Беренсе донъя һуғышының Көнсығыш фронты

Беренсе донъя һуғышының һуғыш театрҙарының береһе (1914—1918 йылдар)

Көнсығыш фронт, Һуғыштың Көнсығыш Европа театры[1], Һуғыштың рус театры — Беренсе донъя һуғышының һуғыш театрҙарының береһе (19141918 йылдар).

Беренсе донъя һуғышының Көнсығыш фронты
Рәсем
Урын Үҙәк Европа һәм Көнсығыш Европа
Башланыу датаһы 17 август 1914
Тамамланыу датаһы 3 март 1918
 Беренсе донъя һуғышының Көнсығыш фронты Викимилектә

Көнсығыш фронтта Рәсәй империяһы (Антанта) һәм Үҙәк державалар араһында барған хәрби хәрәкәттәр. Румыния короллеге Антанта яғында (1916 йылдан) сығыш яһай.

Көнсығыш фронт оҙонлоғо буйынса Көнбайыш фронттан күпкә артығыраҡ була. Шул сәбәпле Көнсығыш фронтта һуғыш, Көнбайыш фронт менән сағыштырғанда, әҙерәҡ позицион характерлы була. Көнсығыш фронтта Беренсе донъя һуғышының иң ҙур алыштары барған.

Октябрь революцияһынан һуң, Рәсәйҙә Совет власы урынлаштырылғас, Көнсығыш фронтта хәрби хәрәкәттәр бер аҙға туҡтатыла. Совет Рәсәйе Хөкүмәте менән Үҙәк державалар ваҡытлыса тыныслыҡ килешеүе төҙөй, һәм Рәсәй сепарат тыныслыҡ килешеүенә ҡул ҡуйырға әҙерләнә башлай. 1918 йылдың 8 февралендә Үҙәк державалар Украин халыҡ республикаһы, ә 1918 йылдың 3 мартында — Совет Рәсәйе менән Брест тыныслыҡ килешеүенә ҡул ҡуя. Рәсәй бик ҙур территорияһын юғалта һәм репарация түләргә тейеш була. Румыния, изоляцияға эләгеүе арҡаһында, шулай уҡ 1918 йылдың 7 майында Германия һәм уның союздаштары менән Брест тыныслыҡ килешеүенә ҡул ҡуйырға мәжбүр була.

Үҙәк державалар, икенсе фронттарҙа еңелеүҙәренә ҡарамаҫтан, донъя һуғышы тамамланғансы, Брест килешеүе буйынса оккупацион ғәскәрҙәр сифатында биләгән территорияларында ҙур ғына көстәр тотоуын дауам итә.

Һуғыш алдынан

үҙгәртергә

Хәрби хәрәкәттәр театры үҙенсәлектәре

үҙгәртергә

Донъя һуғышының Көнсығыш фронты Көнсығыш Европала ҙур территорияны: Рәсәй, Көнсығыш Пруссия, Позен һәм Силезия провинцияларының көнсығыш өлөшөн, шулай уҡ Галицияны үҙ эсенә ала. Хәрби хәрәкәттәр театры көнбайыштан Висла йылғаһы, Данциг, Торн, Позен, Бреславль һәм Краков ҡәлғәләре менән; көньяҡта — Карпат тауҙары һәм румын сиге; көнсығышта — Петербург — Бөйөк Луки — Смоленск — Гомель — Киев һәм Днепр һыҙығы менән; төньяҡтан — Балтик диңгеҙе менән сикләнгән. Фронт буйынса театрҙың оҙонлоғо Балтик диңгеҙенән рус-румын сигенә тиклем (КөнигсбергЧерновцы һыҙығы буйынса) 850—900 км самаһы тәшкил итә, максималь тәрәнлеге (1915 йылда) — яҡынса 500 км (линиялар Барановичи — Ровно һыҙығынан Германия (Лодздан бер ни тиклем көнбайышҡараҡ) сигенә тиклем.

Театр рельефының күп өлөшө тигеҙлектән ғибәрәт һәм күп ғәскәр йәйелдереү һәм ҡулланыу өсөн уңайлы була.

Рәсәйҙең көнбайыш өлөшөндә рус армияһы оборона һәм һөжүм ваҡытта таяна алған алдынғы нығытылған ҡәлғәләр системаһы булған. Һуғыш башланыр алдынан яңы ҡорал менән ҡоралландырылған яңы ҡәлғәләр: Ковно, Ивангород, Осовец, Варшава, Новогеоргиевск, Брест-Литовск, ҡәлғәләре — һәм Гродно ҡәлғәһе[2]төҙөлгән.

Германияла камиллаштырылған уҡ ҙур һан һәм ҡәлғәләр төҙөргә, уларҙы германия командованиеһы оборона өсөн генә түгел, әммә Рәсәй биләмәләренә тәрән үтеү ниәте менән, күп кенә ҡәлғәләр төҙөлдө һәм камилаштырылды. Ҡәлғә бар. Көнигсберг, Данциг, Торн ҡәлғәләр һәм Вислала бер нисә нығытма: Мариенбург, Грауденц, Кульм, Фордон һәм күл һәм фордон Мазур күлдәр системаһындағы Летцен нығытмаһы булған.

Австро-Венгрияның да шулай уҡ бер нисә беренсе класлы ҡәлғәләре: Краков, Перемышль, Лемберг[2] эргәһендәге нығытылған лагеры булған

Яҡтарҙың планы һәм ғәскәрҙәрҙе йәйелдереү

үҙгәртергә

Башта Германия Шлиффен планын тормошҡа ашырып, төп көстәрен (7 армияһын) Көнбайыш фронтта йәйелдерә, Көнсығыш фронтта Рәсәйгә ҡаршы бер — 8-се армияһын ғына туплай. 8-се армия составына 4 армия корпусы инә[3]. Германия ғәскәрҙәре, урындың үҙенсәлектәрен файҙаланып, тотош фронтты биләмәй, ә нығытылған райондарҙың төп йүнәлештәре буйынса айырым (корпуслап) урынлаша. Германия командованиеһы Көнсығыш фронтта генерал-полковник Притвица етәкселегендәге дөйөм һаны 200 мең самаһы кешенән торған 1044 орудиелы (шул иҫәптән 156 ауыр ҡорал) 15 пехота һәм 1 кавалерия дивизияһын йәйелдерә. Көнсығыш Пруссияны обороналау һәм германия командованиеһының планы буйынса, Рәсәй менән көрәштә төп ролде уйнарға тейеш булған австрий-венгр ғәскәрҙәренә ярҙам итеү Германия армияһының төп бурысы булып торған.

Австро-Венгрия Рәсәйгә ҡаршы 3 армия (1-се, 3-сө һәм 4-се) һәм Герман Кёвесстың айырым армия төркөмөн йәйелдерелгән.

Львов районында генерал Брудермандың 3-сө армияһы, барлығы 6 пехота һәм 3 кавалерия дивизияһы, 288 орудие менән, йәйелдерелгән. Генерал Ауффенбергтың 4-се армияһы Перемышль районын биләгән. 4-се армия составында 9 пехота һәм 2 кавалерия дивизияһы, 436 орудие булған. Генерал Данкль етәкселегендәге 1-се армия Сан йылғаһы буйында йәйелдерелгән. Барлығы 9 пехота һәм 2 кавалерия дивизияһы, 450 орудиеһы булған.

Генерал Кёвесс төркөмө, барлығы 10 пехота һәм 3 кавалерия дивизияһы, 448 ҡорал менән, Тарнополь районындағы австрий ғәскәрҙәренең уң флангыһында йәйелдерелгән.

2-се армия тәүҙә Балҡанға йүнәлтелгән була, Сербияла һуғышырға тейешле Беренсе донъя һуғышының Балҡан фронты һуңғараҡ урыҫ ғәскәрҙәренә ҡаршы Галицияға борола[комм. 1].

Хәрби хәрәкәттәр башланыр алдынан австрий-венгр командованиеһы Рәсәйгә ҡаршы дөйөм алғанда, 850 мең кеше тәшкил иткән 35,5 пехота һәм 11 кавалерия дивизияһын, 1728 орудие борған[4].

Австрий командованиеһы планы буйынса австрий ғәскәрҙәре, төньяҡтан герман ғәскәрҙәре ярҙамы менән тиҙ һөжүм итеп, Көнбайыш Польшалағы урыҫ ғәскәрҙәрен ҡамарға һәм ар-мар итергә тейеш булған[5].

Рәсәйҙең пландары

үҙгәртергә

Рәсәй ғәскәрҙәре 19-сы һанлы мобилизация расписаниеһы буйынса (1910 йыл) хеҙмәткә алына һәм Беренсе донъя һуғышында Рәсәйҙең 1912 йылғы "Һуғыш планы"на таянып стратегик йәйелдереүҙе тәьмин итә. 1913 йылғы стратегик йәйелдереү планы (20-се мобилизация расписаниеһы) 1914 йылдың көҙөнә тормошҡа ашырылырға тейеш булһа ла, ул ғәмәлгә ашырылмай. Был пландар Францияның Германияға төп һөжүм итеү талабына компромисы, Рәсәй империяһының Генераль штабы Баш идараһының Австро-Венгрияға төп һөжүм башларға ынтылыуы, шулай уҡ рәсәй генштабы ағзаларының ғәскәри көстәр тулыһынса тупланмаҫ элек, һуғышҡа инмәҫкә тигән ынтылыуы менән бәйле[6][7].

Ғәскәрҙәр ике төп йүнәлештә йәйелдерелгән — Төньяҡ-Көнбайыш фронт (Германияға ҡаршы) һәм Көньяҡ-Көнбайыш фронт (Австро-Венгрияға ҡаршы). Шулай уҡ рыҫ ғәскәрҙәренең оператив соединениелары — фронттар булдырылған. Генерал Жилинский Яков Григорьевич командалығындағы Төньяҡ-Көнбайыш фронтта 2 армия йәйелдерелә. Барлығы 17,5 пехота һәм 8,5 кавалерия дивизияһы, 1104 орудие, барлығы 250 меңгә яҡын кеше[8].

Австро-Венгрияға ҡаршы Көньяҡ-Көнбайыш фронтта (командующий генерал Иванов Николай Иудович) 4 рәсәй армияһы (3-сө, 4-се, 5-се һәм 8-се) йәйелдерелгән. Һуғыш башланыр алдынан Көньяҡ-Көнбайыш фронтында барлығы 600 мең кешенән торған ғәскәр, 34,5 пехота һәм 12,5 кавалерия дивизияһы һәм 2099 орудие булған. Рәсәй армияһының Баш командующийы бөйөк кенәз Кесе Николай Николаевич була[8].

19-сы һәм 20-се урыҫ мобилизация расписаниелары Төньяҡ-Көнбайыш фронтына һәм Көньяҡ-Көнбайыш фронтына һуғыш иғлан ителгән мәлдән ике аҙна эсендә һөжүмгә күсергә һәм ҡыйралышты Германия һәм Австро-Венгрия территорияларына күсерергә тейеш булған. Генерал Ренненкампф Павел Карловичтың 1-се армияһы 14 августа хәрәкәт башларға, 17 августа сикте аша сығырға, Мазур күлдәрен төньҡтан урап үтергә һәм немецтарҙы Көнигсбергтан киҫергә тейеш булған. Генерал Самсонов Александр Васильевичтың 2-се армияһы 16 августа хәрәкәт башларға, 19 августа сикте үтергә, Мазур күлдәрен көнбайыштан уратып үтергә һәм герман ғәскәрҙәренә Висла аръяғына үтергә бирмәҫкә тейеш була[5].

1914 йылғы кампания

үҙгәртергә

Көнсығыш Пруссия операцияһы

үҙгәртергә
 
Көнсығыш Пруссия операцияһының башы.

Көнсығыш Пруссия операцияһы Көнсығыш фронтта беренсе операция була. 8-се герман армияһын тар-мар итергә һәм Көнсығыш Пруссияны баҫып алырға тейешле урыҫ ғәскәре һөжүмгә күсә[9], Көнбайыш фронттан ҙур герман көстәрен ситкә йүнәлтеү һәм Францияны ҡыйратырға бирмәү була был аҙымдың маҡсаты[10].

Көнсығыш Пруссияға ике урыҫ армияһы: генералдар Ренненкампф һәм Александр Васильевич Самсонов командалығындағы 1-се армия һәм 2-се армия һөжүм итә[10]. Операция 17 августа башлана, 1-се армия сикте аа сығып, Көнсығыш Пруссияға көнсығыштан һөжүм итә. 20 августа 2-се армия, 8-се герман армияһының флангыһына һәм тылына баҫым яһап, көньяҡтан Көнсығыш Пруссия территорияһына һөжүм итә.

 
Танненберг янында алыш

Герман ғәскәрҙәре командующийы генерал Максимилиан Притвиц 2-се армияны бер корпус менән тотоп торорға, ә өс корпус менән төп һөжүмде 1-се армияға йүнәлтергә ҡарар итә.

20 август таңында Гусев (Гумбиннен) ҡалаһы янында генерал Герман фон Франсуа командалығында 1-се герман корпусы көтмәгәндә һөжүм итеүсе 1-се урыҫ армияһын атакалай. Ике яҡта ла юғалтыуҙар күп була, немецтар сигенә. Гумбиннендан көньяҡтараҡ хәрәкәт иткән генерал Август фон Макензен командалығындағы 17-се герман корпусы ҡара-ҡаршы һуғышта ҡыйратыла, ярты ғәскәрен юғалтып, сигенергә мәжбүр була. Генерал Отто фон Беловтың 1-се резерв корпусы ла ярҙам итә алмай. Гумбиннен янында герман ғәскәрҙәре еңелә.

Был еңелеү 8-се герман армияһына етди уратып алыныу ҡурҡынысы менән янай, һәм Притвиц герман ғәскәрҙәренә Көнсығыш Пруссиянан Висла аръяғына сигенергә бойороҡ бирә. Әммә герман Ставкаһы бының менән ризалашмай һәм, Көнсығыш фронтта хәл ни тиклем ҡатмарлашҡан хәлдә лә, Көнбайыш фронттан көстәрҙе алмаҫҡа, ике фронтта һуғыштан ҡотолор өсөн, Францияны тар-мар итергә, тигән Шлиффен планынан ситләшеп булһа ла, Көнсығыш Пруссияны бирмәҫкә ҡарар итә һәм Көнсығыш фронттан 8-се армияға ярҙамға ғәскәр (2 корпус һәм атлы дивизия) бүлә. 21 августа Притвиц отставкаға ебәрелә. 8-се армия командующийы итеп генерал Пауль фон Гинденбург, штаб начальнигы — генерал Эрих Фридрих Вильгельм Людендорф тәғәйенләнә[11].

