Сафин Рафаэль Әхмәтсафа улы

Сафин Рафаэль Әхмәтсафа улы (16 февраль 1932 йыл — 22 декабрь 2002 йыл) — башҡорт шағиры һәм драматургы, журналист һәм йәмәғәт эшмәкәре, 1962 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы, 19741983 йылдарҙа Башҡортостан Яҙыусылар союзы идараһының рәйес урынбаҫары, Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1982).

Рафаэль Сафин
Исеме:

Сафин Рафаэль Әхмәтсафа улы

Тыуған көнө:

16 февраль 1932({{padleft:1932|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:16|2|0}})

Тыуған урыны:

Ҡыйғы районы Йыланлы ауылы

Вафат булған көнө:

22 декабрь 2002({{padleft:2002|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:22|2|0}}) (70 йәш)

Вафат булған урыны:

Өфө ҡалаһы

Гражданлығы:

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР →
Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Эшмәкәрлеге:

Шағир, драматург

Дебют:

«Тормош ҡушыуы» (поэма һәм шиғырҙар), 1956

Наградалары:

БАССР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1982)

Биографияһы

үҙгәртергә

Рафаэль Әхмәтсафа улы Сафин 1932 йылдың 16 февралендә Башҡорт АССР-ының Ҡыйғы районы Йыланлы ауылында колхозсы ғаиләһендә тыуған[1]. Тәбиғәттән бирелгән һәләт нигеҙендә бала сағынан гармунда уйнарға өйрәнә, шуға ла 1947 йылда, үҙ ауылдарындағы тулы булмаған урта мәктәпте бөтөргәс, Өфөгә килә. Баш ҡаланың 9-сы интернат-мәктәбен тамамлағас, музыка училищеһына (хәҙер Өфө сәнғәт училищеһы) уҡырға инә. Бер үк ваҡытта тағы ла әҙәби ижадҡа маһир булған һәм үҙенең тәүге шиғырҙарын 1950 йылдан республика гәзиттәрендә баҫтырған егет Башҡортостан Яҙыусылар союзы идараһы юлланмаһы менән 19521956 йылдарҙа Мәскәүҙә, СССР Яҙыусылар союзының М. Горький исемендәге Әҙәбиәт институтында уҡый.

Йәш әҙип хеҙмәт эшмәкәрлеген «Совет Башҡортостаны» гәзите редакцияһында башлай, артабан 19571961 йылдарҙа әҙәбиәт һәм сәнғәт бүлеге мөдире була. 1962 йылда Башҡортостан Яҙыусылар союзы органы булған «Ағиҙел» журналы редакцияһына саҡырыла, был баҫмала 1973 йылға тиклем шиғриәт һәм сәнғәт бүлеген етәкләй. 19741983 йылдарҙа Рафаэль Сафин Башҡортостан Яҙыусылар союзы идараһы рәйесенең ижад эштәре буйынса урынбаҫары вазифаһын башҡара. Бынан һуңғы йылдарҙа башлыса әҙәби ижад менән шөғөлләнә, 90-сы йылдарҙа бер ни тиклем ваҡыт Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры директорының репертуар буйынса урынбаҫары булып эшләп ала.

Рафаэль Әхмәтсафа улы 2002 йылдың 22 декабрендә Өфө ҡалаһында вафат була.

