлан ҡыҙы Мөбәрәкова 2019 йылдың 20 февралендә Өфөлә вафат булды[3].
Ролдәре
үҙгәртергә- Вольтерҙың «Мөхәммәт» пьесаһында — Пальмира, Максим Горькийҙың «Һуңғылар» пьесаһында — Любовь, Сыңғыҙ Айытматовтың «Әсә, Ер-Әсә» пьесаһында — Алиман, Илшат Йомағоловтың "Нәркәс"ендә — Зөмрәт, Ғәҙел Ҡотойҙоң "Тапшырылмаған хаттар"ында — Ғәлиә.
- Әсғәт Мирзаһитовтың «Әсәләр көтәләр улдарын» спектаклендәге Хафаса роле Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы менән баһаланды.
- Мостай Кәримдең сәхнә әҫәрҙәрендә Шәфәҡ («Ай тотолған төндә»), Гөлнәзирә («Салауат»), Агазия («Ташлама утты, Прометей!»), Мәҙинә («Йәйәүле Мәхмүт») ролдәрен уйнау ҙур тәжрибә мәктәбе булды.
- 1978 йылда Мостай Кәрим әҫәре буйынса төшөрөлгән «Ай тотолған төндә» нәфис фильмында Тәңкәбикә ролен уйнай.
Режиссер эштәре
үҙгәртергә- Илдар Юзеев. Һөйгәнемдең тыуған көнө. Комедия (1987).
- Ғәзим Шафиҡов. Һәҙиә. Публицистик очерк нигеҙендә драма-хроника (1991).
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
үҙгәртергә- БАССР-ҙың атҡаҙанған артисы (1969).
- РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы (1975).
- Башҡорт АССР-ының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы (1976).
- РСФСР-ҙың халыҡ артисы (1981).
- СССР-ҙың халыҡ артисты (1990).
- Өфө ҡалаһының почётлы гражданы (1994).
- Башҡортостан Республикаһының Маҡтау грамотаһы (1996).
- Салауат Юлаев ордены (2007).
- Почёт ордены (2012).
- IV дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре» орденының миҙалы.
- Рәсәй Федерация Мәҙәниәт министрлығының «Мәҙәниәттәге ҡаҙаныштары өсөн» билдәһе.
- Башҡортостан Республикаһының Халыҡтар дуҫлығы ордены (2016)[4]
Хәтер
үҙгәртергә- 2022 йылдың 9 сентябрендә Өфөләге Гөлли Мөбәрәова йәшәгән йортта мемориаль таҡтаташ асылды[5].
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Аралбаева Л.В Уфе Народная артистка СССР Гюлли Мубарякова отметила свой юбилей. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2016, 11 декабрь[4].
- Аҡбулатова Ф. СССР-ҙың халыҡ артисы Гөлли Мөбәрәкова. «Сәхнәгә арналған ғүмер» циклынан. «Юлдаш» радиоһы эфирында яңғыраған тапшырыу. 2016, 14 октябрь[6].
- Аралбаева Л. Өфөлә Башҡорт драма театрының художество етәксеһе Олег Ханов СССР-ҙың халыҡ артисткаһы Гөлли Мөбәрәковаға мөхәббәтен белдерҙе. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2016, 9 сентябрь[7].
- Романов В. Мастера искусств Башкортостана: Гюлли Мубарякова (К юбилею выдающейся актрисы).«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2016, 9 сентябрь[8].
- Аҡбулатова Ф. СССР-ҙың халыҡ артисы Гөлли Мөбәрәкова. «Сәхнәгә арналған ғүмер» циклынан. «Юлдаш» радиоһы тапшырыуы. 2016, 20 июль[9]
- Гөлли Мөбәрәкова. Тормошо һәм ижады. Китап-альбом. Өфө. 2014. [1]
- Ежемесячный столичный журнал «Уфа» «Коренные уфимцы» Мубарякова Гюлли Арслановна (рус.)
- Сәхнәдә тәпи киткән актриса 2017 йыл 26 апрель архивланған.