 
Черняховскиҙа (Инстербург) Кавалергардтар һәм Атлы гвардия парады.

Дивизияның 2,5 өлөшөн 1-се Реннемкампф урыҫ армияһын тотоп торорға ҡалдырып, тиҙ арала Көнигсберг аша тимер юлдан 8-се армияның төп көстәрен (2-се армия 1-се армия частары менән ҡушылмаҫ борон) 2-се Самсонов урыҫ армияһына ҡаршы ташларға ҡарар ителә.

Был ваҡытта рус командованиеһы, 1-се армия фронты алдында немец ғәскәрҙәренең тиҙ һөжүм итеүен күреп, немецтар Висла аръяғына китә тигән ҡарарға килә, һәм операция үтлде, тип уйлап, тәүге планын үҙгәртә. Ренненкампфтың 1-се армияһының төп көсө Самсоновтың 2-се армияһына ҡаршы ебәрелмәй, ә фронт командиры фаразлағанса, Көнигсбергты йәшеренгән 8-се армияның бер өлөшөн киҫергә һәм «Висла аръяғына сигенеүсе немецтарҙы эҙәрлекләргә» йүнәлтелә. 2-се арминың баш командующийы Самсонов, үҙ сиратында, «Вислаға сигенеүсе» немецтәрҙе туҡтатрыға ниәтләп, фронт командованиеһын төньяҡ йүнәлештән төньяҡ-көнбайышҡа күсереүен үтенә, һәм рус армиялары араһында 125 саҡрым самаһы өҙөк урын барлыҡҡа килә.

8-се Германия армияһының яңы командованиеһы рус армиялары араһында барлыҡҡа килгән өҙөклөк менән файҙаланып, Самсоновтың 2-се армияһының флангыһына һөжүм итергә, уны ҡамарға һәм юҡ итергә ҡарар итә.

26 августа Германия ғәскәрҙәре 2-се армияның 6-сы корпусына һөжүм итә, урыҫтар 7500 кешеһен юғалта һәм сыуалыш башлана, армияның уң флангыһы асыҡ була, әммә Самсонов был турала белмәй һәм һөжүмен дауам итә[12]. В то же время германцы атаковали и левый фланг русской армии, который также отступил[13]. Һөҙөмтәлә фланг корпустар менән элемтә өҙөлә, армия менән идара итеү юҡҡа сыға. Шундай шарттарҙа 2-се армия сигенә башлай[12]. Биш алдынғы рус дивизияһының сигенеүе герман корпустарының флангтарына баҫымы аҫтында оҙатыла. Рустарҙың сигенеүе тәртипһеҙ рәүештә дауам итә, 200 орудиеһы булған 30 000 самаһы кеше ҡамауға эләгә. 30 авгусҡа ҡаршы төндә генерал Самсонов үҙен атып үлтерә[13].

Шулай итеп, 2-се армияның юғалтыуҙары: 6000 үлтерелгән, 20 000 самаһы кеше яраланған (бөтәһе лә тиерлек әсирлеккә эләккән), 30 000 - әсирлеккә эләккәндәр менән бергә - 50 000), 230 ҡорал тартып алынған. 10 генерал үлтерелгән, 21-е әсирлеккә алынған. 2-се армияның дөйөм юғалтыуҙары - 56 000 кеше. Был ваҡиғалар Танненберг эргәһендәге алыш тигән атама ала.

2-се армияны ҡыйратҡандан һуң Германия командованиеһы Көнигбергты ҡамаған 1-се армияға һөжүм итергә һәм уны Көнсығыш Прумиссиянан ҡыуып сығарырға ҡарар итә. Алыш Мазур күлдәре районында йәйелдерелә. Бында рус армияһы шулай уҡ сигенергә мәжбүр була. Немецтар Рәсәй биләмәһенә инде һәм 30 августа (12 сентябрҙә) Сувалкины, ә 4 (17) сентябрҙә Августовты яулай[14].

Көнсығыш-Прусская операцияһы тамамлана. Был операция барышында рус армияһы ауыр юғалтыуға дусар ителә, 80 000 самаһы һалдаты үлтерелә, яралана һәм әсирлеккә эләгә. Германия ғәскәрендә 60 000 сама кеше үлтерелә, яралана һәм әсирлеккә эләгә. Көнсығыш Пруссияны яулап алыу буйынса ҡуйылған бурысты үтәй алмай. [15] Әммә рус ғәскәрҙәре, Көнбайыш фронттан Германия көстәренең бер өлөшөн йәлеп итеп, үҙенең союздашы бурысын үтәй.

Галиция алышы

үҙгәртергә

Көнсығыш Пруссияға һөжүм менән бер үк ваҡытта рус ғәскәрҙәре Галицияла австрий-венгр армияһына ҡаршы һөжүм итә[16]. Составында биш армия булған (3-сө, 4-се, 5-се, 8-се, 9-сы армиялар) урыҫ ғәскәре [17] дүрт австрий армияһына ҡаршы һөжүмгә күсә[17].

 
Австрий-венгр пехотаһы.

23 августа 4-се рус армияһының частары дошманға Красник ҡалаһы янында һөжүм итергә бойороҡ алды[16]. Әммә генерал Данклдең 1-се австрий армияһы 23 августа иртән урыҫ ғәскәрҙәренә һөжүм итеп, сигенергә мәжбүр итә. Артабан австрийҙар 4-се армияның уң флангын урап алырға маташа йәлеп итергә маташҡан, ләкин ныҡышмалы алышта рус ғәскәрҙәре Люблинға сигенә һәм оборона позицияын ала. Үҙгәреүсән уңышҡа өлгәшеп, ҡаты һуғыш 2 сентябргә тиклем дауам иткән[16].

Замостье янында 5-се рус армияһы Комаров йүнәлешендә сигенә, әммә бында 4-се австрий армияһы урыҫ ғәскәрҙәрен ҡыҫырыҡлап сигендерә. Әммә Комаров районындағы хәрби хәрәкәттәр урыҫтарға һөҙөмтәләр алып килмәне һәм 5-се армия командующийы генерал Павел Адамович Плева армияһына позицияны ҡалдырырға бойороҡ бирҙе[18].

 
Галиция алышының ҡыҙған мәле. 23 август — 2 сентябрь.

Шул һуғыштар менән бер үк ваҡытта 3-сө рус армияһы көньяҡ-көнбайыш фронттың һул ҡанатында һөжүм итә. Австрий частары һүлпән ҡаршылыҡ күрһәтә[18]. Һөжүмде дауам итеп, 8-се армия 23 августа Серет, артабан Стрыпа йылғаһын үтә. Австрия вәкилдәре рус төркөмө Лембергтан (Львов) көнсығышта ҡеүәтле төркөм төҙөр тип уйламай, Брудерман армияһы һәм Кевес төркөмдәре оборона өсөн етерлек буласаҡ тип күҙаллай [18]. 26 августа Золотая липа йылғаһы янында 3-сө австрий һәм 3-сө рус армияһы араһында алыш була, был алыштарҙа рус ғәскәре уңышҡа өлгәшә һәм дошманға һөжүм итә. Австрий-венгр ғәскәрҙәре Гнилая Липа йылғаһында оборона биләй, әммә бында ла аяуһыҙ һуғыштарҙан һуң рус ғәскәрҙәре һөжүмен дауам итә. 8-се армияһы частары Генерал Алексей Алексеевич Брусиловтың 8-се армияһы частары Лембергтан көньяҡҡараҡ урынлашҡан 12-се австрий-венгр корпусын тар-мар итә [19] Бындай шарттарҙа бөтә австрий-венгрҙар сигенә. Урыҫ ғәскәрҙәре дошманды эҙәрлекләй, 21 августа Лембергты, 22 августа — Галичты яулай[20].

Шул уҡ ваҡытта обороналағы 4-се һәм 5-се рус армияларына ярҙам килеп өлгөрә. 21 августа генерал Иванов Николай Иудович көньяҡ-көнбайыш фронты урыҫ армияһының дөйөм һөжүме тураһында бойороҡ бирә. 2-4 сентябрҙә, 4-се рус армияһы Куммер төркөмөн тар-мар итә. Шул уҡ ваҡытта Данкль армияһының 10-сы корпусы ҡыйратыла. Австрия армияһы командующийы Конрад фон Гётцендорф Рава-Русская йүнәлешендә контрудтар алып барырға ҡарар итә, бының өсөн өҫтәмә көстәрҙе бүлә (ике урыҫ армияһына ҡаршы өс армия ҡуйып) [21]. Әммә Рава-Русская янындағы ауыр алыштарҙа урыҫ ғәскәрҙәре австрий һөжүмен туҡтата.

 
Көнсығыш фронт, 1914 йылдың сентябре.

11 сентябрҙә австрийҙар һөжүмде туҡтата һәм Сан йылғаһы аръяғына сигенә башлай. 8 сентябргә рус ғәскәрҙәре Көнбайыш Галицияһының бөтә көнсығыш өлөшөн, бөтә Буковинаны тиерлек биләй һәм Перемышлде ҡамай. Рус армияһы, Венгрияға һөжүм итә башларға ҡарар итеп, Карпатҡа яҡынлаша[22]. Был ғәйәт ҙур алышта Австрия ғәскәрҙәре емерткес еңеүгә дусар ителә: 400 000 кешеһен юғалта, шул иҫәптән 100 000 - әсирлеккә алына[22]; һуғыш барышында урыҫ ғәскәре 400 орудие тартып ала. Рус армияһы ла һиҙелерлек юғалтыуҙар кисерә - 230 000 кеше үлтерелә, яралана һәм әсирлеккә эләгә [22]. Германия командованиеһының бөтә Көнсығыш фронтын австрий-венгр армияһы көсө менән генә тота алыу планы юҡҡа сыға.

Август операцияһы

үҙгәртергә

Көнсығыш Пруссияла еңелгәндән һуң ике аҙна үткәс, Рәсәй командованиеһы йәнә был йүнәлештә һөжүмгә күсергә ҡарар итә. Һөжүм итеү 1914 йылдың 12 (25) сентябрендә башлана. Августов янындағы урмандарҙа 10-сы урыҫ армияһы төп һөжүмде ойоштора. 10-сы армия Сувалки янында герман контрударҙарын кире ҡаға һәм октябрь башына Көнсығыш Пруссияға инә. Ике яҡ та ҙур юғалтыуҙар кисерә.

1-се армия Вержболов янындағы яуҙарҙа немецтарҙы тар-мар итә һәм уларҙы сиккә ҡабат ҡыҫырыҡлай. Армия йәнә ярҙам алып өлгөргән 8-се немец армияһы тарафынан туҡтатылған Шталлупёненды биләй һәм Гумбиннен — Мазур күлдәре һыҙығына сыға. Ошо сиктә урыҫ һөжүме тамамлана[23][24].

Варшава-Ивангород операцияһы

үҙгәртергә
 
Көнсығыш фронт, 1914 йылдың көҙө.

Австро-Венгрияның Ҡораллы көстәре Көнсығыш фронтында Галиция алышында ҡыйратылғандан һуң, Көнсығыш фронтында Үҙәк державалар өсөн тотороҡһоҙ хәл килеп тыуа. Ошо шарттарҙа Германия империяһы, көстәренең бер өлөшөн көньяҡҡа Силезияға ташлап, Австро-Венгрия ярҙамға килә. Генерал Август фон Макензен етәкселегендәге яңы 9-сы армия ойошторола[25]. Урыҫ ғәскәрҙәренең Силезияға баҫып инеүен булдырмаҫ өсөн, герман командованиеһы Краков һәм Ченстохов райондарынан Ивангород ҡәлғәһенә һәм Варшаваға һөжүм яһарға була[25]. 9-сы Германия армияһына генерал Виктор Данклдең 1-се австрий-венгр армияһы ярҙам күрһәтә. Был йүнәлештә Рәсәй ғәскәрҙәренең дүрт армияһы: 2-се армияһы, 4-се армияһы, 5-се һәм ?-сы армияһы була[25].

28 сентябрҙә генерал Макензендың 9-сы армияһы Варшава һәм Ивангородҡа һөжүм башлай. 8 октябрҙә немецтар Висла ҡалаһына сыға[26]. 12 октябргә тиклем улар Висланың бөтә һул ярын Варшаваға тиклем биләй. Әммә, ярҙамға килгән ғәскәрҙе тартып, урыҫтар һөжүмде туҡтата алды. Макензен армияһының атакалары варшава форттары һыҙығында кире ҡағылды [27]. Рус армияһы Висланың һул ярында Ивангород, Варшаваның күпер алды нығытмаларын һәм плацдарм Козеницелағы плацдармды һаҡлап алып ҡалды[28].

 
Русские войска в Варшаве.

Немецтар Варшава яны биҫтәләрендә ҡаты бәрелештәр барғанда, 9 октябрҙә, ярҙам килгәндән һуң, генерал Иванов Николай Иудович һөжүм башларға бойороҡ бирә. 4-се һәм 5-се рус армиялары Висланы аша сыға башлай: 5-се армия Варшаваның көньяғында, ә 4-се армия Ивангород районынан Козеницкий плацдармына Германия төркөмөнөң флангыһына һәм тылына һөжүм итеү өсөн. Козеницкий плацдармын юҡ итеү маҡсатында һәм рустарға Висла аша сығырға бирмәү өсөн, Көнсығыш фронты командующийы генерал Гинденбург резерв корпусты һуғышҡа индерә[29], әммә урыҫтар козениц позицияларында бөтә атакаларҙы кире ҡаға һәм 20 октябргә 2 армия корпусы плацдармына сығарып бөтөрҙө[30].

Рус ғәскәрҙәрен плацдармдан Вислаға ташлай алмағас, Гинденбург козениц йүнәлешен 1-се австрий армияһына тапшыра һәм Германияның бөтә частарын, 2-се рус армияһы башлаған һөжүмде кире ҡағыу маҡсатында, Варшава янына күсерә. Австрийҙар Козеницкий плацдармын бөтөрөргә маташа, ләкин ҡара ҡаршы алышта еңелә һәм сигенә башлай. Ҙур юғалтыуҙар менән, 1-се австрий-венгр армияһы көнбайышҡа сигенә, шуның арҡала төп көстәр менән күп айырма барлыҡҡа килә.

Австрия фронтының өҙөгөнә 9-сы рус армияһы ғәскәрҙәре үтеп, 1-се Австрия һәм 9-сы Германия армияһының флангыһына һәм тылына һөжүм итә. Германдар һәм австрийлыларға тулы ҡыйралыш янай[29].

