Борай районы флагы

Борай районы флагы — Башҡортостан Республикаһы Борай районы муниципаль районы символдарының береһе.

Борай муниципаль районы флагы
Борай районы
Башҡортостан Республикаһы
Рәсәй Федерацияһы

Раҫланған

14 июль 2006

Пропорция

2:3

ДГР номеры

2974

Флагтың авторы

Марат Хәлиуллин

Башҡортостан Республикаһы Борай районы муниципаль районы Советының 2006 йылдың 14 июлендәге 89-сы һанлы ҡарары менән раҫланған.

Башҡортостан Республикаһында Дәүләт символика регистрына 015 регистрацион номер бирелеп индерелгән. Рәсәй Федерацияһының Дәүләт геральдика регистрына 2974 регистрацион номер бирелеп индерелгән.

Флагтың авторы — Салауат Ғиләжетдинов.

Тасуирламаһы

үҙгәртергә

Флаг дүртмөйөшлө йәшел келәм булып тора, уның киңлегенең оҙонлоғона ҡарата нисбәте — 2:3. Борай районы гербыны композицияһын ҡабатлай. Үҙәгендә алтын (һары) төҫөндә ҡулса төшөрөлгән, ул ҡояш йөрөшөнә ҡаршы йүгергән тулҡындар сифатындағы орнаменттың йәшел ҡулсаһы менән биҙәлгән. Ҡулса эсендә уртаһы тишелгән ромб формаһында алтын тамға төшөрөлгән, ул юғарыға табан ике түңәрәйтелгән үҫентеләр менән тамамлана.

Флагта йәшел яланда еп рәүешендә ҡыйыш алтын тәре төшөрөлгән, уның өҫтөндә аҫҡараҡ көмөш башын юғарыға күтәреп йүгергән бүре (Күк Бүре) урынлаштырылған. Тәре мөйөштәрҙә башҡорт ҡәбиләләренең тамғалары менән оҙатылған: өҫтә — Танып, аҫта — Ҡырғыҙ, уңда — Йылан һәм һулда — Таҙлар.

Символиканың нигеҙҙәре

үҙгәртергә

Флагтың барлыҡ фигуралары Борай районының тарихи, рухи, мәҙәни, милли һәм башҡа традицияларын, үҙенең көндәлек хеҙмәте менән райондың, республиканың иҡтисади, социаль үҫешенә өлөш индергән халҡын символлаштыра.

Флагтың үҙәк фигураһы — күк-йәшел яланда йүгереүсе Күк Бүре булып тора, ул — барлыҡ төрки халыҡтарҙың берҙәм символы һәм күп быуатлы тарихи халыҡ хәтерен, зиһенлеген, батырлығын, үҙ туған еренә жертвенность һәм тоғролоғон сағылдыра.

Флагта вариҫтары әле лә үҙ тарихи ерҙәрендә йәшәүсе башҡорт ырыуҙарының боронғо билдәләренән — тамғаларынан композиция төшөрөлгән: өҫтә — Танып, аҫта — Ҡырғыҙ, уңда — Йылан һәм һулда — Таҙлар. Ырыу билдәләре характерлы урынлашыуы менән композицияның түңәрәкле әйләнешен барлыҡҡа килтерә, уны динамикалы итә, был ваҡыт һәм тормоштоң бер туҡтауһыҙ хәрәкәтен символлаштыра.

Алтын төҫ — ҡояш, иген, байлыҡ, бөйөклөк, күркәмлек төҫө. Күк-йәшел төҫ — күк йөҙөнөң һәм ерҙең берләшкән төҫө, ерҙәге тормошто, өмөттө, шатлыҡты, сәләмәтлекте, мәңгелек яңырыуҙы символлаштыра, гүзәл тәбиғәттең, тирә-яҡ мөхиттең таҙалығын сағылдыра. Көмөш төҫ асыҡлыҡты, хеҙмәттәшлеккә әҙерлекте, ышанысты, ҡаһарманлыҡты символлаштыра, яҡты киләсәкте, тыныслыҡты һөйөүҙе һәм взаимпониание сағылдыра. Флагтың төҫтәре: көмөш, күк-йәшел, алтын — Борай ере менән үҙенең тарихы, хәҙергеһе һәм киләсәге менән рухи берләшкән күп милләтле халыҡтың традицион рәүештә хөрмәткә ҡаҙанған төҫтәрҙе сағылдыра.

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә
  • Башкортостан. Государственные символы и символика городов и районов. — Уфа, 2007. — С. 153—156.