Өҫтәлмә мәғлүмәт
үҙгәртергә- Гөлли Мөбәрәкованың ире — Рафаэль Сафин, шағир һәм драматург, журналист һәм йәмәғәт эшмәкәре, Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 1,2 Башкирская энциклопедия (урыҫ) — Башкирская энциклопедия, 2005. — 4344 с.
- ↑ В Уфе ушла из жизни народная артистка СССР Гюлли Мубарякова
- ↑ Өфөлә СССР-ҙың халыҡ артисы Гөлли Мөбәрәкова вафат булды. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2019, 21 февраль (Тикшерелеү көнө: 21 февраль 2019)
- ↑ 4,0 4,1 В Уфе Народная артистка СССР Гюлли Мубарякова отметила свой юбилей. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2016, 11 декабрь (рус.) (Тикшерелеү көнө: 12 декабрь 2016)
- ↑ В Уфе открылась мемориальная доска народной артистке СССР Гюлли Мубаряковой. ИА «Башинформ», 9 сентября 2022 года (рус.) (Тикшерелеү көнө: 9 сентябрь 2022)
- ↑ «Сәхнәгә арналған ғүмер». СССР-ҙың халыҡ артисы Гөлли Мөбәрәкова. 2016, 14 октябрь(недоступная ссылка) (Тикшерелеү көнө: 6 ноябрь 2016)
- ↑ «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2016, 9 сентябрь (Тикшерелеү көнө: 9 сентябрь 2016)
- ↑ «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2016, 9 сентябрь (рус.) (Тикшерелеү көнө: 9 сентябрь 2016)
- ↑ «Сәхнәгә арналған ғүмер». СССР-ҙың халыҡ артисы Гөлли Мөбәрәкова. 20 июль 2016 йыл(недоступная ссылка) (Тикшерелеү көнө: 6 ноябрь 2016)
Сығанаҡтар
үҙгәртергә- «Кино—театр.ru» порталы Мубарякова Гюлли Арслановна (рус.)
- Администрация городского округа город Уфа Республики Башкортостан (официальный сайт) 2015 йыл 16 март архивланған. (рус.)
- http://kulturarb.ru/people/?ELEMENT_ID=4014 2013 йыл 6 октябрь архивланған.
- http://rampa-rb.ru/teatr/tragediynyie-roli-narodnoy-artistki-sssr-gyulli-mubaryakovoy/ 2016 йыл 5 март архивланған.
- http://www.gorsovet-ufa.ru/pochet/mubaryakova.php
- http://ruskino.ru/art/4820 2016 йыл 25 июнь архивланған.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Мөбәрәкова Гөлли Арыҫлан ҡыҙы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 15 сентябрь 2021)
- «Китап» нәшриәтендә Гөлли Мөбәрәкованың тормошо һәм ижады хаҡында китап-альбом баҫылып сыҡты
- Милли китапханала «Гөлли Мөбәрәкова. Тормошо һәм ижады» тип аталған китап-альбомдың исем туйы үтте
- Список Народных артистов 1990 года 2014 йыл 12 ноябрь архивланған.
Видео, фильмдар
үҙгәртергә- YouTube сайтында Видео Ҡыҙы Гөлли Мөбәрәкова тураһында фильм
- YouTube сайтында Видео «Ай тотолған төндә». Гөлли Мөбәрәкова — төп ролдә
- YouTube сайтында Видео Об отце: Артист из народа — Арслан Мубаряков
- YouTube сайтында Видео Вдохновение — 08.12.16 Гюлли Мубарякова, народный артист СССР
- YouTube сайтында Видео Выпуск от 2017-04-04 19:31:48. Народная артистка СССР Гулли Мубарякова
- YouTube сайтында Видео Гөлли Арыҫлан ҡыҙы Мөбәрәкова оло юбилейын билдәләй
- YouTube сайтында Видео Яңы көн — 06.09.16 СССР-ҙың халыҡ артисы Гөлли Мөбәрәкова юбилейын билдәләй