27 октябрҙә герман командованиеһы Варшаваға атакаларҙы туҡтатырға һәм тәүге позицияларына кире ҡайтырға бойороҡ биә. Австрий-герман ғәскәрҙәре ашығыс сигенә башлай[31].

Лодзь операцияһы

үҙгәртергә

Варшава-Ивангород операцияһы тамамланғандан һуң, Көнсығыш фронтта Лодзь янында операция башлана. Рус командованиеһының Баш Командующийы Ставкаһы өс армия (1-се, 2-се һәм 5-се) көсө менән Германия империяһы территорияһына баҫып инергә ниәтләй, повесҡа илдең төпкөлөнә инеү юлы менән билдәләнә[32]. Көнсығыш фронтында хәлде үҙ файҙаһына файҙаланыу, шулай уҡ рус һөжүмен юҡҡа сығарыу өсөн, Германия командованиеһы превентив һөжүм яһарға ҡарар ҡабул итә[32]. 9-сы Германия армияһы Торунь районынан (түбәнге Висла) 1-се һәм 2-се рус армиялары тоташҡан урынға һөжүм итеп, фронтты өҙөргә, урыҫ ғәскәрҙәре тылына сығып, 2-се һәм 5-се рус армияһын уратып алырға тейеш була[32].

 
Лодзь операцияһы

Германияның 9-сы армияһынан тыш, унда урыҫ армияһының һөжүмен тотҡарлай торған Германияның башҡа армиялары: 3-сө кавалерия корпусы, «Бреслау» һәм «Позен» корпустары, (генерал Ремус фон Войрш) ғәскәрҙәр төркөмө (гвардия резерв корпусы һәм 2 пехота дивизияһы), шулай уҡ 2-се австрий-венгр армияһы ҡатнашҡан[33].

11 ноябрҙә 9-сы армия частары 1-се һәм 2-се рус армиялары тоташҡан урынға һөжүм итә, 12 ноябрҙә германдар ҙур көстәр менән урыҫ позицияларына һөжүм иткәнлектән, рустар сигенергә мәжбүр була[34]. Артабан 15 ноябргә тиклем ике рус корпусы һәм 9-сы герман армияһы частары араһында ҡаты алыштар бара, һәм был һуғыштар барышында урыҫ ғәскәрҙәре үҙ позицияларын һаҡлап ҡала ала[34]. 15-19 ноябрҙә бөтә фронт буйлап ныҡышмалы алыш башлана, урыҫ һәм Германия командованиеһы бер үк ваҡытта, дошмандың оборонаһында көсһөҙ урынын табырға тырыша, үҙ ғәскәрҙәрен яңынан төркөмләй[34].

Был һуғыштар барышында немецтар, ниһайәт, рус оборонаһының Лодзь ҡалаһынан төньяҡ-көнсығыштараҡ ҡапланмаған өҙөклөктө таба, һәм Шеффер командалығы аҫтында (3 пехота һәм 2 кавалерия дивизияһы) удар төркөм булдырып, ҡеүәтле һөжүм яһай, һөҙөмтәлә ҡала көнбайыштан, төньяҡтан һәм көнсығыштан уратып алына. Ләкин Лодзды тулыһынса ябырға немецтарҙың көсө етмәй һәм оҙаҡламай Шеффер герман төркөмө уратып алыу ҡурҡынысы аҫтында ҡала[34]. 22 ноябрҙә Шеффер төркөмө сигенергә бойороҡ ала һәм юлға ҡуҙғала. 24 ноябрҙә, составында 70% һәләк булған һәм әсирлеккә эләккән, тулыһынса тиерлек ҡамалған герман ғәскәре төньяҡҡа сығып өлгөрә[34].

Лодзь операцияһының һөҙөмтәһе билдәһеҙ тамамлана. Германияның 2-се һәм 5-се рус армияларын уратып алыу планы емерелә, әммә рус һөжүмен лә әҙер булған Германия империяһы биләмәһендә әҙерләнгән урыҫ сығышы ла өҙөлә[35]. Операция тамамланғандан һуң, 1-се армия командующийы Ренненкампф Павел Карлович һәм 2-се армия командующийы Шейдеман Сергей Михайлович үҙ вазифаларынан төшөрөлә [32].

Ченстоховск-Краков операцияһы

үҙгәртергә

1914 йылдың 1 ноябрендә Лодзь операцияһы менән параллель рәүештә Көньяҡ-Көнбайыш фронты 4-се һәм 9-сы армиялары Ченстохов-Краков ғәскәрҙәре Көньяҡ-Көнбайыш сигендә һөжүм итеү маҡсатында башлана.

Ләкин немецтар австрийҙар менән берлектә һөжүм итә башланы. Башта рус ғәскәрҙәре Краков менән Ченстоховҡа яҡынайыу ғына түгел, австрий-герман ғәскәрҙәренең фронталь һәм фланг һөжүмен кире ҡаға. Һуңынан 9-сы армия һәм 4-се һул фланг китергә тейеш ине. Көньяҡ-Көнбайыш фронт ғәскәрҙәре һөжүм итеүе Төньяҡ-Көнбайыш фронтта Лодзь операцияһы барышында хәлдең ҡатмарлашыуына бәйле туҡтатылды[36].[37].

1914 йылғы кампания йомғаҡтары

үҙгәртергә

Блицкриг Шлиффен планының емерелеүе — 1914 йылғы кампанияның төп һөҙөмтәһе. Германия армияһы Көнсығышта рус армияһын да, Беренсе донъя һуғышының Көнбайыш фронтында Антанта союздаш армияларын да тар-мар итә алманы. Рус армияһының әүҙем эш итеүе был пландарға ҡамасауланы. Шуның менән бәйле Германия командованиеһы 1914 йыл аҙағында Көнсығышҡа өҫтәмә көстәр күсереү ҡарарын ҡабул итә[38].

1914 йыл эсендә рус армияһы Польша Батшалығының көнбайыш өлөшөн ҡалдырырға мәжбүр була, әммә Галиция һәм Буковинаның байтаҡ өлөшөн ала, һәм унда Галиция генерал-губернаторлығы барлыҡҡа килә[38].

Рус командованиеһы, яҙ көнө Урта Дунай уйһыулығына (Венгрия өлөшө Транслейтания) һөжүм итеп, ҡышҡыһын Карпат тауҙары артылыштарын баҫып алырға ниәт итә.

1914 йылдың аҙағынан Көнсығыш фронтында позицион линия барлыҡҡа килә[38].

1915 йылғы кампания

үҙгәртергә
Көнсығыш фронтта рус артиллерияһы
       
1909 йыл өлгөһөндәге 42-линиялы гаубица һуғыш барышында, 1915 йыл. 1910 йыл өлгөһөндәге 42-линиялы шәп тиҙлек менән атыусы пушка ҡулланышта Куртенгоф янында 12-се армия фронтында ауыр позицион артиллерия (190 бот ауырлыҡтағы 1877 йыл өлгөһөндәге 6-дюймлы ҡамалыш пушкаһы Дурляхер яр буйы лафетында), сентябрь 1915 йыл. Ауыр артиллерия (фотола ҡамалыш лафетында 1877 йыл өлгөһөндәге 8-дюймлы еңеләйтелгән пушка) позицияға сыға.

Беренсе донъя һуғышының Көнбайыш фронтында 1914 йылда билдәләнгән Шлиффен планын тормошҡа ашыра алмағанлыҡтан, герман командованиеһы төп көстәрен Көнсығыш фронтҡа күсерергә һәм Рәсәй империяһына, уны һуғыштан сығарыу маҡсатында, һөжүм яһарға ҡарар итә. Герман командованиеһы рус армияһын гигант «ҡыпһыуырға» алрға була. Көнсығыш Пруссия менән Галициянан бер нисә ҡеүәтле фланг һөжүмдәре ярҙамында Рәсәй армияһының оборонаһын өҙөргә һәм уның төп көстәрен Польша батшалығында уратып алырға ҡарар ителә.

Карпат тауҙарында алыштар

үҙгәртергә
 
Карпат операцияһы. 1915 йылдың Ғинуармарты.

1914 йыл аҙағында уҡ рус командованиеһы Көньяҡ-Көнбайыш фронты (3 армия: 3-сө, 8-се һәм 9-сы) көстәре менән Карпат аша сығырға һәм тигеҙлекле Венгрия территорияһына һөжүм итергә планлаштырған. Буласаҡ һөжүмдә генерал Брусиловтың 8-ме армияһы төп роль уйнай. Әммә австрий командованиеһы ла шулай уҡ, рус ғәскәренең Перемышлде ҡамауын алып ташлап, Карпатҡа һөжүм итергә планлаштырған була [39].

Ғинуар аҙағында австрий-герман ғәскәре (3 австрий-венгр армияһы һәм көньяҡ немец армияһы) ике удар яһап, һөжүм башлай: береһе — Ужгородтан Самборға, икенсеһе — Мукачёвтан Стрый ҡалаһына[39]. Брусиловтың 8-се армияһы һөжүме бер үк ваҡытта тау артылыштарында ҡаршы ауыр ҡаршылыҡ күрһәтеү алыштарына килтерҙе. Урыҫ ғәскәрҙәре, һан яғынан үҙенән күберәк булған дошман һалдаттары менән бәрелешкәндән һуң, тау артылыштарында оборона биләй.

Февралдә рус командованиеһы өҫтәмә резервтарҙы Карпатҡа күсерә һәм генерал Платон Алексеевич Лечицкийҙың 9-сы армияһын формалаштыра. Март айы буйы 3-сө рус армияһының һул флангыһында осонда һәм 8-се армияның бөтә фронтында өҙлөкһөҙ һуғыштар барған[39]. Бында, Венгриянан Перемышыға табан иң ҡыҫҡа йүнәлештә, уны азат итеү маҡсатында, австрий-германдар ныҡышмалы һөжүм итә. Һалдаттар бил тәңгәленә тиклем ҡарға батып һуғыша, ике яҡ та көн һайын ҙур юғалтыуҙар кисерә[39].

Ләкин Перемышль Рәсәй ғәскәренә бирелгәндән һуң, уны ҡамаған 11-се армия Карпатта Рәсәй ғәскәрҙәрен көсәйтә. Австрий-германдар һөжүме туҡтатыла[39].

Перемышлде ҡамау

үҙгәртергә
 
Император Николай II һәм бөйөк кенәз Кесе Николай Николаевич Перемышлдә (Пшемысль). 1915 йылдың 11 апреле.

Ахыр сиктә 1914 йылдың 17 сентябрендә Галиция һуғышы тамамланғандан һуң, рус ғәскәрҙәре Австрияның Галициялағы иң ҙур ҡәлғәһе Перемышлгә яҡынлаша. Генерал Кусманек фон Бургнойштедтен Герман командалығындағы Перемышль, күп һанлы гарнизондары менән, юғары класлы ҡәлғә булған. 5 - 7 октябрҙә рус ғәскәрҙәре ҡәлғәне штурмлай, әммә австрий-венгр ғәскәрҙәре яҡынлашҡанлыҡтан, рус ғәскәрҙәре ҡамауҙы туҡтатырға мәжбүр була[40].

Әммә Варшава-Ивангород операцияһында австрий-герман ғәскәрҙәре ҡыйратылғандан һуң, австрий-венгр ғәскәрҙәре яңынан сигенә һәм рус ғәскәре ҡәлғәне тағы уратып ала. Ҡәлғәне генерал Андрей Николаевич Селиванов командалығындағы 11-се рус армияһы ҡамай, етерлек көсө һәм аҡсаһы булмағанлыҡтан, рус командованиеһы мәғәнәһеҙ штурмдарға ашҡынмаған, ә ҡәлғәне ҡамау менәән булған[40].

Ҡалала аҙыҡ-түлек запастары бөткәндән һуң, генерал Кусманек ҡамауҙы туҡтатып маташа, әммә Австрия ғәскәренең бөтә атакалары ла кире ҡағыла. Шунан һуң ҡәлғә командованиеһы капитуляция тураһында ҡарар ҡабул итә. Был аҙымдан алда ҡәлғә артиллерияһы бөтә хәрби запастарын атып юҡ итә, ҡәлғә нығытмалары шартлатыла. 1915 йылдың 23 мартында Перемышль ҡорал һала. 9 генерал (шул иҫәптән Кусманек), 93 штаб-офицер, 2204 обер-офицер, 113 890 һалдат рус әсирлегенә бирелә, шулай уҡ рус ғәскәрҙәре 900-гә яҡын орудиены ҡулға төшөрә ала[40].

Мазур һәм Прасныш алыштары

үҙгәртергә
 
Мазур алышы (1915)

1915 йылға Германияның стратегик планлы тәүге операцияһы — Августов операцияһы була. Германия командованиеһы Көнсығыш Пруссиянан һөжүм итеп, рус фронтын өҙөргә ниәтләй. Төньяҡтан генерал Герман фон Эйхгорндың 10-сы армияһы, көнбайыштан генерал Отто фон Беловтың 8-се армияһы (бөтәһе 15 пехота һәм 2,5 кавалерия дивизия) Августов ҡалаһына килеп тоташыу йүнәлешендә — Көнсығыш Пруссияла оборона тотоусы генерал Фаддей Васильевич Сиверстың 10-сы армияһын ҡамауға алыу һәм юҡ итеү маҡсатын ҡуйған төп ударҙы үҙ өҫтөнә ала[41].

1914 йылдың аҙағында уҡ Көнсығыш фронтына Өсөнсө Франция Республикаһынан 7 Германия корпусы һәм 6 кавалерия дивизияһы күсерелә. Был ваҡытҡа Германияла ла резерв — 4 корпус булдырылған. Улар ҙа Көнсығыш фронтҡа күсерелә. Был ғәскәрҙән генерал Эйхгорндың яңы 10-сы армияһын барлыҡҡа килә[41].

1915 йылдың 7 февралендә 8-се герман армияһы 10-сы рус армияһының һул флангыһына һөжүм итә, икенсе көндө 10-сы герман армияһы частары рус ғәскәрене уң флангыһына һөжүм итә. Германдар фронтты йырып өҙә[42]. Рус армияһының һул фланг корпустары 8-се немец армияһын, Августов районына сығармаҫҡа тырышып, сыҙамлы рәүештә тотҡарлаған. Әммә уң флангта герман ғәскәрҙәре алға китә алған, ә сигенеүсе уң фланг корпустары генерал Павел Ильич Булгаковтың 20-се армия корпусын асыҡ ҡалдыра һәм улар, Августов районында немецтарҙың ҡаты һөжүменә эләгә, ҡамала[43].