Әҙәби ижады

үҙгәртергә

Тәүге шиғырҙарын республика гәзиттәренә уҙған ХХ быуаттың 50—се йылдары башында тәҡдим иткән Рафаэль Сафиндың шул осорҙағы ижад емештәренең иң уңышлыларын бергә туплап, Башҡортостан китап нәшриәте 1956 йылда уның «Тормош ҡушыуы» тип аталған беренсе йыйынтығын баҫып сығара. Ул шиғриәт һөйөүселәр тарафынан бик йылы ҡабул ителә. Йәш әҙиптең, быға тиклем ваҡытлы матбуғатта донъя күреп, тәнҡитселәрҙең ныҡлы иғтибарын йәлеп иткән поэмаһының, китапҡа исем биреп, унда лайыҡлы урын алыуы бик отошло була һәм башҡорт әҙәбиәтенә үҙенсәлекле шағирҙың аяҡ баҫыуын иғлан итә. Артабан башҡорт һәм рус телдәрендә 17 китап сығарҙы. Ул драматургия өлкәһендә лә актив эшләй. Башҡортостан театрҙары сәхнәһендә уның «Йәнбикә» (1970), «Тилекәй» (1975), «Ғәзизәкәй балдыҙ» (1979) тигән драмалары уңыш яуланы.

Китаптары

үҙгәртергә
  • Тормош ҡушыуы: Поэма һәм шиғырҙар. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1956. — 46 бит.
  • Мин белмәйес тыныс һөйөүҙе: Шиғырҙар. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1956. — 86 бит.

Тәнҡит материалдары

үҙгәртергә
  • Ҡармаҡов Я. Рафаэль Сафиндың «Тормош ҡушыуы» исемле поэмаһына ҡарата // «Әҙәби Башҡортостан», 1955, № 2.
  • Сафиуллин С. Рафаэль Сафиндың «Тормош ҡушыуы» поэмаһы тураһында һүҙҙе дауам итәбеҙ // «Әҙәби Башҡортостан», 1955, № 6.
  • Ахметова Ф. Драматургическое мастерство Рафаэля Сафина /Лингвокультурологические проблемы подготовки педагогических кадров для башкирских школ. Уфа, 1998 (на башк. яз.).
  • Әхмәтова Ф. Рафаэль Сафин ижады. — Өфө: Ғилем, 1999.
  • Әхмәтова Ф. Шағирҙың поэтик донъяһы. //«Башҡортостан уҡытыусыһы», 1999. № 4.
  • Фазылова Ф. Морально-этические проблемы в поэзии Рафаэля Сафина / Тюркология накануне XXI века (достижения, состояние, перспективы. Уфа, 2005 (на башк. яз.)
  • Фазылова Ф. Башкирская любовная лирика (II половина ХХ века — на примере творчества Рафаэля Сафина) / Башкирская филология: достижения, актуальные проблемы. Уфа, 2007 (на башк. яз.)
  • Фазылова Ф. Нравственные ценности в современной башкирской поэзии (на примере творчесва Рафаэля Сафина) // Вестник БГУ, 2008. Т. 13. № 3(на рус. яз.)
  • Фазылова Ф. Рафаэль Сафин /Башкирская энциклопедия в 7-ми томах. Уфа, 2009 (на рус. яз.)
  • Фазылова Ф. Рафаэль Сафин / История башкирской литературы в 4-х томах. Уфа, 2015 (на рус. яз.)

Өҫтәлмә мәғлүмәт

үҙгәртергә
  • «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы хәбәр итеүенсә, 2015 йылдың сентябрендә Ҡыйғы районында Әҙәбиәт йылына арналған саралар барышында Йыланлы ауылында Рафаэль Сафиндың музейы асылды[2].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  • Гайнуллин М. Ф., Хусаинов Г. Б. Писатели Советской Башкирии. Биобиблиографический справочник / Оформление А. Королевского. — Уфа: Башкирское книжное издательство, 1977. — 416 стр. (рус.)
  • Ғәйнуллин М. Ф., Хөсәйенов Ғ.Б. Совет Башҡортостаны яҙыусылары. Биобиблиографик белешмә. Тулыландырылған, төҙәтелгән икенсе баҫма. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1988. — 400 бит.
  • Писатели земли башкирской. Справочник / Сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина. — Уфа: Китап, 2006. — 496 с. (рус.)

Һылтанмалар

үҙгәртергә
Башҡортостан Республикаһының Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханаһының электрон бүлегендә
башҡа сығанаҡтар