20-се корпус частары, үҙҙәренә байтаҡ дошман ғәскәрен йәлеп итеп, 10 көн дауамында ҡамауҙан сығырға тырыша[44][45]. Мазур күлдәренең ҡар ҡаплаған урмандарында ҡаты һуғыштарҙан һуң, 20-се корпус ярсыҡтары, боеприпастарын тотоноп бөтөп, әсирлеккә бирелә[46]. 20-се корпус яугирҙәренең батырлығы арҡаһында 10-сыармияның өс корпусы ҡамауға эләкмәй сигенә. Германдар, тактик еңеү яулаһа ла, 10-сы армияны ҡамай алмай[44].

Бынан һуң, февраль аҙағында герман командованиеһы Көнсығыш Пруссияла һөжүмен яңырта, 8-се һәм 12-се герман армиялары 1-се һәм 12-се урыҫ армиялары позицияларына һөжүм итә[42]. 24 февралдәге ауыр алыштарҙан һуң, ике герман корпусы Прасныш ҡалаһын ала. Әммә рус ғәскәрҙәре, ярҙамға ике корпус резерв алып, германдарҙы Прасныштан германдарҙы бәреп сығарҙы. 2 мартта рус ғәскәрҙәре Сувалки районында һөжүмен яңырта, 8-се һәм 12-се армияны тар-мар итә[42]. 30 мартҡа герман ғәскәрҙәре тулыһынса Германия империяһы территорияһына ҡыҫырыҡлап сығарыла[47].

Немецтарҙың Балтик буйына баҫып инеүе

үҙгәртергә

1915 йылдың 14 (27 апрелендә) немец 3-сө кавалерия дивизияһы Юрбург янында Неман аша Көнсығыш Пруссиянан Рәсәй территорияһына үтә. 17 (30 апрелдә) немец пехота бригадаһы Россиеныны ала. 17 (30) апрелдә рәсәй ғәскәрҙәре, Либаваны, алдынғы хәрби-диңгеҙ базаһын, ҡалдырырға мәжбүр була. Немецтар 25 апрелдә (8 майҙа) Либаваға баҫып инә. Рәсәй ғәскәрҙәре Дубиса йылғаһы аръяғына юллана[48][49].

Горлице янында дошман ҡаршылығын йырып сығыу

үҙгәртергә
 
Көнсығыш фронт. 1915 йылдың йәйе.

Көнсығыш Пруссиянан рус армияһына ҡаршы фланг һөжүмдәре яһағандан һуң, австрий-герман командованиеһы Галициянан да фланг һөжүменә әҙерләнгән[50]. Галицияла, Висла һәм Карпат араһында урынлашҡан Горлице районында рус фронтын өҙөү планлаштырылған. Өҙөү урыны осраҡлы ғыын һайланмаған. Бында рус армияһы ҙур көскә эйә булмай, ҙур тәбиғи кәртәләр ҙә юҡ. Фронт өҙөлгән хәлдә, Карпаттағы рус төркөмдәренең сигенеү юлдары киҫелә һәм бөтә Көньяҡ-көнбайыш фронтының һул флангыһына ҡамалыу янай[50].

Операцияны тормошҡа ашырыу өсөн Горлице янында австрий-герман командованиеһы Көнбайыш фронттың 11-се армияһын туплай[50] и 4-ю австро-венгерскую армию, также в операции участвовали другие австро-германские соединения[50]. Австрий-германдарҙың бурысы рус фронтын өҙөү, бында оборона тотоусы 3-сө рус армияһын ҡамау һәм артабан Перемышлгә һәм Львовҡа һөжүм итеү булған. Өҙөклөктөң 35-се километрында герман-австрий ғәскәрҙәре 10 пехота һәм 1 кавалерия дивизияһы (126 мең кеше, 457 еңел һәм 159 ауыр орудиелар, 96 миномёт һәм 260 пулемёт) тупланған[51].

Рус командованиеһы Горлице районында австрий-герман һөжүменең хәүефлелегенә тейешле иғтибар бирмәне. Урыҫ командованиеһының бөтә иғтибары тулыһынса Карпат операцияһы тамамланыуға йүнәлтелгәйне. 3-сө рус армияһында (18-ҙән ашыу пехота һәм 6 кавалерия дивизиялары) өҙөү йүнәлешендә 5 пехота дивизияһы (60 мең кеше, 141 еңел һәм 4 ауыр орудие, 100 пулемёт) теҙелеп торҙо юлы бар [Үҙәк державалар]. Бынан тыш, был ваҡытта рус армияһында боеприпастар менән мәсьәлә киҫкен торҙо, йыш ҡына рус артиллерияһы дошман атҡанда ҡаршы ата алмай ине.[51]. Бынан тыш, өҙөклөк участкаһында Үҙәк державалар тере көс һәм техника яғынан өҫтөнлөккә эйә булған. Был ваҡытта рус армияһын боеприпастар менән тәьмин итеү мәсьәләһе киҫкен торҙо, йыш ҡына рус артиллерияһы дошман утына яуап бирмәгән. торған булған[51].

Һөжүм, ҡеүәтле артиллерия әҙерлегенән һуң, 1915 йылдың 2 майында башлана. Рус ғәскәрҙәре үтә ҡыйыулыҡ менән оборона тотҡан, әммә 2—5 километрға булһа ла сигенгән. Рус командованиеһы австрий-германдар төп ударҙы Карпатҡа төшөрәсәк, ә Горлице районында улар албырғата ғына, тип 3-сө армияға резерв бирмәгән [52]. 6 көнлөк аяуһыҙ алыштарҙан һуң австрий-герман ғәскәрҙәре рус фронтын өҙөп, 40 саҡрымға эскә үтә. 3-сө армия, ҙур юғалтыу кисереп, 15 майға Ново-Място — Сандомир — Перемышль — Стрый линияһына сигенде[52].

Оло сигенеү

үҙгәртергә
 
Рус армияларының Польшанан китеүе.

24 майҙа, ауыр артиллерияһын йәлеп итеп, Август фон Макензен яңы һөжүм башлай. 3 июндә австрий-герман ғәскәрҙәре Перемышлде[53], ә 22 июндә Львовты ала[53]. Дошман рус армияһының тәрән тылына сыға башлай. Рус Ставкаһы, Польшала рус армияһының ҡамалыуын булдырмаҫ өсөн, Көнсығышҡа стратегик сигенеү башлай[53].

4-9 июлдә Красностав алышы йәйелдерелә[54][55][56].

Галиция биләмәһендә һуғыш 15 июлдә тағы көсәйә, ауыр алыштарҙан һуң, рус ғәскәрҙәре Ивангород — Люблин — Холм линияһына сигенә. 22 июлдә герман ғәскәрҙәре Висланы аша сыға[57]. 22 июлдә (4 августа) рус ғәскәрҙәре Варшава һәм Ивангородты, 7(20) августа Новогеоргиевск ҡәлғәһен ҡалдырып китә. 22 августа Осовец ҡәлғәһен ҡалдырып киткәс, 26 августа рус ғәскәре Брест-Литовскиға сигенә, 2 сентябрҙә Гродно ҡалдырыла[58]. Көҙгә табан фронт стабилизировался на Рига— Даугавпилс (Двинск) — Барановичи — Пинск — Дубно — Тернополь линияһы буйынса [59].

 
Австрий-венгр армияһы командующийы Фридрих Австрийский, эрцгерцог Фридрих Пшемыслдә. 1915 йылдың йәйе.

Был ваҡытта Юғары баш командующий Николай Николаевич Кавказ фронты Баш командующийы итеп ҡуйыла, ә армия менән командалыҡ итеүҙе император Николай II үҙ өҫтөнә ҡабул итә, штаб начальнигы итеп генерал Алексеев Михаил Васильевич ҡуйыла[58].

1915 йылдың йәйендә рус армияһы, һан яғынан күпкә артыҡ австрий-герман көстәре ҡыҫымы аҫтындағы стратегик сигенеү ваҡытында Австрия Галицияһын, Балтик буйының бер өлөшөн, Польша Батшалығын ҡалдыра. Ләкин сигенеү арҡаһында рус армиялары ҡамауҙан һәм тар-мар ителеүҙән ҡотолған. Германия командованиеһының рус армияһын ҡыйратыу һәм Рәсәйҙе һуғыштан сығарыу планы уңышһыҙлыҡҡа осрай.

Рус армияһы һалдаттары һәм офицерҙары өсөн оло сигенеү ауыр әхлаҡи тетрәнеү була. Генерал Антон Иванович Деникин һуңыраҡ былай тип яҙа:

  1915 йылдың яҙы мәңгелеккә хәтеремдә ҡаласаҡ. Галициянан сигенеү — Рус армияһының бөйөк трагедияһы. Патрондар ҙа, снарядтар ҙа юҡ. Көн һайын ҡанлы һуғыш, көн аша ауыр артылыштар, икһеҙ-сикһеҙ физик һәм әхлаҡи арыу; әллә ҡыйыуһыҙ ғына өмөт, әллә өмөтһөҙ йән әрнеүе...  

Вильно операцияһы

үҙгәртергә
 
1915 йылғы Оло сигенеү һәм Вильно операцияһы

22 августа герман ғәскәрҙәре урыҫ ҡәлғәһе Ковноны (Каунас) алғандан һуң, 10-сы герман армияһы, Вильноны (Вильнюс) уратып, 10-сы рус армияһын ҡамау маҡсатында һөжүмен дауам итә. Ҡаты һуғыштар барышында урыҫ ғәскәрҙәре позицияларын һаҡлап ҡала. Немецтарҙың һөжүме туҡтатыла[60].

 
Свенцян өҙөүе (прорыв) һәм уны юҡ итеү

Бынан һуң, германдар, пландарын үҙгәртеп, 8 сентябрҙә 10-сы һәм 5-се рус армиялары тоташҡан ергә һөжүм башлай. 9 сентябрҙә германдар Вилькомир янында урыҫ оборонаһын өҙә[60]. Был өҙөү Свенцян тигән исем алды. Өҙөүгә герман командованиеһы байтаҡ кавалерия соединениеларын ташланы. Герман кавалерия төркөмө (4 атлы дивизия)[60] рус тылдарына ынтылды. 14 сентябрҙә герман ғәскәрҙәре Молодечноға яҡынланы. Герман атлылары Минскиға етә һәм хатта Смоленск — Минск шоссеһын киҫә[61]. 15—16 сентябрҙә рус ғәскәрҙәре герман һыбайлыларын контрудар менән Нарочь күленә ырғыталар[61]. 19 сентябргә (2 октябргә) Свенцян өҙөүе ҡыйратыла һәм Дрисвяты — Нарочь — Сморгонь — Пинск — Дубно — Тернополь линияһында фронт тотороҡлана.

Император Николай II Верховного командованиеға килгәндән һуң, көрсөктән сығыуға күпмелер ярҙам итә[62].

1915 йылғы кампания йомғаҡтары

үҙгәртергә

1915 йылғы кампания рус армияһы өсөн ауыр үтә. Йәҙәр меңләгән һалдат һәм офицерҙар һәләк була, яралана һәм әсирлеккә төшә. Рус армияһы ҙур: Галиция, Буковина, Польша Батшалығы, Балтик буйының өлөшөн, Белоруссия территорияларын ҡалдыра.

Әммә австрий-германдар рус армияһын тар-мар итә һәм Рәсәйҙе һуғыштан сығара алмай[63]. Рәсәй армияһы, күп юғалтыуҙар кисерһә лә, ҡамалмай һәм һуғыш һәләтен һаҡлап ҡала. Герман командованиеһы рус армияһы бүтән әүҙем ғәмәлдәргә һәләтен юғалтты, тип уйлай һәм, Францияға хәл иткес һөжүм яһап, һуғышты тамамлау маҡсатында, көҙ Көнсығыштан Көнбайыш фронтҡа ғәскәрен күсерә башлай. Көнсығыш фронтта позицион тынлыҡ урынлаша. Баҫып алынған рәсәй территориияһында Обер-Ост йәки герман оккупацион хакимиәте барлыҡҡа килә.

       
Рус хәрби әсирҙәре баҫыу хеҙмәтендә. 1915 йылдың июле Николай Самокиш. «Убитый конь» Герман әсирҙәренең иҫәбен алыу. Перемышль ҡамауында ҡулға алынған австрий армияһы әсирҙәре Нева проспектынан үтә. Петроград, 1915 йылдың 23 марты.

1916 йылғы кампания

үҙгәртергә

Көнсығыш фронтта уңышҡа өлгәшә алмағас, герман Генераль штабы, Францияны ҡыйратыу өсөн, төп һөжүмде Көнбайыш фронтҡа, йүнәлтергә ҡарар итә. Австрийҙар Итальян фронтын һуғыштан сығарырға тырыша. Үҙәк державалар 1916 йылда Рәсәйгә ҡаршы әүҙем хәрәкәт планлаштырмаған. Үҙ сиратында, Антанта буйынса союздаштар Көнбайышта ла, Көнсығышта ла алдан һөйләшелгән һөжүм әҙерләй. Рус армияһы 1915 йыл сигенеүенең эҙемтәләренән яңы ҡотола башлай, ә ил сәнәғәтте хәрби «рельскә» ҡора.

Нарочь операцияһы

үҙгәртергә

Көнбайышта Герман һөжүме башланғандан һуң, француз армияһының баш командующийы Жоффр Жозеф Жак Сезер рус командованиеһына мартта, герман ғәскәрҙәренең бер өлөшөн үҙҙәренә албырғатып, һөжүм ойоштороуҙарын үтенеп, мөрәжәғәт итә. Рус командованиеһы союздаштары үтенесенә ҡолаҡ һалырға һәм март айында немец ғәскәрҙәренә ҡаршы Белоруссияла һөжүм итеү операцияһын үткәрергә ҡарар итә. 24 февралдә Көнбайыш рус фронтына етәкселек иткән генерал Эверт Алексей Ермолаевичҡа 1-се, 2-се һәм 10-сы армиялар көсө менән герман ғәскәрҙәренә һөжүм башларға ҡушыла[64].

[16 мартта] генерал Алексеев рус армияһына Белоруссиялағы Нарочь күле янында һөжүм башлау тураһында бойороҡ бирҙе. Бында 10-сы герман армияһы оборона биләгән була. Оҙайлы артиллерия әҙерлегенән һуң, рус ғәскәрҙәре Нарочь күленән көньяҡтараҡ һөжүмгә күсә[64] 2-я рус армияһы 10-сы армия оборонаһына 2—9-сы километрҙа ҡушыла. Аяуһыҙ һуғыш йәйелдерелә. Германия ғәскәрҙәре рус яугирҙәренең бик күп атакаларына ауырлыҡ менән ҡаршы тора алған.

Германия командованиеһы, Нарочь янында килеп тыуған хәлде аңлап, хәүефле участкаға резервтарын тартырға ҡарар итә. Германия командованиеһына шулай уҡ май айында союздаш ғәскәрҙәр өс фронтта: Көнбайыш, Көнсығыш һәм Итальян фронтында дөйөм һөжүм башлаясаҡтары билдәле була. Әммә германдар рустарҙың Нарочь янындағы һуғышын генераль һөжүм тип ҡабул итә. Немецтар француз Верден ҡәлғәһенә атакаларын туҡтатырға һәм Нарочь районына Көнбайыштан 4 дивизияһын күсерергә мәжбүр була. Ахыр сиктә был немецтарға позицияһын тоторға ярҙам иткән, һәм урыҫ ғәскәрҙәре дошман оборонаһын йырып сыға алмаған[64].

Асылда, был операция алдандырғыс ҡына була, йәй көнө немец командованиеһы үҙенең фронтында һөжүм көтә, ә рус командованиеһы австрий фронтында ғәйәт ҙур уңышҡа килтергән Брусиловский өҙөүен ойоштора, һәм Австро-Венгрияны яйлап хәрби ҡыйралыу сигенә еткерә[65].

Барановичи операцияһы

үҙгәртергә

1916 йылдың 20 июненән (3 июль) алып 12 (25) июлгә тиклем инфантерия генералы Эверт Алексей Ермолаевич командалығындағы Көнбайыш фронты рус ғәскәрҙәре Новогрудок—Барановичи участкаһында герман оборонаһын өҙөргә тырыша. Әммә һөжүм итеүҙең айырым участкаларында нығытылған тәүге линияларына ғына эйә була ала. Герман ғәскәре көс-хәл менән баштағы хәлде өлөшләтә тергеҙә ала. Рус армияһының юғалтыуҙары 80 000 кеше тәшкил иткән, ә дошман 13000 кешеһен юғалта шуларҙың 4 000 - әсирлеккә эләгә.

Брусилов командалығында дошман ҡаршылығын өҙөү

үҙгәртергә

Луцк ҡалаһы янында дошман ҡаршылығын өҙөү

үҙгәртергә
 
Көнсығыш фронт. 1916 йыл.

1916 йылдың йәйенә Антанта илдәре австрий-герман ғәскәрҙәренә ҡаршы өс төп хәрби хәрәкәттәр театрынан дөйөм һөжүм башларға планлаштыра. Был план сиктәрендә Британия армияһы Сомма операцияһын, француз пехота ғәскәрҙәре Верден янындағы алышты, Итальян король армияһы Изонцо эргәһендә һуғышты әҙерләй[66]. Рус ғәскәрҙәре фронттың бөтә дауамында тәүәккәл һөжүмгә күсергә тейеш ине. Рус командованиеһы өс фронты (Төньяҡ, Көнбайыш һәм Көньяҡ-көнбайыш фронттарын йәлеп итергә ниәтләнә.

Төп һөжүмде Көнбайыш фронты көстәре (командующий — генерал А. Е. Эверт) Молодечнонан Вильноға йүнәлтергә тейеш була. Эвертҡа резервтарҙың күп өлөшө һәм ауыр артиллерия бирелә. Төньяҡ фронт (генерал А. Н. Куропаткин) Двинскиҙан — шулай уҡ Вильноға ярҙамсы удар яһай. Көньяҡ-Көнбайыш фронтҡа (генерал А. А. Брусилов) Луцк-Ковелгә, герман төркөмө флангыһына, Көнбайыш фронтының төп һөжүменә ҡаршы, сығыу бурысы йөкмәтелә. Көстәҙең арттырыу маҡсатында апрель-май айҙарында рус частарын штат һанына тиклем комплектлау эштәре алып барыла[66].

 
Брусилов командалығында дошман ҡаршылығын өҙөү

Рус ғәскәрҙәре һөжүменән алдараҡ, австрий-герман ғәскәрҙәре атака башлауынан ҡурҡып, Ставка ғәскәрҙәргә һөжүмдең билдәләнгән сроктан иртәрәк башланыуына әҙер булырға тигән бойороҡ бирә. Әммә австрий-герман ғәскәрҙәре рустарға ҡаршы бер ниндәй ҙә әүҙем ғәмәл планлаштырмай.

1916 йылдың 15 майында австрий армияһы итальян армияһына ҡаршы Трентино алышын башлай[66]. Италия армияһы, ауыр юғалтыуҙар кисереп, сигенә. Шуның өсөн Италия Короллеге (1861—1946) Рәсәйгә Көньяҡ-көнбайыш фронты менән һөжүм башлауҙарын һәм шуның менән австрий-венгр частарының иғтибарын итальян фронтынан күсереү үтенесе менән мөрәжәғәт итә. Союздаштарҙың үтенесенә ҡолаҡ һалып, рус командованиеһы һөжүм итә башлау ваҡытын күсерә. 31 майҙа Көньяҡ-көнбайыш фронт австрий-венгр армияһына ҡаршы һөжүмгә күсергә тейеш була, әммә элеккесә германдарға ҡаршы төп ударҙы көнбайыш фронты ғәскәрҙәре дауам итә[66].

Операцияны әҙерләгәндә Көньяҡ-көнбайыш фронты командующийы генерал Брусилов үҙенең һәр дүрт армияһы бер тапҡыр фронтты өҙөү аҙымын яһарға тейеш тигән ҡарарға килә. Шул арҡала дошман төп йүнәлешкә резервтарҙы ваҡытында күсереү мөмкинлегенән мәхрүм ителә. Луцк һәм Ковель ҡалаларына төп ударҙы генерал Каледин Алексей Максимовичтың 8-се армияһы йүнәлтә, 7-се, 9-сы һәм 11-се армиялар ярҙамсы һөжүмдәр яһай[66]. Был армияларға 4 австрий-венгр һәм 1 герман армияһы ҡаршы тора. Рустар ғәскәр һәм техника буйынса дошмандан бер нисә тапҡыр өҫтөнлөккә эйә була. Һөжүм башлар алдынан ентекле разведка, ғәскәрҙәрҙе уҡытыу, рус позицияларын австрийҙарға яҡынайтыу маҡсатында инженер плацдармдарын ҡорамалдар менән тәьмин итеү кәрәк була[66].

1916 йылдың 3 июнендә оборонаның беренсе һыҙатын ҡты емереүгә килтергән ҡеүәтле артиллеря әҙерлеге башлана[67]. 5 июндә 7-се, 8-се, 9-сы һәм 11-се рус армиялары частары (барлығы 594 000 кеше һәм 1938 орудие) австрий-венгр ғәскәрҙәренә ҡаршы (барлығы 486 000 кеше һәм 1846 орудие) һөжүм башланы. Рус ғәскәрҙәре фронтты 13 урындан өҙҙө[67]. 7 июндә 8-се армия частары Луцк ҡалаһын ала, ә 15 июнгә 4-се австрий-венгр армияһы тулыһынса ҡыйратыла. Рустар 45 000 әсир алды, 66 орудие һ. б. ғәнимәткә эйә булды. 8-се армияның участкаһында өҙөү (прорыв) фронт буйлап 80 километрға һәм тәрәнлеге 65 саҡрым тәрәнлеккә етә. 11-се һәм 7-се армиялар ҙа фронтты өҙә, әммә контрударҙар арҡаһында һөжүм үҫтерә алмай. 9-сы армия ла шулай уҡ, 7-се австрий армияһын тар-мар итеп, фронтты өҙә һәм 50 000 самаһы дошманды әсирлеккә ала[68]. 15 июндә 9-сы армия частары штурм менән Черновицы нығытылған австрий ҡәлғәһен ала. 9-сы армия, сигенгән дошманды эҙәрлекләп, Буковинаны яулай[68].

Ковелгә һөжүм итеү

үҙгәртергә

Рус ғәскәрҙәре алыу ҡурҡынысы Ковелде (коммуникацияларҙың мөһим үҙәге) алыу ҡурҡынысы янағанлыҡтан, австрий-герман командованиеһын ошо йүнәлешкә ашығыс рәүештә өҫтәмә көстәр ташларға мәжбүр итә. Көнбайыш фронттан 2 герман, ә Италия фронтынан — 2 австрий-венгр дивизиялары килә. 16 июндә австрий-германдар Калединдың 8-се армияһына контрудар яһай, әммә еңелә һәм Стырь йылғаһы аръяғына алып ташлана[69].

 
Рус пехотаһы.

Был ваҡытта генерал Эверттың рус Көнбайыш фронты һөжүм башлай. Рус Көнбайыш фронты частары тик 15 июндә генә сикләнгән көстәр менән һөжүм башлай, әммә уңышһыҙлыҡҡа осрап, элекке позицияларына ҡайта. Генерал Эверт көстәрҙе яңынан йыйырға тотоноу сәбәпле, рус ғәскәрҙәренең Белоруссиялағы һөжүме июль башына күсерелә.

Көнбайыш фронт һөжүменең үҙгәреүсән ваҡытына яраҡлашып, Брусилов 8-се армияға яңынан-яңы — йә һөжүм итергә, йә оборона тоторға, йә Ковелгә, йә Львовҡа удар йүнәлтергә тигән директивалар бирә. Ниһайәт, Ставка Көньяҡ-көнбайыш фронттың төп йүнәлешен билдәләй һәм уға маҡсат ҡуя: төп удар йүнәлешен үҙгәртмәҫкә, ә элеккесә төньяҡ-көнбайышҡа, Ковелгә, Барановичиға һәм Брестҡа уҡталып, Эверт ғәскәрҙәренә ҡаршы һөжүм итергә.

24 июндә инглиз-француз союздаштары Сомма алыш башлай. 3 июлдә рус Көнбайыш фронты һөжүм итә башлай, 4 июлдә Көньяҡ-көнбайыш фронты, Ковелде яулау маҡсаты менән, һөжүмен яңырта. Брусилов ғәскәрҙәре немец фронтын өҙөп, бер нисә тораҡ пунктын биләй[69]. Рус ғәскәрҙәре айырым урындарҙа йылға аша сығалар, әммә рус ғәскәрҙәре был кәртәне аша сыға алмай. Ҙур көстәрен туплап, австрий-германдар көслө оборона сиге булдыра. Брусилов һөжүм итеүҙе туҡтатырға һәм көстәрҙе күсерергә мәжбүр булған[70]. Төньяҡ һәм Көнбайыш рус фронттарының һөжүме уңышһыҙлыҡ менән тамамлана. Рус атакалары ҙур юғалтыу менән кире ҡағыла, был Германия командованиеһына бөтә резервтарын Галицияға, Брусиловҡа ҡаршы, күсерергә мөмкинлек бирҙе. Июль айында рус командованиеһы Көньяҡ-көнбайыш фронтҡа резервтар күсерә һәм генерал Безобразов Владимир Михайлович командалығында Айырым армияһын булдыра [71]. 3-сө, 8-се һәм Айырым армия Ковель районында дошманды ҡыйратырға һәм ҡаланы яуларға тигән бойороҡ ала. 28 июлдә һөжүм яңыра, рус частары, ҡапма-ҡаршы һуғыштарҙа еңеү яулап, ҡыйыу һөжүм итә, әммә австрий-германдарҙың бер нисә контратакаһы эҙемтәһеҙ ҡалмай. Был һуғыштар барышында рус ғәскәрҙәре 17 000 һалдатты әсирлеккә ала һәм 86 орудие ҡулға төшөрә. Был алыш һөҙөмтәһендә рус ғәскәре 10 километрға алға китә. Әммә дошмандың Стоход йылғаһындағы ҡеүәтле оборонһын өҙөп, Ковелде ала алмай[71]. Шул уҡ ваҡытта 7-се һәм 11-се армиялар Львов йүнәлешендә дошмандың оборонаһын йырып сыға. Австрий-герман командованиеһына Галицияға барлыҡ резервтарын күсерергә тура килә. Әммә рус ғәскәрҙәре һөжүм итеүҙе дауам итә, 11-се армия Бродыны ала, Львов ҡалаһы янына етә. 7-се армия Галичты, ә Буковина районында эшләгән 9-сы армия шулай уҡ бер нисә еңеү яулап, Ивано-Франковск (Станислав) ҡалаһын ала[68][72].

Брусилов командалығында дошман ҡаршылығын йырып сығыуҙың йомғаҡтары

үҙгәртергә

Август аҙағына рус армиялары һөжүме, австрий-венгр ғәскәрҙәренең ҡаршы тороуы көсәйеүе, күп юғалтыуҙар һәм ғәскәрҙең арыуы сәбәпле, тына бара. Брусилов командалығында дошман ҡаршылығын йырып сығыуҙың һөҙөмтәһе Антанта командованиеһы көткәндән дә юғары була. Рус ғәскәрҙәре австрий-герман ғәскәрҙәренә емерткес удар яһай. Урыҫтар 80-120 километрға алға китә алды. Брусилов армиялары Волынь ҡалаһын азат итә, Буковинаны һәм Галицияның байтаҡ өлөшөн биләй. Австро-Венгрия һәм Германияның 1 500 000 ашыу кешеһе үлтерелә, яралана һәм әсирлеккә дусар була. Рәсәй ғәскәрҙәре 581 ҡорал, 1795 пулемёт, 448 бомбомёт һәм миномёт тартып ала[73]. Австрий-венгр армияһы ҙур юғалтыуҙар кисерә, әммә хәрби һәләтен һаҡлап ҡала ала. Рус һөжүменә ҡаршы Үҙәк державалар Көнбайыш, Итальян һәм Салоники фронттарынан Галицияға 31 пехота һәм 3 кавалерия дивизияһын ташлай. Был хәл герман командованиеһына Верден янындағы алышты, ә австрий-венгрҙарға Асиаго эргәһендәге Трентиноға һөжүмен туҡтатырға мәжбүр итә. Рус армияларының Галицияла еңеүҙәре тәьҫирендә Румыния Короллеге Антанта яғында һуғышҡа ҡушыла. Урыҫ ғәскәрҙәренән 500 000 самаһы кеше һәләк була, яралана һәм әсирлеккә дусар була[73].

1916 йылдың йәйендә рус ғәскәре һөжүме хәрби сәнғәт ҡарашынан Брусилов тәҡдим иткән фронтты өҙөүҙең (йырып сығыу) яңы формаһы (бер үк ваҡытта бер нисә участкала) тип билдәләнә, һәм ул Беренсе донъя һуғышының һуңғы йылдарында үҫеш ала.

Һуғышҡа Румынияның ҡушылыуы

үҙгәртергә
 
Вильгельм II (герман императоры) Кайзер: «Шулай итеп, һеҙ ҙә миңә ҡаршымы! Иҫегеҙҙә тотоғоҙ, Гинденбург минең яҡлы»
Фердинанд I (Румыния Короле): «Эйе, уның ҡарауы, азатлыҡ һәм ғәҙеллек минең яҡлы»
Британ плакаты.

Ике коалиция ла үҙ яғында һуғышҡа инергә яңы илдәрҙе йәлеп итеп маташҡан. 1915 йылда Үҙәк державалар яғында Болгария, Италия Антанта яғында сығыш яһай. Коалиция оҙаҡ ваҡыт Румынияны үҙ яғында һуғышҡа индерергә маташа. Әммә румын хөкүмәте ашыҡмай һәм донъя һуғышына инеү өсөн иң отошло шарттарҙы көтә. Румыния Антанта яғына тайпыла, сөнки ул Австро-Венгрия империяһы составындағы этник румын ерҙәрен ҡабат үҙенә ҡушырға планлаштыра һәм Австро-Венгрия менән конфликт хәлендә була[74].

Брусилов йырып сығыуында рус армияһы ҙур уңышҡа өлгәшеп, австрий-венгр армияһы емергес ҡыйратылғандан һуң, румын хөкүмәте Антанта яғында һуғышырға ныҡлы ҡарар ҡабул итә. Антанта илдәре, Бухарест һуғыштан һуң румындар йәшәгән ерҙәрҙе генә түгел, ә сербтар (Банат), украиндар (Буковина), венгрҙар (Трансильвания) йәшәгән башҡа территорияларҙы ла ҡуша ала, тип Румынияны ышандыра[74].

 
Беренсе донъя һуғышының Румын кампанияһы башланыуы

27 августа Румыния Австро-Венгрияға һуғыш иғлан итә һәм Антанта яғында Беренсе донъя һуғышына инә. Антанта илдәре яңы союздаш булыуға бик ҡәнәғәт ҡала. Әммә румын армияһының ысын хәле фонында Румынияның һуғышҡа инеүенә ҡарата күп сәйәси һәм хәрби эшмәкәрҙәрҙең оптимистик ҡарашы бер нисек тә аҡланмай. Румыния Ҡораллы көстәре насар әҙерләнгән була, тыл хеҙмәте булмай, ҡоралы, бигерәк тә артиллерияһы булмай тиерлек[74]. Шуның менән бергә Румынияла ғәмәлдә тимер юл селтәре булмай. Румын армияһы, Трансильванияға баҫып инергә теләп, Австро-Венгрияға ҡаршы 23 дивизия ҡаршы ҡуя.

Румын кампанияһы

үҙгәртергә
 
Румын армияһының хәрби күнекмәләре.

Августа румын армияһы (400 000-гә яҡын кеше) Австро-Венгрия территорияһына, Трансильванияға 80 саҡрым тәрәнлеккә үтеп инә. Әммә румын армияһы юлындағы тәүге ҙур ҡала, Сибиу, румын ғәскәренең етешһеҙлектәрен күрһәтә. Тыл тәьмин итеү мәсьәләләре арҡаһында румын армияһы үҙенең һөжүмен туҡтатты[74], һәм бының менән румындарға ҡаршы ҡуйылған 1-се австрий-венгр армияһы файҙалана. Стратегик инициатива австрий һәм уларға ҡушылған 9-сы герман армияһына күсә[74].

Австро-герман ғәскәрҙәре Трансильваниянан румын частарын тиҙ генә алып ташлай, һәм бер үк ваҡытта генерал Август фон Макензен командованиеһындағы австрий-герман-болгар ғәскәрҙәре Болгария яғынан румын армияһына ҡаршы төшә. Шулай уҡ Добруджанан 3-сө болгар армияһы һөжүм итә башлай. Рус командованиеһы генерал Зайончковский Андрей Медардович етәкселегендә 50 000 кешене Румыния ғәскәрҙәренә ярҙамға бүлә[75]. Румын командованиеһы рус ғәскәрҙәре болгарҙарҙың Добруджаға инеүен кире ҡағыр һәм контрһөжүмгә күсер тип иҫәп тота. 15 сентябрҙә рус-румын армияһы еңелеүле контрудар яһап маташа. Рус-румын ғәскәрҙәре төньяҡҡа 100 километрға алып ташлана, ә октябрь һуңына болгарҙар Констанцаны ала. 23 октябрҙә Макензен ғәскәрҙәре Дунайҙы аша сыға, австрий-герман-болгар ғәскәрҙәре өс йүнәлештә Бухарестҡа һөжүм алып бара[75].

 
Австрий-герман контрһөжүме.

29 ноябрҙә Бухарестҡа һөжүм башлана. Румындар, һуңғы резервтарын йыйып, контрудар яһап маташа, әммә ниндәйҙер һөҙөмтәләргә өлгәшә алмай. 7 декабрҙә Макензен ғәскәрҙәре Бухарестҡа инә. Румынияның Ҡораллы көстәре, тағы 8 дивизияһын юғалтып, илдең төньяғына сигенә[75]. Дөйөм һәләкәт янағанда, русское командованиеһы, Макензен Рәсәйҙең көньяғына үтеп инмәһен өсөн, ярҙам бүлә.

1916 йылдың декабрендә рус армияһында Румын фронты булдырыла. Унда румын ғәскәренән ҡалған һалдаттар, шулай уҡ Дунай, 6-сы, 4-се һәм 9-сы рус армиялары инә[75].

Шул итеп, румын армияһы ҡыйратыла, ил территорияһы оккупациялана, ә рус армияһына яңы барлыҡҡа килгән Румын фронты участкаһын ябыу өсөн өҫтәмә сығымдар бүлергә тура килә. Румын армияһына ярҙамға килгән рус ғәскәрҙәре 1916 йылдың декабре - 1917 йылдың ғинуарында Сирет йылғаһында австрий-герман ғскәрҙәрен туҡтата. Фронт тотороҡлана. Румынияның һуғышҡа инеүе Антантаның хәлен яҡшыртмай.

1916 йылғы кампания йомғаҡтары

үҙгәртергә

1916 йылғы кампания рус армияһы өсөн уңышлы була[76]. Брусилов командалығындағы өҙөү барышында Рәсәй империяһы Ҡораллы көстәре австрий-герман ғәскәрҙәренең ҡаты еңелеүенә килтерә[77][78].

 
Кузьма Сергеевич Петров-Водкин картинаһы Ут һыҙығында, 1916 йыл.

Германия империяһы үҙенең Францияны тар-мар итеү буйынса стратегик планын башлыса рус армияһының Францияға ярҙамы арҡаһында үтәй алманы. Шулай уҡ Көнсығыш фронтында Румыния һуғышҡа инә, әммә уның армияһы ҡыйратыла, биләмәнең байтаҡ өлөшө баҫып алына, һәм рус командованиеһына үҙенең көньяҡ ситәрен һаҡлау өсөн ашығыс рәүештә яңы Румын фронтын формалаштырырға тура килә. Румын армияһына ярҙамға килгән рус ғәскәрҙәре 1916 йылдың декабрендә — 1917 йылдың ғинуарында Сирет йылғаһында австрий-герман ғәскәрҙәрен туҡтата.

Кавказ фронтында Рус ғәскәрҙәре, мөһим һәм ҙур ҡалалар — Ван ҡалаһы, Эрзурум, Трапезунд, Муш һәм Эрзинджан ҡалаларын яулап, Ғосман империяһына үтеп инә[79][80][81].

Фарсы кампанияһы сиктәрендә генерал-лейтенант Баратов Николай Николаевичтың 1-се Кавказ кавалерия корпусы (элекке Экспедицион кавалерия корпусы), түбәндәге ҙур: Хой, Тебриз, Дильман, Казвин, Хамадан, Исфахан, Ханекин, Керманшах һәм Кум ҡалаларын яулап, йыл аҙағына Сулеймания — Керинд һыҙығына сыға[82][83][84][85].

Рәсәй ҙур темптар менән үҙенең хәрби потенциалын тергеҙә һәм 1917 йылғы яҙғы-йәйге кампанияны үткәреүгә әҙерләнә[86][87]

1916 йылдың кампанияһы барышында һуғышта барплыҡҡа килгән тамырҙан һынылыш Антанта илдәре файҙаһына тура килә, инициатива тулыһынса уларҙың ҡулына күсә. Ҙур юғалтыуҙар кисергән Германия һәм уның союздаштарының еңелеүе ваҡыт үтеү менән күренәсәге көн кеүек асыҡ була[88].

1917 йылғы кампания

үҙгәртергә

Февраль революцияһы

үҙгәртергә
 
Александр III батша улы Михаил Александровичҡа һәм рус армияһының тарҡалыуына немец карикатураһы. 1917 йыл.
 
1917 йылда Рус фронты.

1917 йылдың февраль аҙағында (иҫке стиль) — март башында Рәсәйҙә Февраль революцияһы тоҡана. 1917 йылдың 2 (15) мартында Николай II туғаны Михаил Александрович (Александр III улы) файҙаһына тәхеттән ваз кисә. Әммә шул уҡ 1917 йылдың 3 (16) мартында, Рәсәйҙә Учредительный собрание (Ойоштороу йыйылышы) идара формаһын билдәләһен тигән тәҡдим менән, уныһы ла Рәсәй тәхетенән ваз кисә.

Бынан һуң Рәсәйҙә кенәз Львов Георгий Евгеньевич етәкләгән Рәсәй Ваҡытлы хөкүмәте власҡа килә. Ваҡытлы хөкүмәт (Милюков Нотаһы) Рәсәй «еңеп сыҡҡансы» һуғышты дауам итәсәге һәм Германия менән сепарат тыныслыҡ килешеүе төҙөргә йыйынмай тип иғлан итә. Николай II урынына Рус армияһының Юғары Баш командующийы итеп Алексеев Михаил Васильевич тәғәйенләнә.

Файл:Одесский фронт ПМВ 1918.jpg
Беҙҙе ҡыҙыҡһындырған фронт [ПМВ]. 1918 йылдың феврале

1 (14) мартта уҡ Эшсе һәм һалдат депутаттары Советы армия офицерҙарының абруйын һәм тәртипте (дисциплина) ҡаҡшатҡан Һалдат комитеттары төҙөү тураһындағы данлыҡлы «1-се Бойороҡ» сығара. Ваҡытлы хөкүмәт был бойороҡто таный һәм уны хәрби частарҙа тарата башлай. Рус армияһы тарҡалыш кисерә һәм тиҙ арала [89]һуғышсанлығын юғалта башлай. Генерал Головин Николай Николаевич үҙенең китабында килтергән мәғлүмәттәргә ярашлы, [90], «революция башланғаны бирле, бер ниндәй эпидемик сирҙәр булмаһа ла, санитар торош имен-һау булһа ла, армияла сирлелек айына уртаса 120 %-ҡа артты, теркәлгән дезертирҙар һаны бер айға уртаса 400 %-ҡа артты. Бынан башҡа, 1917 йылдың мартынан фронттағы һалдаттарҙың «кәмеүе» һәм төрлө һылтау менән тылдан фронтҡа барырға баш тартыуҙар артты».

Дошман һалдаттары менән «туғандарса ҡосаҡлашыу»ҙар ҙур таралыу ала. Армияла большевиктарҙың һәм анархистарҙың һуғышҡа ҡаршы гәзит-журналдары һәм хатта немец пропагандистик баҫмалары киң тарала. Һалдаттар араһында дисциплинаның ҡаҡшауы армия юғары командованиеһында революциянан һуңғы ҡапыл үҙгәрештәр менән оҙатыла. Николай II батшаға ҡаршы зговорҙа ҡатнашҡан генералдар юғары вазифалар биләй, ә батшаға лояль генералдар үҙҙәренең постарынан алынған һәм армиянан киткән.

4 июндә хәрби һәм диңгеҙ министры Керенский Александр Фёдоровичтың ҡәтғи талабы буйынса, Рәсәй Ваҡытлы хөкүмәте Юғары баш командующий вазифаһынан генерал Алексеевты ала һәм уны генерал Брусилов менән алмаштыра.

Июнь һөжүме

үҙгәртергә

Ваҡытлы хөкүмәт Рәсәйҙең һуғышта ҡатнашыуын дауам итеүе тураһында иғлан иткәндән һуң, рус командованиеһы, Антанта союздаштары менән килешеүгә таянып, 1917 йылдың яҙында башларныға тейешле һөжүмде ойоштороу эшенә тотона. Әммә рус ғәскәрҙәрендә хөкөм һөргән ығы-зығы һәм тарҡалыу арҡаһында, билдәләнгән ваҡытта һөжүм үткәреү мөмкинлеген бирмәй[89]. Оно было отложено на конец июня.

 
Көнсығыш фронтта туғандар кеүек ҡосаҡлашыуҙар (братание). 1917 йыл

Рус командованиеһы пландарына ярашлы, алышта төп ролде көньяҡ-көнбайыш фронты ғәскәрҙәре башҡарырға тейеш ине. 11-се һәм 7-се армия Львов йүнәлешендә, ә 8-се армия — Калушҡа һөжүм итергә, төньяҡ, румын һәм көнбайыш фронттары ғәскәрҙәре ярҙамсы удар яһарға тейеш була[91].

1917 йылдың 29 июнендә көньяҡ-көнбайыш фронт участкаһында артиллерия әҙерлеге башлана. 1 июлдә 7-се һәм 11-се армиялар һөжүмгә күсә. Ҡайһы бер участкаларҙа рус ғәскәрҙәре окоптарҙың тәүге линияларын яулай һәм алға ынтыла. Әммә һуңынан һөжүм туҡтап ҡала. Ғәскәрҙәр бойороҡтарҙы тикшерә һәм митингтар ойоштора башлай, һөжүмде дауам итеүҙән баш тарта. Һөҙөмтәлә 3 июлдә һөжүм туҡтатыла[91].

 
Көнсығыш фронт. 1917 йыл.

6 июлдә Галич — Ивано-Франковск (Станислав) участкаһында Калуш йүнәлешендә 8-се армияның һөжүме башлана. Оборонаны өҙөп, рус армияһы 7000-дән ашыу дошманды әсирлеккә ала һәм 48 орудиеға эйә була. Һуңынан ул Станислав, Галич һәм Калуш ҡалаларын ала. Әммә тиҙҙән австрий-герман командованиеһы көньяҡ-көнбайыш фронттың уң флангыһына контрудар әҙерләй һәм тормошҡа ашыра. 19 июлдә 11-се армияның фронтын йырып сығып, австрий-германдар һөжүмде дауам итә, был 7-се һәм 8-се армияларҙың сигенеүенә килтерә. Был һуғыштар барышында рус армияһының тулыһынса тарҡалыуы күренә. Тотош частар, бойороҡтарға буйһонмай, фронт линияһынан китә. Австрий-герман ғәскәрҙәре, ҙур булмаған ҡаршылыҡтарҙы еңел ашатлап, Галиция аша алға ынтыла, һәм 28 июлдә рус ғәскәрҙәре Броды, Збараж һыҙығында, Збруч йылғаһында туҡтай[91].

Шулай уҡ рус-румын ғәскәрҙәренең һөжүме румын фронтында ла башлана. Тәүҙә рус-румын ғәскәрҙәре фронтты өҙә һуғышына фронт һәм Мэрэшти янындағы алышта бер нисә еңеү яулай[92]. Әммә тиҙҙән рус ғәскәрҙәренең башҡа фронттарҙағы уңышһыҙлыҡтарынан һуң, һөжүм туҡтап ҡала. 6 августа австрий-германдар контрудар яһай, аяуһыҙ алыш башлана. Әммә рус-румын ғәскәрҙәре Мэрэшешти янындағы алышта позицияларын һаҡлап ҡала, һәм 13 августа һуғыш тамамлана[93]. Шунан һуң фронт яңынан тотороҡлана, һәм бында һуғыш тамамланғанға тиклем хәрби операциялар туҡтап ҡала.

Был һуғышта рус армияһының 130 000 самаһы һалдаты һәләк була, яралана һәм әсирлеккә эләгә.

Июнь һөжүме арҡаһында генерал Корнилов Лавр Георгиевичтың абруйы күтәрелә, һәм ул 18 июлдә үк рус армияһының Юғары Баш командующийы итеп ҡуйыла.

1917 йылғы операция һәм Корнилов фетнәһе

үҙгәртергә
 
Генерал Корнилов Лавр Георгиевич ғәскәрҙәр алдында. 1917 йыл.

1917 йылдың июнь һөжүменән тыш, Көнсығыш фронтта башҡа операциялар ҙа уҙғарыла. Рус армияһы өсөн уңышһыҙ Рига операцияһынан һуң герман ғәскәрҙәре Риганы ала[94]. Рус армияһының Баш командующийы Корнилов рус ғәскәрҙәренең һуғышсанлығын кәметкән армияла демократлаштырыу менән риза булмай. Рига янында еңелгәндән һуң, генерал Корнилов Ваҡытлы хөкүмәттең сәйәсәтенә асыҡтан-асыҡ ҡаршы сығыу тураһында ҡарар ҡабул итә[95].

Рига ҡолау менән үк, ул фронттан 3-сө кавалерия корпусы менән Петроградҡа йүнәлә. Әммә Корнилов планы юҡҡа сыға, Корнилов фетнәһе еңелә, ә генерал ҡулға алына. Рус армияһының яңы баш командующийы итеп Керенский Александр Фёдорович тәғәйенләнә[95]. Корниловтың армияның тарҡалыуын туҡтатырға тырышыуы уңышһыҙлыҡҡа осрай, Ввҡытлы хөкүмәт эске сәйәсәттә элекке курсын дауам итә. Герман ғәскәрҙәре, уңышлы десант операцияһы ярҙамында, Моонзунд архипелагын баҫып ала[95] Әммә тиҙҙән илдәге власҡа большевиктар килә, һәм улар асыҡтан-асыҡ һуғышты туҡтатыу һәм Германия менән тыныслыҡ килешеүе төҙөү тураһында хәбәр итә.

Октябрь революцияһы

үҙгәртергә
 
Германия империя армияһы Ригала, 1917 йылдың сентябре.

1917 йылдың 25 октябрендә (7 ноябре) Рәсәйҙә Октябрь революцияһы еңә. Ваҡытлы хөкүмәт ҡолатыла риза булды, ил власы большевиктарға күсә. Большевиктар контроле аҫтындағы Эшсе һәм һалдат депутаттары Советтарының II Бөтә Рәсәй съезы «Тыныслыҡ тураһында декрет» ҡабул итә һәм Совет Рәсәйенең һуғыштан сығыуын иғлан итә[96]. Совет хөкүмәте һуғышыусы бөтә державаларға аннексияһыҙ һәм контрибуцияһыҙ демократик тыныслыҡ төҙөргә саҡырып мөрәжәғәт итә, әммә был тәҡдимде Антанта илдәре иғтибарһыҙ ҡалдыра. Шунан большевир хөкүмәте армия командующийы Духонин Николай Николаевичҡа Көнсығыш фронтта хәрби хәрәкәттәрҙе бер яҡлы туҡтатып торорға һәм Үҙәк держава (Четверный союз) илдәренә именлек килешеүе тураһында тәҡдимдәрҙе ебәрергә ҡушҡан[97]. Был тәҡдимде еткереүҙән баш тартҡан Духонин командованиенан ситләтелгән. Баш командующий итеп, хәрби эштәр буйынса комиссар прапорщик Крыленко Николай Васильевич тәғәйенләнә. Крыленко, Ставкға, Могилёвҡа килеп, Духонинды командалыҡтан ситләтә һәм ҡулға ала. Духонин Крыленко һаҡсылары тарафынан Могилёв вокзалы перронында сәнсеп үлтерелә.

15 декабрҙә Брест-Литовск ҡалаһында герман һәм совет делегациялары тыныслыҡ тураһында сепарат килешеүен төҙөй. 22 декабрҙә делегациялар араһында һөйләшеүҙәр башлана[97].

1917 йылғы кампанияның йомғаҡтары

үҙгәртергә
Файл:История гражданской войны в СССР.jpg
Корнилов сығыштары
Файл:Победители ПМВ. Карикатура Одесса 1917.jpg
«Еңеүселәр» ПМВ: рустар Рәсәйҙә. 1917 йылдың октябре

1917 йылда Рәсәйҙә илдең тарихын үҙгәрткән ике революция була. Николай II тәхеттән ваз кисә, һәм монархия түңкәрелә. 1917 йыл башында армияның демократлаштырылыуы башында ысынында уның тарҡалыуы башлана. Рус армияһы 1917 йылда күләмле операциялар үткәреүгә ҡарамаҫтан, йыл аҙағына ул юҡҡа сыға. Шулай уҡ армияның тарҡалыуы мнән бер рәттән Рәсәй империяһы ла тарҡала. Рәсәй империяһы йәшәүҙән туҡтай.

Октәбрҙә власҡа килгән большевиктар тыныслыҡ тураһында декрет иғлан итә һәм тыныслыҡ тураһында сепарат килешеүҙәре башлай. Был Рәсәйҙең һуғыштан бер яҡлы тәртиптә сығыуын аңлата.

Рус армияһы менән һуғыштарҙа һәләк булған һәм әсирлеккә төшкән герман генералдары исемлеге[комм. 2]:

  1. Генерал-майор Адольф Брантгаут 1914 йылдың 15 авгусында Көнсығыш Пруссия операцияһы барышында үлтерелә.
  2. Генерал-майор Ф. Фон Тротта 1914 йылдың 17 авгусында Көнсығыш Пруссия операцияһы барышында ҡамауҙан сығыусы рус частары менән алышта үлтерелә. Уның бригадаһы ҡыйратыла һәм тарала.
  3. Генерал- лейтенант Ф. фон Буссе убит 26 августа 1914 йылдың 26 авгусында Галиция алышының төньяҡ фасында үлтерелә.
  4. 1914 йылдың 8 октябрендә Ловичта генерал-лейтенант фон Гауке әсир ителә.
  5. 1914 йылдың 13 октябрендә генерал-майор Ф. фон Массенбах Варшава-Ивангород операцияһы барышында Равкалағы һғышта үлтерелә.
  6. 1914 йылдың 28 октябрендә ҡаты яраланған генерал-майор П. фон Бланкензе үлә.
  7. 1914 йылдың 30 октябрендә Влоцлавск янында пехота генералы А. фон Бризен үлтерелә.
  8. 1914 йылдың 10 ноябрендә генерал-лейтенант Ф. Вайнкер фон Данкешвайль Борово янындағыһуғышта үлтерелә. Уның дивизияһы Шефферҙың удар төркөмө составыгна ингән. Ҡамауҙа ҡалып, төркөмдөң 87,5 % ҡырыла.
  9. 1914 йылдың 12 ноябрендә Лодзь янында генерал-лейтенант О. фон Хенинг үлтерелә.
  10. 1914 йылдың 29 ноябрендә Замичков янында генерал-майор фон Мартин һәләк була.
  11. 1915 йылдың 9 ғинуарында Бзур янындағы һуғыш барышында генерал-майор П. фон Типпельскирх үлтерелә
  12. 1915 йылдың 7 февралендә генерал-майор Э. фон Эсторфф һәләк була.
  13. 1915 йылдың 26 февралендә пехота генералы В. Фон Дитфурт Стависок янында яраланып үлә.
  14. 1915 йылдың 25 апрелендә Шавель районында генерал-майор Э. Фрайхер фон Крельсгейн үлтерелә.
  15. 1915 йылдың 25 сенябрендә генерал-майор Вольф фон Хеллдорф Бусмице янында ҡаты яралана һәм үлә.
  16. 1915 йылдың 15 ноябрендә генерал-майор Зигфрид Фабариус әсмрлеккә эләгә һәм үҙенә-үҙе ҡул һала.
  17. 1916 йылдың 24 октябрендә Кимполунга районында генерал-майор М. Пехт үлтерелә.
  18. 1917 йылдың 26 авгусында Сушица янында пехота генералы К. Риттер фон Веннингер үлемесле яралана.
 
Немец: - Рәсәй беҙҙе ҡолас йәйеп ҡаршы ала. 1918 йылдың марты
 
Герман ғәскәрҙәре Киевҡа инә. 1918 йылдың 1 марты.
 
Лев Троцкий һәм герман делегацияһы

1917 йылдың 15 декабрендә Брест-Литовскиҙа совет хөкүмәте Германия империяһы һәм уның союздаштары менән сепарат тыныслыҡ килешеүен төҙөй. 22 декабрҙә тыныслыҡ тураһында һөйләшеүҙәр башлана. 9 ғинуарҙа совет делегацияһына ҙур ғына территорияларҙан баш тартыу буйынса тәҡдимдәр бирелә. Большевик етәкселегендә тарҡалыу барлыҡҡа килә. Ленин Германияның бөтә талаптарын ҡәтғи үтәү яҡлы була. Троцкий килешеүҙе һуҙырға тәҡдим итә. Һул эсерҙар һәм ҡайһы бер большевиктар тыныслыҡ төҙөмәҫкә һәм немецтар менән һуғышты дауам итергә тәҡдим итә, һәм бындай хәл Германия менән конфронтацияға ғына килтереп ҡалмай, ә, һуғыштан сығыуҙы вәғәҙә итеп, армияла абруй яулаған большевиктарҙың Рәсәйҙәге позицияһын ҡаҡшатҡан. 1918 йылдың 28 ғинуарында совет делегацияһы «һуғышты туҡтатабыҙ, әммә тыныслыҡҡа ҡул ҡуймайбыҙ» лозунгыһы менән һөйләшеүҙәрҙе өҙә. Шуға яуап итеп, 18 февралдә герман ғәскәрҙәре бөтә фронт һыҙығы буйынса һөжүм башлай. Шуның менән бергә герман-австрий яғы тыныслыҡ шарттарын ҡәтғиләштерә. 3 мартта Брест тыныслыҡ килешеүенә ҡул ҡуйыла, уның буйынса Рәсәй яҡынса 1 млн км² (Украинаны индереп) территорияһын юғалтҡан, армия һәм флотын демобилизацияларға тейеш була, Германияға Ҡара диңгеҙ флоты караптарын һәм инфраструктураһын тапшырырға, 6 млрд марка күләмендә контрибуция түләргә, Украинаның бойондороҡһоҙлоғон танырға тейеш була.

Большевиктар контролендә үткәрелгән Советтарҙың Дүртенсе Ғәҙәттән тыш съезы, «донъя революцияһы» һәм милли мәнфәғәттәргә хыянат итеү тип баһалаған «һул коммунистар»ҙың һәм һул эсерҙарҙың ҡаршылашыуына ҡарамаҫтан, Ҡыҙыл Армияның герман ғәскәрҙәренең хатта сикле генә һөжүменә лә ҡаршы тороу яғынан тулы һәләтһеҙлеген күҙ уңында тотоп һәм большевистик режимды нығытыу маҡсатында, әҙерәк ял алыу кәрәклегенән сығып, 1918 йылдың 15 мартында Брест тыныслыҡ килешеүен ратификациялай. Немец армияһы ҡаршылыҡһыҙ Балтик буйын, Белоруссия һәм Украинаны ала. Был илдәр территорияларында Германия буйһоноуында торған хөкүмәттәр булдырыла. Оккупанттарҙың өмөтөн аҡламаған Украина халыҡ республикаһының үҙәк радаһы (хөкүмәте) таратыла, уның урынында 29 апрелдә башында гетман Скоропадский Павел Петрович торған яңы хөкүмәт формалаша.

Германияның көнсығыштағы оккупация властары, Румыния территорияһын да индереп, 43 пехота дивизияһы һәм 6,5 кавалерия дивизияһы менән[99]--> 1045 тысяч штыков[100], Төркиәлә («Көнсығыш» төркөмө) — яҡынса 30 мең штык менән баһалана.

Бухарест тыныслыҡ килешеүе

үҙгәртергә

Брест тыныслыҡ килешеүе төҙөлгәндән һуң, румын хөкүмәте Үҙәк державалар менән тыныслыҡ килешеүе төҙөргө ҡарар итә. Килешеү шарттары Румыния өсөн бик ауыр була. 7 майҙа Бухарестта тыныслыҡ килешеүенә ҡул ҡуйыла[101][102]. Румыния еңеүселәр файҙаһына урманға һәм нефткә бай стратегик яҡтан мөһим өлкәләренән баш тартырға мәжбүр була. Көньяҡ Добруджа Болгарияға бирелә. Төркиә менән Болгария араһында бәхәс предметына әйләнгән Төньяҡ Добруджа менән Үҙәк державаларҙың (Четверной союз) берлектәге идаралығы урынлаштырыла. Румынияға шулай уҡ Үҙәк державаларҙың бөтә ғәскәрҙәрен үткәреү бурысы йөкмәтелә[101][102].

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә
  • Вопрос о финансировании большевиков Германией
  • Галицийское генерал-губернаторство
  • Главный опекунский совет
  • Земгор
  • Иванова Римма Михайловна
  • Интервенция Центральных держав в России
  • Конфессиональная политика Российской империи в годы Первой мировой войны
  • Красное колесо
  • Красноярск в годы Первой мировой войны
  • Крепость Осовец
  • Ковенская крепость
  • Гродненская крепость
  • Ивангородская крепость (Польша)
  • Модлин (Новогеоргиевская крепость)
  • Нота Милюкова
  • Особое совещание по обороне
  • Памятник героям второй отечественной войны в Вязьме
  • Петроградская конференция
  • Польская военная организация
  • Прибалтийский ландесвер
  • Российская помощь Сербии в ходе Первой мировой войны
  • Ставка Верховного Главнокомандующего
  • Украинские сечевые стрельцы
  • Чехословацкие легионы
  • Экспедиционный корпус Российской армии во Франции
  • Потери в Первой мировой войне

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
Комментарийҙар
  1. Первоначально основные силы 2-й армии были сосредоточены на Балканах против Сербии, а на русской границе развёртывалась лишь часть её (армейская группа Кёвесса). С 18 августа началась перевозка в Галицию всех сил 2-й армии, которые прибывали на фронт против России вплоть до 8 сентября.
  2. Список составлен по материалам книги доктора исторических наук Алексея Олейникова «Захвачены в бою»[98].
Сығанаҡтар
  1. Глава вторая. Планы войны Разработка планов войны, А. М. Зайончковский, Первая Мировая война.
  2. 2,0 2,1 Коленковский А. Маневренный период первой мировой империалистической войны 1914 г. — С. 48.
  3. Der Weltkrieg 1914 bis 1918. — Bd. 2. — S. 54—55. (нем.)
  4. Österreich-Ungarns letzter Krieg 1914—1918. — Bd. 1. — S. 157. (нем.)
  5. 5,0 5,1 Строков А. А. История военного искусства. — Т. 3. Капиталистическое общество периода империализма. — М.: Воениздат, 1967. — С. 279.
  6. Огородников Ф. К критике сосредоточения русских армий в 1914 г.
  7. Свечин А. Эволюция оперативного развёртывания.
  8. 8,0 8,1 Зайончковский А. М. Подготовка России к империалистической войне. — С. 257.
  9. Восточно-Прусская операция. / Сборник документов. — М., 1939. — С. 86.
  10. 10,0 10,1 Восточно-Прусская операция. / Сборник документов. — М., 1939. — С. 146—147.
  11. Восточно-Прусская операция. / Сборник документов. — М., 1939. — С. 12.
  12. 12,0 12,1 Восточно-Прусская операция. / Сборник документов. — М., 1939. — С. 559.
  13. 13,0 13,1 Восточно-Прусская операция. / Сборник документов. — М., 1939. — С. 258.
  14. Стратегический очерк войны 1914—1918 г.г. Часть 1
  15. Храмов Ф. Восточно-Прусская операция 1914 г. — С. 81.
  16. 16,0 16,1 16,2 Белой А. Галицийская битва. — М.—Л., 1929. — С. 80—81.
  17. 17,0 17,1 Меликов В. А. Стратегическое развёртывание. — Т. 1. — Изд. 2-е. — М., 1939. — С. 261.
  18. 18,0 18,1 18,2 Стратегический очерк войны 1914—1918 гг. — Ч. 1. — М., 1922. — С. 146—147.
  19. Брусилов А. А. Мои воспоминания. — Изд. 5-е. — М., 1963. — С. 90.
  20. Коленковский А. Маневренный период первой мировой империалистической войны 1914 г. — С. 238.
  21. Стратегический очерк войны 1914—1918 гг. — Ч. 1. — С. 164—165.
  22. 22,0 22,1 22,2 Стратегический очерк войны 1914—1918 гг. — Ч. 1. — С. 207.
  23. Августовская операция 1914 года
  24. Алексей Олейников Спасти союзников… 2016 йыл 31 июль архивланған.
  25. 25,0 25,1 25,2 Варшавско-Ивангородская операция. / Сборник документов. — М., 1938. — С. 31.
  26. Варшавско-Ивангородская операция. / Сборник документов. — С. 155.
  27. Варшавско-Ивангородская операция. / Сборник документов. — С. 153.
  28. Варшавско-Ивангородская операция. / Сборник документов. — С. 108.
  29. 29,0 29,1 Варшавско-Ивангородская операция. / Сборник документов. — С. 186—188.
  30. Варшавско-Ивангородская операция. / Сборник документов. — С. 40.
  31. Людендорф Э. Мои воспоминания о войне 1914—1918 гг. — Т. 1. — С. 78.
  32. 32,0 32,1 32,2 32,3 Лодзинская операция. / Сборник документов. — М.—Л., 1936. — С. 58.
  33. Фалькенгайн Э. Верховное командование 1915—1916 гг. в его важнейших решениях. — С. 38.
  34. 34,0 34,1 34,2 34,3 34,4 Рыбин Д. Лодзинская операция в 1914 г. — М., 1938. — С. 14.
  35. Лодзинская операция. / Сборник документов. — С. 151.
  36. ЧЕНСТОХОВО-КРАКОВСКАЯ ОПЕРАЦИЯ 1914
  37. «Так было сорвано наше „наступление в сердце Германии“»
  38. 38,0 38,1 38,2 История первой мировой войны 1914—1918 гг. — М.: Наука, 1975. — С. 383—385.
  39. 39,0 39,1 39,2 39,3 39,4 Зайончковский А. М. Мировая война. Маневренный период 1911—1915 годов на русском (европейском) театре. — С. 252—256.
  40. 40,0 40,1 40,2 Зайончковский А. М. Мировая война. Маневренный период 1914—1915 гг. на русском (европейском) театре. — С. 245.
  41. 41,0 41,1 Коленковский А. Зимняя операция в Восточной Пруссии в 1915 г. — М.—Л., 1927. — С. 30—31.
  42. 42,0 42,1 42,2 Коленковский А. Зимняя операция в Восточной Пруссии в 1915 г. — С. 32.
  43. Зайончковский А. М. Мировая война. Ман вренный период 1914—1915 годов на русском (европейском) театре. — М.—Л., 1929. — С. 249.
  44. 44,0 44,1 Каменский М. П. Гибель 20-го корпуса 8 (21) февраля 1915 г. — Пг., 1921. — С. 135.
  45. Белолипецкий В. Зимние действия пехотного полка в Августовских лесах. — М., 1940. — С. 62.
  46. Ротэрмель А. Попытка выхода из окружения и гибель 20-го армейского русского корпуса 21 февраля 1915 г. // «Война и революция». — 1935, № 1—2. — С. 97—107.
  47. Коленковский А. Зимняя операция в Восточной Пруссии в 1915 г. — С. 83.
  48. Стратегический очерк войны 1914—1918 г.г. Часть 4
  49. Позек М. Германская конница в Литве и Курляндии в 1915 г.
  50. 50,0 50,1 50,2 50,3 Горлицкая операция. / Сборник документов. — С. 45—64.
  51. 51,0 51,1 51,2 Горлицкая операция. / Сборник документов. — С. 80—91.
  52. 52,0 52,1 Горлицкая операция. / Сборник документов. — С. 372—374.
  53. 53,0 53,1 53,2 Горлицкая операция. / Сборник документов. — C. 365.
  54. Битва Гвардий. Часть 1. btgv.ru. Дата обращения: 3 май 2020.
  55. Битва Гвардий. Часть 2. btgv.ru. Дата обращения: 3 май 2020.
  56. Битва Гвардий. Часть 3. btgv.ru. Дата обращения: 3 май 2020.
  57. Der Weltkrieg 1914 bis 1918. — Bd. 8. — Ҡалып:B., 1932. — S. 256. (нем.)
  58. 58,0 58,1 Бонч-Бруевич М. Д. Потеря нами Галиции в 1915 г. — Ч. 1. — М., 1920.
  59. Фалькенгайн Э. Верховное командование 1914—1916 в его важнейших решениях. — С. 105—106.
  60. 60,0 60,1 60,2 Евсеев Н. Свенцянский прорыв (1915 г.). — М., 1936. — С. 16.
  61. 61,0 61,1 Евсеев Н. Свенцянский прорыв (1915 г.). — М., 1936. — С. 17—18.
  62. Император Николай II во главе Действующей армии в 1915 - 1917 гг. btgv.ru. Дата обращения: 12 июль 2020.
  63. Корольков Г. Несбывшиеся Канны. — С. 29.
  64. 64,0 64,1 64,2 Подорожный Н. Е. Нарочская операция в марте 1916 г. на русском фронте мировой войны. — М., 1938. — С. 11—15.
  65. Керсновский А. А. Глава XV. Мировая война 2011 йыл 16 май архивланған.. // История Русской армии.
  66. 66,0 66,1 66,2 66,3 66,4 66,5 Наступление Юго-Западного фронта в мае — июне 1916 г. / Сборник документов. — С. 45—51.
  67. 67,0 67,1 Наступление Юго-Западного фронта в мае — июне 1916 г. / Сборник документов. — С. 74—81.
  68. 68,0 68,1 68,2 Литвинов А. И. Майский прорыв 9-й армии в 1916 г. — Пг., 1923. — С. 65.
  69. 69,0 69,1 Наступление Юго-Западного фронта в мае — июне 1916 г. / Сборник документов. — С. 114—118.
  70. Брусилов А. А. Мои воспоминания. — М., 1963. — С. 211—212.
  71. 71,0 71,1 Наступление Юго-Западного фронта в мае — июне 1916 г. / Сборник документов. — С. 290—291.
  72. Базаревский А. Х. Наступательная операция 9-й русской армии. Июнь 1916 г. — М., 1937. — С. 83.
  73. 73,0 73,1 Наступление Юго-Западного фронта в мае — июне 1916 г. / Сборник документов. — С. 485.
  74. 74,0 74,1 74,2 74,3 74,4 История Первой мировой войны 1914—1918 гг. / под редакцией И. И. Ростунова. — М.: Наука, 1975. — Т. 2. — С. 204—206.
  75. 75,0 75,1 75,2 75,3 История Первой мировой войны 1914—1918 гг. / под редакцией И. И. Ростунова. — М.: Наука, 1975. — Т. 2. — С. 208—210.
  76. Зайончковский А. М. Первая мировая война. — СПб.: Полигон, 2000. — 878 с. — С.387—388. — ISBN 5-89173-082-0.
  77. Керсновский А. А. Глава XV (продолжение) 2020 йыл 14 сентябрь архивланған.. // История Русской армии
  78. Айрапетов О. Р. Участие Российской империи в Первой мировой войне (1914–1917). 1916 год. Сверхнапряжение. — М.: Кучково поле, 2016. — С. 150—152. — 384 с. — ISBN 978-5-9950-0479-0.
  79. Арутюнян А.О. Кавказский фронт 1914 - 1917 гг. — Ер.: Айастан, 1971. — С. 249. — 416 с.
  80. Михайлов, В.В. Разгром турецкой армии и овладение первоклассной крепостью: Эрзурумская операция 1915-1916 гг (рус.) // Военно-исторический журнал. — 2006. — № 8. — С. 49—53.
  81. Корсун Н. Г. Первая мировая война на Кавказском фронте. — М.: Воениздат НКО СССР, 1946. — 98 с.
  82. Корсун Н. Г. Алашкертская и хамаданская операция на Кавказском фронте мировой войны в 1915 году. — М.: Воениздат, 1940. — С. 179. — 200 с.
  83. Allen W. E. D.[en], Muratoff P. P. Caucasian Battlefields: A History of the Wars on the Turco-Caucasian Border. 1828—1921 (инг.). — Cambridge: CUP, 1953. — P. 373—374, 430—435. — 614 p. — ISBN 978-1-108-01335-2.
  84. Айрапетов О. Р. Участие Российской империи в Первой мировой войне (1914–1917). 1916 год. Сверхнапряжение. — М.: Кучково поле, 2016. — С. 91,98. — 384 с. — ISBN 978-5-9950-0479-0.
  85. Масловский Е. В. [coollib.com/b/322750 Мировая война на кавказском фронте, 1914—1917 г.: стратегический очерк]. — М.: Вече, 2015. — С. 207,326. — 543 с. — (Военные мемуары, 1914—1917). — ISBN 978-5-4444-1754-6.
  86. Зайончковский А. М. Глава 15. Кампания 1917 года // Мировая война 1914-1918 гг. : общий стратегический очерк. — М.: Гос. воен. изд-во, 1924. — С. 318—343. — 527 с.
  87. Зайончковский А. М. 7. Кампания 1917 г. Глава 1 // Стратегический очерк войны 1914-1918. В 7 томах. — М.: Высший военный редакционный совет, 1922. — 207 с.
  88. Мультатули Петр Валентинович. Император Николай II: отречение, которого не было, ч. 2
  89. 89,0 89,1 Разложение армии в 1917 г. — М.—Л., 1925. — С. 7.
  90. Военные усилия России в Мировой войне.
  91. 91,0 91,1 91,2 Зайончковский А. М. Стратегический очерк войны 1914—1918 гг. — Ч. 7. — С. 130.
  92. Стратегический очерк войны 1914—1918 гг. Румынский фронт. — М., 1922. — С. 122—123.
  93. Виноградов В. Н. Румыния в годы первой мировой войны. — М., 1969. — С. 216—217.
  94. Кавтарадзе А. Рижская операция 1917 года. // «Военно-исторический журнал». — 1967, № 9. — С. 123.
  95. 95,0 95,1 95,2 Зайончковский А. М. Стратегический очерк войны 1914—1918 гг. — Ч. 7. — С. 102.
  96. Декреты Советской власти. — Т. 1. — М., 1957. — С. 12, 15.
  97. 97,0 97,1 Советско-германские отношения. От переговоров в Брест-Литовске до подписания Рапалльского договора. / Сборник документов. — Т. 1. — М., 1968. — С. 13.
  98. Олейников А. Захвачены в бою. — М.: Вече, 2015.
  99. Гражданская война и военная интервенция в СССР. — М.: Советская энциклопедия, 1983.
  100. Куль и Г. Дельбрюк. Крушение германских наступательных операций 1918 г. — М., 1935. — С. 24. [1]
  101. 101,0 101,1 Ключников Ю. В., Сабанин А. Международная политика новейшего времени в договорах, нотах и декларациях. — Ч. 2. — С. 139—141.
  102. 102,0 102,1 Нотович Ф. И. Бухарестский мир 1918 г. — М., 1959.
  103. Даут Юлтый. Роман «Кровь» в 2-х книгах. 1974 год
Статьи

Һылтанмалар

үҙгәртергә